ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ИЮНЬ  2020


1 июнь 2020

«Галерея» Региональ балалар художество ижады конкурсы йомғаҡтары тураһында

2020 йылдың майында БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) менән берлектә дистанцион форматта Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Галерея» Региональ балалар художество ижады конкурсын үткәрҙе.

Сара 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына, тарихи хәтерҙе һаҡлауға арналып, балалар һәм үҫмерҙәрҙә юғары патриотик аң, үҙ Тыуған илеңә тоғролоҡ тойғоһо, уны яҡлауға әҙерлек тәрбиәләү, һәм шулай уҡ, һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм ярҙам итеү, уларҙың ижади мөмкинлектәрен үҫтереү маҡсатында үткәрелде.

Конкурс балалар художество мәктәптәре, балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәренең художество бүлектәре, изостудиялар, дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары өсөн дистанцион форматта үтте.

Еңеү Көнөнә арналған 1000-дән ашыу һынлы сәнғәт һәм графика конкурс эштәренең сканер аша йәки фотоһүрәттәре #галерея75победе хештегы менән ВКонтакте социаль селтәренең БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ битенең фотоальбомында дүрт йәштәр төркөмдәре буйынса урынлаштырылды: кесе төркөм А – 7 йәшкә тиклем, кесе төркөм Б – 8-10 йәш, урта төркөм – 11-13 йәш, өлкән төркөм – 14-17 йәш.

Жюри һәм уның рәйесе – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй Федерацияһының рәссамдар Союзы ағзаһы, «Оҫталар» номинацияһында РФ мәҙәниәт Министрлығы һәм киң коммуникациялар Дәүләт стипендияһы эйәһе, Өфө сәнғәт училищеһының (колледжы) художество бүлегенең «Живопись» предмет-цикл комиссияһы рәйесе Сергей Николаевич Игнатенко, конкурсҡа йомғаҡ яһап, түбәндәге йомғаҡтар яһаны.

Конкурс йомғаҡтары буйынса 98 уҡыусы бүләкләнде.

Конкурстың 4 ҡатнашыусыһы 1 дәрәжә лауреаты, 12 – 2 дәрәжә һәм 13 – 3 дәрәжә лауреаты, 68 ҡатнашыусы дипломант булды.

26 майҙа конкурстың «Тамашасы һөйөүе призы» номинацияһында тауыш биреү тамамланды. Иң күп тауыш (1486 тауыш) «Танковый бой» (компьютер графикаһы) – Фахретдинов Арсен, 11 йәш, Сибай БХМ, уҡытыусыһы – Ғизәтуллина Дина Булатовна.

Дипломдар PDF форматында төҙөлөп, ҡатнашыусыларҙың электрон адрестарына ебәреләсәк. Конкурстың 1 дәрәжә лауреаттары Ойоштороу комитетынан аҡсалата премиялар аласаҡ.

 
   



4 июнь 2020

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2020 йылдың 21 майынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығының 29.05.2020 №561 приказы менән раҫланған.



17 июнь 2020

«Башҡортостан мәҙәниәтендә Салауат Юлаев образы» Республика видеоконференцияһы йомғаҡтары тураһында

2020 йылдың 15 июнендә Октябрьский музыкаль колледжы һәм Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге Zoom платформаһында видеоконференция бәйләнеше ярҙамында, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының ведомствоһына буйһонған профессиональ белем биреү учреждениелары араһында «Башҡортостан сәнәғәтендә Салауат Юлаев образы» Республика видеоконференцияһын уҙғарҙы.

Видеоконференцияла ҡатнашыусылар алдында сәләмләү һүҙе менән Республика уҡытыу-методик үҙәге директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф Отличнигы, техник фәндәр кандидаты Лариса Алексеевна Марешова сығыш яһаны.

Конференцияның темаһы республика профессиональ белем биреү учреждениелары уҡытыусылары һәм студенттары араһында хуплау тапты :Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы), Р.Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжы, Урта махсус музыкаль колледжы, Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Октябрьский һәм Салауат музыкаль колледждары, Сибай сәнғәт колледжы һәм С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы.

Тыуған илгә, Башҡортостандың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һөйөү темаһы докладтарҙың барыһында ла урын алды.

Салауат Юлаев ҡатнашҡан «1773–1775 Крәҫтиәндәр һуғышы» 245 йыл үтте. Конференцияла ҡатнашыусыларҙың сығыштарында тарихи, үткән ваҡиғалар, XVIII быуаттың икенсе яртыһындағы крәҫтиән һуғышы ваҡиғалары хроникаһы биттәре йәнләнде.

Ҡайһы докладтар башҡорт һәм рус әҙәбиәтендә Салауат Юлаев образына арналды. Студенттар һәм уҡыусылар үҙҙәренең сығыштарын тасуири шиғыр һөйләү менән тулыландырҙы.

Халыҡ батырының музыкаль сәнғәттәге образы сағыу эмоциональ бай йоғонто тыуҙырҙы. Конференцияла ҡатнашыусыларға башҡорт музыкаль мәҙәниәтенең сағыу вәкилдәре менән танышыу мөмкинлеге булды: милли батыр образын үҙ ижадында күрһәткән артистар, композиторҙар, йырсылар, опера һәм балет артистары. Конференцияла йәш башҡарыусылар – Октябрьский музыкаль колледжы А.Саакян (халыҡ йыры «Салауат») һәм М.Хабибуллин (З.Исмәғилевтең «Салауат Юлаев» операһын ың беренсе действиеһының Юлай ариозо).

Шулай уҡ ҡатнашыусылар өсөн һынлы сәнғәт эштәренең киң панорамаһы тәҡдим ителде: Салауат Юлаев образына бағышланған скульптуралар, һынлы сәнғәт эштәре.

Конференция видеоролик күрһәтеү менән тамамланды: А.Ф.Баймурзина исемендәге Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы башҡарыуында «Салауат батыр» ҡобайыры.

Сара Салауат Юлаев көндәре (2020 йылдың 16 июнь) Планы сиктәрендә Башҡортостан милли батыры – Салауат Юлаевтың тарихи иҫтәлеген һаҡлау, йәштәрҙә патриотик тойғо, толерантлыҡ, Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәтенә һәм йолаларына хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында; һәләтле йәштәрҙең ижади мөмкинлектәрен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу; педагогик оҫталыҡты үҫештереү маҡсатында үткәрелде. Был форум тулыһынса үҙ бурыстарын үтәне. Барыһы конференцияла 43 кеше ҡатнашты: БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ вәкилдәре, мәҙәниәт өлкәһе колледждарының етәксе хеҙмәткәрҙәре, методистары һәм уҡыусылары.

Конференция эшенең йомғаҡтары буйынса йыйынтыҡ баҫыласаҡ.

     
     



30 июнь 2020

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2020 йылдың 18 июненән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығының 23.06.2020 №645 приказы менән раҫланған.



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru