![]() |
ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫБАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ БЕЛЕМ БИРЕҮ БУЙЫНСА РЕСПУБЛИКА УҠЫТЫУ-МЕТОДИК ҮҘӘГЕ |
ҒИНУАР 2025
10 ғинуар 2025
«Вокаль буйынса уҡытыу башында тауыштың классик ҡуйылышын формалаша ырыу» уҡыуҙары
БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ хәбәр итеүенсә, 2025 йылдың 30–31 ғинуарында К.Ә.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы нигеҙендә балалар сәнғәт, музыкаль мәктәптәренең, дөйөм белем биреү мәктәптәренең, мәҙәниәт өлкәһендә белем биреүсе хеҙмәткәрҙәренең «Вокаль буйынса уҡытыу башында тауыштың классик ҡуйылышын формалаша ырыу», «Ансамбле һәм хор башҡарыуында интонация һәм төҙөлөшһорауҙары» уҡыуҙарын үткәрәсәк.
Программала: «Яңғыҙ башҡарыукласында эш тураһында», «Вокаль-хор эшендә алымдарҙы камиллаштырыу», «Академик йыр ваҡытында вокаль-техника, башҡарыу һәләтлегенүҫтереү», «Йырлау. Классик әҫәр өҫтөндә эшләү», «Йырсының профессиональ сифаттарын үҫтереүсе Сара булараҡ ансамблдә йырлау».
Дәрестәрҙе К.Ә.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусылары үткәрәсәк.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн ойоштороу иғәнәһе ҡаралмай.
Уҡыуҙарҙың аҙағында ойоштороу иғәнәһен түләгәндән һуң квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ биреләсәк.
21 ғинуар 2025
2025 йылдың февраль айында Өфө ҡалаһында XIII Бөтә Рәсәй «Цифрҙар музыкаһы» электромузыкаль ижад конкурсы үтәсәк
2025 йылдың февраль айында Өфө ҡалаһында XIII Бөтә Рәсәй «Цифрҙар музыкаһы» электромузыкаль ижад конкурсы үтәсәк.
Конкурс 5 номинация буйынса үткәреләсәк: «Синтезаторҙа яңғыҙ башҡарыу», «Компьютерҙа аранжировка (эшкәртеү, алып һалыу)», «Композиция (синтезаторҙа йәки копьютерҙа)», «Синтезатор+», (составында синтезатор булған теләһә ниндәй ансамблдәр өсөн), «Методик ҡулланма» – уҡыусылар өсөн номинация.
Конкурстың II туры очно-заочно форматта 2025 йылдың 20 февралендә Өфө ҡалаһының 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәбенең Концертмейстерт залында үтәсәк.
Заявкалар ҡабул итеү 2025 йылдың 2 февраленнең 24:00 сәғәтенә тиклем оҙайтылды.
XIII Бөтә Рәсәй электромузыкаь ижад конкурсы Башҡортостан республикаһының музыкаль белем биреүҙә һәм ижадта электромузыкаль йүнәлешкә нигеҙ һалыусы, «Цифрҙар музыкаһы» Бөтә Рәсәй конкурсын ойоштороусыларының береһе – Анатолий Фёдорович Медведев иҫтәлегенә арнала.
Конкурста ижади-белем биреү практикаһында электрон музыкаль ҡоралдар һәм цифрҙар технологияларын файҙаланған уҡыусылар, студенттар һәм уҡытыусылар ҡатнаша.
27 ғинуар 2025
Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында
Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2025 йылдың 24 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 27.01.2025 №104 приказы менән раҫланған.
ЭШ ВАҠЫТЫ: | дүшәмбе – йома сәғәт 9:00–18:00 тәнәфес сәғәт 13:00–14:00 |
БЕЛЕШМӘ МӘҒЛҮМӘТТӘР: | 450055, Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21 й. тел. 8 (347) 235-78-15 факс 235-78-15; 233-59-00 e-mail: rumcrb@mail.ru |
---|