ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫБАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ БЕЛЕМ БИРЕҮ БУЙЫНСА РЕСПУБЛИКА УҠЫТЫУ-МЕТОДИК ҮҘӘГЕ |
ФЕВРАЛЬ 2021
4 февраль 2021
Өфөлә «Цифрҙар музыкаһы» IX Бөтә Рәсәй электромузыка ижады конкурсы үтәсәк
Өфөлә «Цифрҙар музыкаһы» IX Бөтә Рәсәй электромузыка ижады конкурсы үтәсәк.
Конкурста ижади-белем биреү практикаһында электрон музыка ҡоралдары һәм цифрлы технологиялар ҡулланыусы уҡыусылар, студенттар һәм уҡытыусылар ҡатнаша ала.
Сара бер турҙан биш номинация буйынса үткәрелә: «Синтезаторҙа яңғыҙ башҡарыу», «Компьютерҙа аранжировка (обработка, переложение)», «Композиция (синтезаторҙа йәки компьютерҙа)», «Синтезатор +…» (ансамблдәр өсөн номинация), «Методик ҡулланма» – уҡытыусылар өсөн номинация.
Конкурс тыңлауҙар 2021 йылдың 18–19 февралендә ебәрелгән эштәрҙе жюри ағзаларының ситтән тороп тыңлау (ҡарау) рәүешендә үтәсәк. Жюри рәйесе – Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Йәмғиәте палатаһы ағзаһы, «Рәсәй композиторҙары Союзы» Йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы, «Башҡортостан Республикаһың композиторҙар Союзы» Региональ йәмәғәт ойошмаһының Идара ағзаһы, Өфө сәнғәт училищеһының (колледжы) уҡытыусыһы Дауытов Нур Әсхәт улы һәм Жюри ағзалары конкурсанттарҙың эштәрен баһалаясаҡ.
19 февралендә 13.00 сәғәттә дистанцион форматта Zoom платформаһында конкурс еңеүселәрен ҡотлау тантанаһы һәм Гала-концерт була.
Проект Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2021 йылғы пландарына ярашлы үткәреләсәк.
9 февраль 2021
Апрелдә «Прометей уты» музыкаль-теоретик дисциплинар буйынса Асыҡ Республика конкурсы үтәсәк
Людвиг ван Бетховендың 250 йыллығына арналған «Прометей уты» музыкаль-теоретик дисциплинар буйынса Асыҡ Республика конкурсы Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендә профессиональ белем биреү учреждениелары уҡытыусылары араһында «Шәхси беренселек» номинацияһында ике төркөм буйынса үтәсәк: «Теоретиктар» һәм «Башҡарыусылар».
Конкурс ике этаптан үтәсәк: I этап – һайлап алыу – белем биреү учреждениеларында; II этап – республика этабы – 8–9 апрелдә дистанцион форматта Zoom платформаһында.
Конкурс 2021 йылдың 8 апрелендә 14.00 сәғәттә башлана. Ҡатнашыусыларҙы бүләкләү – 2021 йылдың 9 апрелендә 16.00 сәғәттә.
I этапта ҡатнашыусылар һаны сикләнмәй, II этапта – һәр белем биреү учреждениеһынан 4 кеше.
Ентекләберәк Конкурстар, күргәҙмәләр /БР мәҙәниәт Министрлығы планы буйынса үткәрелгән конкурстар тураһында мәғлүмәт битендә ҡарарға.
10 февраль 2021
Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында
Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2021 йылдың 28 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 09.02.2021 №176 приказы менән раҫланған.
16 февраль 2021
Башҡорт халыҡ инструменттары уҡытыусыларын уҡытыу тураһында
БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ 2021 йылдың 26–27 февралендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусылары өсөн «Башҡорт халыҡ инструменттары уҡытыусыларының компетенция формалаштырыу һорауҙары» уҡыуҙарын үткәрә.
Лекторҙар – Башҡортостан Республикаһының халыҡ инструменттары Милли оркестрының художество етәксеһе һәм солистары, Өфө сәнғәт училищеһының (колледжы) уҡытыусылары.
Уҡыуҙар дистанцион форматта Zoom платформаһында үтәсәк. Уҡыуҙар 26 февралдә 11.00 сәғәттә башлана. Техник бәйләнеш – 10.50 сәғәттә.
Уҡыуҙар йомғаҡтары буйынса һәр бер тыңлаусыға квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ әҙерләнәсәк. Таныҡлыҡтың оригиналын уҡыуҙар бөткәс БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы 21, кабинет №7) алырға мөмкин буласаҡ. Кәрәк булһа таныҡлыҡ скан варианты тыңлаусының электрон адрестарына ебәреләсәк.
Заявкалар 2021 йылдың 24 февраленә тиклем электрон формала Квалификация үҫтереү /Планлаштырылған саралар битендә ҡабул ителә.
24 февраль 2021
«Цифрҙар музыкаһы» IX Бөтә Рәсәй электромузыка ижады конкурсы йомғаҡтары тураһында
Өфөлә «Цифрҙар музыкаһы» IX Бөтә Рәсәй электромузыка ижады конкурсы үтте. Был конкурс белем биреү учреждениелары уҡыусыларына, студенттарға һәм уҡытыусыларға музыкаль ижадта цифрҙар технологияларын ҡулланыу ҡаҙаныштарын күрһәтеү мөмкинлеген бирҙе.
Конкурс дистанцион форматта видеояҙмалар буйынса үткәрелде.
Был конкурс музыкаль белем биреүҙә электрон-цифрлы технологиялар ҡулланыусы талантлы уҡытыусыларҙы, һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлай, уларға тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирә.
Башҡортостандың районындарынан һәм ҡалаларынан, һәм шулай уҡ Новосибирск, Һамар, Нижегородска, Мәскәү, Ленинград, Силәбе өлкәләренән, Екатеринбург, Куйбышев, Миасс, Новосибирск, Арзамас, Богородск, Норильск, Самара, Пермь, Копейск, Карасук, Тверь ҡалаларынан 150 артыҡ конкурсант ҡатнашты. Конкурс йомғаҡтары буйынса 24 ҡатнашыусы 1 дәрәжә Лауреаты дипломына һәм аҡсалата премияға лайыҡ булды, 37 ҡатнашыусы 2 дәрәжә, 27 ҡатнашыусы 3 дәрәжә лауреаты дипломдары менән бүләкләнде, 12 ҡатнашыусы дипломант булды. Конкурстың иң кескәй ҡатнашыусыһына аҡсалата премия ҡушып махсус дәртләндереү призы тапшырылды. Ҡалғандар ҡатнашыусылар сертификатын алдылар.
Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының төп саралар Планына һәм ДБМСИ БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2021 йылғы эш планына ярашлы үткәрелде.
25 февраль 2021
Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында
Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2021 йылдың 18 февраленән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 20.02.2021 №248 приказы менән раҫланған.
ЭШ ВАҠЫТЫ: | дүшәмбе – йома сәғәт 9:00–18:00 тәнәфес сәғәт 13:00–14:00 |
БЕЛЕШМӘ МӘҒЛҮМӘТТӘР: | 450055, Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21 й. тел. 8 (347) 235-78-15 факс 235-78-15; 233-59-00 e-mail: rumcrb@mail.ru |
---|