ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


АПРЕЛЬ  2025


4 апрель 2025

«Донъя халыҡтарының ҡанатлы легендалары» балалар художестволы ижады Бөтә Рәсәй конкурс–күргәҙмәһе

2025 йылдың 5 апрелендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се һанлы Балалар художество мәктәбе нигеҙендә, Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Донъя халыҡтарының ҡанатлы легендалары» балалар художестволы ижады Бөтә Рәсәй конкурс-күргәҙмәһе үтәсәк (халыҡ әкиәттәре, әйтемдәре, эпостары, бәйеттәре, легендалары буйынса). Конкурстың «Ватанды һаҡлаусылар» темаһы әкиәттәрҙәге батыр-һаҡлаусыларҙың образдары асыҡлай.

Конкурс-күргәҙмә туғыҙ йыл дауам итә һәм Рәсәй региондары һәм Башҡортостан Республикаһының БХМ балаларының ижади үҫешен күрһәтеүсе булып тора.

Һәр конкурс һайын ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә бара. IX конкурста, традиция булараҡ, беҙҙең Республика актив ҡатнашты. Ә был төрлө ҡалаларҙан 52 өҫтәмә белем биреү учреждениелары (Өфө, Стәрлетамаҡ, Аҡъяр, Ағиҙел, Баймаҡ, Белорет, Бәләбәй, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Стәрлебаш, Шишмә, Саҡмағош…).

Рәсәй төрлө региондарҙан 46 ойошма аша күрһәтелде: Астрахан, Архангел, Белгород, Брянск, Иркутск, Калининград, Кемерово, Липецк, Мурманск, Ырымбур, Омск, Новосибирск, Свердловск, Рязанск, Силәбе, Ярослав өлкәләре, Татарстан, Карелия, Удмурт, Мордовия, Республикалары, Крамноярск һәм Хабаровск крайҙары, ЯНАО, ХМАО-Югра, Беларуссиянан һәм Ҡаҙағстандан да ҡатнашыусылар була.

Профессиональ жюриға төрлө номинациялар буйынса 3 мең тирәһе эш араһынан еңеүселәрҙе һайлап алыу бурысы тора.

11 апрелдә Стәрлетамаҡ ҡалаһының картина галереяһында, Нестеров исемендәге БГХМ филиалында конкурстың иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе асылды буласаҡ.



7 апрель 2025

«Тынлы һәм һуҡма инструменттарҙа башҡарыу буйынса актуаль һорауҙар» уҡыуҙары

БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ хәбәр итеүенә, 2025 йылдың 24–25 апрелендә К.Ә.Вәлев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы нигеҙендә мәҙәниәт өлкәһендә белем биреүсе, балалар сәнғәт мәктәптәре, балалар музыка мәктәптәре уҡытыусылары өсөн «Тынлы һәм һуҡма инструменттарҙа башҡарыу буйынса актуаль һорауҙар» уҡыуҙары үтәсәк.

Программала: «Тынлы һәм һуҡма инструменттарҙа башҡарыу буйынса актуаль һорауҙар», «Рудименттар. Барабансының башҡарыу техникаһынаң нигеҙҙәрен формалаштырыу», «Саксафонда уйнарға өйрәтеү», «Флейтала уйнау буйынса башҡарыу техникаһын үҫтереү», «Еҙ тынлы музыкаль ҡоралдарында уйнарға өйрәтеү ваҡытында әҫәрҙе тикшерә башлау осоронда штрихтар өҫтөндә эшләү» һәм конкурста ҡатнашыусыларҙың «Урал аръяғы фанфарҙары–2025», күргәҙмә сығыштары.

Дәрестәрҙе К.Ә.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусылары алып барасаҡ.

Дәрестәр аҙағында ойоштороу иғәнәһен түләүҙән һуң квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ биреләсәк.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн (хәрби комиссариаттан справка буйынса) ойоштороу иғәнһе ҡаралмай.



22 апрель 2025

«Йөрәктәр йылъяҙмаһы» Бөтә Рәсәй патриотик акцияһы старт ала

2025 йылдың 25 апреленән 20 майына тиклем йыл һайын уҙғарыла барған «Йөрәктәр йылъяҙмаһы» Бөтә Рәсәй патриотик акцияһы үтәсәк. Ул Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.

Быйыл Батырҙарға айырым иғтибар биреләсәк.

Акция Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт Министрлығы ярҙамында үткәреләсәк. Алты йыл эсендә 27 меңдән ашыу уҡыщҡатнашты.

Уҡытыусылар түбәндәге номинациялар буйынса ҡартнаша ала:

1. Ғаилә һәм минең төйәгем Батыры тураһында фильм.

Реаль тарихи персонаж тураһында тураһында 5 минутлыҡ видеояҙма (хәрби операцияла ҡатнашыусы, ветеран, партизан, тыл хеҙмәткәре). Видео «Яндекс Диск» йәки «Облако Mail»ға һалына, һылтанмаһы «Культурадляшкольников.РФ» порталында заявкаға ҡушыла.

2. Ғаилә һәм минең төйәгем Батыры тураһында хикәйә

Ысын тарихи персонаж тураһында эссе Word форматында 3 биткә тиклем. Текст ҡулдан биҙәкләнеп, файл заявкаға беркетелә.

1–11класс уҡытыусылары ҡатнаша ала. Заявкалар 20 майға тиклем ҡабул ителә.

Мәғлүмәт – Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының рәсми сайты.



25 апрель 2025

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2025 йылдың 18 апреленән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 18.04.2025 №603 приказы менән раҫланған.



25 апрель 2025

«Башҡорттарҙың түш биҙәүесе – Аҡыры яға яһау методикаһы» уҡыуҙары

БР мәҙәниәт Министрлығы хәбәр итеүенә, 2025 йылдың 15–16 майында К.Ә.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы нигеҙендә балалар художество мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәре, дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡытыусылары, мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең «Башҡорттарҙың түш биҙәүесе – Аҡыры яға яһау методикаһы» уҡыуҙары (очно һәм ситтән тороп) үтәсәк.

Дәрестәрҙе К.Ә.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының этнохудожество бүлеге уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ ижадының атҡаҙанған «Урал-батыр» коллективы етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының «Рәсәй йәне» Дәүләт премияһының «Традицион халыҡ мәҙәниәте» лауреаты сәсән Ғәйнуллина Асия Султановна алып барасаҡ.

Программала: «Башҡорт халыҡ йырҙарында халыҡ костюмдары», «Башҡорт халыҡ эпостарында халыҡ костюмдары», «Башҡорт түш биҙәүестәре тарихы», «Башҡорттарҙың түш биҙәүесе – Аҡыры яға яһау методикаһы» темаларға лекцион һәм практик дәрестәр.

Уҡыуҙар йомғаҡтарын буйынса ойоштороу иғәнәһен түләгәндән һуң квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ биреләсәк.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн ойоштороу иғәнәһен түләү ҡаралмай.



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru