ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


АПРЕЛЬ  2022


1 апрель 2022

Йәш башҡарыусылар араһында башҡорт классик музыҡаһының «Елкән» икенсе Асыҡ телевизион конкурсы

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы ярҙамлығы менән «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы «Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» проекты сиктәрендә 2022 йылдың апрель-октябрь айҙарында Йәш башҡарыусылар араһында башҡорт классик музыҡаһының «Елкән» икенсе Асыҡ телевизион конкурсын үткәреү тураһында иғлан итә. Конкурс Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ Йылына һәм башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ Йылына арналған.

Конкурсанттар профессиональ музыканттар эшкәртеүендәге башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡарҙы. Конкурс дүрт номинация буйынса үтәсәк: Фортепиано; Ҡыллы музыка ҡоралдары; Тынлы музыка ҡоралдары; Халыҡ музыка ҡоралдары.

Заявкалар 2022 йылдың 23 апреленә тиклем ҡабул ителә. Конкурста 8-14 йәшлек йәш музыканттар ҡатнаша ала. Конкурс өс турҙан үтәсәк. Һайлап алыу турының программаһы видеояҙмалар буйынса һәм конкус турҙарының программалары соло һәм концертмейстер менән башҡарыла. Финалға сығыусылар ҙур сәхнәлә оркестр оҙатыуы менән сығыш яһарға мөмкинселек яулай.

Проект башҡорт классик музыкаһы индустрияһын үҫтереүгә этәргес булып тора. Ойоштороусылар композиторҙарҙың маҡсатлы рәүештә балалар өсөн яҙыуын, уҡытыусыларҙың йәмәғәт таныҡлығын яулауын, ҡатнашыусы һәм тамашасы балалар туған көйҙәрҙең көсөн һәм матурлығын татыуҙарын маҡсат итеп ҡуйҙы.

 




6 апрель 2022

8 апрелдә «Көй нескәлеге – моңда» Республика музыкаль-теоретик конкурс-олимпиада үтәсәк

8 апрелдә БР ДБПБУ Өфө сәнғәт училищеһы нигеҙендә балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары араһында «Көй нескәлеге – моңда» Республика музыкаль-теоретик конкурс-олимпиада (Й.Гайдарҙың 290 йәшлегенә арналған) үтәсәк.

Конкурс-олимпиада мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү сифатын камиллаштырыуға, музыкаль һәм педагогик йолаларҙы үҫтереүгә, һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеүгә, уҡыусы шәхестәргә ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу һәм гармониялы үҫешенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.

Конкурс-олимпиада «Шәхсән беренслек» номинацияһы буйынса үткәрелә. Икенсе этап зональ методик берекмәләрҙә уҙҙы. Унда 100-ҙән артыҡ уҡыусы ҡатнашты һәм 50 ҡатнашыусы-еңеүсе: Күмертау, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан, Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Дүртөйлө, Йылайыр, Ҡалтасы, Салауат, Туймазы, Учалы, Шишмә районындарынан Республика этабы еңеүсеһе исеме өсөн көс һынашасаҡ.

Жюри составына мәҙәниәт өлкәһе колледждарының «Музыка теорияһы» предмет-цикл комиссиялары мөдирҙәре, методистар инәсәк. Жюри рәйесе итеп искусствоведение кандидаты, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыка тарихы кафедраһы доценты Светлана Ивановна Махней һайланды.

Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының ДБУМҮ белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәгенең 2022 йылғы пландарына ярашлы үткәрелә.



6 апрель 2022

Апрелдә «Афарин» хореография сәнғәте Республика конкурсының йомғаҡлау этабы үтәсәк

2022 йылдың апрель айында балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары араһында «Афарин» хореография сәнғәте Республика конкурсының йомғаҡлау этабы дистанцион форматта үтәсәк.

Конкурс ике этаптан «Яңғыҙ башҡарыу» һәм «Ансамблдәр» номинациялары буйынса үткәрелә. Башҡортостан Республикаһының балалар хореография мәктәптәре һәм балалар музыка, сәнғәт мәктәптәренең хореография бүлектәрендә үткәрелгән һайлап алыу этаптарында 1500 артыҡ уҡыусы ҡатнашты. Финал этабында еңеүсе исеме өсөн 1000-ләп кеше көс һынашасаҡ. Йәш бейеүселәр видеоязмалар аша классик һәм халыҡ бейеүҙәре экзерсистарын һәм, шулай уҡ үҙ бейеү программаларын күрһәтәсәк.

Өс йәш төркөмдәре буйынса хореография коллективтары һәм яңғыҙ башҡарыусылар сығыштарын Р.Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжы вәкилдәренән торған жюри баһалаясаҡ. Жюри рәйесе – балетмейстер, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһының художество етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артискаһы, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Леонора Сафыевна Куватова.

Йомғаҡтар 2022 йылдың 30 апрелендә беҙҙең сайтта урынлаштырыласаҡ.

Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының ДБУМҮ белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәгенең 2022 йылғы пландарына ярашлы үткәрелә.



7 апрель 2022

«Еңеү–2022 төшөрәм» масштаблы акцияһы илебеҙҙең бөтә төбәктәрендә лә үтәсәк!

Рәсәй мәҙәниәт Министрлығы «Яңы мәктәп» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған «Еңеү–2022 төшөрәм» Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәрҙең акцияһын үткәреү тураһында мәғлүмәт итә.

Акция балалар (мәктәпкә тиклемге белем биреү комплекстарының, дөйөм белем биреү һәм махсуслаштырылған мәктәптәр, балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениелары, балалар китапханалары уҡыусылары) араһында; йәштәр (үҫмерҙәр-йәштәр үҙәктәре һәм клубтары, йәштәр йәмғиәт ойошмалары ағзалары, шәхси ҡатнашыусылар), дәүләт һәм шәхси һәм мәҙәниәт белем биреү учрежденинлары белгестәре (уҡытыусылар, тәрбиәселәр, педагог-ойоштороусылар, методистар, китапханасылар) араһында үткәрелә.

Акцияла ҡатнашыуға балалар художество эштәре (живопись, графика, декоративно-прикладное искусство, коллаж), ҡыҫҡа тектар (художестволы эшкә өҫтәмә материал-теләк буйынса), белем биреү һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең 1941–1945 йй Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының батырлығына арналған методик ҡулланмалары (статьялар рәүешендә).

Ҡабул итеү дистанцион форматта акция сайтында: www.risuem-pobedu.ru

Акция 23.02.2022 йылда Ватанды һаҡлаусылар Көнөдә башлана, эштәрҙе ҡабул итеү 01.05.2022 тамамлана, йомғаҡтар Еңеү көнөндә, 09.05.2022, Дан паркында.



21 апрель 2022

Республикала А.М.Хәйҙәрова исемендәге фортепианолы ансамблдәрҙең Vlll Бөтә Рәсәй конкурсының конкурс тыңлауҙары үтә

Республикала Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының 1-се һанлы Балалар сәнғәт мәктәбе нигеҙендә видеоформатта А.М.Хәйҙәрова исемендәге фортепианолы ансамблдәрҙең Vlll Бөтә Рәсәй конкурсының конкурс тыңлауҙары үтә.

Конкурс бер турҙан өс йәш төркөмдәре буйынса үтәсәк: кесе төркөм (6–9 йәш); урта төркөм (10–12 йәш); өлкән төркөм (13–16 йәш). Конкурста ҡатнашыусылар ике төрлө характерлы әҫәр: классик йәки романтик осор әҫәре һәм үҙ һайлауы буйынса (Башҡортостан композиторҙары әҫәрҙәренә өҫтөнлөк).

Традицион рәүештә, жюри рәйесе А.Шнитке исемендәге Мәскәү дәүләт музыка институтының фортепиано сәнғәте кафедраһы мөдире, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, искусствоведение кандидаты Рөстәм Раджапович Шайхутдинов (Мәскәү ҡ.). Жюри ағзалары: З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының махсус фортепиано кафедраһы профессоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Михаил Юрьевич Кочуров; Октябрьский музыкаль колледжының «Фортепиано. Оркестрлы ҡыллы инструменттар» – циклы комиссияһының уҡытыусыһы, Рәсәй халыҡтарының урта профессиональ белем биреү буйынса Почётлы хеҙмәткәр Тамара Геннадьевна Захарова.

2022 йылдың 29 апрелендә 11.00 сәнғәттә (Мәскәү ваҡыты) дистанцион форматта конкурста ҡатнашыусыларҙы бүләкләү Церемонияһы буласаҡ. Церемонияға бәйләнеш өсөн һылтанма ҡатнашыусыларҙың электрон адрестарына ебәреләсәк.

Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының төп саралар Планына, БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәгенең пландарына ярашлы үткәрелә.



21 апрель 2022

XI Бөтә Рәсәй «Хор йәйғоро» конкурс-фестиваленең финал этабы апрель айында үтәсәк

2022 йылдың 22–25 апрелендә Республикала балалар йыр коллективтарының Ш.Бикмөхәмәтов исемендәге XI Бөтә Рәсәй «Хор йәйғоро» конкурс-фестиваленең финал этабы үтәсәк. Ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына, Пётр I тыуыуына 350 йылына арнала һәм дистанцион форматта үтәсәк.

Конкурс-фестиваль ике номинация буйынса үткәрелә: «Уҡыу балалар академия һәм халыҡ хорҙары» һәм «Һәүәҫкәр балалар академия һәм халыҡ хорҙары». Унда балалар музыкаль, сәнғәт, дөйөм белем биреү, балалар һәм үҫмерҙәр ижад үҙәктәренән 1000 артыҡ уҡыусы ҡатнашасаҡ.

Финал этабының жюри рәйесе – З.Исмәғилев Өфө дәүләт сәнғәт институтының уҡытыу һәм тәрбиәләү эштәре буйынса проректор, хор дирижерлығы кафедраһы мөдире, Башҡортостан республикаһының Т.Сайфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһының етәксеһе һәм баш дирижеры, Бөтә Рәсәй хор йәмәғәтенең Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр Дәүләт премияһы лауреаты Алсу Афгановна Хасбиуллина. Жюри ағзалары: З.Исмәғилев Өфө дәүләт сәнғәт институтының хор дирижерлығы кафедраһының доценты, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш хормейстры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Александр Леонидович Алексеев; З.Исмәғилев Өфө дәүләт сәнғәт институтының хор дирижерлығы кафедраһының доценты Наталья Евгеньевна Буткевич.

25 апрелдә 14.00 сәнғәттә дистанцион форматта ҡатнашыусыларҙы бүләкләү церемонияһы һәм уҡытыусылар өсөн түңәрәк өҫтәл үткәреләсәк.

Иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән хор коллективтары артабанғы, Рәсәй халыҡтарының бөтә федераль округтарында 1 майҙан 16 октябргә тиклем үтәсәк, округ этабында ҡатнашасаҡ.

Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының төп саралар Планына, БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәгенең һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының пландарына ярашлы үткәрелә.



25 апрель 2022

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2022 йылдың 21 апреленән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 25.04.2022 №915 приказы менән раҫланған.


ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru