ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ҒИНУАР  2020


10 ғинуар 2020

«Йәш таланттар» Бөтә Рәсәй Арт-проектын үткәреү тураһында

16–28 мартта Өфө һәм Октябрьский ҡалаларында 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Йәш таланттар» исемле Бөтә Рәсәй Арт-проекты сиктәрендә Бөтә Рәсәй конкурстары үтәсәк:

  • «Мой остров – гитара» гитаристарҙың Бөтә Рәсәй конкурсы (16–17 марта 2020 йылдың 16-17 мартында., Өфө ҡалаһы)
  • Театраль жанрҙарҙа башҡарыусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы:сәхнәләштереү, пьесанан өҙөк, оригиналь жанр, әҙәби һүҙ (2020 йылдың 19 мартында, Өфө ҡалаһы)
  • Халыҡ инструменттарында йәш уйнаусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы (2020 йылдың 19–20 мартында, Октябрьский ҡалаһы)
  • Башҡорт халыҡ инструменттарында йәш уйнаусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы (2020 йылдың 19–20 мартында, Өфө ҡалаһы)
  • Йәш пианистарҙың Бөтә Рәсәй конкурсы (2020 йылдың 23–26 мартында, Өфө ҡалаһы)
  • Тынлы һәм һуҡма инструменттарҙа йәш уйнаусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы (2020 йылдың 24–26 мартында, Өфө ҡалаһы)
  • Йәш вокалистарҙың Бөтә Рәсәй конкурсы (2020 йылдың 24–27 мартында, Өфө ҡалаһы)
  • Ҡыллы инструменттарҙа йәш уйнаусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы (2020 йылдың 27–28 мартында, Өфө ҡалаһы)

Конкурстар Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениеларың студенттары араһында үткәрелә: музыкаль училищелары (колледждары), сәнғәт колледждары, урта махсус музыка мәктәптәренең, колледждарының, гимназиялар ының 8–11 кластары уҡыусылары, һәм шулай уҡ, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә юғары белем биреү учреждениеларының 1–5 курстары студенттары араһында үткәреләсәк.

Конкурстар ике этаптан үтәсәк: I этап (Һайлап алыу) – белем биреү ойошмаларында; II этап (Бөтә Рәсәй) – Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) һәм Октябрьский музыкаль колледжы нигеҙҙәрендә.

Сәләмәтлеге яғынан мөмкинселектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн, тейешле документтар тапшырылған шарттарҙа, ойоштороу иғәнәһе билдәләнмәй. Күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә үҫкән конкурсанттарға, тейешле документтар тапшырылған шарттарҙа, 50% ташлама бирелә.



10 ғинуар 2020

Шамил Ибраһимов исемендәге X Бөтә Рәсәй хор дирижерҙарының конкурсын үткәреү тураһында

Шамил Ибраһимов исемендәге X Бөтә Рәсәй хор дирижёрҙарының конкурсында (Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған) профессиональ белем биреү учреждениеларың III–IV курс студенттары, һәм шулай уҡ, Рәсәйҙең мәҙәниәт өлкәһе юғары уҡыу йорттарының әҙерлек бүлектәре уҡыусылары ҡатнаша ала.

Конкурс ике этаптан үтәсәк:

  • I этап (Һайлап алыу) – профессиональ белем биреү учреждениеларында учреждение билдәләгән ваҡытта.
  • II этап (Бөтә Рәсәй) – 2020 йылдың 30 мартынан 1 апреленә тиклем Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты нигеҙендә.

Сәләмәтлеге яғынан мөмкинселектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн, тейешле документтар тапшырылған шарттарҙа, ойоштороу иғәнәһе билдәләнмәй. Күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә үҫкән конкурсанттарға, тейешле документтар тапшырылған шарттарҙа, 50% ташлама бирелә.



16 ғинуар 2020

«Балалар сәнғәт мәктәбендә интерактив таҡта менән эшләү» уҡыуҙарын үткәреү тураһында

БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ 2020 йылдың 29–31 ғинуарында квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса 10-сы һанлы Балалар музыкаль мәктәбе нигеҙендә «Балалар сәнғәт мәктәбендә интерактив таҡта менән эшләү» исемле уҡыуҙар ойоштора (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 109/1).

Уҡыуҙарҙы Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округының 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәбенең етәксе һәм педагогик хеҙмәткәрҙәре үткәрәсәк. Сара барышында интерактив таҡта өсөн «Smart Notebook» программаһының төрлө функциялары һәм мөмкинселектәре ҡараласаҡ. Уҡыуҙар 2015 йылдың 24 декабрендә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының №419 приказы менән раҫланған, 2014–2020 йылдарға Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениеларында электрон белем биреү Концепцияһын тормошҡа ашырыу буйынса 2016–2020 йылдарҙа Саралар планына ярашлы үткәрелә.

Уҡыуҙарға килеүселәр үҙҙәре менән ирекле хәтер күләме 30 Гб кәм булмаған ноутбук, мышь (мотлаҡ), блок питания, флэш-накопитель, 2010 йылдан ҡалмаған Power Point программаһы урынлаштырылған булырға тейеш.

Заявкалар 2020 йылдың 24 ғинуарына тиклем электрон формала, беҙҙең сайтта Квалификация үҫтереү/Планлаштырылған саралар битендә ҡабул ителә.



22 ғинуар 2020

Апрель айында фольклор башҡарыусыларҙың һәм коллективтарҙың «Алтын даға» Республика конкурс-фестивале үткәреләсәк

2020 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһының Октябрьский, Салауат, Сибай, Өфө, Учалы ҡалаларында «Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» региональ проекты сиктәрендә мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының фольклор башҡарыусыларының һәм коллективтарының «Алтын даға» Республика конкурс-фестивале үтәсәк.

Конкурс-фестивалдә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе балалар сәнғәт мәктәптәре (сәнғәт төрө буйынса), (артабан – БСМ), профессиональ белем биреү учреждениелары (артабан – ПББУ), юғары белем биреү учреждениелары (артабан – ЮББУ) уҡыусылары һәм студенттары ҡатнаша ала.

Конкурс-фестиваль группалар буйынса: «БСМ», «ПББУ», «ЮББУ» номинациялар буйынса үткәрелә:

  • Халыҡ йолаһының фрагментын башҡарыу.
  • Фольклор инструменталь ансамблдәренең концерт сығышы.
  • Халыҡ хорҙарының, вокаль ансамбльдәрҙең концерт сығышы.
  • Халыҡ бейеүен башҡарыу.
  • Декоратив-ғәмәли сәнғәт, скульптура.

Конкурс-фестивалдә ҡатнашыу өсөн 2020 йылдың 16 мартына тиклем һәр бер ҡатнашыусыға электрон заявка формаһын тултырыу мотлаҡ (Конкурстар, күргәҙмәләр/«Мәҙәниәт» милли проекты. «Ижади кешеләр» Федераль һәм региональ проекты/2020 йыл битендә ҡарарға).



24 ғинуар 2020

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2020 йылдың 16 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығының 22.01.2020 №46 приказы менән раҫланған.



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru