ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ



Дәүләт бюджет мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге (РУМҮ) 1995 йылда «Мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү» йүнәлешендә эшмәкәрлек ойоштороу маҡсатында барлыҡҡа килгән:

  • кадрҙарҙың квалификацияһын үҫтереү, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү, яңынан әҙерләү, шулай уҡ граждандарҙы маҡсатлы рәүештә Рәсәй Федерацияһының алдынғы юғары уҡыу ойошмаларында уҡытыу;
  • профессиональ һәм өҫтәмә белем биреүҙе камиллаштырыуға йүнәлтелгән уҡытыу-методик, ғилми-тикшеренеү, сығарылыш, мәғлүмәти-аналитик һәм статистик, мәғариф-ойоштороу эштәрен ойоштороу, уҡытыуҙың яңы алымдарын таратыу һәм уларҙы педагогик практикала ҡулланыу;
  • талантлы балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләтен асыу, уларҙың үҫешенә ярҙам итеү эштәрен ойоштороу.


Граждандарға бушлай юридик ярҙам күрһәтеү
(ПОЛОЖЕНИЕ)




ҮҘӘКТЕҢ  СТРУКТУРАҺЫ

Кадрҙар әҙерләү, квалификация үҫтереү һәм инновацион программалар үҙәге

  • квалификация күтәреүсе өҫтәмә профессиональ программалар буйынса уҡытыу ойоштора һәм үткәрә.

Уҡытыу аҙағында өлгөгә ярашлы квалификация үҫтеререү тураһындағы таныҡлыҡ бирелә.

Уҡытыу-методик секторы

  • мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларының эшмәкәрлеген контролдә тота;
  • методик ярҙам күрһәтә;
  • семинарҙар, конференциялар, мастер-кластар, конкурстар ойоштора;
  • уҡытыу программаларын һәм ҡулланмаларын төҙөүҙә ҡатнаша.

Мәғлүмәт-статистика секторы

  • статистик мәғлүмәт туплай;
  • Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт уҡытыу учреждениеларының эшмәкәрлеге буйынса мәғлүмәт банкын ойоштора.

Редакция-нәшриәт секторы

сығара:
  • уҡытыу һәм методик ҡулланмалар;
  • нота йыйынтыҡтары;
  • норматив-хоҡуҡи мәғлүмәт йыйынтыҡтары һ.б.


ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru