ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


АПРЕЛЬ  2019


2 апрель 2019

Бөтә Рәсәй «Йәш таланттар» АРТ-проекты йомғаҡтары тураһында

20-29 мартта Башҡотостан Республикаһында Бөтә Рәсәй «Йәш таланттар» АРТ-проектының һуңғы этабы үтте. 2019 йылда ул Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналды. Арт-проект сиктәрендә халыҡ, тынлы, һуҡма, ҡыллы инструменттарҙа йәш башҡарыусылар, театр жанрҙарын башҡарыусылар һәм шулай уҡ йәш пианистар һәм вокалсылар Бөтә Рәсәй конкурстары үтте.

1991 йылдан бирле үткәрелеп килгән был традицион ижади сара һәләтле балаларҙы һәм талантлы йәштәрҙе асыҡлауға, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе уҡыу йорттары уҡыусыларының башҡарыу кимәлен үҫтереүгә, мәҙәниәт өлкәһендә белем биреүҙең музыкаль һәм педагогик традицияларын камиллаштырыуға, балалар сәнғәт мәктәптәре һәм мәҙәниәт өлкәһендә профессиональ белем биреү учреждениелары уҡытыусылары һөнәренең престижын үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Арт-проект конкурстарының Һайлап алыу этаптарында 2000 ашыу уҡыусы ҡатнашты. Финал этабында еңеүсе исеме өсөн Башҡортостан Республикаһының, Татарстандың, Киров, Һамар, Силәбе өлкәләренәнең балалар сәнғәт мәктәптәренән һәм музыка мәктәптәренән, һәм, шулай уҡ, Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатынан 800-гә яҡын конкурсант көс һынашты.

Жюри составына Гнесин исемендәге Рәсәй музыка академияһының, Маймонид (Мәскәү ҡалаһы) Дәүләт классика академияһының, М.И.Глинки исемендәге Магнитогорск дәүләт кансерваторияһының (академия), З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының, республиканың мәҙәниәт өлкәһе уҡытыу учреждениеларының билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре саҡырылды.

Конкурс тыңлауҙар ун дүрт номинация буйынса Октябрьский һәм Салауат музыка колледждарының концерт майҙансыҡтарында, Урта махсус музыка колледжында, Өфө сәнғәт училищеһында (колледжында), Өфө ҡалаһының Н.Сабитов исемендәге 1-се һанлы Балалар музыка мәктәбендә үтте. Проект сиктәрендә концерт сығыштары булды, конкурстың жюри рәйестәре һәм ағзалары мастер-кластар үткәрелде.

Проект йомғаҡтары буйынса 13 кеше Гран-при яуланы, 483 – 1, 2 и 3 дәрәжә лауреаты, 173 – дипломант, 16 конкурсант БР Мәҙәнәиәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ махсус призына лайыҡ булды, 35 – махсус диплом эйәһе булды. Конкурсанттарҙың уҡытыусылары һәм концертмейстерҙары ла билдәләнде.

Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының төп саралар Планына ярашлы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2019 йылғы планына ярашлы үтте.

     
     
     



2 апрель 2019

IV Республика «Таланттар тажы» фестиваль-конкурсын үткәреү тураһында

3 апрелдән республикала мәҙәниәт өлкәһе профессиональ уҡытыу учреждениеларының IV Республика «Таланттар тажы» фестиваль-конкурсының һуңғы этапбы старт ала. 2019 йылда был сара Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнала.

Фестиваль-конкурс Башҡортостан студенттары араһында талантлы һәм профессиональ-перспективалы башҡарыусыларҙы асыҡлауға һәм ярҙам күрһәтеүгә, профессиональ белем биреүҙе мониторинглауға һәм сифатын стимуллауға, республикаһының мәҙәниәт өлкәһе профессиональ уҡытыу учреждениелары белгестәренең әҙерлек кимәлен демонстрациялауға, Башҡортостандың киң мәҙәни сфераһына уҡытыу учреждениеларын йәлеп итеүгә йүнәлтеп ойошторола.

Проект ике этаптан башҡарыла. 2019 йылдың ғинуар-март айҙарында профессиональ белем биреү учреждениеларында үткән һайлап алыу этаптарында 1500-ҙан ашыу студент ҡатнашты. Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Учалы ҡалаларында айырым график буйынса апрель айында үтәсәк финал этабында еүеүсе исеме өсөн 1300 конкурсант көс һынашасаҡ.

Фестиваль-конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә:

  • Фортепианалы ансамбльдәр (2 кеше һәм күберәк);
  • Ҡыллы ансамбльдәр һәм оркестрҙар;
  • Тынлы ансамбльдәр һәм оркестрҙар;
  • Рус халыҡ музыка ҡоралдары ансамбльдәре һәм оркестрҙары;
  • Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары ансамбльдәре һәм оркестрҙары;
  • Хор коллективтары (академик);
  • Хор коллективтары (халыҡ);
  • Вокаль ансамбльдәр (3 тауыштан кәм булмаған, русса группа);
  • Вокаль ансамбльдәр (3 тауыштан кәм булмаған, башҡортса группа);
  • Эстрада коллективтары (инструменталь, вокаль);
  • Хореография коллективтары (2 кеше һәм күберәк);
  • Яңғыҙ эстрада башҡарыусылары (инструменталь, шулай уҡ электрон баҫмаҡлы(клавишлы) ҡоралда; вокаль);
  • Яңғыҙ хореографик башҡарыусылар (классик, халыҡ, заман һ.б.);
  • Һынлы сәнғәт (рәсем сәнғәте, графика, декоратив-ғәмәли сәнғәт);
  • Художестволы уҡыу (Театр йылына арналған).

Республиканың 8 мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениеһының ижади коллективтарының һәм яңғыҙ (сольно) башҡарыусыларының сығыштарын Башҡортостан Республикаһының билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренән торған жюри баһалаясаҡ. Улар иҫәбендә З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының профессор-уҡытыусылары. Жюри рәйесе – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса проректоры, хор дирижированиеһы кафедраһы мөдире, Башҡортостан Республикаһының Т.Сайфуллин исемендәге Дәүләт академия капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижеры, Бөтә Рәсәй хор йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Хасбиуллина Алсу Афгановна.

Фестиваль-конкурстың еңеүселәре 2019 йылдың 20 майында Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк Гала-концертта сығыш яһаясаҡ.

Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының төп саралар Планына ярашлы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2019 йылғы эш планына ярашлы үткәрелә.



3 апрель 2019

IV Республика «Таланттар тажы» фестиваль-конкурсының һуңғы этабы старт алды

3 апрелдә республикала мәҙәниәт өлкәһе профессиональ уҡытыу учреждениеларының IV Республика «Таланттар тажы» фестиваль-конкурсының һуңғы этабы старт алды. 2019 йылда был сара Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнала.

Тәүге булып үҙҙәренең сығыштарын Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡыусылары күрһәтте. Жюриға, һәм уның рәйесе – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса проректоры, хор дирижированиеһы кафедраһы мөдире, Башҡортостан Республикаһының Т.Сайфуллин исемендәге Дәүләт академия капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижеры, Бөтә Рәсәй хор йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Хасбиуллина Алсу Афгановнаға колледждың иң яҡшы уҡыусылары һәм студенттары коллектив һәм яңғыҙ хореографик постановкалар күрһәттеләр.

     



3 апрель 2019

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2019 йылдың 21 мартынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығының 28.03.2019 №373 приказы менән раҫланған.



8 апрель 2019

Мәҙәниәт өлкәһе уҡытыусыларының квалификацияһын үҫтереү тураһында

БР Мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2019 йылдың 15–17 апрелендә мәҙәниәт өлкәһе уҡытыусылары, театр коллективтары етәкселәре, мәҙәниәт өлкәһе учреждениелары художество етәкселәре өсөн «Театр сәнғәте» темалы квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡыуҙар ойоштора.

Уҡыуҙарҙы режиссер-постановщик, Өфө балалар филармонияһының «Волшебная рампа» Халыҡ театры етәксеһе, Башортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иванова Лилия Нуретдиновна һәм режиссер, З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының «Вокальное искусство» кафедраһының музыкаль театр класы уҡытыусыһы Сиразетдинов Шамиль Рафаильевич алып барасаҡ.

Дәрестәр барышында спектаклдең режиссураһы һәм драматургияһы, театр сәнғәтенең эстетик нигеҙе, заман музыкаль спектаклен ҡуйыу үҙенсәлектәре кеүек һорауҙар ҡараласаҡ, этюд, ораторлыҡ сәнғәте өҫтөндә эш буласаҡ. Шулай уҡ уҡыуҙарҙа ҡатнашыусыларҙың «Башҡорт ерҙәре легендалары» исемле спектаклен яҙыу һәм уны ҡуйыу буласаҡ.

Уҡыуҙар Өфө балалар филармонияһы нигеҙендә үтәсәк (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 33, «Өфө универмагы» туҡталышы).



10 апрель 2019

IV Республика «Таланттар тажы» фестиваль-конкурсы дауам итә!

3 апрелдә старт алған мәҙәниәт өлкәһе профессиональ уҡытыу учреждениеларының Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған IV Республика «Таланттар тажы» фестиваль-конкурсының һуңғы этабы дауам итә!

Фестиваль-конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең сығыштарын Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы һәм Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) концерт майҙансыҡтарында күрһәтеп, эстафетаны Октябрьский ҡалаһына тапшырҙылар.

Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы)

     

9 апрелдә Октябрьский музыкаль колледжының 300-гә яҡын студенты – 19 ижади коллектив һәм 13 яңғыҙ башҡарыусы үҙҙәренең талантын һәм оҫталығын талапсан жюриға һәм уның рәйесе – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса проректоры, хор дирижированиеһы кафедраһы мөдире, Башҡортостан Республикаһының Т. Сайфуллин исемендәге Дәүләт академия капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижеры, Бөтә Рәсәй хор йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Хасбиуллина Алсу Афгановнаға күрһәтте.

Октябрьский музыкаль колледжы

     



17 апрель 2019

IV Республика «Таланттар тажы» фестиваль-конкурсы дауам итә!

Мәҙәниәт өлкәһе профессиональ уҡытыу учреждениеларының Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған IV Республика «Таланттар тажы» фестиваль-конкурсы дауам итә!

12 апрелдә Салауат музыкаль колледжының 130-ға яҡын студенты – был 19 ижади коллектив һәм 9 яңғыҙ башҡарыусы – үҙҙәренең талантын һәм оҫталығын талапсан жюриға һәм уның рәйесе – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса проректоры, хор дирижированиеһы кафедраһы мөдире, Башҡортостан Республикаһының Т.Сайфуллин исемендәге Дәүләт академия капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижеры, Бөтә Рәсәй хор йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Хасбиуллина Алсу Афгановнаға күрһәтте.

Салауат музыкаль колледжы

     

16 апрелдә эстафетаны Сибай сәнғәт колледжы ҡабул итте. 60 артыҡ студент үҙҙәренең сығышын жюриға күрһәтте. Музыка ҡоралдарында уйнаусылар һәм вокалсылар, бейеүселәр һәм шиғыр һөйләүселәр үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте. Жюри ағзалары, шулай уҡ, колледждың художество һәм этнохудожество бүлектәре студенттарының конкурс эштәрен дә ҡаранылар.

Сибай сәнғәт колледжы

     



17 апрель 2019

«Йәш китапханасы мәкәтәбе» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

2019 йылдың 9–12 апрелендә Өфө ҡалаһында квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Йәш китапханасы мәкәтәбе» темалы уҡыуҙар үтте. Уҡытыуҙың төп маҡсаты – эш башлаусы белгестәрҙе заман китапханаларының эшмәкәрлеге менән таныштырыу. Был сараның программаһы Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округының Үҙәкләштерелгән күмәк китапханалар системаһының етәксе һәм алдынғы хеҙмәткәрҙәре һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ менән берлектә төҙөлдө һәм ашырылды. Уҡыуҙар Үҙәк ҡала китапханаһы, №41 Модель үҫмеҙәр китапханы һәм Өфө ҡалаһының №20 Модель китапханы нигеҙендә үтте.

Сара барышында бик күп төрлө һорауҙар ҡаралды: китапхананың эшмәкәрлеген регламентлаған норматив һәм локаль документтар; белешмә-информацион ресурстар, электрон китапхана ресурстары; яҡты өйрәнеү һорауҙары, китапхананың проект эшмәкәрлеге, уҡыуҙы һәм китаптарҙы алға этеү буйынса китапханаларҙың эшмәкәрлеге һ.б. Модель китапханаларҙың практик эшмәкәрлегенә айырыуса иғтибар бирелде. Китапханалар буйынса экскурсиялар, тренингтар һәм практик дәрестәр булды.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте. Сарала китапханалар системаһынан эш стажы өс йылға тиклемге 27 хеҙмәткәр ҡатнашты.

     



17 апрель 2019

Шәүкәт Бикмөхәмәтов исемендәге X Бөтә Рәсәй «Хорлы йәйғор» конкурс-фестивале тураһында

20–21 апрелдә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының Ф.Шаляпин исемендәге Концерт залында балалар хор коллективтарының Шәүкәт Бикмөхәмәтов исемендәге X Бөтә Рәсәй «Хорлы йәйғор» конкурс-фестивале үтәсәк. 2019 йылда конкурс Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнала.

Ижади сара хор башҡарыуының традицияларын һаҡлау һәм үҫтереүгә, башҡарыу оҫталығын камиллаштырыуға, балалар һәм үҫмерҙәрҙә рихи-патриотик сифаттарҙы үҫтереүгә, хормейстерҙарҙың профессиональ оҫталығын күтәреүгә йүнәлтелгән. Ул музыка мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре, музыкаль студиялар, урта белем биреү мәкәтптәре, балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәктәре балалар хор коллективтары һәм мәҙәниәт йорттарының хор коллективтары араһында үткәрелә. Конкурс-фестивалдә 2000-дән ашыу кеше ҡатнашасаҡ.

Жюри рәйесе – билдәле хор дирижеры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған эшмәкәре, «Алдынғы хеҙмәт өсөн» миҙалы эйәһе, профессор, Рәсәй Музыкаль йәмғиәтенең почётлы ағзаһы – Рәзилә Бикмөхәмәтова. Жюри ағзалары – Ульяновск дәүләт университеты профессоры, педагогика фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының Бөтә Рәсәй хор йәмғиәтенең Президиум ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лариса Филянина, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса проректоры, хор дирижированиеһы кафедраһы мөдире, Башҡортостан Республикаһының Т.Сайфуллин исемендәге Дәүләт академия капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижеры, Бөтә Рәсәй хор йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Алсу Хасбиуллина һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының хор дирижирлығы кафедраһының доценты Наталья Буткевич.

Был проектың ойоштороусылары – Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт Министрлығы, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы, Республиканың белем биреү буйынса уҡытыу-методик үҙәге, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты.



24 апрель 2019

Мәҙәниәт өлкәһе учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын үҫтереү тураһында

БР Мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2019 йылдың 15–16 майында мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең (сәркәтибтәр, секретарь-референттар, эш башҡарыусылар, архивсыла, документоведтар) квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларын документация менән тәьмин итеүҙе ойоштороу» темалы уҡыуҙар ойоштора.

Уҡыуҙарҙы БР Мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ-нең директоры, Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф Отличнигы, техник фәндәр кандидаты Марешова Лариса Алексеевна алып барасаҡ.

Программала түбәндәге темалар буйынса лекция һәм практик дәрестәр:

  • Заман эш башҡарыуының норматив-хоҡуҡи һәм методик нигеҙе.
  • Рәсәй Федерацияһының милли стандарты ГОСТ Р7.0.97-2016 «Информация, китапхана һәм нәшриәт эше буйынса стандарттар системаһы». Ойоштороу-идара итеү документтары. Документтарҙы рәсмиләштереүгә талаптар.
  • Идара итеү документтарын төҙөү һәм рәсмиләштереүгә төп талаптар.
  • Ойошманың документтар фондын туплау.
  • Эштәр исемлеге.
  • Һаҡлау срогы булған документтар менән эшләү методикаһы.

Уҡыуҙар Өфө ҡалаһы ҡала округы 7-се һанлы Балалар музыка мәктәбе нигеҙендә үтәсәк. (Өфө ҡалаһы, Коммунистическая урамы, 45/1, «Гостиный двор» транспорт туҡталышы).

Бирелгән форма буйынса заявкалар 2019 йылдың 13 майына тиклем факс: (347) 235-78-15, йәки электрон почта: rumckpk3@mail.ru буйынса ҡабул ителә.



24 апрель 2019

IV Республика «Таланттар тажы» фестиваль-конкурсы дауам итә!

Мәҙәниәт өлкәһе профессиональ уҡытыу учреждениеларының Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған IV Республика «Таланттар тажы» фестиваль-конкурсы дауам итә!

17 апрелдә С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжынан 200 студент үҙҙәренең башҡарыу өҫталығын жюри ағзаларына күрһәтте. Хор коллективтары, инструменталь оркестр, башҡорт һәм рус халыҡ инструменттары ансамбльдәре, вокаль ансамбльдәр һәм яңғыҙ эстрада башҡарыусылар, бейеүселәр, шиғыр һөйләүселәр жюри алдында сығыш яһаны, һәм, шулай уҡ, декоратив-ғәмәли сәнғәт бүлеге студенттарының конкурс эштәре күрһәтелде.

Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы

     

23 апрелдә фестиваль-конкурс жюри ағзаларына үҙҙәренең башҡарыу өҫталыҡтарын Урта махсус музыка колледжы уҡыусылары һәм студенттары күрһәтте. Фортепианалы ансамбльдәр, ҡыллы, тынлы ансамбльдәр һәм оркестрҙар, халыҡ инструменттары ансамбльдәре һәм оркестрҙары һәм йәш шиғыр һөйләүселәр жюри алдында сығыш яһанылар.

Урта махсус музыка колледжы

     



24 апрель 2019

«Театр сәнғәте» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

2019 йылдың 15–17 апрелендә Өфө ҡалаһында квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Театр сәнғәте» темалы уҡыуҙар үтте. Уҡыуҙар Өфө ҡалаһы ҡала округының Өфө балалар филармонияһы нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ планына ярашлы, шул иҫәптән 2019 йылда театр Йылына әҙерлек һәм байрам итеү эш пландарына ярашлы үтте.

Сараны режиссер-постановщик, Өфө балалар филармонияһының «Волшебная рампа» Халыҡ театры етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иванова Лилия Нуретдиновна һәм режиссер, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының «Вокаль сәнғәте» кафедраһының музыкаль театр класы уҡытыусыһы Сиразетдинов Шамиль Рафаильевич алып барҙылар.

Уҡыуҙар барышында спектаклдең режиссураһы һәм драматургияһы, театр сәнғәтенең эстетик нигеҙе, заман музыкаль спектаклен ҡуйыу үҙенсәлектәре кеүек һорауҙар ҡаралды. Тыңлаусылар өсөн «Волшебная рампа» Халыҡ театры «“А” в пунктынан “Б”пунктына» исемле спектаклен күрһәтте. Этюд, ораторлыҡ сәнғәте өҫтөндә эш һәм «Башҡорт ерҙәре легендалары» исемле спектаклен яҙыу һәм уны ҡуйыу булды.

Сарала Башҡортостан Республиканың 10 муниципаль районы һәм 2 ҡала округының мәҙәниәт өлкәһе өҫтәмә белем биреү учреждениеларының 18 уҡытыусы һәм художество етәксеһе ҡатнашты.

     



29 апрель 2019

«Рәсәйҙең йәш һәләтлеләре» Дөйөм Рәсәй конкурсы һәм һәм мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә профессиональ оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының I туры йомғаҡтары

24 апрелдә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының һайлап алыу комиссияһының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә профессиональ оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының II турында һәм «Рәсәйҙең йәш һәләтлеләре» Дөйөм Рәсәй конкурсының II турында ҡатнашыусыларҙы билдәләү ултырышы булды.

Һайлап алыу комиссияһының ултырышында «Рәсәйҙең йәш һәләтлеләре» Дөйөм Рәсәй конкурсының I турынан 34 ҡатнашыусыһының (БСМ-нән 18 уҡыусы һәм ПББУ-нан 16 студент) һәм мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә профессиональ оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының I турынан 2 ҡатнашыусының конкурс материалдары ҡаралды.

Тәҡдим ителгән документтарҙы ҡарап сыҡҡас комиссия «Рәсәйҙең йәш һәләтлеләре» Дөйөм Рәсәй конкурсының I турынан 17 еңеүсене һәм мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә профессиональ оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының I турынан 2 еңеүсене билдәләне.

I турҙа еңеүселәрҙең материалдары Мәскәү ҡалаһына (ФДБПББУ «П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының Академия музыка училищеһына») II турҙа ҡатнашыу өсөн ебәрелде.

Ентекләберәк «Рәсәйҙең йәш һәләтлеләре» Дөйөм Рәсәй конкурсының һәм мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә профессиональ оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы -2019 I турының Пост-релизын ҡарағыҙ.



29 апрель 2019

IX Асыҡ республика «БАТЫРҘАР ИЛЕ» конкурсын үткәреү йомғаҡтары тураһында

26 апрелдә Сибай балалар художество мәктәбендә балалар һәм үҫмерҙәр ижадының «БАТЫРҘАР ИЛЕ – 2019» IX Асыҡ республика конкурсының Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған) еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы һәм күргәҙмәһен асыу булды. Һынлы сәнғәт өлкәһендә белем биреү буйынса Сибай ҡалаһының визит карточкаһы булып танылған «Батырҙар иле» конкурсы йәш рәссамдәрҙең башҡорт халыҡ ижады традицияларын, тарихын өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтегән ҡыҙыҡһыныуҙарын стимуллау һәм ярҙам итеү маҡсатынан үткәрелә.

Конкурсҡа республиканың 12 ҡалаһы һәм 17 районының, Свердлов, Ырымбур, Силәбе өлкәләренең 50 белем биреү учреждениеһының 7 йәштән 18 йәшкә тиклемге конкурсанттарының 500-ҙән артыҡ эштәре тәҡдим ителде. Быйыл конкурстың номинациялары исемлегенә «Кейем дизайны һәм моделләштереү – дефиле» өҫтәлде. Конкурсанттарҙың костюмдарын демонстрациялау – бүләкләү тантананаһының сағыу тамашаһы булды.

Башҡортостан Республикаһының аҡаҙанған рәссамы, Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар Союзы ағзаһы, «Оҫталар» номинацияһында Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт һәм киң коммуникациялар Министрлығының Дәүләт стипендиеһы эйәһе, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы)художество булегенең мөдире Сергей Николаевич Игнатенко жюри етәксеһе булды. Эштәрҙе баһалау аноним принцибы буйынса: конкурс эштәренең этикеткалары ябыҡ булды.

Конкурс йомғаҡтары буйынса Ағас һырлау бүлеге уҡыусыһы Байегетов Динир (Ҡылысов Йәнүҙәк Ишбердович класы) «Урал Батыр һәм яман дейеү» эше өсөн «БАТЫРҘАР ИЛЕ – 2019» IX Асыҡ республика конкурсының Гран-при эйәһе булды.

Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы, БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ, БР Сибай ҡалаһы ҡала округы Администрацияһының мәҙәниәт бүлеге, Сибай балалар художество мәктәбе сараның ойоштороусылары булды.

     
     
     



29 апрель 2019

Ун һигеҙенсе йәштәр Рәсәй Дельфий уйындарында ҡатнашыу йомғаҡтары тураһында

19–24 апрелдә Ростов өлкәһенең Ростов-на-Дону ҡалаһында уҙғарылған Ун һигеҙенсе йәштәр Рәсәй Дельфий уйындарынан 25 апрелдә Башҡортостан Республикаһының делегацияһы әйләнеп ҡайтты. Дельфий уйындарында быйыл тәүге тапҡыр Рәсәйҙең бөтә 85 субъектынан да вәкилдәр булды. Проектта 10 йәштән 25 йәшкә тиклем 2500 ҡатнашыусы булды. Талантлы ҡыҙҙар һәм егеттәр классика, халыҡ һәм заман сәнғәтенең 29 номинацияһы буйынса көс һынаштылар. Һәр бер номинация буйынса тупланған жюри составында Рәсәйҙең йөҙләп атҡаҙанған мәҙәниәт һәм фән вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре булды.

Ун һигеҙенсе йәштәр Рәсәй Дельфий уйындары – 2019 йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы делегацияһының ике ҡатнашыусыһы: Грачев Игорь (балалайка), Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) (уҡытыусы – Садыков Артур Ринатович, концертмейстер – Кадраева Нелли Маратовна) һәм Мордвинова Дарья (халыҡ йырҙарын яңғыҙ башҡарыу), Октябрьский музыкаль колледжы (уҡытыусы – Хисаева Гульнара Биктимировна, концертмейстер – Горелов Федор Иванович) диплом яуланылар.

 



29 апрель 2019

П.И.Чайковский исемендәге XVI Халыҡ-ара конкурсы сиктәрендә үткәрелгән РФ БММ һәм БСМ уҡыусылары Конкурсының Финаль (III) этабы йомғаҡтары тураһында

2019 йылда Рәсәй Федерацияһының балалар музыка мәктәптәре һәм балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары араһында «фортепиано», «скрипка», «виолончель», «вокал», «духовые инструменты» һөнәрҙәре буйынса Конкурс (артабан – Конкурс) П.И.Чайковский исемендәге XVI Халыҡ-ара конкурс сиктәрендә үткәрелде. Ул 2019 йылдың 25-27 июнендә Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаһында үтәсәк.

Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттарында февраль-апрель айҙарында өс этаптан конкурс үтте. Финаль һайлап алыу федераль округта үткәрелде.

I этап – 15 йәшкә тиклемге (15 йәш инә) «Муниципаль белем биреү учреждениеларының иң яҡшы ҡатнашыусыларын билдәләү» – Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондарындарында һәм ҡала округтарында үткәрелде.

II этап – «Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан еңеүселәрҙе билдәләү». Башҡортостан Республикаһында республиканың балалар музыка мәктәптәре һәм балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары араһынан I этап еңеүселәре - 40-лап ҡатнашыусы II этапҡа заявка бирҙе. Региональ һайлап алыу конкурс жюриһына Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының профессорҙары саҡырылды. Башҡортостан Республикаһында Конкурстың II этабы еңеүселәре: Гузеева Дарья, Урта махсус музыкаль колледж (фортепиано), Амирова Камила, Урта махсус музыкаль колледж (скрипка), Штин Яна, Урта махсус музыкаль колледж (виолончель), Бурнашев Карим, Өфө балалар сәнғәт мәктәбе (вокал).

III этап (финаль) – «Федераль округтан еңеүселәрҙе билдәләү».

Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт Министрлығы ҡушыуы буйынса Волга буйы федераль округы субъекттары араһында Конкурстың финаль этабы Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге үткәрҙе.

III этапта Волга буйы федераль округының 12 субъектынан II этаптың 38 еңеүсеһенең конкурс материалдары күрһәтелде. Конкурстың финаль һайлап алыу жюри составына Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре саҡырылды.

Конкурстың Финаль (III этап) еңеүселәре:

  • «Фортепиано» номинацияһы – Гузеева Дарья, Урта махсус музыкаль колледж,– Л.Ф.Каримова (Башкортостан Республикаһы);1
  • «Скрипка» номинацияһы – Калачева Полина, ММА при ННГК им.М.И.Глинки, уҡытыусы – И.В.Лежнева, концертмейстер – П.М.Качалов (Түбәнге Новгород өлкәһе);
  • Виолончель» номинацияһы – Перетятько Александра, Сәнғәт мәктәбе (Сәнғәт лицейы) Тольятти ҡалаһы, уҡытыусы – И.А.Чижова, концертмейстер – Л.Н.Аксенова (Һамар өлкәһе);
  • «Духовые инструменты» номинацияһы – Трофимова Кристина, С.М.Максимов исеменгдәге 1-се һанлы Чебоксар балалар музыка мәктәбе (Сыуаш республикаһы);
  • «Яңғыҙ йырлау» номинацияһы – Бурнашев Карим, Өфө балалар сәнғәт мәктәбе, уҡытыусы – Г.В.Хомич (Башкортостан Республикаһы).

Биш еңеүсенең конкурс материалдары (Конкурс тураһында Положениеға ярашлы, һәр номинацияла бер еңеүсе) Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт Министрлығына һәм П.И.Чайковский исемендәге XVI Халыҡ-ара конкурс Дирекцияһына (ФГБУК Федеральная дирекция музыкальных и фестивальных программ Росконцерт) ебәрелде. Финал һайлап алыуҙа еңеүселәр П.И.Чайковский исемендәге XVI Халыҡ-ара конкурстың финалында тыңлау сығышына 2019 йылдың 25–27 июнендә Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларына саҡырыласаҡ.

       



30 апрель 2019

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2019 йылдың 18 апреленән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығының 22.04.2019 №543 приказы менән раҫланған.



30 апрель 2019





ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru