ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ИЮНЬ  2019


5 июнь 2019

«Сал Урал риүәйәттәре» Асыҡ конкурс-фестивален үткәреү тураһында

«Сал Урал риүәйәттәре» Асыҡ конкурса-фестиваленә (Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Рәсәйҙә Театр йылына арнала) («Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» региональ проекты сиктәрендә) (2019 й. май–ноябрь, Сибай ҡ.) балалар музыка, хореография, сәнғәт, художество мәктәптәренең уҡыусылары, шул иҫәптән сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар, саҡырыла. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының һәм РФ башҡа региондарының колледждарға беркетелгән педагогик практикалы музыка мәктәптәре, мәҙәниәт йорттарының, дөйөм белем биреү мәктәптәренең, балалар-үҫмерҙәр ижады үҙәктәренең ижади коллективтары һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениеларының уҡыусылары конкурса-фестивалдә ҡатнашырға саҡырыла.

Конкурс-фестиваль өс этаптан үтә:

  • I (һайлап алыу) этабы 2019 йылдың июнь-октябрь айҙарында туранан-тура белем биреү учреждениеларында үткәрелә.
  • II (ситтән тороп) этабы 2019 йылдың октябрь-ноябрь айҙарында Өфө ҡалаһында видеояҙмалар буйынса.
  • III (очный) этап 2019 йылдың ноябрь айында Гала-концерт һәм конкурс-фестивалдә еңеүселәрҙең эштәре күргәҙмәһе рәүешендә Сибай ҡалаһында Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры нигеҙендә үтәсәк. (Сибай ҡ., Ә.-З. Вәлиди урамы, 26, Концерт залы).

Конкурста яңғыҙ һәм коллектив ҡатнашыу мөмкин.

Конкурс-фестиваль ике номинация буйынса үтә. Һәр бер белем биреү учреждениеһы бер ваҡытта ике номинацияла ҡатнаша ала: «Риүәйәтте сәхнәләштереү» һәм «Риүәйәттәр һынлы сәнғәттә».

«Сал Урал риүәйәттәре» Асыҡ конкурс-фестивале тураһында Положениены ҡарарға.



7 июнь 2019

«Пленэрлы һынлы сәнғәт» уҡыуҙарын үткәреү тураһында

БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ иғлан итеүенсә, 2019 йылдың 2-14 июлендә Рәсәй Федерацияһында театр Йылына арналған 2019 йылғы пленэр сиктәрендә, балалар художество мәктәптәренең, балалар сәнғәт мәктәптәренең һәм балалар музыка мәктәптәренең художество бүлектәре етәкселәре һәм уҡытыусылары өсөн квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Пленэрлы һынлы сәнғәт» уҡыуҙары үтәсәк.

Уҡыуҙарҙы үткәреү урыны – Мәсетле районы, Большеустьикинское ауылы.

Программала: пленэрлы һынлы сәнғәт, мастер-кластар, ижади һәм педагогик тәжрибә менән уртаҡлашыу. Пленерҙың етәксеһе – БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР рәссамдар Союзы ағзаһы, Халыҡ-ара педагог-рәссамдар союзы ағзаһы, Өфө ҡалаһы ҡала округының А.Кузнецов исемендәге 1-се һанлы БХМ уҡытыусыһы Григорьев Юрий Николаевич.

Заявкалар 2019 йылдың 15 июненә тиклем электрон почта буйынса ҡабул ителә: rumckpk3@mail.ru.

Контакт мәғлүмәт: e-mail: rumckpk3@mail.ru, тел. 235-78-16, 233-59-00 – методист Рашитова Маргарита Иршатовна, тел. 8-917-461-54-97 – пленэр етәксеһе Григорьев Юрий Николаевич.

БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 24.05.2019 №150 информацион хатын ҡарарға.



10 июнь 2019

«Музыкаль белем биреүҙә электрон-цифрлы технологиялар» уҡыуҙарының йомғаҡтары тураһында

2019 йылдың 5–6 июнендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Музыкаль белем биреүҙә электрон-цифрлы технологиялар: клавишалы синтезатор» темалы уҡыуҙар үтте. Был сара БР Өфө ҡалаһы ҡала округының 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәбендә үтте. «Балалар сәнғәт мәктәптәрендә электрон белем биреү мөхитен тыуҙырыу» темалы асыҡ республика инновацион майҙансығы ла ошо мәктәп нигеҙендә асылды.

Йыл һайын үткәрелгән педагогия хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларында 2014–2020 йылдарҙа электрон белем биреү Концепцияһын (Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы 2015 йылдың 24 декабрендә №419 приказы менән раҫлаған) һәм республикның балалар сәнғәт мәктәптәрендә (сәнғәт төрҙәре буйынса) белем биреү процесына инновацион мультимедиа технологияларын индереү маҡсатынан 2016-2020 йылдарҙа Саралар планын башҡарыу сиктәрендә уҙҙы.

Программала тыңлаусыларҙы синтезаторҙа уйнау кимәле буйынса бүлеү ҡаралғайны. Башлаусы төркөмдә уҡыуҙарҙы Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округының 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәбенең фортепиано һәм синтезатор класы уҡытыусыһы Хөсәйенов Руслан Тагирович алып барҙы. Синтезаторҙа яҡшы уйнаусылар менән М.И.Глинка исемендәге Новосибирск дәүләт консерваторияһының музыка теорияһы кафедраһы доценты, искусствоведение кандидаты, Новосибирск өлкәһендә клавишалы синтезатор уҡытыусыларының методик берекмәһенең етәксеһе, «Заман музыкаль белем биреү буйынса милли совет» Бөтә Рәсәй профессиональ союзы ағзаһы, Yamaha компанияһының рәсми вәкиле Бакуменко Михаил Николаевич шөғөлләнде. Сара барышында синтезатор класында педагогик репертуарҙан музыкаль әҫәрҙәрҙе аранжировкалауҙың төп этаптарын өйрәнеү булды. Уҡыуҙар аҙағында тыңлаусылар Yamaha PSR-S инструменттарында әҙерләгән коллектив проекттарын күрһәттеләр.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһының 6 муниципаль районынан һәм 4 ҡала округынан уҡытыусылар ҡатнашты.

     



27 июнь 2019

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2019 йылдың 20 июненән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығының 24.06.2019 №802 приказы менән раҫланған.



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru