ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ҒИНУАР  2021


18 ғинуар 2021

Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары етәкселәрен уҡытыу тураһында

БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ 2021 йылдың 28–29 ғинуарында мәҙәниәт өлкәһе белем учреждениелары етәкселәре өсөн «Мәҙәниәт өлкәһе өҫтәмә белем биреү учреждениеларына бюджеттан тыш финанслау сығанаҡтарын йәлеп итеү эшмәкәрлегенең хоҡуҡи нигеҙҙәре» квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡыуҙар ойоштора.

БР Өфө ҡалаһы ҠО МБУ ДО 10-сы һанлы БММ уҡытыусылары лектор булып сығыш яһаясаҡ.

Уҡыуҙар дистанцион форматта Zoom платформаһында үтәсәк. Бәйләнеш өсөн һылтанма заявка биргән ҡатнашыусыларҙың электрон адрестарына алдан ебәреләсәк. Zoom платформаһына инеү өсөн теркәлгән ваҡытта, ҡатнашыусы фамилия, исем һәм атаһы исемен ебәрелгән заявкаға ярашлы яҙырға тейеш, юғиһә ҡатнашыусы уҡыуҙарға индерелмәй.

Уҡыуҙарҙ 28 ғинуарҙа сәғәт 11-ҙә башлана. Техник бәйләнеш – сәғәт 10:40-та.

Уҡыуҙар йомғаҡтары буйынса һәр тыңлаусыға квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ әҙерләнәсәк. Таныҡлыҡтың оригиналын уҡыуҙарҙан һуң БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ (Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21,кабинет №7) алырға була. Кәрәк булһа таныҡлыҡ сканер вариантта тыңлаусының электрон адрестарына ебәреләсәк.

Заявкалар 2021 йылдың 25 ғинуарына тиклем электрон формала беҙҙең сайтта урынлаштырылған – Квалификация үҫтереү /Планлаштырылған саралар.



25 ғинуар 2021

БР мәҙәниәт өлкәһе БСМ, БХМ һәм ПББУ уҡытыусыларының VI Республика һынлы сәнғәт конкурс-күргәҙмә эштәре йомғаҡтары яһалды

2021 йылдың 21 ғинуарҙа Өфө художество галереяһында БР мәҙәниәт өлкәһе БСМ, БХМ һәм ПББУ уҡытыусыларының VI Республика һынлы сәнғәт конкурс-күргәҙмә эштәре еңеүселәренең һәм призёрҙарының экспозицияларын асыу булды.

Башҡортостан Республикаһының балалар художество мәктәптәренең, сәнғәт мәктәптәренең художество бүлектәре, музыка мәктәптәре һәм мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениеларының 130 ашыу уҡытыусыһы үҙ эштәрен конкурс-күргәҙмәгә тапшырҙы.

Жюри составына Башҡортостан Республикаһының күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре саҡырылды: жюри рәйесе – Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй Федерацияһының рәссамдар Союзы ағзаһы, «Рәсәй рәссамдары союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Региональ бүлеге рәйесе Фазылов Хатип Сарварович, жюри ағзалары: Голубев Глеб Евгеньевич – Өфө ҡалаһының «Сәнғәт мәктәбе» шәхси белем биреү учреждениеһы директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мазитов Әмир Минивалиевич – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультеты деканы, профессор, рәсем сәнғәте кафедраһы мөдире, Рәсәй Федерацияһының рәссамдар Союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының «Рәсәй рәссамдарының Союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Региональ бүлегенең идара ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Оськина Ирина Николаевна – Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының рәссамдар Союзы ағзаһы, художество ҡиммәттәре эксперты, искусствоведтар Ассоциацияһы ағзаһы; Хәсәнов Рөстәм Аязович – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультетының рәсем сәнғәте кафедраһы доценты, Рәсәй Федерацияһының рәссамдар Союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы.

Конкурс йомғаҡтары буйынса Гран-при яулаусы – Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) уҡытыусыһы Ринат Ягфарович Миннибаев булды. 22 кеше 1, 2, 3 дәрәжә лауреаттары булды: 19 кеше «Балалар художество мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәренең художество бүлектәре уҡытыусылары» һәм 3 ҡатнашыусы «Мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениелары бүлектәренән. 63 кеше дипломат булды.

Ҡалған ҡатнашыусылар конкурс-күргәҙмәлә ҡатнашыусы сертификаттарын алдылар.

Күргәҙмә Өфө художество галереяһында 2021 йылдың 21 ғинуарынан 14 февраленә тиклем түбәндәге адрес буйынса барасаҡ: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 34.

Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының һәм БР мәҙәниәт Министрлығының ДБМСИ белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәгенең 2021 йылға пландарына ярашлы үткәреләсәк.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

   
 



25 ғинуар 2021

«Йәш таланттар» – 2021 Бөтә Рәсәй Арт-проектын үткәреү тураһында

2021 йылдың 25 мартынан 5 апреленә тиклем «Йәш таланттар» – 2021 Бөтә Рәсәй Арт-проекты сиктәрендә Бөтә Рәсәй конкурстары үтәсәк:

  • «Курай», «Думбыра, кыл-кубыз» башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы;
  • Ҡыллы инструменттаҙа уйнаусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы;
  • «Баян, аккордеон», «Домра, балалайка» халыҡ музыка ҡоралдарында йәш уйнаусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы;
  • Йәш гитаристарҙың «Гитара – минең утрауым» Бөтә Рәсәй конкурсы;
  • Йәш пианистарҙың Бөтә Рәсәй конкурсы;
  • Тынлы һәм һуҡма инструменттарҙа йәш уйнаусыларҙың «Ағас тынлы инструменттар», «Еҙ тынлы инструменттар», «Һуҡма инструменттар» Бөтә Рәсәй конкурсы;
  • Йәш вокалистарҙың «Академик йыр», «Халыҡ йыры» Бөтә Рәсәй конкурсы;
  • Театр жанрҙарын йәш башҡарыусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы.

Конкурстар дистанцион форматта, шул иҫәптән, сәләмәтлек яғынан мөмкинселектәре сикләнгән балалар араһында, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренең балалар музыка мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре, колледждарының педагогик практикалы музыка мәктәптәре уҡыусылар араһында үткәреләсәк.

Ентекләберәк «Йәш таланттар» – 2021 Бөтә Рәсәй Арт-проекты тураһында Положениены Конкурстар, күргәҙмәләр /БР мәҙәниәт Министрлығы планы буйынса үткәрелгән конкурстар тураһында мәғлүмәт битендә ҡарарға.



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru