ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫБАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ БЕЛЕМ БИРЕҮ БУЙЫНСА РЕСПУБЛИКА УҠЫТЫУ-МЕТОДИК ҮҘӘГЕ |
ФЕВРАЛЬ 2019
6 февраль 2019
VII Бөтә Рәсәй «Цифрҙар музыкаһы» электромузыка ижады конкурсы тураһында
Өфө ҡалаһында VII Бөтә Рәсәй «Цифрҙар музыкаһы» электромузыка ижады конкурсы бара.
Конкурста уҡыусылар, студенттар, электромузыка инструменттары һәм ижади белем биреү практикаһында цифрлы технологиялар ҡулланыусы аспиранттар һәм уҡытыусылар ҡатнаша.
Был сара ике турҙан алты номинация буйынса үтә: «Синтезаторҙа сольно башҡарыу», «Синтезаторҙа аранжировка (эшкәртеү, переложение)», «Компьютерҙа аранжировка (эшкәртеү, переложение)», «Композиция (синтезаторҙа йәки компьютерҙа)», «Синтезатор +…» (ансамбльдәр өсөн номинация), «Методик ҡулланма» – уҡытыусылар өсөн номинация.
I тур 2019 йылдың 01–18 февралендә цифрҙар йөрөтөүселәрҙә ебәргән эштәрҙе ситтән тороп тыңлау (ҡарау) формаһында. Жюри һәм уның рәйесе Рәсәй Федерацияһының һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, «Рәсәй композиторҙары Союзы» Йәмәғәт ойошмаһының вәкиле, «Башҡортостан Республикаһының композиторҙары Союзы» Региональ Йәмәғәт ойошмаһының Идара вәкиле, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Музыка йәмғиәте президиумы рәйесе, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) уҡытыусыһы Даутова Нур Асгатович Башҡортостан райондары һәм ҡалаларынан, шулай уҡ Коми, Татарстан республикаларынан, Новосибирск, Ырымбур, Һамар, Саратов, Свердловск, Томск, Силәбе өлкәләренән, Красноярск һәм Пермь яҡтарынан 110-дан артыҡ конкурсанттың эштәрен баһаланылар.
II тур 2019 йылдың 19–20 февралендә БР Өфө ҡалаһы (ҡала округы) МБУ 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәбе нигеҙендә үтәсәк.
20 февралдә сәғәт 14.00 Өфө ҡалаһының 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәбенең Концерт залында конкурста еңеүселәрҙе бүләкәләү тантанаһы һәм Гала-концерт була.
Проект Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының төп пландарына һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәгенең 2019 йылға эш пландарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларында 2014–2020 йылдарҙа электрон белем биреү Концепцияһын (Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы 2014 йылдың 15 октябренән №278 приказы менән раҫлаған) башҡарыу һәм үҫтереү маҡсатында тормошҡа ашырыла.
7 февраль 2019
Балалар художество мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәренең (БСМ) һәм балалар музыка мәктәптәренең (БММ) художество бүлектәре етәкселәренең һәм уҡытыусыларының квалификацияһын үҫтереү тураһында
БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2019 йылдың 19–21 февралендә балалар художество мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәренең һәм балалар музыка мәктәптәренең художество бүлектәре етәкселәре һәм уҡытыусылары өсөн «Компьютер графикаһы» темалы квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡыуҙар ойоштора.
Уҡыуҙарҙы Стәрлетамаҡ ҡала округының 1-се һанлы Балалар художество мәктәбенең алдынғы педагогик хеҙмәткәрҙәре алып бара. Программала «Adobe Photoshop» и «Corel Draw» програмаларында компьютер графикаһы буйынса лекция һәм практик дәрестәр, «Башҡортостандың ҡанатлы легендалары» исемле Бөтә Рәсәй балалар рәсем сәнғәте конкурс-күргәҙмәһен асыу, конкурс эштәрен ҡарау һәм фекер алышыу планлаштырылған.
Тыңлаусыларҙың урынлашыуы һәм регистрацияһы – 19 февраль, сәғәт 10.00 – дан 11.00-ға тиклем ҡала округы Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се һанлы Балалар художество мәктәбенең фойеһында (Пионерская ур., 1а).
Килеүселәргә үҙҙәре менән: 1) «Adobe Photoshop», «Corel Draw СS» (6, 7 версия) программалы ноутбук, блок питания, мышь (графический планшет); 2) электрик удлинитель; 3) «Adobe Photoshop» программаһында эшләү өсөн электрон формала фактуралар менән папка әҙерләргә.
Бирелгән форма буйынса заявкалар 2019 йылдың 13 февраленә тиклем факс: (347) 235-78-15, йәки электрон почта: rumckpk3@mail.ru буйынса ҡабул ителә.
БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ информацион хаты, заявка-анкеталар формаһы, уҡыуҙарға ҡабул итеү ғаризаһы, алдан түләү өсөн документтар (ҡулаҡсалата һәм ҡулаҡсаһыҙ) һәм гарантиялы хаттың өлгөһө Квалификация үҫтереү/Планлаштырылған саралар битендә урынлашҡан.
11 февраль 2019
Рәсәй Федерацияһының Балалар музыка мәктәптәре һәм Балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары Конкурсының Региональ (II) этабы йомғаҡтары тураһында
2019 йылдың 25–27 июнендә Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында Рәсәй Федерацияһының Балалар музыка мәктәптәре һәм Балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары араһында П.И.Чайковский исемендәге XVI Халыҡ-ара конкурсы сиктәрендә «фортепиано», «скрипка», «виолончель», «вокал», «тынлы инструменттар» һөнәрҙәре буйынса Конкурс үтәсәк.
Конкурс өс этаптан үтәсәк.
I этап – 15 йәшкә тиклемге (15 йәш инә) «Муниципаль белем биреү учреждениеларының иң яҡшы ҡатнашыусылары» – Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондарындарында һәм ҡала округтарында үткәрелде.
II этапта – «Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан еңеүселәрҙе билдәләү» – республиканың Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Дүртөйлө, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Тәтешле райондарының, Өфө, Күмертау, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалаларының Урта махсус музыка колледждарынан, БММ һәм БСМ 40-лап ҡатнашыусы заявка бирҙе. 2019 йылдың 7 февралендә Урта махсус музыка колледж нигеҙендә I этап еңеүселәре сығыштарының видеояҙмаларын ҡарау һәм тыңлау булды. Региональ һайлап алыу конкурсының жюри составында З.Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт институты профессорҙары.
Конкурстың II этабы еңеүселәре:
- Гузеева Дарья, Урта махсус музыка колледжы, уҡытыусы Л.Ф.Каримова класы (фортепиано),
- Амирова Камила, Урта махсус музыка колледжы, уҡытыусы Л.А.Самойлова класы (скрипка),
- Штин Яна, Урта махсус музыка колледжы, уҡытыусы Л.Ш.Фасхитдинова класы (виолончель),
- Бурнашев Карим, Өфө балалар сәнғәт мәктәбе, уҡытыусы Г.В.Хомич класы (вокал).
II этап еңеүселәре тураһында мәғлүмәт Конкурс тураһында Положение менән Конкурстың III этабында – «Федераль округтан еңеүселәрҙе билдәләү» ҡатнашыу өсөн Волга буйы федераль округында Рәсәй Федерацияһының Президент Вәкиллегененә билдәләнгән ваҡытта ебәреләсәк.
Финал һайлап алыуҙа еңеүселәр П.И.Чайковский исемендәге XVI Халыҡ-ара конкурстың финалында тыңлау сығышына 2019 йылдың 25–27 июнендә Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларына саҡырыласаҡ.
11 февраль 2019
Ун һигеҙенсе йәштәр Рәсәй Дельфий уйындарының һайлап алыу туры йомғаҡтары тураһында
2019 йылдың 19–24 апрелендә Ростов өлкәһенең Ростов-на-Дону ҡалаһында Ун һигеҙенсе йәштәр Рәсәй Дельфий уйындары үтәсәк.
Башҡортостан Республикаһы йыл һайын Дельфий уйындарында ҡатнаша. 2019 йылды ла республиканың иң һәләтле балалары һәм талантлы йәштәре араһынан Ун һигеҙенсе йәштәр Рәсәй Дельфий уйындарында (артабан – Уйындар) ҡатнашыу өсөн делегация тупланасаҡ.
2019 йылдың 7 февралендә Урта махсус музыка колледжы нигеҙендә Уйындарҙың Һайлап алыу туры үтте. Һайлап алыу комиссияһының составына Башҡортостан Республикаһының Дельфий уйындары буйынса ведомство-ара эш төркөмө ағзалары инде. Улар араһында БР мәҙәниәт Министрлығы, БР мәғариф Министрлығы, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорты Министрлығы ағзалары, шулай уҡ З.Исмагилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт институтының профессорҙары. Улар Ун һигеҙенсе йәштәр Рәсәй Дельфий уйындарында ҡатнашырға теләгән кандидаттарҙың видеояҙмаларын ҡараны һәм тыңланы. Һайлап алыу өсөн уҡыусы һәм студенттарҙан 30 ашыу заявка бирелде.
Һайлап алыу туры йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһының делегацияһы тупланасаҡ. Уның составына З.Исмагилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт институты, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) студенттары, Урта махсус музыка колледжы, Р. Нуреев ис. Башҡорт хореография колледжы, Октябрьский музыка колледжы, Н.Сабитов ис. 1-се һанлы БММ, Өфө БСМ, Октябрьский ҡалаһының 2-се һанлы БСМ, Благовещен, Дәүләкән ҡалаларының БСМ уҡыусылары.
13 февраль 2019
Вокал-хор дисциплиналары буйынса уҡытыусыларҙың, вокал-хор коллективтары етәкселәренең квалификацияһын үҫтереү тураһында
2019 йылдың 25–26 февралендә БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ вокал-хор дисциплиналары буйынса уҡытыусыларҙың, мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларының вокал-хор коллективтары етәкселәренең «Хор дисциплиналары буйынса уҡытыусыларҙа компетенция булдырыусы һорауҙар» квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡыуҙар ойоштора.
Уҡыуҙарҙы А.В.Свешников исемендәге Дәүләт академик рус хоры етәксеһе, П.И.Чайковский ис. Мәскәү дәүләт консерваторияһының дирижирование кафедраһының доценты, Бөтә Рәсәй хор йәмғиәтенең Президиум вәкиле Евгений Кириллович Волков, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса проректоры, хор дирижированиеһы кафедраһы мөдире, Башҡортостан Республикаһының Т.Сайфуллин исемендәге Дәүләт академия капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижеры, Бөтә Рәсәй хор йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Хасбиуллина Алсу Афгановна һәм Өфө ҡалаһы ҡала округының 14-се һанлы Балалар музыка мәктәбенең директор урынбаҫары Шамсутдинова Аида Эдуардовна алып барасаҡ. Программала Өфө сәнғәт училищеһының (колледжы) йыйылма хоры һәм Өфө ҡалаһы ҡала округының 14-се һанлы БММ «Камертон» өлкән хорҙары менән мастер-кластар планлаштырылған.
Уҡыуҙар урыны:
25 февраль – Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә (Пушкин ур., 103А).
26 февраль – Өфө ҡалаһы ҡала округының 14-се һанлы БММ нигеҙендә (Ладыгин ур., 7/1).
Заявкалар бирелгән форма буйынса 2019 йылдың 20 февраленә тиклем факс: (347) 235-78-15, йәки электрон почта: rumckpk3@mail.ru буйынса ҡабул ителә.
19 февраль 2019
2019 йылда (22 февралгә тиклем) музыка ҡоралдарына субсидия биреү өсөн заявкалар ҡабул итеү тураһында
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2017 йылдың 31 майынан №248 «Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары мәҙәниәт тармаҡтарының бюджетына субсидия биреү тәртибе» тураһындағы ҡарарын башҡарыуында, 2019 йылда балалар музыка мәктәптәрен һәм сәнғәт мәктәптәрен музыка ҡоралдары менән йыһазландырыуға субсидия биреү өсөн заявкалар ҡабул итә башлай.
Һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн ошо йылдың 22 февраленә тиклем түбәндәге документтар ебәреү мотлаҡ:
- Ҡушымтаға ярашлы балалар музыка мәктәптәрен һәм сәнғәт мәктәптәрен музыка ҡоралдары менән йыһазландырыу өсөн заявка.
- Аңлатма языу.
- Һайлап алыуҙа ҡатнашыусының Башҡортостан Республикаһының муниципаль белем биреү учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы бюджетынан, шул иҫәптән федераль бюджет иҫәбенән, материаль-техник базаһын нығытыуға һәм балалар сәнғәт мәктәптәрен ҡорамалдар менән йыһазландырыуға йүнәлтелгән сарала субсидия алыу өсөн һайлап алыу күрһәткестәренә яуап биреүе тураһында ҡушымтаға ярашлы мәғлүмәт.
- Башҡортостан Республикаһы муниципаль районының (ҡала округының) музыка мәктәптәрен һәм сәнғәт мәктәптәрен ҡорамалдар менән йыһазландырыуға бәйле сығым йөкләмәләре ҡаралған Бирелгән тәртип буйынса белдерегән муниципаль программаның раҫланған паспорты копияһы.
- Бирелгән тәртип буйынса белдерегән Башҡортостан Республикаһы муниципаль районының (ҡала округының) норматив-хоҡуҡи акттан ошо йылғы яҙмаһы һәм Башҡортостан Республикаһы муниципаль районының (ҡала округының) балалар сәнғәт мәктәптәрен музыка ҡоралдары менән йыһазландырыуға бәйле финанслауға йүнәлтелгән бюджет ассигнованияларының һәм сығым йөкләмәләренең план осоро яҙмаһы.
Һайлап алыу конкурсында ҡатнашыу өсөн документтарҙы электрон формала электрон адрес буйынса ебәрергә:
urazgildina.er@bashkortostan.ru (алдан тикшереү өсөн); ҡағыҙ һәм электрон (сканер аша) формала.
Документтар бер папкаға тупланып брошюраланған һәм муниципаль районы (ҡала округы) администрацияһының мисәте менән нығынған булырға текйеш.
Заявка биреү ваҡыты уҙғас заявкаларға үҙгәртеү индереү тыйыла. Тулы булмаған документтар һайлап алыу конкурсыда ҡатнашмай.
25 февраль 2019
Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының кавлификацияһын үҫтереү тураһында
БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2019 йылдың 6-7 мартында мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының «Халыҡ оркестры инструменттары уҡытыусыларының компетенция булдырыусы һорауҙар (баян, аккордеон)» квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡыуҙар ойоштора.
Уҡыуҙарҙы Башҡортостан Республикаһының дәүләт бюджет профессиональ белем биреү учреждениеһы Урта махсус музыка колледжының алдынғы уҡытыусылары алып барасаҡ.
Программала колледждың уҡыусылары һәм музыка коллективтары менән асыҡ дәрестәр һәм, шулай уҡ, түбәндәге темалар буйынса лекция дәрестәре планлаштырылған:
- Музыкаль әҫәр өҫтөндә эш этаптары.
- Рус халыҡ инструменттары оркестры өсөн әҫәрҙәрҙең переложение һәм инструментовкаһы.
- Баянсының башҡарыу техникаһын үҫтереү.
- И.С. Бахтың клавир әҫәрҙәрендә орнаментика.
- Сәхләлә тулҡынланыуҙы еңеү.
- Баянсының ултырыу һәм уйнау аппаратын һалыу ысулдары һәм алымдары.
- Күреү һәләте боҙолған балаларҙы баянда уйнарға өйрәтеүҙең башланғыс этап үҙенсәлектәре.
Уҡыуҙар Урта махсус музыка колледжы нигеҙендә үтәсәк (Өфө ҡ., Пушкин ур., 104, «Совет майҙаны»/«Актерҙар йорто» транспорт туҡталышы).
Бирелгән форма буйынса заявкалар 2019 йылдың 27 февраленә тиклем факс: (347) 235-78-15, йәки электрон почта: rumckpk3@mail.ru буйынса ҡабул ителә.
БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ информацион хаты, заявка-анкеталар формаһы, уҡыуҙарға ҡабул итеү ғаризаһы, алдан түләү өсөн документтар (ҡулаҡсалата һәм ҡулаҡсаһыҙ) һәм гарантиялы хаттың өлгөһө Квалификация үҫтереү/Планлаштырылған саралар битендә урынлашҡан.
25 февраль 2019
Башҡортостан Республикаһы Етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хабиров менән тиң диалог
21 февралдә ВДНХ-Экспо майҙанында «Башкортостан – мөмкинлектәр территорияһы» йәштәр граждан форумы үтте. Ошо сарала республика йәштәренең Башҡортостан Республикаһы Етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хабиров менән осрашыуы булды.
«Етәксе ввб Радий Хабиров менән тиң диалог» – республиканың райондары һәм ҡалаларының йәш лидерҙары – студенттар клубтарының, йәштәр йәмәғәттәре ойошмаларының һәм хәрәкәттәренең активистары, мәктәп уҡыусылары, йәш спортсылар, ғалимдар, аграрийҙар, эшҡыуарҙар туранан-тура Радий Фаритович менән әңгәмәләшә алдылар. Улар үҙҙәренең ҡаҙаныштары тураһында һөйләнеләр, борсоған һорауҙар бирҙеләр, йәштәргә ярҙам күрһәтеү һәм улаҙың үҫеше өсөн мөмкинлектәр булдырыу идеялары менән бүлештеләр.
Мөхәмәтдинова Энже (17 йәш, БР ДБПББУ Урта махсус музыка колледжының I курс студенткаһы) үҙ тәьҫораттары менән бүлеште:
«Кисә, 21 февралдә, «Башкортостан – мөмкинлектәр территорияһы» йәштәр граждан форумы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фаритович Хабировтың студенттар һәм эшсе йәштәр менән осрашыуы булды. Был осрашыуҙа мин дә ҡатнаштым.
«Тиң диалог» йылы шарттарҙа Өфө ҡалаһының ВДНХ-Экспо конференц-залдарының береһендә уҙҙы. Республика һәм илебеҙҙең яҙмышы тураһында уйлаған битараф булмаған йәштәр йыйылды бында.
Форумда заман йәштәренең тормошона ҡағылышлы, беҙҙең тыуған яҡтың үҫеш юлдары тураһында бик күп һорауҙар һәм тәҡдимдәр булды. Барлыҡ һорауҙарға ла Радий Фаритович йылы, асыҡ, аргументлы яуаптар бирҙе. Был осрашыу миңә күп мәғлүмәт бирҙе, яңы әңгәмә тәжрибәһен һәм яңы таныштар бирҙе. Рудольф Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжы студенттары менән, волонтерҙар, шулар араһында Октябрьский музыка колледжының икенсе курс студенттары менән таныштым. Ыңғай позитив энергия менән тулыландым. Был осрашыу минең хәтеремдә ныҡ һаҡланасаҡ, һәм бындай осрашыуҙар тағы ла булыр тип өмөтләнәм.
28 февраль 2019
«Башҡортостан халҡының ҡанатлы легендалары» VI Бөтә Рәсәй конкурс-күргәҙмәһе йомғаҡтары тураһында
19-21 февралдә Башҡортостан Республикаһының ҡала округы Стәрлетамаҡ ҡалаһының муниципаль автоном өҫтәмә белем биреү учреждениеһы «1-се һанлы Балалар художество мәктәбе» нигеҙендә «Башҡортостан халҡының ҡанатлы легендалары» VI Бөтә Рәсәй конкурс-күргәҙмәһе (бөтә донъя халыҡтарының халыҡ әкиәттәре, эпостары, мифтары, риүәйәттәре буйынса) (Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған) үтте.
Башҡортостан Республикаһында 100 артыҡ милләт халыҡтары йәшәй, шуның өсөн бөтә донъя халыҡтарының халыҡ әкиәттәре, эпостары, мифтары, риүәйәттәре ҡаралды.
Конкурсҡа Башҡортостан, Татарстан, Дағыстан, Удмурт, Мордовия республикаларының, Белгород, Омск, Иркутск, Ырымбур, Ҡурған Кемеров, Астрахан, Калининград, Свердлов өлкәләренең белем биреү ойошмаларынан 5 йәштән 18 йәшкә тиклем йәш рәссамдәрҙең Рәсем сәнғәте, Уникаль графика, Баҫма графика, Декоратив-ғәмәли сәнғәт, Искусствоведение номинацияларында 2000–дән ашыу эштәре күрһәтелде. 2019 йылғы конкурстың төп шарты - бөтә эштәрҙе лә ҡара-аҡ төҫтә башҡарыу булды. Жюри рәйесе Рәсәй Федерацияһының рәссамдар Союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының «Рәсәй рәссамдаре союзы» бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Төбәк бүлексәһе идара ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссаме, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, РФ Рәссамдәр Союзы Секретариатының «Духовность, традиции, мастерство» исемле Көмөш бүләкләү знагы эйәһе, Ишембай картиналар галереяһының директоры Кадыров Рафаэль Рашитович.
Конкурс-күргәҙмәлә еңеүселәрҙең эштәре күргәҙмәһен асыу һәм бүләкләү тантанаһы 2019 йылдың 21 февралендә М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының филиалында – Стәрлетамаҡ картина галереяһында уҙҙы. Конкус йомғаҡтары буйынса Гран-при һәм БР мәҙәниәт Министрлығының ДБМСУ белем биреү буйынса РУМҮ аҡсалата призына Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се һанлы БХМ уҡыусылары, текстиль техникаһында башҡарылған печворг «Золотая рыбка» исемле коллектив эштәре өсөн, етәксеһе Р.Р.Зайнутдинова, лайыҡ булдылар. 240 конкурсант - 1,2,3-сө дәрәжә дипломдары лауреаттары, 140 – дәртләндереү дипломдары менән бүләкләнде.
Был ижади проект һәләтле балаларҙы һәм талантлы йәштәрҙе асыу һәм уларға ярҙам итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының төп саралар планына һәм ДБМСУ БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ2019 йылғы планына ярашлы үтте.
28 февраль 2019
VII Бөтә Рәсәй «Цифрҙар музыкаһы» электромузыка ижады конкурсы йомғаҡтары тураһында
Өфө ҡалаһында VII Бөтә Рәсәй «Цифрҙар музыкаһы» электромузыка ижады конкурсы үтте.
Конкурста ижад-белем биреү практикаһында электорон музыкаль инструменттар һәм цифрлы технологиялар ҡулланған уҡыусылар, студенттар, аспиранттар һәм уҡытыусылар ҡатнашты.
Конкурс ике турҙан алты номинация буйынса уҙғарылды: «Синтезаторҙа сольно башҡарыу», «Синтезаторҙа аранжировка (обработка, переложение)», «Компьютҙа аранжировка (обработка, переложение)», «Композиция (синтезатрҙа йәки компьютерҙа)», «Синтезатор +…» (ансамбльдәр өсөн номинация), «Методик ҡулланма» (уҡытыусылар өсөн номинация).
I тур 2019 йылдың 1-18 февралендә цифрлы йөрөтөүселәрҙә ебәргән эштәрҙе ситтән тороп тыңлау (ҡарау) формаһында уҙҙы. Жюри һәм уның рәйесе Рәсәй Федерацияһының һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, «Рәсәй композиторҙары Союзы» Йәмәғәт ойошмаһының вәкиле, «Башҡортостан Республикаһының композиторҙары Союзы» Региональ Йәмәғәт ойошмаһының Идара вәкиле, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Музыка йәмғиәте президиумы рәйесе, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) уҡытыусыһы Даутова Нур Асгатович, Башҡортостан райондары һәм ҡалаларынан, шулай уҡ Коми, Татарстан республикаларынан, Новосибирск, Ырымбур, Һамар, Саратов, Свердловск, Томск, Силәбе өлкәләренән, Красноярск һәм Пермь яҡтарынан 100 артыҡ конкурсанттың эштәрен баһаланылар.
II тур 2019 йылдың 19–20 февралендә БР Өфө ҡалаһы (ҡала округы) МБУ 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәбе нигеҙендә очно тыңлау формаһында үтте.
20 февралдә Өфө ҡалаһының 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәбенең Концерт залында конкурста еңеүселәрҙе бүләкәләү тантанаһы һәм Гала-концерт булды. Был сараның йомғаҡтары буйынса 10 ҡатнашыусы 1-се дәрәжә лауреаты булды. Улар БР мәҙәниәт Министрлығының ДБМСУ белем биреү буйынса РУМҮ һәм Өфө ҡалаһының 10-сы һанлы БММ аҡсалата приздар менән бүләкләнде. 52 конкурсант 2-се һәм 3-сө дәрәжә лаурет дипломдары менән бүләкләнде, 23 – дипломанттар булды, 1 ҡатнашыусы РУМҮ махсус призына лайыҡ булды.
Проект Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының төп пландарына һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәгенең 2019 йылға эш пландарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларында 2014–2020 йылдарҙа электрон белем биреү Концепцияһын (Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы 2014 йылдың 15 октябренән №278 приказы менән раҫлаған) башҡарыу һәм үҫтереү маҡсатында тормошҡа ашырылды.
ЭШ ВАҠЫТЫ: | дүшәмбе – йома сәғәт 9:00–18:00 тәнәфес сәғәт 13:00–14:00 |
БЕЛЕШМӘ МӘҒЛҮМӘТТӘР: | 450055, Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21 й. тел. 8 (347) 235-78-15 факс 235-78-15; 233-59-00 e-mail: rumcrb@mail.ru |
---|