ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ҒИНУАР  2022


11 ғинуар 2022

БР мәҙәниәт Министрлығы ДБМСУ гитара класы буйынса уҡытыусыларҙы уҡыуға саҡыра

2022 йылдың 27–28 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының Республика уҡытыу-методик үҙәге Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусыларын «Гитара класы уҡыусыларының компетенцияһын булдырыу һорауҙары» темалы квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡыуҙар ойоштора.

Лекторҙар булып З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының өлкән уҡытыусыһы, Н.Сабитов исемендәге 1-се һанлы БММ уҡытыусыһы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты – Куликова Анна Владимировна, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының халыҡ инструменттары кафедраһы өлкән уҡытыусы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты – Сабиров Камил Тавилевич сығыш яһаны.

Программала лекция дәрестәре һәм мастер-кластар планлаштырыла. Уларҙа төрлө мәсьәләләр ҡараласаҡ: гитарасының ултырыш, ҡулдарын ҡуйыу үҙенсәлектәре, аппликатура, координация һорауҙары, техник тоторлоҡ өҫтөндә эшләү, башҡарыуҙың стилистик үҙенсәлектәре, концерт сығышына психологик әҙерлек, башҡарыу техникаһын үҫтереү, тырнаҡ менән тауыш сығарыу проблемаһы һәм тағы ла күп төрлө һорауҙар. Сара Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә үтәсәк.



20 ғинуар 2022

«Рус йыры фольклор коллективтары һәм ансамблдәренең (хорҙар) эшләү үҙенсәлектәре» квалификация үҫтереү программаһы буйынса уҡыуҙар

2022 йылдың 24–25 февралендә БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ «Рус йыры фольклор коллективтары һәм ансамблдәренең (хорҙар) эшләү үҙенсәлектәре» квалификация үҫтереү программаһы буйынса мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар үткәрә.

Сарала В.Д.Полено исемендәге Рәсәй Дәүләт халыҡ ижады Йортоноң Рус фольклоры етәксеһе, Рәсәй фольклоры союзының Идара рәйесе, Мәскәү халҡыҡ хорының художество етәксеһе Дмитрий Викторович Морозов (Мәскәү ҡалаһы), Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт өлкәһе урта махсус һәм юғары белем биреү ойошмалары уҡытыусылары ҡатнашасаҡ.

Программала лекцион дәрестәр һәм онлайн мастер-кластар планлаштырылған.

Уҡыуҙар дистанцион форматта Zoom платформаһында үтәсәк. Бәйләнеш өсөн һылтанма заявка биргән ҡатнашыусыларҙың электрон адрестарына алдан ебәреләсәк.

Уҡыуҙар йомғаҡтары буйынса һәр бер ҡатнашыусыға квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ әҙерләнәсәк. Таныҡлыҡтың оригиналын уҡыуҙар аҙағында ДБМСУ БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ алып буласаҡ.



21 ғинуар 2022

Мәҙәниәт өлкәһендэ өҫтәмә белем биреү учреждениелары дәрестәрендә конструктив рәсемгә өйрәтеү

БР Мәҙәниәт Министрлығы РУМҮ 2022 йылдың 14–16 февралендә балалар художество мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәренең художество бүлектәре, балалар музыка мәктәптәре уҡытыусылары өсөн «Мәҙәниәт өлкәһендэ өҫтәмә белем биреү учреждениелары дәрестәрендә конструктив рәсемгә өйрәтеү» темалы уҡыуҙар үткәрә.

Уҡыуҙарҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҠО 1-се һанлы Балалар художество мәктәбенең алдынғы уҡытыусылары, БР «Рәсәй рәссамдары Союзы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһындағы Башҡортостандың көньяғы рәссамдары Ассоциацияһы ағзалары Г.Ф.Лебедянцева, Р.Р.Зайнутдинова һәм С.М.Махмутова алып барасаҡ.

Уҡыуҙар барышында геометрик предметтарҙың натюрморт һүрәттәре, тормош-көнкүреш предметтары, гипстан яһалған баш буйынса практик дәрестәр планлаштырыла. Программа мастер-кластарҙың видеояҙмаларын, консультациялар, һәм, шулай уҡ, артабанғы анализы булған өс буйлы-конструктив рәсем эшләүҙе үҙ эсенә ала.

Программала артабанғы темалар буйынса дәрестәр планлаштырыла:

  • «Геометрик предметтарҙан торған буй-конструктив натюрморт һүрәтен башҡарыу»;
  • «Тормош-көнкүреш предметтарҙан торған буй-конструктив натюрморт һүрәтен башҡарыу»;
  • «Гаттамелаттың гипстан баш конструктив һүрәтен башҡарыу».

Уҡыуҙар дистанцион форматта Zoom платформаһында үтәсәк.



24 ғинуар 2022

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2022 йылдың 20 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 21.01.2022 №92 приказы менән раҫланған.



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru