ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


МАРТ  2019


5 март 2019

Отчёт урынлаштырыу тураһында («Квалификация үҫтереү»)

2019 йылдың 19-21 февралендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Компьютер графикаһы» темалы квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡыуҙар үтте. Был сара Стәрлетамаҡ ҡала округы Стәрлетамаҡ ҡалаһының «1-се һанлы Балалар художество мәктәбе» нигеҙендә мәктәптең алдынғы уҡытыусылары ҡатнашлығында үтте. «Adobe Photoshop» и «Corel Draw» программаларында компьютер графикаһы буйынса лекциялар һәм практик дәрестәр булды. Дәрестәр барышында ҡатнашыусылар «коллаж» техникаһында иллюстрациялар будырыу өҫтөндә, мифологик геройҙар һәм шрифтлы портреттар өҫтөндә эшләнеләр. Уҡыуҙар аҙағында сарала ҡатнашыусыларҙың практик эштәре менән экзаменацион сығышы һәм анализы булды.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте. Сарала республиканың 12 муниципаль районы һәм 5 ҡала округынан, шулай уҡ Ырымбур өлкәһе Новотроицк ҡалаһынан балалар художество мәктәптәренең һәм сәнғәт мәктәптәренең художество бүлектәренән 24 уҡытыусы ҡатнашты.

     



5 март 2019

Отчёт урынлаштырыу тураһында («Квалификация үҫтереү»)

2019 йылдың 25-26 февралендә Өфө ҡалаһында «Хор дисциплиналары буйынса уҡытыусыларҙа компетенция булдырыусы һорауҙар» темалы квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡыуҙар үтте.

Сараның тәүге көнө Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә үтте. Бында Өфө сәнғәт училищеһының (колледжы) йыйылма хоры менән һәм училище студенттары менән дирижирование буйынса мастер-кластар үтте. Мастер-кластарҙы А.В.Свешников исемендәге Дәүләт академик рус хоры етәксеһе, П.И.Чайковский ис. Мәскәү дәүләт консерваторияһының дирижирование кафедраһының доценты, Бөтә Рәсәй хор йәмғиәтенең Президиум вәкиле Евгений Кириллович Волков, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса проректоры, хор дирижированиеһы кафедраһы мөдире, Башҡортостан Республикаһының Т.Сайфуллин исемендәге Дәүләт академия капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижеры, Бөтә Рәсәй хор йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Хасбиуллина Алсу Афгановна үткәрҙе.

Икенсе көн Өфө ҡалаһы ҡала округының 14-се һанлы БММ нигеҙендә булды. Бында «Камертон» өлкән хоры менән асыҡ дәрес булды. Дәресте 14-се һанлы Балалар музыка мәктәбенең директор урынбаҫары Шамсутдинова Аида Эдуардовна алып барҙы. Мастер-кластар һәм асыҡ дәрестәр йомғаҡтары буйынса тыңлаусылар түңәрәк өҫтәл артында хор дисциплиналары уҡытыусыларының актуаль һорауҙарын тикшерҙеләр.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте. Уҡыуҙарҙа республиканың 21 муниципаль районынан һәм 5 ҡала округынан 46 вокал-хор дисциплиналары буйынса уҡытыусы һәм мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларының вокал-хор коллективтары етәкселәре ҡатнашты.

     



5 март 2019

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2019 йылдың 21 февраленән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығының 25.02.2019 №219 приказы менән раҫланған.



13 март 2019

Отчёт урынлаштырыу тураһында («Квалификация үҫтереү»)

2019 йылдың 6-7 мартында Өфө ҡалаһында Урта махсус музыка колледжы (УММК) нигеҙендә «Халыҡ оркестры инструменттары уҡытыусыларының компетенция булдырыусы һорауҙар (баян, аккордеон)» квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡыуҙар үтте. Был сараны колледждың алдынғы уҡытыусылары алып барҙы.

Программала колледж уҡыусылары һәм музыка коллективтары менән асыҡ дәрестәр һәм лекциялар булды. Был дәрестәр барышында башҡарыу техникаһын үҫтереү, күреү һәләте боҙолған балаларҙы баянда уйнарға өйрәтеүҙең башланғыс этап үҙенсәлектәре, баянсының ултырыу һәм уйнау аппаратын һалыу ысулдары һәм алымдары, музыкаль әҫәр өҫтөндә эш этаптары, сәхләлә тулҡынланыуҙы еңеү кеүек һорауҙар ҡаралды.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге пландарына ярашлы үтте. Сарала республиканың 17 муниципаль районынан һәм 4 ҡала округынан 42 уҡытыусы ҡатнашты.

     
     
 



18 март 2019

Бөтә Рәсәй «Йәш таланттар» АРТ-проектының һуңғы этабын үткәреү тураһында

2019 йылдың 20-29 мартында Башҡортостан Республикаһында Бөтә Рәсәй «Йәш таланттар» АРТ-проектының һуңғы этабы үтәсәк. АРТ-проект сиктәрендә халыҡ инструменттарында, шул иҫәптән, башҡорт халыҡ инструменттарында, тынлы һәм һуҡма, ҡыллы инструменттарҙа йәш уйнаусыларҙың, театраль жанрҙар башҡарыусыларҙың һәм, шулай уҡ, пианистар һәм вокалсылар Бөтә Рәсәй конкурстары үтәсәк.

1991 йылдан бирле үткәрелеп килгән был традицион ижади сара һәләтле балаларҙы һәм талантлы йәштәрҙе асыҡлауға, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе уҡыу йорттары уҡыусыларының башҡарыу кимәлен үҫтереүгә, мәҙәниәт өлкәһендә белем биреүҙең музыкаль һәм педагогик традицияларын камиллаштырыуға, балалар сәнғәт мәктәптәре һәм мәҙәниәт өлкәһендә профессиональ белем биреү учреждениелары уҡытыусылары һөнәренең престижын үҫтереүгә йүнәлтелгән.

АРТ-проекттың һайлап алыу этаптарында 2000-дән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Финал этабында еңеүсе исеме өсөн Башҡортостан Республикаһының, Татарстандың, Киров, Һамар, Силәбе өлкәләренәнең балалар сәнғәт мәктәптәренән һәм музыка мәктәптәренән, һәм, шулай уҡ, Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатынан 900 конкурсант көс һынашасаҡ.

Жюри составына Гнесин исемендәге Рәсәй музыка академияһының, Маймонид (Мәскәү ҡалаһы) Дәүләт классика академияһының, М.И.Глинки исемендәге Магнитогорск дәүләт кансерваторияһының (академия), З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының, республиканың мәҙәниәт өлкәһе уҡытыу учреждениеларының билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған. 14 номинация буйынса конкурс тыңлауҙар Октябрьский һәм Салауат музыка колледждарының концерт майҙансыҡтарында, Урта махсус музыка колледжында, Өфө сәнғәт училищеһында (колледжында), Өфө ҡалаһының Н. Сабитов исемендәге 1-се һанлы Балалар музыка мәктәбендә үтәсәк. Проект сиктәрендә концерт сығыштары буласаҡ, конкурстың жюри рәйестәре һәм ағзалары мастер-кластар үткәрәсәк.

Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының төп саралар Планына ярашлы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2019 йылғы планына ярашлы үтә.



18 март 2019

Мәҙәниәт өлкәһе учреждениелары уҡытыусыларының квалификацияһын үҫтереү тураһында

БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2019 йылдың 26-28 мартында мәҙәниәт өлкәһе учреждениелары уҡытыусыларының «Фортепиано уҡытыусыларында компетенция булдырыусы һорауҙар» темалы квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡыуҙар үткәрә.

Сара Бөтә Рәсәй «Йәш таланттар» АРТ-проекты сиктәрендә үтәсәк (Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған).

Программала: конкурс тыңлауҙар, Бөтә Рәсәй йәш пианистар конкурсы лауреаттарының концерты һәм Гнесин исемендәге Рәсәй музыка академияһының махсус фортепиано кафедраһы, А.Г.Шнитке исемендәге Мәскәү дәүләт музыка институты профессоры, Ф.Шопен исемендәге Мәскәү дәүләт музыкаль башҡарыу колледжы уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ҡырғыҙ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, конкурстың жюри рәйесе Носина Вера Борисовнаның мастер-класы.

Уҡыуҙар Урта махсус музыка колледжы нигеҙендә үтәсәк.



18 март 2019

Мәҙәниәт өлкәһе учреждениелары уҡытыусыларының квалификацияһын үҫтереү тураһында

БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2019 йылдың 26-28 мартында мәҙәниәт өлкәһе учреждениелары уҡытыусыларының «Мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларының халыҡ оркестры (гитара) уҡытыусыларында компетенция булдырыусы һорауҙар» темалы квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡыуҙар үткәрә.

Сара Бөтә Рәсәй «Йәш таланттар» АРТ-проекты сиктәрендә үтәсәк (Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған).

Программала: конкурс тыңлауҙар һәм Маймонид исемендәге Дәүләт классика академияһының классик гитара кафедраһы мөдире, профессор, конкурстың жюри рәйесе Финкельштейн Евгений Юльевичтың мастер-класы. Шулай уҡ Е.Ю. Финкельштейндың концерты буласаҡ (26 март сәғәт 19.00, билет хаҡы – 200-300 һум).

Тыңлаусыларҙы регистрациялау – 26 март сәғәт 18.00 – 19.00 Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) Концерт залының фоеһында.

Уҡыуҙар 27 мартта Өфө ҡалаһы ҡала округы Наримана Сабитов исемендәге 1-се һанлы Балаалр музыка мәктәбе нигеҙендә үтәсәк.



18 март 2019

Мәҙәниәт өлкәһе учреждениелары уҡытыусыларының квалификацияһын үҫтереү тураһында

БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2019 йылдың 26-28 мартында мәҙәниәт өлкәһе учреждениелары уҡытыусыларының «Мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларының яңғыҙ (сольно) йырлау (академик, халыҡ, эстрада) уҡытыусыларында компетенция булдырыусы һорауҙар» темалы квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡыуҙар үткәрә.

Сара Бөтә Рәсәй «Йәш таланттар» АРТ-проекты сиктәрендә үтәсәк (Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған).

Программала: конкурс тыңлауҙар, жюри рәйесенең һәм жюри ағзаларының мастер-кластары, шулай уҡ Өфө сәнғәт училищеһының (колледжы) алдынғы уҡытыусыларының асыҡ дәрестәре һәм лекциялары. Уҡыуҙар барышында һулыш алыу менән эш алымдары, тәүге артикуляцион күнекмәләрен үҫтереү ысулдары, тауыш сығарыу органдары ауырыуҙарының үҙенсәлектәре, врачҡаса ярҙам күрһәтеү ысулдары һәм башҡалар.

Уҡыуҙар Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә үтәсәк.



19 март 2019

Отчёт урынлаштырыу тураһында («Квалификация үҫтереү»)

2019 йылдың 13-15 мартында Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә «Фортепиано уҡытыусыларында компетенция булдырыусы һорауҙар» темалы квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡыуҙар үтте. Был сара А.М.Минков исемендәге пианист-концертмейстерҙарҙың VI Асыҡ конкурсы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының профессиональ белем биреү учреждениелары араһында үтте.

«Камералы ансамбль», «Концертмейстер класы», «Фортепиано ансамбле» номинациялары буйынса конкурс тыңлауҙар үтте. Шулай уҡ Н.Г.Жиганов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһының профессоры, Рәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған артисы, Татарстан Республикаһының Халыҡ артисы Евгений Владимирович Михайловтың һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының камерно-концертмейстер сәнғәте кафедраһы доценты Наталья Николаевна Кочурованың мастер-кластары булды.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге пландарына ярашлы үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениеларынан һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларынан 24 уҡытыусы ҡатнашты.

   



25 март 2019





ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru