ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ФЕВРАЛЬ  2024


8 февраль 2024

Уҡытыу семинары (вебинар) йомғаҡтары тураһында

2024 йылдың 2 февралендә дистанцион форматта педагогик һәм етәксе хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡытыусы һәм остаз Йылына арналған «Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендә иң шәп уҡытыусыһы» республика конкурсы йомғаҡтары буйынса уҡытыу семинары (вебинар) үтте.

Семинар һәләтле укытыусыларҙы асыҡлау һәм уларҙың профессиональ үҫешен стимуллауға, уҡытыусыларҙың ижади инициативаһын активлаштырыу һәм стимуллау, профессиональ аралашыу диапазонын киңәйтеү, алдынғы педагогик тәжрибә туплау маҡсатында үткәрелде. Вебинарҙа шулай уҡ методик, уҡытыу-методик ҡулланмалар һәм материалдар сығарыу, уларҙы сифатлыраҡ һәм биҙәү мәсьәләләре ҡаралды.

Уҡытыу семинарында 90 артыҡ Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениеларының етәксе һәм педагогик хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Семинарҙа (вебинарҙа) конкурстың жюри вәкилдәре сығыш яһаны:

– профессор, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыка тарихы кафедраһы мөдире, искусствоведение кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының композиторҙар Союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт Министрлығының Почет грамотаһын яулаусы жюри рәйесе Светлана Михайловна Платонова;

– З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының тынлы һәм һуҡма инструменттар кафедраһы мөдире, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лидия Борисовна Фоменко;

– З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының хореография кафедраһы мөдире, Р. Нуреев исемендәге Башҡорт дәүләт хореография колледжының художество етәксеһе, искусствоведение кандидаты Олия Галеевна Вильданова.

Сара Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт Министрлығының, БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үткәрелде.



8 февраль 2024

Апрель айында Салауат ҡалаһында Республика фәни-практик конференция үтәсәк

БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ һәм Салауат музыкаль колледжы 2024 йылдың 4–5 апрелендә «Заман этабында музыкаль йөкмәтке» Республика фәни-практик конференцияға белем биреү учреждениеларының етәксе, педагогик хеҙмәткәрҙәрен, студенттарҙы, аспирттарын, уҡыусыларын саҡыра.

Конференция эше өс секцич буйынса алып барыла. Беренсе секцияла ҡатнашыу өсөн юғары уҡыу йорттарынының, профессиональ белем биреү учреждениелары (колледждар), өҫтәмә белем биреү учреждениеларының (БСМ, БХМ һ.б.) алдынғы ғалимдары, музыка белгестәре, етәкселәре, уҡытыусылары, методистары, аспиранттары доклад менән сығыш яһаусы һәм тыңлаусы булараҡ саҡырыла.

Секция «Заман этабында музыкаль йөкмәтке» квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ белем биреү формаһында үткәреләсәк.

Секция ла ҡатнашыу өсөн юғары уҡыу йорттарынының, профессиональ белем биреү учреждениелары (колледждар) студенттары саҡырыла.

«Музыковедениела тәүге аҙымдар» секцияһы ижади һәм эҙләнеү эштәренең Республика конкурсы формаһында үткәрелә. Ҡатнашыуға өҫтәмә белем биреү учреждениеларының (БСМ, БХМ һ.б.) уҡыусылары саҡырыла.



8 февраль 2024

28–29 февралдә «Белем биреү учреждениеларында хореография дисциплиналарын дәрестәре» уҡыуҙары үтәсәк

БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ хәбәр итеүнсә, 2024 йылдың 28–29 февралендә Р.Нуреев исемендәге Башҡорт дәүләт хореография колледжы нигеҙендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары педагогик хеҙмәткәрҙәренең «Белем биреү учреждениеларында хореография дисциплиналарын дәрестәре» уҡыуҙары үтәсәк

Уҡыуҙарҙы Башҡортостан Республикаһының дәүләт бюджет профессиональ белем биреү учреждениеһы Р.Нуреев исемендәге башҡорт дәүләт хореография колледжының алдынғы уҡытыусылары үткәрәсәк.

Программала уҡыуҙарҙа ҡатнашыусылар менән асыҡ һәм практик дәрестәр планлаштырыла. Улар барышында классик бейеүҙәрҙең, , халыҡ -сәхнә (характерлы) бейеҙәрҙең, тарихи-көнкүреш бейеҙәрҙең, гимнастиканың уҡытыу методикалары ҡаралды.

Килеүселәргә уҡыуҙарҙа практик дәрестәр өсөн йомшаҡ балет аяҡ кейеме һәм күнекмәләр өсөн костюм алып килеү кәрәк.

Уҡыуҙар аҙағында түләүҙән һуң квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ биреләсәк. Кәрәк булһа, таныҡлыҡтың скан-образы тыңлаусының электрон почтаһының заявкаға бирелгән адресына ебәреләсәк.



19 февраль 2024

«Цифрҙар музыкаһы» XII Бөтә Рәсәй электрон музыкаль ижады конкурсы йомғаҡтары тураһында

Өфө ҡалаһында 2023 йылдың 27 ноябренән 17 февраленә тиклем Өфө ҡалаһы ҠО 10-сы һанлы МБУДО Балалар музыка мәктәбе нигеҙендә Өфө ҡалаһының 450 йыллығына арналған «Цифрҙар музыкаһы» XII Бөтә Рәсәй электрон музыкаль ижады конкурсы үтте. Конкурс проекты гранттар еңеүсеһе булды һәм мәҙәниәт инициативалы Президент фонды ярҙамы менән үтте. Конкурсың еңеү фонды 100 мең һум тәшкил итте.

Башҡортостан Республикаһының белем биреү буйынса Республика уҡытыу методик үҙәге шулай уҡ еңеүселәрҙе аҡсалата приздар менән дәртләндерҙе.

Конкурс сираттағыса юл балалар сәнғәт мәктәптәре һәм профессиональ ижади белем биреү учреждениелары уҡыусыларына, студенттарына һәм уҡытыусыларына цифрлы технологияларҙы ҡулланыу буйынса үҙҙәренең һөнәри ҡаҙаныштарын күрһәтергә мөмкинселек бирҙе.

Конкурстың ойоштороу комитеты байрамса уңайлы атмосфера булдырыу өсөн бөтә көсөн һалды. Концерт залына инеү урынында йола булараҡ «Мультипашка», шарҙарҙан эшләнгән синтезаторҙа уйнаусы стилләштерелгән персонаж ҡаршы алды.

Конкурстың ойоштороу комитеты байрамса уңайлы атмосфера булдырыу өсөн бөтә көсөн һалды. Концерт залына инеү урынында йола булараҡ «Мультипашка», шарҙарҙан эшләнгән синтезаторҙа уйнаусы стилләштерелгән персонаж ҡаршы алды. Был персонаж конкурстың алыштырылмаҫлыҡ талисманы.

Конкурс йомғаҡтары буйынса 20 ҡатнашыусы I дәрәжә Лауреаты аҡсалата премия менән бүләкләнде, 36 ҡатнашыусы II дәрәжә Лауреаты дипломы менән, 48 ҡатнашыусы III дәрәжә Лауреаты дипломы менән бүләкләнде, 74 ҡатнашыусы дипломант булды һәм 94 уҡытыусы рәхмәт хаттары менән бүлдәләнде.

Конкурс сиктәрендә жюри ағзалары менән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, унда электрон музыкаль ижад уҡытыу методикаһы һәм педагогикаһында актуаль мәсьәләләр буйынса фекер алышыу булды. Жюри ағзаһы, электрон клавишалы музыкаль инструменттар буйынса эксперт Михаил Бакуменко конкурста ҡатнашыусылар һәм уҡытыусылар өсөн ике сәғәтлек «Музыкаль әҫәрҙәрҙе аранжировкалау» темалы уҡытыу семинарын асыҡ мастер-кластар формаһында үткәрҙе.

Конкурс сиктәрендә жюри ағзалары менән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, унда электрон музыкаль ижад уҡытыу методикаһы һәм педагогикаһында актуаль мәсьәләләр буйынса фекер алышыу булды. Жюри ағзаһы, электрон клавишалы музыкаль инструменттар буйынса эксперт Михаил Бакуменко конкурста ҡатнашыусылар һәм уҡытыусылар өсөн ике сәғәтлек «Музыкаль әҫәрҙәрҙе аранжировкалау» темалы уҡытыу семинарын асыҡ мастер-кластар формаһында үткәрҙе.

Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ һәм Өфө ҡалаһы ҠО 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәбе пландары буйынса үткәрелде.

   
   



22 февраль 2024

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2024 йылдың 16 февраленән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 16.02.2024 №304 приказы менән раҫланған.



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru