ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


МАЙ  2023


1 май 2023





9 май 2023

Еңеү көнө менән! Беҙ хәтерләйбеҙ!






15 май 2023

«Йәш китапханаһы мәктәбе» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

2023 йылдың 11–12 майында Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҠО муниципаль учреждениеларының Урта ҡала күмәк китапханаларҙың үҙәкләштерелгән системаһының Урта ҡала китапханаһы нигеҙендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Йәш китапханасы мәктәбе» уҡыуҙы үтте.

Лекторҙар булып Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҠО муниципаль учреждениеларының Урта ҡала күмәк китапханаларҙың етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны. Сара сиктәрендә түбәндәге темалар ҡаралды:

  • китапханаларҙың эшмәкәрлеген тәртипләштереүсе норматив документтар;
  • яңы ГОСТар;
  • китапханала күмәк эштәр ойоштороу;
  • онлайн режимда күмәк эштәр;
  • китапхана фонды менән эшләү;
  • ҡулланыу барышында китапхана фондын һаҡлау.
  • Шулай уҡ Өфө ҡалаһының 10-сы һанлы Модель китапханаһы буйынса экскурсия ойошторолдо.

    Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте. Китапхана системаһының 3йылға тиклемге эш стажы булған 18 хеҙмәткәрҙәре квалификацияһын арттырҙы.

         



    17 май 2023

    2023–2024 уҡыу йылдарында айырыуса һәләтле балалар өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһына дәғүә итеүселәрҙе һайлау тураһында

    БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ мәғлүмәт биреүенсә, Башҡортостан Республикаһының белем биреү учреждениеларында интеллектуаль эшмәкәрлектә, сәнғәт һәм спорт өлкәһендә айырыуса ҙур ҡаҙаныштарға лайыҡ булған һәләтле балаларға ярҙам маҡсатында йыл һайын Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһына дәғүә итеүселәрҙе һайлау буйынса конкурс уҙғарыла.

    Дәғүә итеүселәрҙе һайлау айырыуса һәләтле балаларҙы Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән раҫланған 28.10.1999 №УП-700 (артабанғы үҙгәрештәр менән) Башҡортостан республикаһы Башлығы стипендияһы Положениеһына ярашлы ике этаптан: муниципаль һәм республика этаптарынан үтәсәк.

    Стипендия уҡыусыларға уҡыу йылы барышында: 2022 йылдың 1 сентябренән 2023 йылдың 31 майына тиклемге осорҙа айырыуса уңыштар күрһәткән өсөн бирелә. Конкурста шулай уҡ үткән йылдарҙа ҡатнашҡан стипендиаттар ҙа ҡатнаша ала.

    Ентекләберәк беҙҙең сайтта СТИПЕДИЯЛАР, ПРЕМИЯЛАР /ИНФОРМАЦИЯ битендә ҡарарға була.



    17 май 2023

    2023 йылдың майынан ноябренә тиклем йәш башҡорт классик музыкаһын башҡарыусыларының «Елкән» Өсөнсө Асыҡ телевизион конкурсы үткәрелә

    Башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусыларының «Елкән» Өсөнсө Асыҡ телевизион конкурсы РФ Президенты В.В.Путин иғлан иткән уҡытыусы һәм остаз йылына һәм Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы иғлан иткән Фән һәм мәғариф Йылына арналған.

    Конкурстың ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы; Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан» телерадио тапшырыу компанияһы; «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы; Белем биреү буйынса РУМҮ.

    Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса өс турҙан үткәрелә: «Фортепиано»; «Ҡыллы инструменттар»; «Тынлы инструменттар»; «Халыҡ инструменттары».

    Һайлап алыу туры видеояҙмалар буйынса үткәрелә;

    Конкурс туры – конкурс тыңлауҙар;

    Финал туры – оркестр менән конкурс тыңлауҙар.

    Конкурста 8–14 йәштәге башҡа Конкурстарҙа еңеүсе һәм лауреат булмаған йәш музыканттар ҡатнаша ала.

    Конкурс башланыуы, заявалар ҡабул итеү һәм конкурс тыңлауҙарҙың үткәреү даталары тураһында конкурстың ойоштороу комитеты БСТ һәм «Тамыр» телеканалдарында иғлан итә.



    23 май 2023

    Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

    Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2023 йылдың 19 майынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 22.05.2023 №1267 приказы менән раҫланған.


    ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
    сәғәт 9:00–18:00
    тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
    БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
    Ладыгин урамы, 21 й.
    тел. 8 (347) 235-78-15 факс
    235-78-15; 233-59-00
    e-mail: rumcrb@mail.ru