ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


МАЙ  2021


1 май 2021





9 май 2021





11 май 2021

«Йәш китапханасы мәктәбе» уҡыуҙарын үткәреү тураһында

2021 йылдың 20–21 майында БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ эш стажы 3 йылға тиклемге китапхана хеҙмәткәрҙәре өсөн квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Йәш китапханасы мәктәбе» темалы уҡыуҙарын үткәрә.

Уҡыуҙарҙы Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының күмәк китапханалар Үҙәкләштерелгән системаһының етәксе хеҙмәткәрҙәре һәм төп белгестәре алып барасаҡ. Программала китапханаларҙың эшмәкәрлеген көйләүсе норматив документтарҙы, китапхана фондын һаҡлау мәсьәләләрен, белешмә-мәғлүмәт ресурстарының һәм электрон китапхана ресурстарының эшмәкәрлеге буйынса һорауҙар, китап һәм виртуаль күргәҙмәләр ойоштороу, китапханала онлайн киң саралар үткәреү, китапхананың Интернет селтәрендә имиджын күтәреү кеүек һорауҙар ҡаралды.

Уҡыуҙар дистанцион форматта Zoom платформаһында үтәсәк.

Заявкалар 2021 йылдың 18 майға тиклем электрон формала, беҙҙең сайтта урынлашҡан КВАЛИФИКАЦИЯ ҮҪТЕРЕҮ битендә ҡабул ителә.

Уҡыуҙар 20 майҙа 10 сәғәттә башлана.

Уҡыуҙарҙың йомғаҡтары буйынса һәр бер тыңлаусыға квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ әҙерләнәсәк.



29 май 2021

Башкортостан Республикаһы делегацияһының Рәсәйҙең Егерменсе йәштәр Дельфий уйындарында ҡатнашыуы тураһында

2021 йылдың 26 майында Пермь өлкәһенең Пермь ҡалаһында 21–26 майында үткәрелгән Рәсәйҙең Егерменсе юбилей йәштәр Дельфий уйындары тамамланды. Уйындарҙа Рәсәй Федерацияһының 65 субъекттары делегациялары на 1947 кеше ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составынан Урта махсус музыкаль колледжынан, Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжынан, Өфө сәнғәт училищеһынан (колледжынан), Октябрьский, Салауат музыкаль колледждарынан,Өфө ҡалаһының Н.Сабитов исемендәге 1-се һанлы Балалар музыкаль мәктәбенән, Октябрьский ҡалаһының 2-се һанлы Балалар сәнғәт мәктәбенән, Благовещен районының Балалар сәнғәт мәктәбенән, Күмертау ҡалаһының Балалар муниципаль һәм художество мәктәптәренән 16 уҡыусы ҡатнашты.

2021 йылдың Рәсәйҙең Егерменсе йәштәр Дельфий уйындарында ҡатнашыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы делегацияһы 1 алтын миҙал, 2 көмөш миҙал, 2 бронза миҙал, 2 махсус диплом яуланы.

Башҡортостан Республикаһынан уйындарға делегация һайлау, туплау һәм ебәреү мәсьәләләре менән традицион булараҡ, Башҡортостан Республикаһының Дельфий уйындары буйынса ведомство-ара эш төркөмө шөғөлләнә. Уның составына Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының, Башҡортостан Республикаһы мәғариф Министрлығының, Башҡортостан Республикаһының йәштәр политикаһы һәм спорт Министрлығы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вәкилдәре инә. Эш төркөмө менән Башҡортостан Республикаһының белем биреү буйынса РУМҮ директоры Л.А.Марешова етәкселек итәсәк.

   
       



31 май 2021

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2021 йылдың 20 майынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 21.05.2021 №985 приказы менән раҫланған.



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru