ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ФЕВРАЛЬ  2025


3 февраль 2025

«Һынлы сәнғәт өлкәһендәге «Дизайн» өҫтәмә профессиональ алды программаһы дисциплиналарын уҡытыу методикаһы»

БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ хәбәр итеүенсә, 2025 йылдың 17–19 февралендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се һанлы Балалар художестволы мәктәптәбе нигеҙендә балалар художестволы мәктәптәренең, сәнғәт һәм музыкаль мәктәптәренең художество бүлектәре педагогик хеҙмәткәрҙәренең «Һынлы сәнғәт өлкәһендәге «Дизайн» өҫтәмә профессиональ алды программаһы дисциплиналарын уҡытыу методикаһы» уҡыуҙары үтәсәк.

Уҡыуҙарҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се һанлы Балалар художество мәктәбенең уҡытыусылары үткәрәсәк. Программала «Һынлы сәнғәт өлкәһендәге «Дизайн» өҫтәмә профессиональ алды программаһы дисциплиналарын уҡытыу методикаһы», «Китап нәшриәтендә художестволы биҙәү нигеҙҙәре», Һынлы сәнғәттә аппликация техникаһында художестволы образы формалаштырыуҙа «Дизайн-проект нигеҙҙәре», «Ғәмәли композиция» дисциплиналарын практик ҡулланыу», «Аппликация техникаһында рус халыҡ әкиәте китабын биҙәү», «CorelDRAW график редакторы ярҙамыода хәрефтәр эшләү» темаларға лекциялар һәм практик дәрестәр планлаштырылған.

Уҡыуҙарға килеүселәр үҙҙәре менән алып килергә тейеш: А3 форматта 2 бит, төҫлө ҡағыҙ, ҡайсы, килем, ҡәләм, юйғыс, бысҡы, линейка, (аппликация яһау өсөн); график планета йәки график редактор-ҡушымта менән (график редакторҙа хәрефтәр эшләү өсөн) – тәҡдим ителә).

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн хәрби комиссариаттан справка күрһәткәндә ойоштороу иғәнәһе ҡаралмай.

Уҡыуҙар аҙағында ойоштороу иғәнәһен түләгәндән һуң квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ биреләсәк.



4 февраль 2025

«Мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү ойошмаларында классик бейеү дәрестәре һәм хореография класында концертмейстер эше»

БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ хәбәр итеүенсә, 2025 йылдың 27–28 февралендә Рудольф Нурыев исемендәге хореография колледжы нигеҙендә мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү ойошмалары уҡытыусыларының «Мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү ойошмаларында классик бейеү дәрестәре һәм хореография класында концертмейстер эше» уҡыуҙары үтәсәк.

Уҡыуҙарҙы Рудольф Нурыев исемендәге хореография колледжы уҡытыусылары алып барасаҡ.

Программала уҡыуҙарҙа ҡатнашыусылар менән практик дәрестәр, хореография класында концертмейстер эше планлаштырылған.

Уҡыуҙарға килеүселәр практик дәрестәр өсөн үҙҙәре менән йомшаҡ балет аяҡ кейеме, тренеровкалар өсөн костюмы алып килергә кәрәк.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн хәрби комиссариаттан справка күрһәткәндә ойоштороу иғәнәһе ҡаралмай.

Уҡыуҙар йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларға ойоштороу иғәнәһен түләгәндән һуң квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ биреләсәк.



6 февраль 2025

«Вокалға өйрәтеүҙең башланғыс этабында классик тауыш ҡуйыуҙы формалаштырыу» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

2025 йылдың 30–31 ғинуарында К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Вокалға өйрәтеүҙең башланғыс этабында классик тауыш ҡуйыуҙы формалаштырыу» уҡыуҙары үтте.

Лекторҙар булып К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусылары сығыш яһаны: Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динар Мират улы Ласынов, Гөлсинә Гайнислам ҡыҙы Ҡудашева, Лилия Риф ҡыҙы Мансурова.

Уҡыуҙар барышында түбәнге темалар буйынса лекциялар, практик дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәл үтте: «Яңғыҙ башҡарыу класында эш тураһында», «Вокал-хор эшенең алымдарын камиллаштырыу», «Йырсының профессиональ сифаттарын вокаль ансамбле ярҙамында тәрбиәләү», «Академик йырлауҙа вокаль-техник һәм башҡарыу һөнәрен үҫтереү», «Распевка. Классик әҫәр өҫтөндә эшләү», «Вокаль педагогика».

Сарала Башҡортостан Республикаһының 11 муниципаль районынан, 3 ҡала округынан һәм 2 башҡа ойошмаларҙан 27 педагогик хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

   
   



12 февраль 2025

Педагогик һәм етәксе хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡытыу семинары (вебинары) йомғаҡтары тураһында

2025 йылдың 11 февралендә Мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының IХ Республика ижади, фәнни, методик эштәр һөҙөмтәләре буйынса дистанцион форматта педагогик һәм етәксе хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡытыу семинары (вебинары) үте.

Семинар уҡытыусыларҙың профессиональ үҫешен һәм ижади инициативаһын активлаштырыу һәм үҫтереүгә, профессиональ аралашыуҙың диапозонын киңәйтеү маҡсатында үткәрелде.

Семинарҙа методик материалдарҙың һәм прсобиеларҙың, һәм шулай уҡ уларға рецензияларҙы булдырыу һәм сифатлыраҡ биҙәү һорауҙары ҡаралды.

Уҡытыу семнарында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү ойошмаларынан 60 етәксе һәм педагогик хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

  • профессор, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыка тарихы кафедраһы мөдире, искусствоведение кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының композиторҙар Союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт Министрлығының Почет грамотаһы яулаусыһы, жюри рәйесе Светлана Михайловна Платонова;
  • профессор, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыка тыңлап һәм һуҡма ҡоралдар кафедраһы мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фоменко Лидия Борисовна;
  • профессор, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының деканы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев Ордены кавалеры Суханов Владимир Павлович;
  • доцент, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының махсус фортепиано кафедраһы мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Ш. Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан республикаһының композиторҙар Союзы ағзаһы Сәғитова Шәүрә Азамат ҡыҙы.

Сара БР мәҙәниәт Министрлығының, БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үткәрелде.

   



25 февраль 2025

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2025 йылдың 21 февраленән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 24.02.2025 №255 приказы менән раҫланған.



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru