ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ҒИНУАР  2024


12 ғинуар 2024

Ғинуар айында «Мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларында инклюзив мөхит булдырыу» уҡыуҙары үтәсәк

БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ 2024 йылдың 29–30 ғинуарында мәҙәниәт өлкәһе учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларында инклюзив мөхит булдырыу» уҡыуҙарын (очно һәм дистанцион форматта) үткәрә.

Уҡыуҙарҙы М.Х.Тухватшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡорт дәүләт республика махсус китапхана етәкселәре һәм уҡытыусылары үткәрәсәк.

  • ООН Конвенцияһы положениеһына ярашлы инвалидтарҙың хоҡуҡтары тураһында граждандарҙың мәғлүмәт алыу хоҡуҡтары.
  • Мәҙәниәттә инклюзияға ҡарата боролош, аҙ мобилле кешеләр төркөмө өсөн мәҙәниәт объекттарына уңайлылыҡ булдырыу.
  • Сәләмәтлеге яғынан мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсщ информацион ресурстарҙың һәм асыҡ булыуы.
  • Төрлө инфраструктура объекттарында инвалидтар өсөн мәғлүмәтте ҡаршылыҡһыҙ алыу мөмкинлеген булдырыу.
  • Махсус китапхана сайтында контент урынлаштырыу үҙенсәлектәре.
  • Мәҙәниәт учреждениеларында төрлө категориялы инвалидтар менән эшләү буйынса психологтар кәңәштәре.
  • Тифлокомментариялау-һуҡыр һәм насар күргән кешеләрҙең мәҙәни ҡиммәттәр менән тигеҙ хоҡуҡлы ҡулланыусылар мөмкинлектәрен биреү ысулы.
  • Цифрлы техниканың сәләмәтлеге яғынан мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙамы.

Уҡыуҙар очно форматта М.Х.Тухватшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡорт дәүләт республика махсус китапхана нигеҙендә үтәсәк.

Дистанцион форматта ҡатнашыусцлар өсөн электрон адрестарға бәйләнешкә инеү өсөн һылтанмалар ебреләсак.



19 ғинуар 2024

2 февралдә Республика конкурсы йомғаҡтары буйынса Уҡытыу семинары (вебинар) буласаҡ

2024 йылдың 2 февралендә 15.00 сәғәттә «Башҡортостан Республикаһыны мәҙәниәт өлкәһендәге белем биреү учреждениеһының иң шәп уҡытыусыһы» Республика конкурсы йомғаҡтары буйынса Уҡытыу семинары (вебинар) үтәсәк. Семинарҙа шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендә педагогик хеҙмәткәрҙәренең ижади, фәнни, методик эштәренең IХ Республика конкурсына әҙерлек һорауҙары ҡараласаҡ.

Сарала З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының профессоры, музыка тарихы кафедраһы мөдире,искусствоведение кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының композиторҙар Союзы вәкиле, Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт Министрлығының Почет грамотаһы яулаусыһы , жюри рәйесе Платонова Светлана Михайловна, Һәм шулай уҡ өҫтәрәк әйтеп үтелгән жюри ағзалары ҡатнашасаҡ.

Уҡытыу семинары (вебинар) дистанцион форматта үтәсәк, бәйләнеш өсөн һылтанма ҡатнашыусыларҙың электрон адсрестарына алдан ебәреләсәк. Ҡатнашыу өсөн алдан фамилия, исем, отчество менән зачвкаға ярашлы теркәлеү мотлаҡ. Техник талаптар: Интернет селтәренә бәйләнешле компьютер. Бәйләнеш һәм теркәлеү ваҡыты – 14.45 сәғәт.

Семинарҙа ҡатнашыу бушлай, сертификат бирелмәй.



24 ғинуар 2024

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2024 йылдың 19 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 22.01.2024 №99 приказы менән раҫланған.



25 ғинуар 2024

Республиканың мәҙәниәт өлкәһе студенттарының БР мәҙәниәт Министры Әминә Шафиҡова менән осрашыуы

2024 йылдың 23 ғинуарында Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында БР мәҙәниәт Министры Әминә Шафиҡованың мәҙәниәт өлкәһе студенттары һәм һигеҙ профессиональ белем биреү учреждениелары (колледжы) уҡыусылары менән осрашыуы булды.

Осрашыу йылы дуҫтарса диалог формаһында үтте. Йыйылыусыларҙы респуның билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре сәләмләне: БР композиторҙар Союзы рәйесе, БР халыҡ артисы Ләйлә Исмәғилева, БР ГАСО генераль директоры, БР халыҡ артисы Артур Назиуллин, сәнғәт институты ректоры, БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ильмар Әлмөхәмәтов һәм башҡалар. Әминә Шәфиҡова үҙе тураһында, мәҙәниәт өлкәһендә ҙур проекттар һәм гранттар тураһында һөйләне. Йәштәрҙең тыуған республикала профессиональ үҫеш өсөн күп мөмкинлектәре булыуы тураһында һөйләне.

Студенттарҙың төрлө һорауҙарына яуап бирҙе: ғаилә, эш, перспектива, яңы проекттар һәм ауылда эшләгән йәш белгестәргә ярҙам саралары тураһында.

Осрашыу традицион рухи-әхләки сараларҙа актив ҡатнашҡан студенттарҙы бүләкләү тантанаһы менән тамамланды. Бүләк булып Рапсодия №6 Ференца Листа Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы, БР мәҙәниәт Министры Әминә Шафиҡова башҡарыуында янғраны.

Студенттар өсөн шулай уҡ мәҙәни программа әҙерләнде. Уның сиктәрендә Совет майҙанында М.Шаймуратов һәйкәленә, В.И.Альбанов исемендәге полярниктар музейына барыу, Башҡортостан Республикаһының рус Дәүләт драма театрында РФ һәм БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре М.И.Рабинович постановкаһындағы Алексейй Казанцевтың «Иҫке йорт» пьесаһы буйынса спектакль ҡарау ойошторолдо.

     
   
   


ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru