ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


АПРЕЛЬ  2023


4 апрель 2023

«Сольфеджио дәрестәрендә музыкаль ишетеү һәләтлеген комплекслы үҫтереүҙең актуаль проблемалары»уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

2023 йылдың 3–4 апрелендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт бюджет профессиональ белем биреү учреждениеһы К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы нигеҙендә «Сольфеджио дәрестәрендә музыкаль ишетеү һәләтлеген комплекслы үҫтереүҙең актуаль проблемалары» квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ белем биреү программаһы буйынса уҡыуҙар үтте.

Уҡыуҙар К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының юғары квалификациялы уҡытыусылары ҡатнашлығында үтте.

Сара сиктәрендә «Сольфеджио дәреслектәрендә музыкаль ишетеү һәләтлегегенең феномены һәм уны үҫтереү мәсьәләләре», «g-moll тонлығы менән эшләү үҙенсәлектәре», «Музыка ритмы», «Сольфеджио дәрестәрендә ритм һәм ритмодекламация» темаларына лекциялар, асыҡ дәрестәр, мастер-кластар үтте.

Уҡыуҙар Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт Министрлығының һәм БР мәҙәниәт Министрлығының Республика уҡытыу методик үҙәгенең раҫланған пландарына өҫтәмә булараҡ үткәрелде. Мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениеларының 14 педагогик хеҙмәткәре белемен үҫтерҙе.

     



6 апрель 2023

БХМ һәм БСМ дәрестәрендә төрлө стилдәрҙә һәм техникаларҙа натюрморт төшөрөүгә өйрәтеү уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

2023 йылдың 3–5 апрелендә Башҡортостан республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының «1-се һанлы Балалар художество мәктәбе» өҫтәмә белем биреү муниципаль автоном учреждениеһы нигеҙендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «БХМ һәм БСМ дәрестәрендә төрлө стилдәрҙә һәм техникаларҙа натюрморт төшөрөүгә өйрәтеү» уҡыуҙары үтте.

Лекторҙар булып Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се һанлы Балалар художество мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылары сығыш яһаны. Сара сиктәрендә баҫма графикала ижади натюрморт эшләү буйынса практик дәрестәр, йомшаҡ материалдарҙан натюрморт яһау, һәм шулай уҡ ижади һынлы натюрморт буйынса.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының саралар планына ярашлы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте. Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе 34 педагогик хеҙмәткәр белемен камиллаштырҙы.

     



6 апрель 2023

Май айында «Урал батыр» исемле Бөтә рәсәй балалар художество ижады конкурсы үтәсәк

«Урал батыр» исемле Бөтә рәсәй балалар художество ижады конкурсы дистанцион формтта Башҡортостан Республикаһының балалар художество мәктәптәре, балалар музыкаль һәм сәнғәт мәктәптәренең художество бүлектәре уҡыусылары араһында үтәсәк. Ойоштороу взносы юҡ. Конкурста ҡатнашыу бушлай. Конкурстың ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ.

Конкурсҡа «Урал-батыр» башҡорт халыҡ эпосына бағышланған фотоматериалдар, автор эштәре электрон вариантта төҫлө фотографиялар түбәндәге номинациялар буйынса ҡабул ителә:

  • Живопись (акварель, гуашь, акрил, масло)
  • Графика (ҡәләм, тушь, йомшаҡ материалдар, линогравюра, офорт, компьютер графикаһы һәм башҡа)
  • Декоративно-ғәмәли сәнғәт (гобелен, туҡыу, ҡорама тегеү, кейеҙ баҫыу һәм башҡа).
  • Эштәр түбәндәге бер темаға тап килергә тейеш: «Урал батыр», «Урал батыр һәм уның тоғро дуҫы Аҡбуҙат»; «Башҡорт халыҡ әкиәттәре, легендалары, риүәйәттәре һәм эпостары».

    Иң яҡшы конкурс эштәре экспозицияһы 2023 йылдың 26–28 майында КИТАП-БАЙРАМ Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә уҙасаҡ.



    19 апрель 2023

    «БХМ һәм БСМ думбырала уйнарға өйрәтеү методикаһы» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

    2023 йылдың 17–18 апрелендә Башҡортостан республикаһының «К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы нигеҙендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «БХМ һәм БСМ думбырала уйнарға өйрәтеү методикаһы» уҡыуҙары үтте.

    Уҡыуҙар К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусылары ҡатнашлығында үтте.

    Сара сиктәрендә «Халыҡ йырҙары (ҡобайырҙар) көйҙәрен аранжировклау, «Думра ҡоралын өйрәнеү», «Домра техникаһн үҫтереү. Гаммалар. Күнегеүҙәр. Этюдтар» темалы лекциялар, семинарҙар, асыҡ дәрестәр һәм оҫталыҡ дәрестәре үтте.

    Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ раҫланған пландарына өҫтәмә булараҡ үткәрелде. Мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениеларынан 13 педагогик хеҙмәткәр белемен камиллаштырҙы.

         



    26 апрель 2023

    Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

    Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2023 йылдың 20 апреленән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 24.04.2023 №1023 приказы менән раҫланған.






    ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
    сәғәт 9:00–18:00
    тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
    БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
    Ладыгин урамы, 21 й.
    тел. 8 (347) 235-78-15 факс
    235-78-15; 233-59-00
    e-mail: rumcrb@mail.ru