ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


АПРЕЛЬ  2020


4 апрель 2020

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2020 йылдың 19 мартынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығының 20.03.2020 №360 приказы менән раҫланған.



10 апрель 2020

«Йәш таланттар» Бөтә Рәсәй Арт-проекты сиктәрендә үткәрелгән Бөтә Рәсәй конкурстары йомғаҡтары тураһында

1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Йәш таланттар» Бөтә Рәсәй Арт-проектының Бөтә Рәсәй конкурстарына йомғаҡтар яһалды:

  • «Гитара – минең утрауым» гитаристарҙың Бөтә Рәсәй конкурсы;
  • Театраль жанрҙарҙы башҡарыусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы: инсценировка, пьесанан өҙөк, оригиналь жанр, әҙәби һүҙ;
  • Йәш вокалистарҙың Бөтә Рәсәй конкурсы;
  • Ҡыллы инструменттарҙа йәш уйнаусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы.
  • Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

    Бөтә Рәсәй конкурстарының йомғаҡтарын Конкурстар, күргәҙмәләр /БР мәҙәниәт Министрлығының план буйынса үткәрелгән конкурстары тураһында мәғлүмәт битендә ҡарағыҙ.



    15 апрель 2020

    «Йәш таланттар» Бөтә Рәсәй Арт-проекты сиктәрендә үткәрелгән Бөтә Рәсәй конкурстары йомғаҡтары тураһында

    1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Йәш таланттар» Бөтә Рәсәй Арт-проектының Бөтә Рәсәй конкурстарына йомғаҡтар яһалды:

  • Халыҡ инструменттарында йәш уйнаусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы;
  • Башҡорт халыҡ инструменттарында йәш уйнаусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы;
  • Йәш пианистарҙың Бөтә Рәсәй конкурсы;
  • Тынлы һәм һуҡма инструменттарҙа йәш уйнаусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы.
  • Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

    Бөтә Рәсәй конкурстарының йомғаҡтарын Конкурстар, күргәҙмәләр /БР мәҙәниәт Министрлығының план буйынса үткәрелгән конкурстары тураһында мәғлүмәт битендә ҡарағыҙ.



    17 апрель 2020

    16 апрелдә уҡытыуҙа дистанцион белем биреү технологияларын ҡулланыу һорауҙары буйынса вебинар үтте

    Коронавирус инфекцияһының таралыуын киҫектереү сараларын тормошҡа ашырыу сәбәпле Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ-нең саралар үткәреү форматы үҙгәртелде.

    2020 йылдың 16 апрелендә мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ Башҡортостан Республикаһың мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениелары етәкселәре өсөн вебинар форматында дистанцион уҡытыу буйынса беренсе өйрәтеү семинарын үткәрҙе. Вебинар был темаға саралар серияһын асып ебәрҙе. Ошо саралар сиктәрендә балалар сәнғәт мәктәптәре (сәнғәт төрҙәре буйынса) етәкселәре өсөн дә вебинарҙар үткәреү планлаштырыла. Шулай уҡ РУМҮ мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының педагогик хеҙмәткәрҙәрен дистанцион уҡытыу өсөн квалификация үҫтереү программаларын эшләй.

    Вебинарҙа норматив документтар, методик кәңәштәр, дистанцион уҡытыуҙы ойоштороу буйынса өлгөләр һәм ресурстар ҡаралды. Урта махсус музыкаль колледж вәкилдәре дистанцион белем биреү технологияларын ҡулланып уҡытыуға күсеү, музыкаль белем биреүҙә яңы технологиялар ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Сибай сәнғәт колледжы вәкиле дистанцион уҡытыу өсөн онлайн-платформалар тураһында ентекләп һөйләне. Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы, БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ, республиканың мәҙәниәт өлкәһе колледждарының етәксе хеҙмәткәрҙәре һәм методистары һанынан барыһы 40 кеше вебинарҙа ҡатнашты.



    20 апрель 2020

    «Мәҙәниәт» Милли проектының «Ижади кешеләр» проекты сиктәрендә Мәҙәниәт өлкәһе ижади һәм етәксе кадрҙарын уҡытыу тураһында

    2019 йылда башланып киткән «Мәҙәниәт» Милли проектының «Ижади кешеләр» проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен өҫтәмә профессиональ программалар буйынса уҡытыуҙар әлеге йылдың апрель айынан дауам итә. Уҡыуҙар дистанцион формала мәҙәниәт өлкәһе ижади һәм етәксе кадрҙарын өҙлөкһөҙ уҡытыу һәм квалификация үҫтереү Үҙәктәрендә (артабан – Үҙәктәр), Рәсәйҙең алдынғы юғары белем биреү ойошмалары нигеҙендә, үтә.

    Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институты һәм Кемерово дәүләт мәҙәниәт институты Үҙәктәрендә Башҡортостан Республикаһың мәҙәни-ял учреждениеларының, музейҙар һәм китапханаларҙан 12 хеҙмәткәре хәҙерге ваҡытта квалификация үҫтереүсе программа буйынса уҡый башланы: «Муниципаль китапханаларҙың һәм ҡулланыусыларҙың виртуаль мөхиттә үҙ-ара эше», «Экскурсион эшмәкәрлекте ойоштороуҙа инновацион алымдар», «Мәҙәниәт учреждениелары эшмәкәрлеген РR-оҙатып барыу», «Виртуаль күргәҙмәләр булдырыу һәм алға этәреү», «Мәҙәниәт учреждениеларының шәхси цифрлы контент (интернет-ресурстар һәм медиапрдуктар) булдырыу һәм алға этәреү» һәм «Мәҙәниәт өлкәһендә финанс-экономик эшмәкәрлек». Апрель аҙағында уларға театраль-концерт ойошмаларының хеҙмәткәрҙәре ҡушыласаҡ. Улар Рәсәй театраль сәнғәт институты Үҙәгендә – ГИТИС, квалификацияларын үҫтерәсәк. Шулай уҡ, апрель аҙағында музей хеҙмәткәре С.А.Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй кинематография дәүләт институтында белем аласаҡ. 2020 йылдың икенсе яртыһында Гнесин исемендәге Рәсәй музыка академияһы Үҙәгендә мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәрең квалификацияһын үҫтереү планлаштырылған. Барлығы 2020 йылда милли проект сиктәрендә биш төрлө Үҙәктәрҙә республиканың мәҙәниәт өлкәһенән 683 хеҙмәткәрҙәр белем аласаҡ.

    Үткән йылда, федераль квотаға ярашлы, мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларынан 351 хеҙмәткәр А.Я.Ваганова исемендәге Рус балет Академияһы һәм Гнесин исемендәге Рәсәй музыка академияһы Үҙәктәрендә үҙҙәренең квалификацияһын үҫтерҙе.

    Башҡортостанда уҡыуҙарҙы Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана һәм Башҡортостан Республикаһының Милли музейы ойоштора. 2019–2024 йылдарҙа проект сиктәрендә Башҡортостан Республикаһынан бөтәһе 5000-дән артыҡ кеше уҡыясаҡ.



    24 апрель 2020

    23 апрелдә дистанцион уҡытыу һорауҙары буйынса вебинар форматында икенсе өйрәтеү семинары үтте

    БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ 23 апрелдә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениеларының етәксе хеҙмәткәрҙәре өсөн вебинар форматында икенсе өйрәтеү семинарын үткәрҙе. Вебинар был тема буйынса саралар серияһын дауам итте. Вебинарҙа ҡатнашыусылар алдында сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Рифович Халиков сығыш яһаны.

    Вебинарҙа республиканың мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениеларында дистанцион белем биреүҙе ойоштороу буйынса төрлө миҫалдар ҡаралды. Уҡытыуҙа дистанцион белем биреү технологияларын, музыкаль һәм художество белем биреү системаларында яңы технологиялар ҡулланыу тәжрибәһе менән Өфө сәнғәт училищеһының (колледжы), Октябрьский һәм Салауат музыкаль колледждары вәкилдәре уртаҡлашты. БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ вәкилдәренән, республиканың мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениелары етәксе хеҙмәткәрҙәре иҫәбенән вебинарҙа барлығы 56 кеше ҡатнашты.

    Мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениеларында дистанцион белем биреү мәсьәләләре буйынса киләһе вебинар 2020 йылдың 30 апрелендә буласаҡ.



    27 апрель 2020

    «Йәш таланттар» Бөтә Рәсәй Арт-проектының йомғаҡтары

    2020 йылда ул 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Арт-проект сиктәрендә йәш халыҡ инструменттарында уйнаусыларҙың, шул иҫәптән башҡорт халыҡ инструменттарында, тынлы һәм һуҡма инструменттарҙа, театраль жанрҙар, һәм шулай уҡ пианистар һәм вокалсыларҙың Бөтә Рәсәй конкурстары үтте.

    Талантлы йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, йәш һәләттәрҙең ижади үҫешен стимуллау, уларҙың башҡарыу кимәлен һәм музыкант һөнәренең абруйын күтәреү, һәм шулай уҡ педагогик кадрҙарҙың квалификацияһын үҫтереүгә йүнәлтелгән был традицион сарала мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты.

    Белем биреү ойошмаларында үткәрелгән проекттың Һайлап алыу этаптарында 900-ләп уҡыусы ҡатнашты. Һайлап алыу этабының һөҙөмтәләре буйынса, 400-ҙән артыҡ уҡыусы һәм студент финал этабына, Арт-проекттың йәш башҡарыусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүселәре исеме өсөн көрәшкә үтте.

    Арт-проекттың уң биш номинация буйынса конкурс тыңлауҙарҙы Өфө һәм Октябрьский ҡалаларының Октябрьский һәм Урта махсус музыкаль колледждары, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) концерт майҙансыҡтарында үткәреү планлаштырылғайны.

    Традицион – очно формала – Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә Арт-проектының «Минең утрауым – гитара» Бөтә Рәсәй гитаристарҙың конкурсы үтте. Конкурс сиктәрендә гитаристар дуэты, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Анастасия Старкова һәм Кирилл Мухамедяровтың концерты үтте. Шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусылары өсөн конкурстың жюри рәйесе һәм ағзалары ҡатнашлығында өйрәтеү семинары һәм квалификация үҫтереү ойошторолдо.

    Яңы коронавирус инфекцияһы (COVID-19) таралыуын киҫектереү сараларын тормошҡа ашырыу сәбәпле Бөтә Рәсәй Арт-проектының ҡалған 14 номинацияһы буйынса форматы үҙгәртелде: Арт-проектта ҡатнашыусыларҙың конкурс сығыштарын жюри видеояҙмалар буйынса тыңланы. Конкурстың жюри ағзаларына материалдар Интернет бәйләнеш йәки USB-флеш-накопитель ярҙамында ебәрелде (еткерелде). Бөтә жюри ағзалары ла үҙ эштәрен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарҙы.



    30 апрель 2020

    Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

    Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2020 йылдың 16 апреленән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығының 22.04.2020 №463 приказы менән раҫланған.



    30 апрель 2020





    ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
    сәғәт 9:00–18:00
    тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
    БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
    Ладыгин урамы, 21 й.
    тел. 8 (347) 235-78-15 факс
    235-78-15; 233-59-00
    e-mail: rumcrb@mail.ru