ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


МАРТ  2023


3 март 2023

«Халыҡ инструменттары уҡытыусыларының компетенция формалаштырыу мәсьәләләре» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

2023 йылдың 27 февраленән 1 мартына тиклем Башҡортостан Республикаһының Урта махсус музыкаль колледжы нигеҙендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Халыҡ инструменттары уҡытыусыларының компетенция формалаштырыу мәсьәләләре» уҡыуҙары үтте.

Уҡытыуҙар Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, искусствоведение кандидаты Шайхетдинов Рәжәп Юныс улы, һәм шулай уҡ Урта махсус музыкаль колледжының атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылары ҡатнашлығында үтте.

Сара сиктәрендә колледжың уҡыусылары һәм музыкаль коллективтары ҡатнашлығында асыҡ дәрестәр һәм лекциялар уҙғарылды. Халыҡ инструменттарында уйнауҙың төп ысулдары, уҡыусыларҙа техник һәләттәр, музыкаль белем биреү буйынса информацион технологиялар ҡулланыу үҙенсәлектәре, күп тембрлы баян спецификаһы, композитор А.Ключарёвтың баян өсөн әҫәрҙәре, халыҡ инструменттары милли оркестрының ижади киләсәге һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығыны һәм Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса уҡытыу-методик үҙәге планына ярашлы үтте. Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларынан 52 педагогик хеҙмәткәр белем яңартты.

     



20 март 2023

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2023 йылдың 17 мартынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 20.03.2023 №707 приказы менән раҫланған.



20 март 2023

Апрель айында Сибай ҡалаһында «Сольфеджио дәрестәрендә музыкаль ишетишетеү һәләтен комплекслы үҫтереүҙең актуаль мәсьәләләре» уҡыуҙары үтәсәк

БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2023 йылдың 3–4 апрелендә «Сольфеджио дәрестәрендә музыкаль ишетишетеү һәләтен комплекслы үҫтереүҙең актуаль мәсьәләләре» темалы квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса балалар сәнғәт мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары өсөн уҡыуҙар үткәрә.

Программала түбәндәге темалар буйынса лекциялар, асыҡ дәрестәр һәм оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк: «Музыкаль ишетеү һәләтлегенең феномены һәм сольфеджио дәрестәрендә уны үҫтереү мәсьәләләре», «g-moll тонлығында мөһим тауыштар», «Ритм музыкаль», «Сольфеджио дәрестәрендә ритм һәм ритмодекламация», «Музыкаль мәҙәниәт үҫеше ваҡытында сольфеджио дәрестәре».

Дәрестәрҙе К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжың юғары категориялы уҡытыусылары үткәрәсәк.

Уҡыуҙар аҙағында тыңлаусылар йомғаҡлау тест заданиелары үтергә тейеш. Уҡыуҙар йомғаҡтары буйынса түләүҙән һуң тыңлаусыларға квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ биреләсәк.



20 март 2023

Апрель айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында «БХМ һәм БСМ дәрестәрендә төрлө стилдәрҙә натюрморт төшөрөү техникаһына өйрәтеү» уҡыуҙары үтәсәк

БР Мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ 2023 йылдың 3–5 апрелендә художество мәктәтәре һәм балалар сәнғәт мәктәптәренең художество бүлектәре етәкселәре һәм уҡытыусылары өсөн квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «БХМ һәм БСМ дәрестәрендә төрлө стилдәрҙә натюрморт төшөрөү техникаһына өйрәтеү» уҡыуҙарын үткәрә.

Программалала баҫма графикала ижади натюрморт эшләү буйынса практик дәрестәр, интерьерҙа йомшаҡ материал менән, ижади һынлы натюрморт эшләү.

Тыңлаусыларҙы ҡаршылау һәм теркәү – 2023 йылдың 3 апрелендә сәғәт 10.00–11.00 тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се һанлы Балалар художество мәктәбенең фойеһында.

Уҡыуҙар йомғаҡтары буйынса тыңлаусыларға квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ әҙерләнәсәк. Таныҡлыҡтың электрон вариантын тыңлаусыларҙың электрон почта адресына ебәреү мөмкинлеге бар.



25 март 2023








ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru