ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ФЕВРАЛЬ  2022


4 февраль 2022

Социаль тикшеренеүҙәрҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ!

2022–2025 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында коррупцияға ҡаршы көрәш саралары Планын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамалығы менән 2021 йылдың 29 декабрендә №РГ-492 раҫланған, мәҙәниәт өлкәһендә коррупция кимәлен баһалау буйынса социаль тикшереүҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Йыйылған мәғлүмәт антикоррупцион сараларҙың һөҙөмтәлеген күтәреү өсөн һәм конкрет саралар ҡулланыу өсөн файҙаланыласаҡ.

Һорауҙар аноним буласаҡ.



13 февраль 2022

13 февралдә 22:30 сәғәттә БСТ каналында «Радий Хәбиров. Республика LIVE #ДОМА» ҡарағыҙ

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың мәҙәниәт өлкәһе вәкилдәре, 2021 йылдың халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары һәм фестивалдәре еңеүселәре менән осрашыуы 2021 йылдың 23 декабрендә Өфө ҡалаһында Рудольф Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжында үтте.





14 февраль 2022

Радий Хәбиров. Тулы сығарылыш: Өфө ҡалаһы. Р.Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжы





15 февраль 2022

«Гитара класы буйынса уҡытыусыларҙың компетенцияһын булдырыу» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

2022 йылдың 27–28 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) менән берлектә мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары педагогик хеҙмәткәрҙәре өсөн «Гитара класы буйынса уҡытыусыларының компетенцияһын булдырыу» квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡыуҙар ойошторҙо. Уҡыуҙар барышында лекциялар, мастер-кластар булды. Уларҙа төрлө мәсьәләләр ҡаралды: ултырыш үҙенсәлектәре, гитарасының ҡулдары ҡуйылышы, аппликатура, координация һорауҙары, техник тоторлоҡ, башҡарыуҙың стилистик үҙенсәлеге, концерт сығышына психологик әҙерлек, башҡарыу техникаһын үҫтереү, тырнаҡ менән музыка сығарыу проблемаһы һәм башҡа күп һорауҙар. Мастер-кластарҙа Өфө ҡалаһы БММ уҡыусылары ҡатнашты.

Лекторҙар булып сығыш яһаны: Куликова Анна Владимировна – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының өлкән уҡытыусыһы, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) уҡытыусыһы, Өфө ҡалаһы ҡала округының Н.Сабитов исемендәге 1-се һанлы Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты һәм Сабиров Камил Тавилевич – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының халыҡ инструменттары кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) уҡытыусыһы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты.

Шулай уҡ, теләүселәр, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) уҡыусыларының гитара класы буйынса концертын ҡарай алдылар.

     



18 февраль 2022

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2022 йылдың 17 февраленән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 18.02.2022 №295 приказы менән раҫланған.



25 февраль 2022

2022 йылда Рәсәйҙә XXI йәштәр Дельфий уйындарының Һайлап алыу турын үткәреү тураһында

Башҡортостан Республикаһы традицион рәүештә йыл һайын Дельфий сараларында ҡатнаша.

2022 йылдың 21февралендә Өфө ҡалаһында Рәсәйҙең XXI йәштәр Дельфий уйындарының һайлап алыу туры үтте. Һайлап алыу турында ҡатнашыу өсөн Республиканың мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларынан, һәм шулай уҡ, Башҡортостан Республикаһынан сыҡҡан һәм башҡа төбәктәрҙә белем алған 42 дәғүә итеүсе заявка бирҙе: Урта махсус музыкаль колледж, Р.Нуреев исемендәге хореография колледжы, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы), Октябрьский музыкаль колледжы, Салауат Музыкаль колледжы, К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы, Күмертау ҡалаһының БММ, Благовещен районының БСМ, Дәүләкән районының БСМ, М.Хисмәтуллин исемендәге Иглин БММ, Илеш районының БММ, Йыянсура районының С.Абдуллин исемендәге БММ, Хәбулла районының Й.Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр БСМ, Шишмә районының БСМ, Мәскәү ҡалаһының Г.П.Вишневская исемендәге музыкаль-театраль колледжы.

Башҡортостан Республикаһында Дельфий уйындары буйынса жюри һәм ведомство-ара эш төркөмдәре ағзарарының берҙәм йыйылышы ултырышы ваҡытында, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән ағзалары берлектә-уҡыусы йәштәренең Республика мәҙәниәт үҙәге, Башҡортостан Республикаһының йәштәр политикаһы буйынса Дәүләт комитеты – волонтерҙар хәрәкәте һәм йәштәр инициативаһы Республика үҙәге, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса уҡытыу-методик үҙәге, З.Исмәғилев исемендәге Өфө Дәүләт сәнғәт институты, дистанцион форматта, Zoom платформаһында ҡатнашыусыларҙың сығыш видеояҙмаларын һәм һынлы сәнғәт буйынса эштәрҙең фотоларын ҡаранылар.

XXI йәштәр Дельфий уйындарының Һайлап алыу туры башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының һәм БР мәҙәниәт Министрлығының Республика уҡытыу-методик үҙәгенең спралар пландарына ярашлы үтте.


ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru