ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ҒИНУАР  2023


16 ғинуар 2023

«Мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү учреждениеларының түбәнге кластарында хореография дисциплиналарын уҡытыу» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

2023 йылдың 12–13 ғинуарында Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы нигеҙендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү учреждениеларының түбәнге кластарында хореография дисциплиналарын уҡытыу» уҡыуҙары үтте.

Лекторҙар булып Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжының алдынғы уҡытыусылары сығыш яһаны: БР атҡаҙанған артистары Халитова Гульнара Радиковна, Халитова Гульнара Радиковна, Власова Юлия Викторовна, Млис Лина Анатольевна, Насретдинова Аделия Фагимовна, Русских Анастасия Алексеевна һәм Хмызова Диляна Амуровна.

Сара асыҡ дәрестәр һәм практик эштәр формаһында үтте. Классик бейеүҙәр, халыҡ-сәхнә бейеүе, тарихи-көнкүреш бейеүҙәр, гимнастика уҡытыу методикалары ҡаралды. Түбәнге кластарҙа бейеүгә өйрәтеү методикаһына айырыуса баҫым яһалды.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу методик үҙәге пландарына ярашлы үткәрелде. Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларынан 29 педагогик хеҙмәткәре белем алды.

     



20 ғинуар 2023

Мәҙәниәт өлкәһендә профессиональ белем биреү «Һәләтлеләр тажы» V Республика фестиваль-конкурсын үткәреү тураһында

«Һәләтлеләр тажы» V Республика фестиваль-конкурсы Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендә профессиональ белем биреү учреждениеларыны уҡыусылары һәм студенттары араһында ике этаптан үтәсәк:

I этап – 2023 йылдың ғинуар-март айҙарында профессиональ белем биреү учреждениеларында;

II этап (республика) – 2023 йылдың апрель–май айҙарында дистанцион форматта видеояҙмалар буйынса.

Фестивалдең Гала-концерты 2023 йылдың 19 майында Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә үтәсәк.

Фестиваль-конкурс төркөмдәр буйынса үткәрелә: коллектив тар (ансамбдәр, оркестрҙар), яңғыҙ башҡарыусылар.

Конкурс программаһы ижади төркөмдәрҙең һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙың концерт сығышы форматында үтәсәк. Сыштың формаһын һәм форматын профессиональ белем биреү учреждениелары үҙҙәре һайлай. Яңғыҙ башҡарыусыларҙың конкурс программаһы әҫәрҙәре яттан башҡарылырға тейеш.



20 ғинуар 2023

«Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениеһының «Иң шәп уҡытыусыһы» Республика конкурсын үткәреү тураһында

Уҡытыусы һәм оҫтаһы Йылына арналған «Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениеһының «Иң шәп уҡытыусыһы» Республика конкурсы ике төркөм буйынса үтәсәк: «БСМ уҡытыусылары» һәм «ПББУ уҡытыусылары» түбәндәге номинациялар буйынса:

  • Индивидуаль дәрестәр биреүсе уҡытыусылар;
  • Төркөмдәрҙә дәрес биреүсе уҡытыусылар.

Конкурс дистанцион форматта 2021–2023 йылдарҙа үткәрелгән дәрестәр видеояҙмалары һәм документтар буйынса үтәсәк.



23 ғинуар 2023

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2023 йылдың 20 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 23.01.2023 №153 приказы менән раҫланған.



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru