ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


МАРТ  2021


3 март 2021

Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары етәкселәрен уҡытыу йомғаҡтары тураһында

БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ һәм БР Өфө ҡалаһы ҠО МБУ ДО 10-сы һанлы БММ берлектә 2021 йылдың 28–29 ғинуарында квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү учреждениелары эшмәкәрлегенә бюджеттан тыш финанслау сығанаҡтарын йәлеп итеүҙең хоҡуҡи нигеҙҙәре» уҡыуҙары ойошторҙо. Сара дистанцион форматта Zoom платформаһында үтте.

Лектор булып мәктәп директоры, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Медведев Анатолий Фёдорович сығыш яһаны. Уҡыуҙар барышында был теманың теоретик аспекттары һәм балалар сәнғәт мәктәптәрендә түләүле хеҙмәттәр күрһәтеүҙең практик һорауҙары тикшерелде, килеп тыуған проблемаларҙың төрлө сисеү юлдары тәҡдим ителде. Уҡыуҙар был өлкәлә килеп тыуған иң мөһим проблемаларҙы дискуссияла һәм тикшереү менән тамамланды. Тыңлаусылар лекторҙың ҙур профессионализмын, тәҡдим иткән материалдың йөкмәткелеген билдәләне. Сара йомғаҡтары буйынса электрон форматта брошюра сығасаҡ.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһының 33 муниципаль районы һәм 8 ҡала округынан 59 кеше ҡатнашты.

   



5 март 2021

Халыҡ инструменттары уҡытыусыларын уҡытыу йомғаҡтары тураһында

2021 йылдың 26–27 февралендә БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) менән берлектә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Башҡорт халыҡ инструменттары уҡытыусыларының компетенция формалаштырыу һорауҙары» темалы уҡыуҙарын ойошторҙо. Сара дистанцион форматта Zoom платформаһында үтте.

Лекторҙар булып Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ инструменттары оркестры солисы һәм художество етәксеһе Давлетбаев Линар Талгатович, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультетының традицион музыкаль башҡарыу кафедраһы мөдире, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт хеҙмәткәре Гайсаров Артур Борханович, һәм шулай уҡ, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) уҡытыусылары сығыш яһаны.

Уҡыуҙар барышында инструменталь башҡарыу өлкәһендә тыуған актуаль һорауҙар, уҡытыу мәсьәләләре, башҡорт халыҡ инструменттары оркестры менән әшләү үҙенсәлектәре ҡаралды,асыҡ дәрестәр үткәрелде. Ҡатнашыусыларға Өфө сәнғәт училищеһының (колледжы) «Рәсәйҙең халҡының милли музыка ҡоралдары» һөнәре студенттарының концерты тәҡдим ителде.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының һәм БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ пландарына ярашлы үткәрелде. Сарала Башҡортостан Республикаһының 11 муниципаль районының һәм 5 ҡала округының 30 уҡытыусыһы ҡатнашты.

     
     
 



16 март 2021

Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусыларын уҡытыу тураһында

2021 йылдың 29–31 мартында БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусылары өсөн квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Декоратив-ғәмәли сәнғәт дәрестәрендә ҡурсаҡтың художество образын тыуҙырыу» темалы уҡыуҙар үткәрә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҠО 1-се һанлы Балалар художество мәктәбе уҡытыусылары, БР «Рәсәй рәссамдары Союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандың Көньяҡ рәссамдары Ассоциацияһы ағзалары Шмидт Е.А., Литвиненко О.В., Вилянова А.Ю., Гребнева О.И. уҡыуҙар үткәрә. Уҡыуҙар барышында практик дәрестәр, төрлө материалдарҙан декоратив әйберҙәр эшләү буласаҡ. Программала видеоматериалдар, мастер-кластар, консультациялар, һәм шулай уҡ, ижади эштәр башҡарыу.

Уҡыуҙар дистанцион форматта Zoom платформаһында үтәсәк.

Уҡыуҙар йомғаҡтары буйынса һәр бер тыңлаусыға квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡтар әҙерләп ебәреләсәк. Таныҡлыҡтың оригиналын уҡыуҙар бөткәс БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ (Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21, кабинет №7) алырға мөмкин.



19 март 2021

«"МӘКТӘП–КОЛЛЕДЖ" өҙлөкһөҙ художество белем биреү баҫҡыстарының үҙ-ара эш итеү маҡсаттары, мәсьәләләре һәм һорауҙары» темалы түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү тураһында

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге мәғлүмәттәре өлкәһе белем биреү учреждениеларында ойоштороу-методик эштәр сиктәрендә «"МӘКТӘП–КОЛЛЕДЖ" өҙлөкһөҙ художество белем биреү баҫҡыстарының үҙ-ара эш итеү маҡсаттары, мәсьәләләре һәм һорауҙары» темалы методик саралар серияһын – түңәрәк өҫтәлдәр башлап ебәрә. Был сара мәҙәниәт Министрлығы яуаплылығында булған учреждениеларҙа белем биреү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. Түңәрәк өҫтәл ваҡытында өҫтәмә белем биреү учреждениеларының – балалар музыка, художество, хореография, сәнғәт мәктәптәренең профессиональ белем биреү учреждениелары – сәнғәт һәм мәҙәниәт колледждары менән хеҙмәттәшлеге, 2021–2024 йылдарҙа сәнғәт төрҙәре буйынса Балалар сәнғәт мәктәптәрененң үҫеш «юл картаһы» ның үтәлеү күрһәткестәре тураһында, балаларҙы БСМ йәлеп итеү эштәрен активлаштырыу эштәре БСМ профессия алды программалар буйынса белем алған балалар һанын арттырыу һәм уларҙың мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениеларына уҡырға инеү мәсьәләләре ҡаралды.

Беренсе түңәрәк өҫтәл 2021 йылдың 23 мартында Башҡортостан Республикаһының дәүләт бюджет профессиональ белем биреү учреждениеһы К.Валеев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы нигеҙендә үтәсәк. Сарала Сибай методик берекмәһе (Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ муниципаль райондары һәм Сибай ҡалаһы ҠО) ҡалаһы сәнғәт төрҙәре буйынса һәм К.Валеев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы балалар сәнғәт мәктәптәренең алдынғы уҡытыусылары, етәкселәре, етәксе урынбаҫарҙары ҡатнашасаҡ. Түңәрәк өҫтәлдең модераторы – Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса ДБМСИ Республика уҡытыу-методик үҙәге директоры, Башҡортостандың Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф Отличнигы Марешова Лариса Алексеевна.

30 мартта саралар серияһын Салауат музыкаль колледжы дауам итәсәк.



25 март 2021





29 март 2021

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2021 йылдың 18 мартынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 29.03.2021 №505 приказы менән раҫланған.



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru