ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


АПРЕЛЬ  2024


3 апрель 2024

«Йәш Рәсәй таланттары» Бөтә Рәсәй конкурсының I туры йомғаҡтары тураһында

Республикала «Йәш Рәсәй таланттары» Бөтә Рәсәй конкурсының I туры – бөтә рәсәй ижади йәштәр олимпиадаһы үтте. Ойоштороусыһы Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт Министрлығы.

Конкурстың II туры Мәскәү ҡалаларында үтәсәк.

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының һайлап алыу комиссияһы ҡарамағына 13 йәштән 19 йәшкә тиклемге 43 кандидаттың документтары ебәрелде (барлығы 44 кандидат, 1 кеше йәш буйынса тура килмәй – 22 йәш).

8 муниципаль райондан (Баҡалы, Благовещен, Дәүләкән, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Миәкә, Туймазы), 5 ҡала округынан (Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө) балалар сәнғәт мәктәптәренән һәм Урта махсус музыкаль колледжынан 24 кеше.

19 кеше мәҙәниәт өлкәһендә профессиональ белем биреүсе биш учреждение студенттары (Р.Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжы, Салауат музыкаль колледжы, Урта махсус музыкаль колледжы, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы), С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы.

Комиссия еңеүсе итеп 18 кешене Конкурстың I туры еңеүсеһе, 12 кешене II туры еңеүсеһе тип билдәләне.

Финал турының еңеүселәре 2024 йылдың июнь айында Мәскәүҙә билдәләнәсәк.



3 апрель 2024

«Башҡортостан – Евразия үҙәге. Киләсәккә ҡараш» Өсөнсө Республика ижади проекттар конкурсы 2024 йылға заявкалар ҡабул итеүен дауам итә



Конкурс Рәсәйҙә Ғаилә йылына арнап Халыҡ-ара балаларҙы һаҡлау көнөнә һәм Башҡортостан Республикаһында мөмкин селектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылына арнап үткәрелә.

Конкурс сиктәрендә Өфө ҡалаһында 2024 йылдың 1 июнендә «Торатау» Конгресс-холында үтәсәк.

Ижади проекттар темалары:

«Башкортостан – Ғаилә йылында Евразияның мәҙәни баш ҡалаһы (йәки мөмкин селектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылында);

«Мин, һин, ул, беҙ – бергә дуҫ татыу ғаилә!»;

«Мин – династия өлөшө» (мәҙәниәттә хеҙмәт династиялары; ғаилә йолалары, нигеҙҙәре, тәжрибә, ҡиммәттәр);

«Бөгөн беҙ һеҙҙең менән! Кешеләр яҙмышы беҙҙе борсоған саҡта»;

«Хәстәрлек берләштерә»;

Конкурста белем биреү ойошмаларының 7 йәшкә тиклемге уҡыусылары ҡатнаша ала.

Конкурстың 1дәрәжә лауреаттары ижади проекттарын яҡлау өсөн 2024 йылдың 1 июнендә Өфө ҡалаһында «Торатау» Конгресс-холында үтәсәк «Арт-ҡорлтай. Балалар» Дүртенсе ижади форумының пленар ултырышына саҡырыла.



3 апрель 2024

IX Бөтә Рәсәй хор дирижёрҙарының Шамил Ибраһимов исемендәге конкурсы йомғаҡтары

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында 27–28 мартта «Арт-сәнғәт» Халыҡ-ара конкурс-фестивале сиктәрендә XI Бөтә Рәсәй хор дирижёрҙарының Шамил Ибраһимов исемендәге конкурсы үтте.

Конкурстың 2 турында Өфө дәүләт сәнғәт институты һәм Салауат, Октябрьский, Учалы музыкаль колледжының студенттарынан тыш Екатеринбург, Магнитогорск, Мәскәү, Ростов-на-Дону, Санкт-Петербург, Саратов ҡалаларынан вәкилдәр булды. Һуңғы турҙа Белоруссиянан да конкурсант ҡыҙ ҡатнашты.

Икенсе тур барышында ҡатнашыусылар хор менән эшләү барышында үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте. Тур йомғаҡтары буйынса финалға һәр номинация буйынса 8 кеше сыҡты. Был тур концерт формаһында үтте.

Конкурс сиктәрендә хор дирижирлау кафедраһы профессоры, жюри ағзаһы Наталья Евгеньевна Буткевичтың дирижирлау буйынса мастер-класы булды.

Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы, БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты пландарына ярашлы үтте.

   
 



5 апрель 2024

«Йәш таланттар» Бөтә Рәсәй АРТ-проекты йомғаҡтары тураһында

Башҡортостан Республикаһында «Йәш таланттар» Бөтә Рәсәй АРТ-проекты сиктәрендә тынлы, ҡыллы, һуҡма, халыҡ, шул иҫәптән башҡорт халыҡ инструменттарында башҡарыусылар, пианистар, вокалсылар, һәм теарраль жанр башҡарыусылар конкурсы үтте.

Конкурс мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү сифатын үҫтереү маҡсатында үткәрелде. Арт-проект конкурсының һайлап алыу этаптарында Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениеларынан, Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатынан һәм Ырымбур өлкәһенән 1000 яҡын уҡыусы ҡатнашты.

Финал этабында еңеүсе исеме өсөн 300-ләп конкурсант көс һынашты, шул иҫәптән сәләмәтлеге яғынан мөмкинселектәре сикләнгән ҡатнашыусы.

Жюри составына З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре, Урта махсус музыкаль колледжы, Өфө сәнғәт училищеһының (колледжы) алдынғы уҡытыусылары саҡырылды.

Конкурс йомғаҡтары буйынса жюри 9 кешене Гран-при яулаусы итеп билдәләне:

Аминова Эвелина (думбыра), С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт колледжы, уҡытыусыһы – Алтынаманова Лилия Шамилевна

Әсфәндияров Булат (ҡурай), Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы), уҡытыусыһы – Хамитов Таһир Дидарович

Волощук Виктория (домра), Урта махсус музыкаль колледжы, уҡыусыһы – Камалова Елена Викторовна

Домрачева Полина (фортепиано), Урта махсус музыкаль колледжы, уҡытыусыһы – Кәримова Лия Фридоновна

Зиганшина Аиша (эстрадалы йыр), Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы), уҡытыусыһы – Саитов Марат Ирекович

Лощилова Арина (кларнет), Салауат музыкаль колледжы, уҡытыусыһы – Матвеев Александр Сергеевич

Мордвинова Ксения (халыҡ йырҙары), Октябрьский музыкаль колледжы, уҡытыусыһы – Хисаева Гульнара Биктимировна

Попов Марат (скрипка), Урта махсус музыкаль колледж, уҡытыусыһы – Богомолова Лилия Феликсовна

Шитов Вадим (һуҡма инструменттар), Салауат музыкаль колледжы, уҡытыусыһы – Байков Валерий Леонидович

Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте.

           
 



9 апрель 2024

«Заман этабында музыкаль йөкмәтке» Асыҡ Республика фәни-практик конференция йомғаҡтары тураһында

4–5 апрелендә БР ГБПОУ Салауат музыкаль колледжы нигеҙендә «Заман этабында музыкаль йөкмәтке» Асыҡ Республика фәни-практик конференцияһы үтте.

Конференция БР ГБПОУ Салауат музыкаль колледжында «Музыка теорияһы» һөнәрен асыуҙың 55 йыллығына арналған. Ул Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендәге, балалар музыка мәктәптәренең, балалар сәнғәт мәктәптәре уҡытыусыларының музыка, педагогик өлкәһе эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуыу стимуллауға, яңы асыштар, музыка өлкәһендә яңы ҡаҙаныштар менән таныштырыуға йүнәлтелде. Конференцияла ҡатнашыусыларҙың иң яҡшы статьялары һәм докладтары ингән йыйынтыҡ сығасаҡ.

Конференция программаһында лекциялар, презнтациялар һәм башҡа төрлө саралар булды.

Конференцияла 120-нән артыҡ кеше ҡаташты.

Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы, БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ һәм Салауат музыкаль колледжының 2024 йыл пландарына ярашлы үтте.

   
   



19 апрель 2024

«Балаларҙы башҡорт халыҡ эпостарын башҡарыу техникаһына өйрәтеү методикаһы» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

2024 йылдың 16–17 апрелендә К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы нигеҙендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Балаларҙы башҡорт халыҡ эпостарын башҡарыу техникаһына өйрәтеү методикаһы» уҡыуҙары үтте.

Уҡыуҙарҙы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, К.А.Валеев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының этнохудожество бүлеге уҡытыусыһы Асия Султановна Ғәйнуллина үткәрҙе.

Сара сиктәрендә «Башорт халҡының эпос төрҙәре», «Балаларҙы башҡорт халыҡ эпостарын башҡарыу техникаһына өйрәтеү методикаһы», «Төрлө эпостарҙа сюжет үҫеше» темаларына лекциялар, практик семинарҙар, мастер-кластар үтте. «Урал-батыр», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Алпамыша» эпостарын өлкәһендә речетатив башҡарыу өйрәнеү, «Ете ҡыҙ», «Бала ҡарға» эпостарын өйрәнеү, «Таһир менән Зөһрә» эпосының варианттарын өйрәнеү.

Сара БР мәҙәниәт Министрлығының һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына өҫтәмә булараҡ үтте. Башҡортостан Республикаһының 6 муниципаль районынан һәм 2 ҡала округынан мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларынан 10 хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

   
 



23 апрель 2024

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2024 йылдың 19 апреленән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 19.04.2024 №830 приказы менән раҫланған.



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru