ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫБАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ БЕЛЕМ БИРЕҮ БУЙЫНСА РЕСПУБЛИКА УҠЫТЫУ-МЕТОДИК ҮҘӘГЕ |
МАЙ 2019
8 май 2019
17 май 2019
Мәҙәниәт өлкәһе белелем биреү учреждениелары уҡытыусыларының квалификацияһын үҫтереү тураһында
БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2019 йылдың 5–6 июнендә мәҙәниәт өлкәһе белелем биреү учреждениелары уҡытыусылары өсөн «Музыкаль белем биреүҙә электрон-цифрлы технологиялар: клавишалы синтезатор» исемле квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡыуҙар үткәрә.
Сараның программаһында синтезаторҙа уйнау оҫталығы кимәле буйынса тыңлаусыларҙы төркөмдәргә бүлеү ҡарала. Башлаусы төркөмдә уҡыуҙарҙы Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округының 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәбенең фортепиано һәм синтезатор класы уҡытыусыһы Хусаинов Руслан Тагирович алып барасаҡ. Дауам итеүсе төркөмдә уҡыуҙарҙы М.И.Глинка исемендәге Новосибирск дәүләт консерваторияһының музыка теорияһы кафедраһы доценты, искусствоведение кандидаты, Yamaha компанияһының рәсми вәкиле Бакуменко Михаил Николаевич алып барасаҡ.
Уҡыуҙар 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәбе нигеҙендә үтәсәк (Өфө ҡалаһы, 109/1 һанлы йорт, «Ҡурсаҡ театры» туҡталышы).
Уҡыуҙарға килеүселәргә үҙҙәре менән синтезатор һәм адаптер алып килеү хуплана.
Бирелгән форма буйынса заявкалар 2019 йылдың 29 майына тиклем факс: (347) 235-78-15, йәки электрон почта: rumckpk3@mail.ru буйынса ҡабул ителә.
20 май 2019
«Мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларының идара итеүендә документация менән тәьмин итеүҙе ойоштороу»
2019 йылдың 15–16 майында Өфө ҡалаһы ҡала округының 7-се һанлы Балалар музыка мәктәбе нигеҙендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларының идара итеүендә документация менән тәьмин итеүҙе ойоштороу» темалы уҡыуҙар үтте. Уҡыуҙарҙа документтар әйләнеше өсөн яуаплы мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Сараны БР Мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ-нең директоры, Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф Отличнигы, техник фәндәр кандидаты Марешова Лариса Алексеевна алып барҙы.
Уҡыуҙар барышында түбәндәге темалар буйынса дәрестәр булды:
- Заман эш башҡарыуының норматив-хоҡуҡи һәм методик нигеҙе.
- Рәсәй Федерацияһының милли стандарты ГОСТ Р7.0.97-2016 «Информация, китапхана һәм нәшриәт эше буйынса стандарттар системаһы». Ойоштороу-идара итеү документтары. Документтарҙы рәсмиләштереүгә талаптар.
- Идара итеү документтарын төҙөү һәм рәсмиләштереүгә төп талаптар.
- Ойошманың документтар фондын туплау.
- Эштәр исемлеге.
- Һаҡлау срогы булған документтар менән эшләү методикаһы.
Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһының 19 муниципаль районы һәм 4 ҡала округы мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларының хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
20 май 2019
А.Э.Тюлькин исемендәге ХIV Халыҡ-ара балалар художество ижады конкурсын үткәреү йомаҡтары тураһында
18 майҙа Өфө ҡалаһында 2-се һанлы Балалар художество мәктәбе нигеҙендә А.Э.Тюлькин исемендәге ХIV Халыҡ-ара балалар художество ижады конкурсы күргәҙмәһе үтте. 2019 йылда конкурс Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналды.
Был традицион сара билдәле рәссам, Башҡортостанда һынлы сәнғәткә нигеҙ һалыусы, БАССР-ҙың халыҡ рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре – Александр Эрастович Тюлькин иҫтәлегенә бағышлап – һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм ярҙам итеү, халыҡ-ара берҙәмлек һәм дуҫлыҡты пропагандалау, хәҙерге заман донья киңлегендә һынлы сәнғәттең яңы төрҙәрен эҙләп табыу маҡсатынан үткәрелә.
Жюри составында билдәле рәссамдар, ә уның рәйесе – М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры, Рәсәй Федерацияһының рәссамдар Союзы вәкиле, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Башҡортостанда сәнғәт өлкәһендә Ғ. Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, М.В.Нестеров исемендәге премия лауреаты Тереғолов Айрат Рауф улы.
Конкурсҡа 4 йәштән 17 йәшкә тиклемге, шул иҫәптән сәләмәтлеге яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың, Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Ҡурған, Мәскәү, Новокузнецк, Тобольск, Иерусалим (Израиль), Канаданан, Франциянан ҡатнашыусыларҙың 1500 һынлы сәнғәт, графика, скульптура, декоратив-ғәмәли эштәре һәм эссе тәҡдим ителде.
Эштәр тәҡдим ителгән темаларҙың береһенә тап килделәр: «Башҡортостан тарихы риүәйәт, әкиәт, легенда, эпоста»; «Бөйөк һәм дөрөҫ театр сәнғәте»; «Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса»; ирекле тема. Эссе А.Э.Тюлькин, К.С.Девлеткильдеев, Р.М.Нурмухаметов әҫәрҙәре буйынса яҙылды.
Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүсе – Гран-при эйәһе – Буторина Евгения (16 йәш), Өфө ҡалаһының 2-се һанлы Балалар художество мәктәбе уҡыусыһы (Г.Н.Скворцова класы) Льюис Клайв әҫәрҙәре мотивтары буйынса триптих өсөн (уникаль графика). 28 конкурсант «Иң яҡшы эш» дипломына эйә булды, ә 300-гә яҡыны дипломант булды.
Конкурс эштәренең күргәҙмәһен асыу һәм һәм бүләкләү церемонияһы 2019 йылдың 29 авгусында Өфө художество галереяһында үтәсәк. Иң һәйбәт конкурс эштәре иллюстрацияланған каталогка индереләсәк.
Сара Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы, БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге, Өфө ҡалаһының 2-се һанлы Балалар художество мәктәбе пландарына ярашлы үтте.
23 май 2019
Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында
Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2019 йылдың 16 майынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығының 21.05.2019 №651 приказы менән раҫланған.
ЭШ ВАҠЫТЫ: | дүшәмбе – йома сәғәт 9:00–18:00 тәнәфес сәғәт 13:00–14:00 |
БЕЛЕШМӘ МӘҒЛҮМӘТТӘР: | 450055, Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21 й. тел. 8 (347) 235-78-15 факс 235-78-15; 233-59-00 e-mail: rumcrb@mail.ru |
---|