ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


МАЙ  2020


8 май 2020





13 май 2020

«Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының уҡытыу процесында дистанцион белем биреү технологияларын ҡулланыу» уҡыуҙары

БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ 2020 йылдың 20–21 майында мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының уҡытыу процесында дистанцион белем биреү технологияларын ҡулланыу» темалы уҡыуҙарын үткәрә.

Уҡыуҙарҙы Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының етәксе һәм педагогик хеҙмәткәрҙәре үткәрәсәк. Уҡыуҙар барышында түбәндәге һорауҙар ҡараласаҡ: уҡыу процесында онлайн-платформалар ҡулланыу, дистанцион уҡытыуҙы музыкаль-теоретик, инструменталь-башҡарыу һәм вокаль-хор дисциплинары буйынса, фольклор, художество һәм хореография циклдары дәрестәрен ойоштороу.

Уҡыуҙар дистанцион форматта Zoom платформаһында үтәсәк, тоташыу өсөн һылтанма уҡыуҙар үткән көндә, заявкалар биргән ҡатнашыусыларҙың электрон адрестарына ебәреләсәк. Техник талаптар: Интернет селтәренә тоташҡан компьютер һәм өндәр уйнатыусы ҡоролош.

Уҡыуҙарҙың йомғаҡтары буйынса тыңлаусылар өсөн электрон адрестарына квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡтар әҙерләп ебәреләсәк, оригиналдарын БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ-ән (Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21) Башҡортостан Республикаһы территорияһында «Юғары әҙерлек» режимы бөткәндән һуң алырға була.

Заявкалар 2020 йылдың 18 майына тиклем электрон формала, беҙҙең сайтта урынлаштырылған Квалификация үҫтереү /Планлаштырылған саралар битендә ҡабул ителә.



18 май 2020

«Эш башҡарыусы кадрҙарын» уҡытыу

БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ 2020 йылдың 20–29 майында мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларың кадрҙар хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Эш башҡарыусы кадрҙар» темалы уҡыуҙарын үткәрә.

Уҡыуҙарҙы Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡарамағындағы Бэашҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһы уҡытыусыһы, ООО «Архив-Эксперт»директоры Галков Сергей Николаевич алып барасаҡ. Сара барышында Рәсәй Федерацияһының Архив фондының, дәүләт власы органдарының, урындағы үҙидара органдары һәм ойошмаларының документтарын һаҡлау, комплектлау, иҫәпләү һәм ҡулланыуын ойоштороу мәсьәләләре, электрон хеҙмәт кенәгәләрен рәсмиләштереү һәм алып барыу үҙенсәлектәре һәм башҡа күп һорауҙар ҡараласаҡ.

Уҡыуҙар дистанцион форматта Zoom платформаһында үтәсәк, тоташыу өсөн һылтанма уҡыуҙар үткән көндә, заявкалар биргән ҡатнашыусыларҙың электрон адрестарына ебәреләсәк. Техник талаптар: Интернет селтәренә тоташҡан компьютер һәм өндәр уйнатыусы ҡоролош.

Уҡыуҙарҙың йомғаҡтары буйынса тыңлаусылар өсөн электрон адрестарына квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡтар әҙерләп ебәреләсәк, оригиналдарын БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ-ән (Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21) Башҡортостан Республикаһы территорияһында «Юғары әҙерлек» режимы бөткәндән һуң алырға була.

Заявкалар 2020 йылдың 26 майына тиклем электрон формала, беҙҙең сайтта урынлаштырылған Квалификация үҫтереү /Планлаштырылған саралар битендә ҡабул ителә.



27 май 2020

«Салют, Еңеү!» Республика музыкаль-теоретик олимпиада 27-28 майҙа дистанцион режимда үтәсәк

2020 йылдың 27–28 майында БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ БР Өфө ҡалаһы ҡала округының Н.Сабитов исемендәге БСМ менән берлектә Zoom платформаһында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Салют, Еңеү!» Республика музыкаль-теоретик олимпиадаһын дистанцион форматта үткәрә.

Сара уҡыусыларҙың музыкаль-теоретик дисциплиналарға ҡыҙыҡһыныуын активлаштырыу, балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусыларының белем кимәлен асыҡлау, музыкаль-теоретик дисциплинар уҡытыу методикаһы һәм инновацион технологиялар өлкәһендә уҡытыусыларҙың профессиональ оҫталығын үҫтереү, һәм, шулай уҡ, патриотизм тәрбиәләү, илебеҙҙең мәҙәни-тарих өлкәһендә уҡыусыларҙың белемдәрен үҫтереү маҡсатында ойошторола.

Республиканың мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреүсе 27 учреждениеһынан 49 ҡатнашыусы еңеүсе исеме өсөн көрәшәсәк!

«Салют, Еңеү!» Олимпиадаһының ойоштороусоһо – Өфө ҡалаһының Н.Сабитов исемендәге 1-се һанлы БСМ музыкаль-теоретик дисциплинар уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ольга Петровна Зильберг. Олимпиадала ҡатнашыусыларға махсус әҙерләнгән видеояҙма күрһәтеләсәк: Ольга Зильберг ижад иткән «Һуғыш» шиғырын Н.Сабитов исемендәге 1-се БСМ уҡыусылары дистанцион формала уҡыйҙар.

28 майҙа 15:00 сәғәттә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Салют, Еңеү!» Республика музыкаль-теоретик Олимпиадаһының Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рината Рифовича Халиҡова ҡатнашлығында ябылыу Церемонияһы онлай режимда үтәсәк.

Ябылыу Церемония һында видеояҙма күрһәтеләсәк: Өфө ҡалаһының Н.Сабитов исемендәге 1-се һанлы БСМ-нең эстрада бүлеге уҡыусылары һуғыш йылдары йырҙарын дистанцион режимда башҡарасаҡ.



29 май 2020

«Салют, Еңеү!» Республика музыкаль-теоретик олимпиадаһы йомғаҡтары тураһында

2020 йылдың 28 майында БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ һәм БР Өфө ҡалаһы ҡала округының Нариман Сабитов исемендәге 1-се һанлы БММ менән берлектә дистанцион форматта, Zoom платформаһында видеоконференцияла бәйләнеше аша Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Салют, Еңеү!» Республика музыкаль-теоретик олимпиадаһының ябылыу церемонияһын үткәрҙе.

Сара уҡыусыларҙың музыкаль-теоретик дисциплиналарға ҡыҙыҡһыныуын активлаштырыу, балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусыларының белем кимәлен асыҡлау, музыкаль-теоретик дисциплинар уҡытыу методикаһы һәм инновацион технологиялар өлкәһендә уҡытыусыларҙың профессиональ оҫталығын үҫтереү, һәм, шулай уҡ, патриотизм тәрбиәләү, илебеҙҙең мәҙәни-тарих өлкәһендә уҡыусыларҙың белемдәрен үҫтереү маҡсатында ойошторолдо.

2020 йылдың 27 майында Олимпиаданың онлайн асыш церемонияһында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәгенең директоры директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф Отличнигы, техник фәндәр кандидаты, «Салют, Еңеү!» Олимпиадаһының ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары Лариса Алексеевна Марешова һәм Олимпиаданың ойоштороусоһо – Өфө ҡалаһының Н.Сабитов исемендәге 1-се һанлы БСМ музыкаль-теоретик дисциплинар уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ольга Петровна Зильберг ҡотланы. Олимпиадала ҡатнашыусыларға махсус әҙерләнгән видеояҙма күрһәтелде: Ольга Зильберг ижад иткән «Һуғыш» шиғырын Н.Сабитов исемендәге 1-се БСМ уҡыусылары дистанцион формала уҡыны.

Республиканың мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреүсе 27 учреждениеһынан 49 ҡатнашыусы еңеүсе Олимпиада һорауҙарына тест формаһында дистанцион яуап бирҙеләр. Тестлау өс өлөштән торҙо:теоретик белем, һуғыш йылдары йырҙары буйынса викторина, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары һәм иҫтәлекле ваҡиғаларға арналған һәйкәлдәр.

Жюри ағзалары һәм уның рәйесе – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыка тарихы кафедраһы мөдире, доцент, искусствоведение кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының композиторҙар Союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт Министрлығының Почёт грамотаһы эйәһе, ВДНХ СССР алтын миҙалы, Халыҡ-ара музыка эшмәкәрҙәре союзы юбилей миҙалы эйәһе Светлана Михайловна Платонова, Олимпиаданың йомғаҡтары буйынса түбәндәге һөҙөмтә яһаны.

Сәнғәт мәктәптәренән 9 уҡыусы (сәнғәт төрҙәре буйынса) Олимпиада лауреаттары булды: 2 беренсе урын, 3 – икенсе, 4 – өсөнсө. 21 ҡатнашыусы олимпиада Дипломанты, булды, 19 ҡатнашыусы дипломын алды. Бөтә ҡатнашыусыларға ла дипломдар электрон адрестар буйынса ебәреләсәк. Олимпиада лауреаттары Ойоштороу комитетынан аҡсалата премиялар аласаҡ.

Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары, Олимпиаданың ойоштороу комитеты рәйесе Ринат Рифович Халиков онлайн режимда сәләмләне. Ул ил тарихын белеү, йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү мөһимлеген билдәләне.

Ябылыу Церемонияһы видеояҙма күрһәтеү менән тамамланды: Н.Сабитов исемендәге 1-се һанлы Балалар музыка мәктәбе уҡыусылары һуғыш йылдары йырҙарын дистанцион режимда башҡарҙы.

   
 
 



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru