ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


МАЙ  2024


2 май 2024

Ш.Бикмөхәмәтов исемендәге «Хорлы йәйғор»балалар хор коллективтарының XII Бөтә Рәсәй конкурс-фестивале йомғаҡтары тураһында

13–14 апрелдә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты нигеҙендә Ш.Бикмөхәмәтов исемендәге «Хорлы йәйғор»балалар хор коллективтарының XII Бөтә Рәсәй конкурс-фестивалнең финал этабы үтте.

Финал этапта урта дөйөм белем биреү мәктәптәренән, балалар музыкаль һәм сәнғәт мәктәптәренән 39 хор коллективтары ҡатнашты.

Сарала республика ҡалаларынан: Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Тольятти ҡалаһынан коллективтар ҡатнашты. Унан тыш Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы, Баҡалы, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Иглин, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Учалы, Хәйбулла райондарынан хор коллективтары ҡатнашты.

Быйыл сара Өфө ҡалаһының 450 йыллығына арналды. Шул айҡанлы конкурс сығыштары программаһының мотлаҡ өлөшө булып башҡорт авторҙарының әҫәрҙәрен башҡарыу булды.

Конкурстың жюри рәйесе – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының хор дирижёрҙарының мөдире, Башҡортостан Республикаһының Т.Сайфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһының художестволы етәксеһе баш дирижёры, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, профессор Алсу Афгановна Хасбиуллина.

Жюри составында: З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыкаль факультетының деканы урынбаҫары, хор дирижерлығы кафедраһы профессоры, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Наталья Евгеньевна Буткевич; З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының хор дирижерлығы кафедраһы доценты, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Александр Леонидович Алексеев; З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының хор дирижерлығы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, хормейстер һәм Башҡортостан Республикаһының Т.Сайфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһының солисы, «Фэста» вокаль төркөмө етәксеһе, халыҡ-ара конкурс лауреаты Гүзәл Мингажевна Хафизова. Конкурс-фестивале йомғаҡтары буйынса Гран-при яулаусы – Стәрлетамаҡ ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәбенең «Доминанта» өлкән хоры (етәксеһе – Ирина Евсюгова, концертмейстер – Александра Кузнецова), I дәрәжә лауреаты – 6 коллектив, II дәрәжә лауреаты – 8 коллектив, III дәрәжә лауреаты – 12 коллектив, дипломанттар – 12 коллектив, 2 коллектив махсус диплом менән бүләкләнде.

Конкурс-фестиваленең «Башҡорт авторының әҫәрен иң шәп башҡарыусы» дипломы менән Өфө ҡалаһының 6-сы һанлы балалар музыка мәктәбенең «Радуга» башланғыс кластар хоры бүләкләнде (етәксеһе – Светлана Рахимова, концертмейстер – Гузэль Рамазанова), шулай уҡ 4 концертмейстер концертмейстерлыҡ оҫталығы диплом дары менән бүләкләнде.

   
   



2 май 2024

«Батырҙар иле» XI Асыҡ балалар һәм үҫмерҙәр республика конкурсы йомғаҡтары тураһында

26 апрелдә Сибай балалар художестволы мәктәбе нигеҙендә «Батырҙар иле» XI Асыҡ балалар һәм үҫмерҙәр республика конкурсы еңеүселәрен ҡотлау тантанаһы үтте.

Жюри рәйесе – Өфө сәнғәт училищеһының художестволы бүлеге мөдире, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы, РФ рәссамдар Союзы ағзаһы Сергей Николаевич Игнатенко.

Йыл һайын «Батырҙар иле» 7 йәштән 28 йәшкә тиклемге йәш рәссамдарҙы йыя. Быйыл конкурсҡа 827. 6 ҡаланан: Ағиҙел, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Салауат, Өфө һәм 18 райондан ижади эштәр конкурсҡа тәҡдим ителде. 239 кеше еңеүсе булды, улар өсөн байрам концерты, мастер-кластар, фотозона ойошторолдо.

Гран-при яулаусы – Сибай балалар художестволы мәктәбе уҡыусыһы Бускуновой Азалии «Халыҡ һөнәрҙәре» эше (уҡытыусыһы Малыгина Надежда Валерьевна), 1 дәрәжә дипломы менән 25 ҡатнашыусы, 2 дәрәжә дипломы – 37, 3 дәрәжә дипломы – 43 ҡатнашыусы, 131 ҡатнашыусы дипломант, махсус призға 2 ҡатнашыусы лайыҡ булды.

Конкурстың ойоштороусылары – БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ һәм Сибай ҠО Сибай балалар художестволы мәктәбе.

 
 



6 май 2024

«Башҡорт халыҡ инструменттарында башҡарыу актуаль һорауҙары» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

2024 йылдың 26–27 апрелендә Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә Ғата Сөләймәнов исемендәге башҡорт халыҡ инструменттарында башҡарыусыларҙың Асыҡ зональ конкурсы сиктәрендә «Башҡорт халыҡ инструменттарында башҡарыу актуаль һорауҙары» уҡыуҙары үтте.

Уҡыуҙар Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ планына ярашлы үткәрелде.

Лекторҙар булып Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) уҡытыусылары сығыш яһаны: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Ишморатовна Үмерғәлина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Марина Валерьевна Ханченко, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Дамир Абдуллович Абубакиров, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Тагир Дидарович Хамитов, Эльвира Аксановна Мухаметдинова, Рустем Далхаевич Гумеров, Рафаэль Рифович Бакиев, Айдар Азаматович Байтимеров.

Уҡыуҙар сиктәрендә башҡорт халыҡ инструменттарында башҡарыусыларҙың конкурс тыңлауҙары, асыҡ дәрестәр, Өфө сәнғәт училищеһының (колледжының) методик сығыштарын, башҡорт халыҡ инструменттары оркестры менән эшләү һәм башҡа темалар ҡаралды.

Сарала Башҡортостан Республикаһының 2 муниципаль райондан һәм 2 ҡала округынан мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениеларынан 19 педагогик хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

   



17 май 2024

«Вокал сәнғәте һәм вокаль педагогика» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

2024 йылдың 13–14 майында К.А.Валеев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы нигеҙендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Вокал сәнғәте һәм вокаль педагогика» уҡыуҙары үтте.

Был программа буйынса уҡыуҙар Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ ярашлы үтте.

Лекторҙар булып З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының профессоры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Флюра Ахметшаевна Кильдиярова, К.А.Валеев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусылары – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Динар Миратович Ласынов, Гульсина Гайнисламовна Кудашева, Лилия Рифовна Мансурова.

Уҡыуҙар сиктәрендә лекциялар, семинарҙар, практик дәрестәр, мастер-кластар һәм Флүрә Ахметшаевна Килдиярова етәкселегендәге студенттар сығышы үтте.

Сарала Башҡортостан Республикаһының 6 муниципаль районынан һәм 1 ҡала округынан 15 педагогик хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

   
   



21 май 2024

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2024 йылдың 17 майынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 20.05.2024 №1046 приказы менән раҫланған.



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru