ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ФЕВРАЛЬ  2020


6 февраль 2020

«Мәҙәниәт» Милли проектының «Ижади кешеләр» федераль проекты сиктәрендә уҡыуҙар үткәреү тураһында

БР Мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ хәбәр итеүенсә, «Мәҙәниәт» Милли проектының «Милләттең ижади потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу» («Ижади кешеләр») федераль проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Гнесин исемендәге Рәсәй музыка академияһының (Мәскәү ҡалаһы) мәҙәниәт өлкәһендә ижади һәм идара итеүсе кадрҙарға өҙлөкһөҙ белем биреү һәм квалификация үҫтереү Үҙәге менән берлектә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программалар уҡыуҙар ойоштора.

Тынлы сәнғәт оҫталары. Саксафонда һәм кларнетта уйнау мәктәбе. Уҡыуҙар 29 сентябрҙән 2 октябрға тиклем Урта махсус музыкаль колледждың концерт залында үтәсәк. Лекторҙар: Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Гнесин исемендәге РМА ағас тынлы инструменттары кафедраһы профессоры Иван Федорович Оленчик һәм Гнесин исемендәге РМА уҡытыусыһы, Гнесин исемендәге Музыкаль училищеһының тынлы һәм һуҡма инструменттар бүлегенең етәксеһе Леонид Борисович Друтин.

Музыкаль сәнғәт өлкәһендә инклюзив белем биреү. Уҡыуҙар 6–9 октябрҙә Өфө сәнғәт училищеһының (колледжы) кесе залында үтәсәк. Лектор – Гнесин исемендәге РМА социаль-тәрбиә эштәре буйынса проректор ярҙамсыһы, психолог Анна Леонидовна Симбирева.

Уҡыуҙар аҙағында тыңлаусыларға Гнесин исемендәге РМА квалификация үҫтереүе тураһында таныҡлыҡ бирелә. Уҡыуҙар федераль бюджет иҫәбенән, командировка сығымдары – ебәреүсе яҡ иҫәбенән.

Заявкалар 2020 йылдың 17 февраленә тиклем электрон формала ҡабул ителә.

«Мәҙәниәт» Милли проекты. «Ижади кешеләр» федераль һәм региональ проекты /2020 – тулыраҡ ҡарағыҙ.



10 февраль 2020

«Балалар сәнғәт мәктәбендә интерактив таҡта менән эшләү» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

29–31 ғинуарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округының 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәбе нигеҙендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Балалар сәнғәт мәктәбендә интерактив таҡта менән эшләү» темалы уҡыуҙарын үтте. Уҡыуҙар 2015 йылдың 24 декабрендә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының №419 приказы менән раҫланған, 2014–2020 йылдарға Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениеларында электрон белем биреү Концепцияһын тормошҡа ашырыу буйынса 2016–2020 йылдарҙа Саралар планына ярашлы үтте.

Үткән йылдарҙағыса, сара практик дәрестәр формаһында, тыңлаусыларҙың «Smart Notebook» и «Power Point» программалары менән танышып, эшләп ҡарау мөмкинлектәре менән ойошторолдо. Уҡыуҙар йомғаҡтары буйынса, ҡатнашыусылар был программаларҙа эшләгән коллектив проектарын күрһәтте. Шулай уҡ уҡыуҙар барышында интерактив таҡталарҙың төрҙәре, кәрәкле ҡоролмалар һайлау, файҙаланыу ваҡытында килеп сыҡҡан проблемалар һәм уларҙы хәл итеү ысулдары кеүек һорауҙар ҡаралды.

Сарала республиканың 22 муниципаль районы һәм 5 ҡала округының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының уҡытыусылары ҡатнашты.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ саралар планына ярашлы үтте.

     
   



10 февраль 2020

XXII Бөтә Рәсәй йәш композиторҙар конкурсы йомғаҡтары тураһында

2020 йылдың 6 февралендә Өфө ҡалаһында Урта махсус музыкаль колледжы нигеҙендә XXII Бөтә Рәсәй йәш композиторҙар конкурсының жюри ултырышы үтте. Конкурс өҫтәмә белем биреү һәм мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында һәләтле йәш композиторҙарҙы эҙләп табыу һәм ярҙам итеү, уларҙың ижади мөмкинлектәрен активлаштырыу маҡсатында үткәрелде.

Конкурста Өфө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, республиканың Бәләбәй, Фёдоровка райондарынан, Тверь өлкәһе, Пермь яғының балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары (шул иҫәптән сәләмәтлеге яғынан мөмкинселектәре сикләнгән), һәм шулай уҡ, Салауат музыкаль колледжы студенттары үҙҙәренең музыкаль хикәйәләрен тәҡдим иттеләр. Баһалау аноним принцибы буйынса үтте.

Эштәрҙе жюри баһаланы. Уның иҫәбендә Башҡортостан Республикаһының күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре, билдәле композиторҙар булды. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан. Республикаһының «Рәсәй композиторҙы Союзы» Йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы, «Башҡортостан Республикаһының композиторҙары Союзы» Региональ йәмәғәт ойошмаһының Идара итеү ағзаһы, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) уҡытыусыһы Нур Асгатович Даутов жюри рәйесе булды.

Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүсе – 1 дәрәжә лауреатыИванцова Арина, Пермь өлкәһенең 1-се һанлы Чайковский БСМ 3 класы уҡыусыһы (уҡытыусыһы – Кудряшова Евгения Ивановна).

2 дәрәжә лауреаты Галькеев Илдар, Октябрьский ҡалаһының 1-се һанлы БСМ 5 класс уҡыусыһы булды (уҡытыусыһы – Лисафина Елизавета Ивановна).

3 дәрәжә лауреаттарыКурникова Северина, Тверь өлкәһе Кимры ҡалаһының 1-се һанлы БСМ уҡыусыһы (уҡытыусыһы – Зарипова Эльмира Тажединовна) һәм Махмутова Полина, БР Фёдоровка районының Фёдоровка ауылы БСМ 2 класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы – Орлова Наталья Васильевна).

11 ҡатнашыусы дипломант булды. «За обращение к фольклорному материалу» Махсус дипломына Өфө ҡалаһының Н.Сабитов исемендәге БСМ 5 класы уҡыусыһы Шелыгин Сергей (уҡытыусыһы – Иванов Сергей Николаевич) лайыҡ булды.

Конкурс лауреаттарын әҙерләгән уҡытыусылар ҙа дипломдар менән бүләкләнде.

XXII Бөтә Рәсәй йәш композиторҙар конкурсы Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы һәм Республика мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса уҡытыу-методик үҙәгенең саралар пландарына ярашлы үткәрелде.

 



10 февраль 2020

Уң туғыҙынсы Рәсәй йәштәр Дельфий уйындарының Һайлап алыу турын үткәреү йомғаҡтары тураһында

2020 йылдың 24–29 апрелендә Омск өлкәһенең Омск ҡалаһында «Дельфийский Омск – 2020» ҙур масштаблы мәҙәни проект үтәсәк. Был проект сиктәрендә Рәсәйҙең Ун туғыҙынсы йәштәр Дельфий уйындары һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе (БДБ) ҡатнашыусы илдәренең Ун бишенсе йәштәр Дельфий уйындары уҙғарыласаҡ. Берләшмә уйындары 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек һәм үткәреү Планына ярашлы, 2018 йылдың 28 сентябренән БДБ дәүләттәренең етәкселәр Советы Ҡарары менән раҫланған Планы буйынса үтәсәк.

Башҡортостан Республикаһы йыл һайын Дельфий уйындарында ҡатнаша. 2020 йылда ла Дельфий уйындарында ҡатнашыу өсөн иң яҡшы һәләтле балаларҙан һәм талантлы йәштәрҙән торған делегация ойоштороласаҡ.

2020 йылдың 6 февралендә Рәсәйҙең Ун туғыҙынсы йәштәр Дельфий уйындарының Положениеһына һәм Программа талаптарына ярашлы Урта махсус музыкаль колледж нигеҙендә Уйындарҙың Һайлап алыу туры үтте. Һайлап алыу комиссияһына Башҡортостан Республикаһының Дельфий уйындары буйынса ведомство-ара эш төркөмө ағзалары инде. Улар иҫәбендә БР мәҙәниәт Министрлығы, БР мәғариф һәм фән Министрлығы, БР йәштәр политикаһы һәм спорт Министрлығы ағзалары, һәм, шулай уҡ, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының профессорҙары. Уйындарҙа ҡатнашыу өсөн кандидаттарҙың сығыштарының видеояҙмаларын тыңлау һәм ҡарау булды. Һайлап алыуға 40-лап уҡыусы һәм студент заявкалар.

Һайлап алыу турының һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһының официаль делегацияһы ойошторолдо. Унда Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) студенттары, Урта махсус музыкаль колледж, Октябрьский һәм Салауат музыкаль колледждары, Р.Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжы, Күмертау ҡалаһының БММ, Өфө ҡалаһының 6-сы һанлы БММ һәм Благовещен районының БСМ уҡыусылары инде.

Рәсәйҙең Ун туғыҙынсы йәштәр Дельфий уйындарының Һайлап алыу туры Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РМҮ пландарына ярашлы үтте.

     
 



10 февраль 2020

Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Балалар сәнғәт мәктәптәрендә нәфис кейеҙ серҙәренә уҡытыу нигеҙҙәре» темалы уҡыуҙар буласаҡ

БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ 2020 йылдың 25–27 февралдә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Балалар сәнғәт мәктәптәрендә нәфис кейеҙ серҙәренә уҡытыу нигеҙҙәре» темалы уҡыуҙар үткәрәсәк.

Уҡыуҙарҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҠО 1-се һанлы БХМ, Өфө ҡалаһы ҠО А.Э.Тюлькин исемендәге 2-се һанлы БХМ, Нефтекама ҡалаһы ҠО БХМ алдынғы педагогия хеҙмәткәрҙәре алып барасаҡ. Программала түбәнге темалар буйынса лекциялар һәм практик дәрестәр планлаштырылған:

  • Кейеҙҙең композицияһы нигеҙҙәре.
  • Нәфис кейеҙ: тарих һәм хәҙерге заман. Кейеҙ буйынса дәрестәр өсөн методик кәңәштәр.
  • Кейеҙҙән күләм-уйынсыҡ яһау («Ангелочек»).
  • Кейеҙ панно яһау.

Тыңлаусыларҙы регистрациялау һәм заезды 25 февралдә сәғәт 10-дан 11-гә тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының 1-се һанлы Балалар художество мәктәбенең фойеһында (Пионер урамы, 1а).

Уҡыуҙарға килеүселәр үҙҙәре менән алырға тейеш:

  • уйынсыҡ өсөн – тетелгән ауыл йөнө (ҡара, аҡ, һоро һәм башҡа), тараҡ, фильцевание өсөн энәләр, поролон 40х40, ҡайсы, ҡалын ептәр, холщина, кер һабыны;
  • панно өсөн – А2 ҡағыҙы, марля А2, ҡайсы, йөн (сливер һөт төҫөндә – 200 грамм, «троицкая» нәҙек меринос – 2 төҫтә 100-әр грамм), пупырка, йәйгес, таҫтамал, кер һабыны.

Уҡыуҙар йомғаҡтары буйынса Тыңлаусыларҙың эштәре менән каталог сығарыласаҡ.

Заявкалар 2020 йылдың 18 февраленә тиклем электрон формала ҡабул ителә.



11 февраль 2020

Өфөлә #Өйҙә студенттар форумы уҙҙы

2020 йылдың 5 февралендә Өфөлә Башҡортостан Республикаһынан ситтә уҡығандар өсөн тәүге тапҡыр #Өйҙә студенттар форумы үтте.

«Торатау» Конгресс-холында төбәк органдарының башҡарма власы етәкселәре, ҙур предприятиелар, ойошмалар етәкселәре, төбәктең вуз һәм бизнес-структура вәкилдәре студенттарға социаль проекттар, вакансиялар һәм, дөйөм алғанда, Башҡортостандың үҫеш перспективалары тураһында һөйләне.

Форум сиктәрендә ойошторолған майҙансыҡтар араһында «МӘҘӘНИӘТ һәм СӘНҒӘТ» интерактив майҙансыҡ эшләне. Унда Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы етәкселәренең, республиканың күренекле мәҙәни хеҙмәткәрҙәренең студенттар менән тере диалогы булды. Күренекле спикерҙар үҙ тормошоңдо фән, бизнес өсөн нисек файҙалы һәм тулы яһау, үҙ эшеңде нисек башларға, йәш белгестәргә ниндәй дәүләт ярҙамы бар, Башҡортостанда йәштәр өсөн 2020 йылда инновацион һәм яңылыҡтар барлығы тураһында һөйләнеләр.

Ойошторолған АРТ-ПЛОЩАДКАЛА Өфө сәнғәт училищеһының (колледжы), Урта махсус музыкаль колледж, С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы һәм БР Өфө ҡалаһы ҡала округының 2-се һанлы Балалар художество мәктәбе уҡыусыларының профессиональ күнекмәләре күрһәтелде. Улар концерт номерҙарын күрһәтте, күргәҙмә ойошторҙо, мастер-кластар үткәрҙе.

Майҙансыҡ эшендә 200 ашыу кеше ҡатнашты. Ике студентҡа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығында танышыу практикаһын үтеү өсөн бүләк Сертификаты тапшырылды.

Форум алдынан 2020 йылдың 4 февралендә З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Концерт залында Башҡортостан Республикаһың мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының, БР ситтә белем алып сыҡҡан студенттарҙың «Ижади каникулдар #Өйҙә» исемле концерты үтте.

Концерт программаһында – Өфө сәнғәт училищеһының (колледжы), Урта махсус музыкаль колледжының, Октябрьский музыкаль колледжының, Салауат музыкаль колледжының, Сибай сәнғәт колледжының һәм башҡа төрлө йылдарҙа сығарылған 22 сығышы – республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары, шулар араһында Рәсәй Федерацияһының Президенты Грантына эйә булыусылар, Башҡортостан Республикаһының Башлығы Степендиаттары, «Молодые дарования России» Бөтә Рәсәй конкурсы Еңеүселәре.

Хәҙерге ваҡытта улар Рәсәйҙең музыкаль һәм театраль вуздары студенттары: П.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы, Гнесин исемендәге Рәсәй музыка академияһы, Шнитке исемендәге Мәскәү дәүләт музыка институты, М.С.Щепкин исемендәге Юғары театраль училище (институт), Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институты, Маймонид исемендәге Дәүләт классик академияһы, Н.А.Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһы, Н.Жиганов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһы һәм дәүләт мәҙәниәт институты Л.Н.Собинов исемендәге Саратов дәүләт консерваторияһы, Л. һәм М.Ростроповичтар исемендәге Ырымбур сәнғәт институты, Силәбе дәүләт мәҙәниәт институты.

Концертта сәнғәттең төрлө йүнәлештәре вәкилдәре ҡатнашты: фортепианола, тынлы һәм һуҡма, ҡыллы инструменттарҙа уйнаусылар, театраль жанрҙарҙы башҡарыусылар һәм, шулай уҡ, академик, халыҡ һәм эстрада вокал вәкилдәре.

Юҡҡа ғына түгел, концерт сәнғәт институтының Шаляпин залында, Башҡортостандан сығыусыларҙың тыуған йорто менән бәйләнешен символлап, үтте. Был осрашыу – беҙҙең яҡтың талантлы йәштәре күплегенә һоҡланыуға сәбәп. Республикала һәм унан ситтә булған талантлы йәштәребеҙ – киләсәктә мәҙәни кимәлдең күрһәткесе һәм Башҡортостандың визит карточкаһы. #Өйҙә йәштәр форумы ла, сығарылыусыларҙың концерты ла йәштәргә өйгә ҡайтыр өсөн сәбәп булыр, тип ышанабыҙ.

     
     



17 февраль 2020

Өфө ҡалаһында «Эстрада-джаз йырҙары уҡытыусыларында компетенция формалаштырыусы һорауҙар» уҡыуҙары буласаҡ

БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ 2020 йылдың 3–4 мартында өҫтәмә профессиональ программа буйынса мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусылары өсөн «Эстрада-джаз йырҙары уҡытыусыларында компетенция формалаштырыусы һорауҙар» темалы уҡыуҙарын үткәрәсәк.

Уҡыуҙарҙы искусствоведение кандидаты, Гнесин исемендәге Рәсәй музыка академияһының эстрада-джаз йырҙары кафедраһы доценты, мюзиклдарҙың супервайзеры һәм музыкаль етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының театраль Союз эшмәкәрҙәре ағзаһы Валерия Вячеславовна Брейтбург, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Оськина Ирина Михайловна, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының эстрада-джаз башҡарыу һәм звукорежиссура кафедраһы доценты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф Отличнигы Слягузова Светлана Анваровна алып барасаҡ.

Программала түбәндәге темалар буйынса дәрестәр планлаштырылған:

  • Эстрада йырлау манераһында өндәрҙе ябыу өҫтөндә эш үҙенсәлеклектәре. Эстрада йырлауҙа вокаль-техник эштәренең нигеҙен тәшкил итеүсе «микст» формалаштырыу.
  • Эстрада концерттары һәм мюзиклдар өсөн вокаль номерҙарын башҡарыуҙың интерпретацияһы.
  • «Скэт». Фонетика йоғонтоһо. Джаз манераһында өндәрҙе сығарыу үҙенсәлектәре.
  • Блюз. Соло төрҙәре. Яңғыҙ йырлауҙы нисек башларға.
  • Креатив һәм традиция: вокаль әҫәрҙәрҙе өйрәнгәндә һәм йырлағанда өндәр сығарыуҙың традицион булмаған алымдарын ҡулланыу.

Уҡыуҙар Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә үтәсәк (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 103 а, «Сәнғәт училищеһы» транспорт туҡталышы).

Заявкалар 2020 йылдың 26 февраленә тиклем электрон формала беҙҙең сайтта урынлаштырылған Квалификация үҫтереү/Планлаштырылған саралар битендә ҡабул ителә.



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru