ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


МАРТ  2022


2 март 2022

«Цифрҙар музыкаһы» X Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендәге уҡыьыу семинары (вебинар) үткәреү йомғаҡтары тураһында

2022 йыддың 18 февралендә Өфө ҡалаһының 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәбе һәм Башҡортостан Республикаһының Республика уҡытыу-методик үҙәге ситтән тороп Zoom майҙансығында, «Цифрҙар музыкаһы» X Бөтә Рәсәй электромузыкаль ижад конкурсы сиктәрендәге уҡытыу семинарын (вебинар) үткәрҙе. Был сарала исуксствоведение кандидаты, электрон клавишалы музыкаль инструменттвр буйынса белгес, YAMAHA MUSIC (Мәскәү ҡалаһы), компанияларының клавишалы инструменттар буйынса белгесе, конкурстың жюри ағзаһы М.Н.Бакуменко ҡатнашты.

Конференция-семинарҙа 70-ләп кеше ҡатнашты.

Семинарҙың «YAMAHA цифрлы эш станцияһының музыкаль әҫәрҙәр һәм аранжировкалар өсөн яңы мөмкинселектәре» темаһы белем биреү учреждениелары уҡытыусылары араһында бие күп йылы тәьҫораттар тыуҙырҙы. Шулай уҡ, жюри ағзалары менән методика һәм педагогика буйынса актуаль һорауҙар ҡаралды.

Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге пландарына ярашлы үткәрелде.

   



4 март 2022

Педагогик һәм етәксе хеҙмәткәрҙәр өсөнүткән уҡытыу семинары (вебинары) йомғаҡтары тураһында

2022 йылдың 2 мартында дистанцион форматта ZOOM платформаһында уҡытыусылар һәм етәкселәр өсөн мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының VIII Республика ижади, фәнни, методик эштәре конкурсы йомғаҡтары буйынса өйрәтеүсе семинар (вебинар) үтте.

Семинар мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларында уҡытыу процесының сифатын үҫтереү, уҡытыуҙың формаларын һәм методтарын камиллаштырыу, художестволы белем биреү йөкмәткеһен яңартыу, педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең методик әүҙемлеген стимуллау, уларҙың профессиональ кимәлен үҫтереү, перспективалы һәм актуаль педагогик методикалар һәм технологияларҙы асыҡлау, йомғаҡлау һәм таратыу маҡсатында уҙғарылды. Семинарҙа методик, уҡытыу-методик материалдарҙы сифатлыраҡ сығарыу һәм биҙәү мәсьәләләре ҡаралды.

Уҡытыу семинарында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларынан 60-тан артыҡ етәксе һәм педагогик хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты.

Вебинарҙа ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәкәре Лариса Алексеевна Марешова ҡаршыланы.

Семинарҙа (вебинарҙа) конкурстың жюри ағзалары сығыш яһаны:

– профессор, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыка тарихы кафедраһы мөдире, искусствоведение кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының композиторҙар Союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт Министрлығының Почёт грамотаһы эйәһе, жюри рәйесе Светлана Михайловна Платонова;

– профессор, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыка теорияһы кафедраһы мөдире, искуствоведение докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ирина Васильевна Алексеева.

Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге пландарына ярашлы үткәрелде.

   



5 март 2022

«Цифрҙар музыкаһы» Бөтә Рәсәй электромузыкаль конкурсын үткәреү йомғаҡтары тураһында

2022 йылдың 16–18 февралендә Өфө ҡалаһында «Цифрҙар музыкаһы» Бөтә Рәсәй электромузыкаль конкурсы үтте. Был конкурс белем биреү учреждениелары уҡыусыларына, студенттарға һәм уҡытыусыларға музыкаль ижадта цифрлы технологияларҙы ҡулланыуҙағы ҡаҙаныштарын күрһәтергә мөмкинселек бирҙе.

Конкурс ебәрелгән видеояҙмалар буйынса дистанцион форматта үтте.

130-ҙан артыҡ конкурсант: Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан, һәм шулай уҡ Татарстан, Коми, Ленинград, Новосибирск, Мәскәү, Һамар, Һарытау, Свердловск, Томск, Силәбе өлкәләренән, Красноярск яғынан, Азнакаево, Екатеринбург, Истра, Карасук, Куйбышев, Миасс, Мәскәү, Новосибирск, Норильск, Һамар, Саратов, Сыктывкар, Томск ҡалаларынан үҙҙәренең эштәрен төрлө номинацияларҙа: синтезаторҙа яңғыҙ башҡарыу, компьютерҙа һәм синтезаторҙа композиция һәм аранжировка, «Синтезатор плюс» номинацияһында ансамбль проекты.

Конкурс йомғаҡтары буйынса 17 ҡатнашыусы аҡсалата премия менән 1-се дәрәжә Лауреаты дипломы, 26 ҡатнашыусы 2-се дәрәжә Лауреаты дипломы, 22 ҡатнашыусы 3-сө дәрәжә Лауреаты дипломы менән бүләкләнде, 33 ҡатнашыусы дипломант булды. Ҡалғандары ҡатнашыусы сертификаттары алдылар.

   



23 март 2022

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2022 йылдың 17 мартынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 18.03.2022 №555 приказы менән раҫланған.



25 март 2022




ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru