ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


МАЙ  2022


1 май 2022





9 май 2022





12 май 2022

«Афарин» Республика хореография сәнғәте конкурсын үткәреү йомғаҡтары тураһында

2022 йылдың апрель айында балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары араһында «Афарин» Республика хореография сәнғәте конкурсының һуңғы этабы үтте.

Конкурс ике этаптан «Яңғыҙ башҡарыусылар» һәм «Ансамблдәр» номинациялары буйынса үткәрелде. Һайлап алыу этаптарында 1500 артыҡ уҡыусы ҡатнашты. Финал этабында еңеүсе исеме өсөн 1000-ләп кеше көс һынашты. «Яңғыҙ башҡарыусылар» номинацияһында – 33 ҡатнашыусы, «Ансамблдәр» номинацияһында – 65 коллектив ҡатнашты.

Конкурс йомғаҡтары буйынса Гран-При яҡлаусы – «Контраст» бейеү ансамбле, Күмертау ҡалаһының Балалар хореография мәктәбе, етәкселәре С.П.Кондратьева, К.Д.Климов, А.В.Бармаков.45 ҡатнашыусы 1,2,3 дәрәжә лауреаттары, 48- дипломант булды һәм 12 уҡытыусы һәм 3 концертмейстер диплом менән билдәләнде.

Жюри рәйесе: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш балетмейстеры, балет труппаһының етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Леонора Сафыевна Куватова, жюри ағзалары: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының хореография сәнғәте кафедраһы мөдире, Р.Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжы директоры, хореография дисциплиналар уҡытыусыһы, искусствоведение кандидаты, театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы Олия Галеевна Вильданова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артискаһы, Р.Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжының классик бейеү уҡытыусыһы Гульнара Радиковна Халитова.

Сара Барышын Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының төп саралар планына һәм Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының ДБУМҮ белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәгенең 2022 йылғаэш планы буйынса үткәрелде.



19 май 2022

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә үткәрелгән «Алтын даға» Республика конкурс-фестивален үткәреү тураһында

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы Йылына арналған балалар сәнғәт мәктәптәре һәм мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениеларының фольклор башҡарыусылар һәм коллективтары араһында үткәрелгән «Алтын даға» Республика конкурс-фестивале дистанцион форматта Башҡортостан Республикаһының балалар музыка мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре, мәҙәниәт өлкәһендә профессиональ белем биреү мәктәптәре уҡыусылары араһында, һәм шулай уҡ, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының әҙерләү бүлеге һәм «Вокал сәнғәте» бүлегегең 1-5 курстары студенттары араһында үткәрелә.

Конкурс-фестиваль ике этаптан үтәсәк:

I этап – (һайлап алыу) – белем биреү учреждениеларында 2022 йылдың 25 октябрендә тиклем;

II этап – (республика) – дистанцион форматта ебәрелгән видеояҙмалар буйынса 2022 йылдың 1-30 октябргә тиклем.



20 май 2022

Өфөлә 1 июндә «АРТ-Ҡоролтай. Балалар» Икенсе мәҙәни форум үтәсәк

Форум сиктәрендә «Мәҙәниәт өлкәһендә уртаҡ белем биреү мөхитен ойоштороу» Стратегик сессияһын, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының етәксе һәм педагогик хеҙмәткәрзаре өсөн тренингтар, Ҙур балалар концерын, БСТ телемарафонын, «Башҡортостан-Евразия үҙәге. Киләсәккә ҡараш» Беренсе ижади проекттары еңеүселәрен бүләкләү һәм проекттар презенацияһын үткәреү планлаштырыла. Шулай уҡ интерактив майҙансыҡтар, балалар өсөн тематик ижади зоналар һәм урта махсус һәм юғары белем биреү учреждениелары күргәҙмәләре ойоштороласаҡ.

Форум эшендә ҡатнашырға саҡырабыҙ:

Башҡортостан Республикаһының БХМ, БММ, мәҙәниәт өлкәһе колледждарының етәксе һәм педагогик хеҙмәткәрҙәрен;

Өфө ҡалаһының һәм Өфө ҡалаһы тирәһендәге район. Һәм ҡалаларының республика ПББ, БММ концертта ҡатнашҡан уҡыусыларҙы;

Республика ПББ күргәҙмә майҙансыҡтарында ҡатнашыусы хеҙмәткәрҙәрен – үҙ белем биреү учреждениеһын презентациялау;

Ҙур балалар концертын ҡараусылар һәм интерактив майҙансыҡтарға, күргәҙмгә килеүселәр;

Һәләтле балалар иҫәбенән Пленар ултырышта ҡатнашыусылар, (Ҙур балалар концерты тамашасылары) – БММ, БХМ, БММ, Өфө һәм башҡа ҡалаларҙың ПББУ.



24 май 2022

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2022 йылдың 19 майынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 20.05.2022 №1132 приказы менән раҫланған.


ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru