![]() |
ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫБАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ БЕЛЕМ БИРЕҮ БУЙЫНСА РЕСПУБЛИКА УҠЫТЫУ-МЕТОДИК ҮҘӘГЕ |
МАРТ 2025
11 март 2025
«Гитара класы уҡытыусыларының компетенцияһын формалаштырыу мәсьәләләре» уҡыуҙары
«Гитара – минең утрауым» Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә 2025 йылдың 20–21 мартында Өфө сәнғәт училищеһының (колледжы) Кесе залында мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының «Гитара класы уҡытыусыларының компетенцияһын формалаштырыу мәсьәләләре» уҡыуҙары үтәсәк.
Программала конкурс тыңлауҙар һәм акустик репетициялар, һәм шулай уҡ З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының халыҡ инструменттары кафедраһы доценты, халыҡ ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, жюри рәйесе Куликова Анна Владимировнаның оҫталыҡ дәрестәре планлаштырылған.
Уҡыуҙар аҙағында ойоштороу иғәнәһен түләгәндән һуң квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ биреләсәк.
Хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн ойоштороу иғәнәһен түләү ҡаралмай.
13 март 2025
Башҡорт классик музыкаһын башҡарыусыларының «Елкән» бишенсе Асыҡ телевизион конкурсы
БР «Башҡортостан» АЙ балалар һәм үҫмерҙәр «Тамыр» ТРК Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының ярҙамы менән «Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә башҡорт классик музыкаһын башҡарыусыларының «Елкән» бишенсе Асыҡ телевизион конкурсын үткәреү тураһында иғлан итә (2025 йылдың апрель–ноябрь айҙарында).
Конкурс «Фортепиано», «Ҡыллы инструменттар», «Тынлы инструменттар», «Халыҡ инструменттары» номинациялары буйынса өс турҙан үткәрелә: һайлап алыу (видеояҙмалар буйынса; конкурс (конкурс тыңлауҙар), финал (оркестр менән конкурс тыңлауҙар).
Конкурста үткән конкурстаҙың еңеүселәре һәм лауреаттарынан башҡа 8–14 йәшлек йәш музыканттар ҡатнаша ала.
18 март 2025
«Рәсәйҙең йәш таланттары» Бөтә Рәсәй конкурсының I тур йомғаҡтарын үткәреү тураһында
![]()
Республикала «Рәсәйҙең йәш таланттары» Бөтә Рәсәй конкурсының I туры үтте. Уның бағыумыһы – Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт Министрлығы.
I турҙың сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының һайлап алыу комиссияһы Мәскәүҙә үтәсәк II тур ҡатнашыусыларын билдәләне.
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының һайлап алыу комиссияһы ҡарамалығына 83 кандидиттың документтары тәҡдим ителде. Конкусҡа 13–19 йәшлек 76 кандидат үтте (3 кеше йәше буйынса тап килмәй, 4 кешенең тулы документтары тапшырылмаған).
Тәҡдим ителгән документтарҙы ҡарағандан һуң, комиссия 30 кешене – конкурстың I тур еңеүсеһе тип һайланы, шул иҫәптән 13 уҡыусы һәм 27 студент. Улар араһында Дүртөйлө районы муниципаль районының балалар сәнғәт мәктәбе, Күмертау, Октябрьский, Салауат, Сибай, Өфө ҠО уҡыусылары, Р.Нурыев исемендәге Башҡорт хореография колледжы, Салауат музыкаль колледжы, Урта махсус музыкаль колледжы, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы), С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттары.
I турҙа еңеүселәрҙең документтары II турҙа ҡатнашыу өсөн Мәскәү ҡалаһына ебәреләсәк. Финал туры лауреаттары 2025 йылдың июнь айында Мәскәүҙә билдәләнәсәк.
21 март 2025
«Академик натюрморт» VIII Региональ-ара уҡыу һынлы сәнғәт олимпиадаһы йомғаҡтары тураһында
«Академик натюрморт» VIII Региональ-ара уҡыу һынлы сәнғәт олимпиадаһы ҡатнашыусылар яғынан рекордлы булды.
Ырымбур, Мәләүез, Салауат ҡалаларынан, Мораҡ, Иглин, Раевка, Бүздәк ауылдарынан, Өфө районынан, беҙҙең профиль буйынса 13 уҡыу йортонан – балалар сәнғәт мәктәптәренән, сәнғәт мәктәптәренең художество бүлектәренән олимпиадала ҡатнашыу өсөн барлығы 188 заявка бирелде.
Уҡытыусыларҙың оҫталығын баһалағанда тере конкурстар йомғаҡтарына төп баҫым яһала. Күмертау ҡалаһының художество мәктәбендә йыл һайын үткәрелгән олимпиадалар бөтә йүнәлештәрҙә лә тотороҡло үҫеш күрһәтә – күмәклеге, ҡатнашыусыларҙың эштәрҙе һәм уҡытыусыларҙың уҡытыу сифаттары буйынса.
15 марттың сәғәт 10 алып 4 сәғәт буйына бөтә мәктәптә уҡыусылар көсөргәнешле эшләне, акварель менән натюрморт яҙҙылар. Бөтә уҡыусылар ҙа юғары әҙерлек кимәлен күрһәтте.
25 март 2025
![]()
28 март 2025
Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында
Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2025 йылдың 21 мартынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 24.03.2025 №442 приказы менән раҫланған.
ЭШ ВАҠЫТЫ: | дүшәмбе – йома сәғәт 9:00–18:00 тәнәфес сәғәт 13:00–14:00 |
БЕЛЕШМӘ МӘҒЛҮМӘТТӘР: | 450055, Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21 й. тел. 8 (347) 235-78-15 факс 235-78-15; 233-59-00 e-mail: rumcrb@mail.ru |
---|