ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


МАРТ  2020


2 март 2020

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2020 йылдың 20 февраленән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығының 25.02.2020 №216 приказы менән раҫланған.



5 март 2020

16–28 мартта Башҡортостан Республикаһында «Йәш таланттар» Бөтә Рәсәй Арт-проектының йомғаҡлау этабы үтәсәк

16-28 мартта Башҡортостан Республикаһында «Йәш таланттар» Бөтә Рәсәй Арт-проектының йомғаҡлау этабы үтәсәк. 2020 йылда ул 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Арт-проект сиктәрендә йәш башҡарыусыларҙың халыҡ инструменттарында, шул иҫәптән башҡорт халыҡ инструменттарында, тынлы һәм һуҡма, ҡыллы, театр жанрҙарын башҡарыусылар, һәм шулай уҡ пианистар һәм вокал сыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы буласаҡ.

Был традицион ижади конкурста мәҙәниәт өлкәһенең урта профессиональ һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашасаҡ. Ул талантлы йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, йәш һәләттәрҙә ижади үҫеш стимуллау, уларҙың башҡарыу кимәлен һәм музыкант һөнәренең абруйын күтәреүгә, һәм шулай уҡ, педагогик хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын үҫтереүгә, тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгән.

Белем биреү учреждениеларында үткән проекттың һайлап алыу этаптарында 900-ләп уҡыусы ҡатнашты. Һайлап алыу этабы йомғаҡтары буйынса 400 уҡыусы һәм студент йәш башҡарыусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурстарында еңеүсе исеме өсөн көрәшәсәк.

Конкурс тыңлауҙары уң биш номинация буйынса Өфө һәм Октябрьский ҡалаларында Октябрьский һәм Урта махсус музыкаль колледжы, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) концерт майҙансыҡтарында үтәсәк. Жюри составында Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре саҡырыла.

Проект сиктәрендә жюри ағзалары һәм рәйестәре ҡатнашлығында концерт сығыштары, өйрәтеү семинарҙары, һәм шулай уҡ, мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең башҡорт халыҡ һәм тынлы инструменттар класы буйынса квалификацияһын үҫтереү буласаҡ.

Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса ДБМСУ Республика уҡытыу-методик үҙәгенең 2020 йылғы пландарына ярашлы үткәрелә.



10 март 2020

Өфө ҡалаһында «Гитара класы буйынса уҡытыусыларҙың компетенция формалаштырыу һорауҙары» темалы уҡыуҙары буласаҡ

2020 йылдың 16–17 мартында БР Мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусылары өсөн квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Гитара класы буйынса уҡытыусыларҙың компетенция формалаштырыу һорауҙары» темалы уҡыуҙарын үткәрә.

Сара 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Йәш таланттар» Арт-проектының Йәш гитаристарҙың «Гитара – минең утрауым» Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә үтәсәк.

Программала:

  • конкурслы тыңлауҙар;
  • П.И.Чайковский исемендәге Көньяҡ Урал дәүләт сәнғәт институтының профессорҙары, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Виктор Викторович Козловтың мастер-кластары;
  • гитаристар дуэты, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Анастасия Старкова һәм Кирилл Мухамедяровтың концерты. (билет хаҡы - 200 һум).

Сара Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 103а, «Сәнғәт училищеһы» транспорт туҡталышы) үтәсәк.

Заявкалар 2020 йылдың 13 мартына тиклем электрон формала, беҙҙең сайтта урынлаштырылған Квалификация үҫтереү /Планлаштырылған саралар битендә ҡабул ителә.



10 март 2020

Өфө ҡалаһында «Башҡорт халыҡ инструменттары уҡытыусыларының компетенция формалаштырыу һорауҙары» үтәсәк

2020 йылдың 19–20 мартында БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусылары өсөн квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Башҡорт халыҡ инструменттары уҡытыусыларының компетенция формалаштырыу һорауҙары» темалы уҡыуҙарын үткәрә.

Программала:

  • 18 март – лекцион дәрестәр, мастер-кластар, Башҡортостан Республикаһының халыҡ инструменттары Милли оркестры концерты;
  • 19–20 март – 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Йәш таланттар» Арт-проектының башҡорт халыҡ инструменттарында уйнаусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә конкурслы тыңлауҙар.

Сара Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 103а, «Сәнғәт училищеһы» транспорт туҡталышы) үтәсәк.

Заявкалар 2020 йылдың 16 мартына тиклем электрон формала, беҙҙең сайтта урынлаштырылған Квалификация үҫтереү /Планлаштырылған саралар битендә ҡабул ителә.



12 март 2020

«Балалар сәнғәт мәктәбендә нәфис кейеҙ серҙәренә уҡытыу нигеҙҙәре» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

2020 йылдың 25–27 февралендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Балалар сәнғәт мәктәбендә нәфис кейеҙ серҙәренә уҡытыу нигеҙҙәре» темалы уҡыуҙар үтте. Сараны БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ һәм БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының 1-се һанлы Балалар художество мәктәбе берлектә ойошторҙо. Уҡыуҙарҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҠО 1-се һанлы Балалар художество мәктәбе, Өфө ҡалаһы ҠО 2-се һанлы Балалар художество мәктәбе һәм Нефтекама ҡалаһы ҠО Балалар художество мәктәбенең алдынғы педагогик хеҙмәткәрҙәре алып барҙы.

Нәфис кейеҙ буйынса лекция һәм практик дәрестәр үткәрелде. Уҡыуҙар барышында уҡытыусылар кейеҙ буйынса дәрестәргә методик кәңәштәр бирҙеләр, тыңлаусылар менән кейеҙ композицияһы нигеҙҙәрен, тарихын һәм хәҙерге заманын тикшерҙеләр. Практик дәрестәр барышында кейеҙ панно һәм кейеҙҙән күләмле уйынсыҡтар өҫтөндә эшләнеләр. Уҡыуҙар йомғаҡтары буйынса тыңлаусыларҙың эштәре менән методик ҡулланма сығарыласаҡ.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге пландарына ярашлы үткәрелде. Сарала республиканың 16 муниципаль районының һәм 4 ҡала округының балалар художество мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәре һәм балалар музыка мәктәптәренең художество бүлектәре уҡытыусылары ҡатнашты.

     



12 март 2020

«Эстрада-джаз йырҙары уҡытыусыларында компетенция формалаштырыусы һорауҙар» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

2020 йылдың 3–4 мартында Өфө ҡалаһында квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Эстрада-джаз йырҙары уҡытыусыларында компетенция формалаштырыусы һорауҙар» темалы уҡыуҙар үтәсәк. Сара БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ һәм Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) менән бергә ойошторолдо.

Лектор ҙар – искусствоведение кандидаты, Гнесин исемендәге Рәсәй музыка академияһының эстрада-джаз йырҙары кафедраһы доценты, мюзиклдарҙың музыкаль етәксеһе һәм супервайзеры, Рәсәй Федерацияһының театраль эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы Валерия Вячеславовна Брейтбург, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының эстрада-джаз һәм звукорежиссура кафедраһы доценты, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф Отличнигы Светлана Анваровна Слягузова һәм Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ирина Михайловна Оськина.

Сара Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә үтте. Уҡыуҙар барышында мастер-кластар, лекция дәрестәре булды. Ҡатнашыусылар эстрада манералы йырлауҙа өндәрҙе ябыу үҙенсәлектәре, вокаль-техник эштәре, эстрада концерттары һәм мюзиклдары өсөн вокаль номерҙарҙы башҡарғанда интерпретация һорауҙары, өндәрҙе джаз манералы сығарыу үҙенсәлектәре, вокаль әҫәрҙәрҙен өйрәнеү процесында өндәр сығарыуҙың традицион булмаған алымдары һәм башҡа күп һорауҙар ҡаралды.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге пландарына ярашлы үткәрелде. Сарала республиканың 5 муниципаль районының һәм 4 ҡала округының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусылары ҡатнашты.

     
     



16 март 2020

Өфөлә «Тынлы инструменттар уҡытыусыларының компетенция формалаштырыу һорауҙары» темалы уҡыуҙар буласаҡ

БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ 2020 йылдың 24–26 мартында мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусылары өсөн квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Тынлы инструменттар уҡытыусыларының компетенция формалаштырыу һорауҙары» темалы уҡыуҙарын үткәрә.

Сара 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Йәш таланттар» Арт-проектының тынлы һәм һуҡма инструменттарҙа уйнаусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә үтәсәк. Программала жюри ағзаларының конкурслы тыңлауҙары һәм мастер-кластары планлаштырылған.

Сара Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә үтәсәк (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 103а, «Сәнғәт училищеһы» транспорт туҡталышы).

Заявкалар 2020 йылдың 23 мартына тиклем электрон формала, беҙҙең сайтта урынлаштырылған Квалификация үҫтереү /Планлаштырылған саралар битендә ҡабул ителә.



23 март 2020

«Гитара класы уҡыусыларының компетенция формалаштырыу һорауҙары» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

2020 йылдың 16–17 мартында Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Гитара класы уҡыусыларының компетенция формалаштырыу һорауҙары» темалы уҡыуҙар үтте. Сараны БР мәҙәниәт Министрлығының ДБМСУ белем биреү буйынса РУМҮ 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Йәш таланттар» Арт-проектының «Минең утрауым – гитара» йәш гитаристарҙың Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Уҡыуҙар барышында жюри ағзаларының конкурслы тыңлауҙары һәм мастер-классы булды: Башҡортостан Республикаһының Учалы районы муниципаль районының 1-се һанлы БММ директоры, Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Фишер Валерий Альбертович, Салауат музыкаль колледжы уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Ниренберг Сергей Александрович. Шулай уҡ, теләүселәр гитаристар дуэты, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары, Анастасия Старкова һәм Кирилл Мухамедяровтың концертын ҡарай алдылар.

Уҡыуҙарҙа Башҡортостан Республикаһының 7 муниципаль районы һәм 3 ҡала округының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусылары ҡатнашты.

   



25 март 2020





ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru