ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ҒИНУАР  2019


17 ғинуар 2019

Хореография дисциплина уҡытыусыларын уҡытыу йомғаҡтары

2019 йылдың 10–11 ғинуарында квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Хореография дисциплиналары уҡытыусыларында компетенция булдырыусы мәсьәләләр» исемле уҡыуҙар үтте.

Уҡыуҙар ҡатнашыусылар менән практик дәрестәр формаһында үтте. Улар барышында башҡорт халыҡ бейеүҙәре материалдары ярҙамында хореография уҡытыусыларының эш методтары ҡаралды, хореография сәнғәте аша башҡорт халыҡ ижадына йәлеп итеү мәсьәләләре; классик һәм халыҡ-сәхнә бейеүҙәрен уҡытыу методикаһы; хореграфия класында гимнастика уҡытыу методикаһы һ.б. Уҡыуҙар буйынса йомғаҡлау түңәрәк өҫтәл артында, хореография дисциплиналары буйынса актуаль һорауҙар тикшереү менән тамамланды.

Сарала республиканың төрлө райондарынан һәм ҡалаларынын 67 уҡытыусы ҡатнашты (шул иҫәптән Баҡалы, Белорет, Благовещен, Дүртөйлө, Ҡыйғы, Краснокама, Мәләүез, Мәсетле, Тәтешле, Өфө, Шишмә, Яңауыл райондарынан һәм Күмертау, Межгорье, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан).

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте.

     



23 ғинуар 2019

IX Асыҡ республика «БАТЫРҘАР ИЛЕ – 2019» конкурсын үткәреү тураһында

IX Асыҡ республика балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсы «БАТЫРҘАР ИЛЕ – 2019» (Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған) балалар художество мәктәптәре, музыка һәм сәнғәт мәктәптәренең художество бүлектәре, урта белем биреү мәктәптәре, балалар ижады йорттары, йәш техниктар станциялары уҡыусылары, урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн үткәрелә.

Конкурс йәш төркөмдәре буйынса уҙғарыла: А категорияһы – 7-10 йәш; Б категорияһы – 11-13 йәш; В категорияһы – 14-16 йәш; Г категорияһы – 17-25 йәш номинациялар буйынса:

  • Живопись (акварель, гуашь, акрил, май)
  • Графика (ҡәләм, тушь, йомшаҡ материалдар, линогравюра, офорт, компьютер графикаһы һ.б.)
  • Скульптура (балсыҡ, керамика, заман материалдары)
  • Декоратив-ҡулланма сәнғәте (гобелен, туҡыу, ҡорама тегеү, кейеҙ баҫыу, туҙ һ.б.)
  • Кейем дизайны һәм моделләштереү – дефиле

Конкурс темалары:

  • «Урал Батыр» эпосы темаһына ижади эштәр.
  • Башҡорт халыҡ әкиәттәре, легендалары, риүәйәттәре , эпостары.
  • Милли башҡорт йолалары, фольклор.
  • Башкортостан Республикаһының 100 йыллығына.

Иң шәп конкурс эштәренең экспозицияһын асыу, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 2019 йылдың 26 апрелендә сәғәт 14:00 Сибай балалар художество мәктәбенең Ҡала күргәҙмә залында түбәндәге адрес буйынса үтәсәк: Сибай ҡалаһы, Белов ур., 36/1.

Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар һәм конкурс эштәре 2019 йылдың 15 мартына тиклем ошо адрес буйынса ҡабул ителә: 453837, Башкортостан Республикаһы, Сибай ҡалаһы, Белов ур., 36/1, Сибай ҡ. ҠО МБУ ДО «Сибай художество мәктәбе». E-mail: hudskola2016@mail.ru

IX Асыҡ республика балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсы «БАТЫРҘАР ИЛЕ – 2019» (Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған) тураһында Положениены Конкурстар, күргәҙмәләр/Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы планы буйынса үткәрелгән конкурсар тураһында мәғлүмәт битендә ҡарағыҙ.



28 ғинуар 2019

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2019 йылдың 17 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығының 18.01.2019 №45 приказы менән раҫланған.



29 ғинуар 2019

«Бел һәм ярат тыуған төйәкте!» ижад Марафоны

«Ника» белем биреү порталы «Бел һәм ярат тыуған төйәкте!» исемле Бөтә Рәсәй ижад Марафонын башлап ебәрҙе. Был ижади Марафон ҡатнашыусыларға тыуған яҡ тарихын өйрәнергә, уның географик һәм тарихи үҙенсәлектәренә иғтибар итергә, балаларҙа тыуған төйәк менән ғорурланыу тойғоһон тәрбиәләргә мөмкинселек бирә. Марафон 2018 йылдың 1 ноябренән 2019 йылдың 31 авгусына тиклем барасаҡ.

Марафон сиктәрендә тыуған тяҡҡа арналған ижади конкурстарҙа ҡатнашыу тәҡдим ителә:

  • Тыуған илем пейзажы!
  • Һөйәм һине, Тыуған яғым!
  • Тыуған яғым кәсептәре!
  • Тыуған яҡ әкиәттәре!
  • Тыуған яҡ тәбиғәте!
  • Минең яратҡан ҡалам.

Бөтә эштәр ҙә «НИКА» белем биреү порталы» (https://оценика.рф) селтәр ресурсында баҫыласаҡ.

Марафонда бөтә йәш категориялары вәкилдәре һәм ижади коллективтар ҡатнаша ала. Тулыраҡ мәғлүмәттәр менән Марафон битендә https://оценика.рф/konkursy/tvorcheskiy-marafon-lyubi-i-znay-rodnoy-svoy-kray  танышырға мөмкин.



31 ғинуар 2019

Отчёт урынлаштырыу («Квалификация үҫтереү»)

23–25 ғинуарҙа ҡала округы Өфө ҡалаһының 10 һанлы Балалар музыка мәктәбе нигеҙендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Балалар сәнғәт мәктәбендә интерактив таҡта менән эш итеү» темалы уҡыуҙар уҙҙы. Ошо уҡ мәктәп нигеҙендә «Балалар сәнғәт мәктәбенең электрон белем биреү мөхитен булдырыу» исемле республика инновацион майҙансығы асылғайны. Программа, 2015 йылдың 24 декабренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының №419 приказы менән раҫланған, 2014–2020 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларында электрон уҡытыуҙы үҫтереү буйынса Консепцияны тормошҡа ашырыу маҡсаты менән, 2016-2020 йылдарға тәғәйенләнгән саралар Планын башҡарыу өсөн БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ заказы буйынса ошо мәктәптең алдынғы етәкселәре һәм уҡытыусылары төҙөнө һәм тормошҡа ашыра.

Сара практик дәрестәр формаһында үтте. Тыңлаусылар «Smart Notebook» һәм «Power Point» программаларының төрлө функциялары һәм мөмкинселектәре менән таныштылар һәм эшләп ҡаранылар. Уҡыуҙарҙың йомғаҡтары буйынса ошо программаларҙа эшләгән коллектив проектар күрһәтелде. Шулай уҡ уҡыуҙар барышында төрлө интерактив таҡталар, кәрәкле ҡоролмалар, уларҙы ҡулланғанда килеп сыҡҡан проблемалар һәм уларҙы юҡ итеү ысулдары ҡаралды.

Бөтәһе был сарала республиканың 18 муниципаль районынан һәм 6 ҡала округынан, шул иҫәптән Урта махсус музыка колледжының Сибай филиалынан, мәҙәниәт өлкәһе өҫтәмә белем биреү учреждениеларынан 71 уҡытыусы ҡатнашты.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының мәғариф буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге пландарына ярашлы үтте.

     



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru