ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


АПРЕЛЬ  2021


1 апрель 2021

Мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларының етәксе хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу тураһында

БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ 2021 йылдың 20–21 апрелендә мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларының етәксе хеҙмәткәрҙәрен квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ белем биреү программаһы буйынса «Аҙ мобилле халыҡ төркөмдәре өсөн мәҙәниәт өлкәһендәге учреждениеларҙың файҙаланыу мөмкинлеген ойоштороу» темалы уҡыуҙарын ойоштора.

Уҡыуҙарҙы М.Х.Тухватшина исемендәге һуҡырҙар өсөн махсус Башҡорт республика китапханаһының етәкселәре үткәрәсәк. Программала инвалидтарҙың мәғлүмәт алыу хоҡуҡтарын көйләүсе хоҡуҡи документтарҙы ҡарау, эшмәкәрлеге сикләнгән граждандарҙың мәҙәниәт өлкәһенә инеү мөмкинлектәрен булдырыу буйынса лекция дәрестәре, информацион хеҙмәткә һәм ресурстарға виртуаль инеү мөмкинлектәрен булдырыу дәрестәре һәм был тема буйынса практик дәрестәр планлаштырылған.

Уҡыуҙар дистанцион форматта Zoom платформаһында үтәсәк.

Заявкалар 2021 йылдың 15 апреленә тиклем электрон формала, беҙҙең сайтта урынлашҡан КВАЛИФИКАЦИЯ ҮҪТЕРЕҮ битендә ҡабул ителә.

Уҡыуҙар 20 апрелдә 09.00 сәғәттә башлана. Техник бәйләнеш – 08.50 сәғәттә.

Уҡыуҙар йомғаҡтары буйынса һәр бер тыңлаусыға квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ әҙерләнәсәк.



9 апрель 2021

«Декоратив-ғәмәли сәнғәт дәрестәрендә ҡурсаҡтың художестволы образын тыуҙырыу» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҠО 1-се һанлы БСМ 2021 йылдың 29–31 мартында квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Декоратив-ғәмәли сәнғәт дәрестәрендә ҡурсаҡтың художестволы образын тыуҙырыу» темалы уҡыуҙарын ойошторҙо. Сара дистанцион форматта Zoom платформаһында үтте.

Программаны Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҠО 1-се һанлы БСМ директор урынбаҫары Мухаметдинова В.Н. төҙөнө. Уҡыуҙарҙы» Рәсәй рәссамдары Союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһы ярҙамы менән Башҡортостандың Көньяғының рәссамдары Ассоциацияһы ағзалары, уҡытыусылар Вилянова А.Ю., Гребнева О.И., Литвиненко О.В., Шмидт Е.А. үткәрҙе.

Сараның программаһында төрлө материалдарҙан декоратив әйберҙәр эшләү буйынса мастер-кластар, онлайн-консультациялар. Уҡыуҙар барышында тыңлаусылар ҡағыҙҙан, туҡыманан, кейеҙҙән, папье-машенан дүрт ижади эш эшләне. Уҡыуҙар йомғаҡтары буйынса тыңлаусылар эшләгән эштәрҙе анализлау һәм тикшереү, уҡытыусылар эштәрҙе башҡарыу буйынса тәҡдимдәр һәм нәсихәттәр бирҙеләр.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһының 13 муниципаль районынан һәм 5 ҡала округынан 68 уҡыусы һәм Ырымбур өлкәһе ҡала округынан 1 уҡытыусы ҡатнашты.

     



9 апрель 2021

Йәш музыканттарҙың «Елкән» – 2021 Беренсе телевизион конкурсы тураһында

«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы һәм Башҡортостандың мәҙәниәт Министрлығы яңы проект башлай. Йәш музыканттарҙың «Елкән» – 2021 Беренсе телевизион конкурсы башҡорттарҙың Бөтә донъя Ҡоролтайы иғлан иткән башҡорт тарихы Йылына арналған. Конкурсанттар башҡорт композиторҙарының йырҙарын һәм башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара. Беҙҙең композиторҙарҙың әҫәрҙәрендә Башҡортостан тарихында булған мөһим ваҡиғаларҙың музыкаль интерпретацияһы, милли рухы сағыла.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә музыкаль мираҫтың тик ҙур булмаған өлөшө генә башҡарыла. Ә музыканың мәғәнәһе – уның яңғырашында. «Елкән» беренсе телеконкурсы йәш музыканттар башҡарыуы аша башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәренә яңы һулыш биреү, республиканың тарихын, беҙҙең күренекле композиторҙарыбыҙҙың ижадын музыка аша күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Конкурста 8-14 йәшлек йәш музыканттар дүрт номинация буйынса ҡатнаша ала:

  • Фортепиано
  • Ҡыллы инструменттар
  • Тынлы инструменттар
  • Халыҡ инструменттары.

«Елкән» телеконкурсы өс турҙан тора:

    1. Һайлап алыу туры (видеояҙмалар буйынса)
    2. Конкурс туры
    3. Финал. Финалиста оркестр менән сығыш яһаясаҡ.

Конкурста ҡатнашыу өсөн konkurselken@mail.ru почтаһына сығыштың видеояҙмаһы һәм тултырылған заявканың сканын ебәрергә кәрәк. Конкурсты билдәле музыканттарҙан, йырсыларҙан, уҡытыусыларҙан, композиторҙарҙан һәм продюсерҙарҙан торған компетентлы жюри баһалаясаҡ.

Конкурстың бөтә турҙары ла БСТ һәм «Тамыр» каналдарының «Елкән» аҙналыҡ көндәлегендә сағылып барасаҡ. Конкурс финалистары тураһында фильмдар төшөрөләсәк. Конкурстың финалы һәм Гала-концерт күренекле композиторҙар, йырсы, башҡорт профессиональ музыка сәнғәтен ойоштороусыларҙың береһе – Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуған көнөндә – 29 октябрҙә үткәреү планлаштырыла.

Ошо көндәрҙә тамашасылар билдәле музыканттар Артур Назиуллин, Ильшат Муслимов, Шәүрә Сәғитова, Ринат Рамаҙанов һәм Н.Сабитов исемендәге 1-се һанлы БММ уҡыусылары ҡатнашлығында презентация ролигын күрәсәктәр.

– Балалар тарихты йыр-моңда киләсәккә алып барыусы ваҡыт елкәне булһындар, – тип теләктәр теләне Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестрының етәксеһе, донъяның күп билдәле сәхнәләрендә сығыш яһаусы күренекле кларнетсы Артур Назиуллин. – Йәш сәйәхәтселәргә эйәрсән ел! Ә беҙ яҡында булырбыҙ – ярҙам итербеҙ!

Йәш музыканттарҙың «Елкән» Беренсе телевизион конкурсы тураһында Положениены КОНКУРСТАР, КҮРГӘҘМӘЛӘР /БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА ҮТКӘРЕЛГӘН САРАЛАР ТУРАҺЫНДА МӘҒЛҮМӘТ битендә ентекләберәк ҡарарға.



26 апрель 2021

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2021 йылдың 15 апреленән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 20.04.2021 №691 приказы менән раҫланған.



26 апрель 2021

«Аҙ мобилле халыҡ төркөмдәре өсөн мәҙәниәт өлкәһендәге учреждениеларҙың файҙаланыу мөмкинлеген ойоштороу» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ М.Х.Тухватшин исемендәге һуҡырҙар өсөн махсус Башҡорт республика китапханаһы менән берлектә 2021 йылдың 20–21 апрелендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Аҙ мобилле халыҡ төркөмдәре өсөн мәҙәниәт өлкәһендәге учреждениеларҙың файҙаланыу мөмкинлеген ойоштороу» темалы уҡыуҙарын ойошторҙо. Сара дистанцион форматта Zoom платформаһында үтте.

Лекторҙар булып М.Х.Тухватшин исемендәге һуҡырҙар өсөн махсус Башҡорт республика китапханаһының етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны: директор Әминева А.Р., директор урынбаҫары Күсәрбаева И.Н., йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса директор урынбаҫары Кушнерук О.И., инновацион-методик бүлеге мөдире Борисевич И.М., каталогизация һәм үҫеш фонды бүлеге мөдире Давлетханова Н.М., ял ваҡытын ойоштороу буйынса бүлек мөдире Султанмуратова Г.Г., тифлоиздательство бүлеге редакторы Бадретдинов Ф.И.

Сара барышында инвалидтарҙың мәғлүмәт алыу хоҡуҡтарын көйләүсе хоҡуҡи документтар, аҙ мобилле халыҡ төркөмдәре өсөн мәҙәниәт объекттарын асыҡ файҙаланыу мөмкинлектәре, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән саралар ойоштороу үҙенсәлектәре, ОВЗ кешеләрен хеҙмәтләндереүҙә цифрлы техника ҡулланыу мәсьәләләре ҡаралды. Шулай уҡ тыңлаусылар иғтибарына ике ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм тәҡдим ителде – Тухватшин исемендәге һуҡырҙар өсөн махсус Башҡорт республика китапханаһының белгестәре эшләгән тефлокомментариялы «Ранняя оттепель» һәм «Жеребёнок» фильмдары.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһының 30 муниципаль районынан һәм 8 ҡала округыныңан 138 кеше ҡатнашты.

     
   



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru