ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫБАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ БЕЛЕМ БИРЕҮ БУЙЫНСА РЕСПУБЛИКА УҠЫТЫУ-МЕТОДИК ҮҘӘГЕ |
ИЮНЬ 2022
7 июнь 2022
Октябрь айында инструменталь башҡарыусыларҙың «Таланттар миҙгеле» исемле II Асыҡ республика конкурсы үтәсәк
Инструменталь башҡарыусыларҙың «Таланттар миҙгеле» исемле II Асыҡ республика конкурсы Башҡортостан Республикаһының һәм, шулай уҡ, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре балалар музыкаль мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары араһында, «Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» проекты сиктәрендә үтәсәк. Ҡатнашыусыларҙың йәше: 7 йәштән 15 йәшкә тиклем.
Конкурс ике этаптан үтәсәк:
I этап – һайлап алыу – белем биреү учреждениеларында 2022 йылдың 15 сентябренә тиклем.
II этап – республика – очно форматта 2022 йылдың 29–31 октябрендә БР ДБПБбУ Урта махсус музыкаль колледж, БР ДБПБбУ Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы), МБУ ДО Н.Сабитов исемендәге 1-се Балалар музыка мәктәбе, ФГБОУ ВО З.Исмәғилев исемендәге Өфө Дәүләт сәнғәт институты нигеҙҙәрендә үтәсәк.
Конкурс тыңлауҙары яңғыҙ башҡарыусылар өсөн түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә: фортепиано; струнно-смычковые инструменттар; халыҡ инструменттары (баян, аккордеон); халыҡ инструменты (домра, балалайка); тынлы инструменттар (еҙ); тынлы инструменттар (ағас); һуҡма инструменттар.
10 июнь 2022
Август айында «Художестволы кейеҙ: йолалар һәм хәҙерге заман» уҡыуҙары үтәсәк
Мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ 2022 йылдың 23–25 авгусында квалификация үҫтереү өҫтәмә профессиональ белем биреү программаһы буйынса балалар художество мәктәптәре, балалар сәнғәт һәм музыкаль мәктәптәренең художество бүлектәре уҡытыусылары өсөн «Художестволы кейеҙ: йолалар һәм хәҙерге заман» уҡыуҙарын үткәрә.
Уҡыуҙарҙы Өфө ҡалаһының 2-се һанлы БХМ, Өфө ҡалаһының А.Кузнецов исемендәге 1-се һанлы БХМ, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се һанлы БХМ, Межгорье ҡалаһының 1-се һанлы БХМ, Йыянсура районының С.Абдуллин исемендәге БХМ уҡытыусылары алып барасаҡ.
15 июнь 2022
15 июндә «Салауат Юлаев образы Башҡортостан сәнғәтендә» Республика онлайн-конференцияһы үтте
2022 йылдың 15 июнендә Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы дистанцион форматта Яндекс Телемост платформаһында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы ведомствоһына ингән профессиональ белем биреү учреждениелары ҡатнашлығында «Салауат Юлаев образы Башҡортостан сәнғәтендә» Республика онлайн-конференцияһын үткәрҙе.
Видеконференцияла ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәгенең директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәғариф Отличнигы Лариса Алексеевна Марешова; Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҠО мәҙәниәт өлкәһе етәксеһе, Башҡортостан республикаһының Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зуфар Сагетдинович Зиннатуллин; Башҡортостан республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы директоры Римма Минигалимовна Янтурина сығыш яһанылар.
Конференцияла ҡатнашыусылар, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт профессиональ белем биреү учреждениелары уҡытыусылары һәм студенттары, үҙҙәренең сығыштарын һәм презентацияларын шиғыр һөйөү, йыр, музыка менән тулыландырҙылар.
Тыуған илгә, Башҡортостан Республикаһының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һөйөү бөтә докладтарҙа ла сәғылды.
Онлайн-конференцияла 40-лап кеше ҡатнашты.
15 июнь 2022
Сәләмәтлеге яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡатнашлығы менән үткәреләсәк «Ҡанаттарҙы асабыҙ» Республика конкурс-фестивален үткәреү тураһында
«Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» проекты сиктәрендә сәләмәтлеге яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡатнашлығы менән үткәреләсәк «Ҡанаттарҙы асабыҙ» Республика конкурс-фестивален 6 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар араһында, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендә профессиональ белем биреү учреждениелары, балалар музыка мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары араһында түбәндәге номинациялар буйынса үткәреләсәк:
– Яңғыҙ академик башҡарыу (инструменталь).
– Яңғыҙ академик башҡарыу (вокаль).
– Инструменталь ансамбльдәр.
– Вокаль ансамбльдәр.
Конкурс-фестиваль ике этаптан үтәсәк:
I этап – һайлап алыу – дистанцион форматта видеояҙмалар буйынса 2022 йылдың 15 сентябренә тиклем.
II этап – Республика (Гала-концерт) – 2022 йылдың 2 ноябрендә «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры ҡатнашлығында.
17 июнь 2022
Июль айында «Звукорежиссура: теориянан практикаға» уҡыуҙары үтәсәк
БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ 2022 йылдың 13–14 июлендә мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары (театраль-концерт ойошмалары, ГДК, РДК, СДК, СКЦ һәм башҡа) хеҙмәткәрҙәре, урта һәм юғары белем биреү хеҙмәткәре һәм уҡыусылары, БММ, БММ хеҙмәткәрҙәре өсөн квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ белем биреү программа буйынса «Звукорежиссура: теориянан практикаға» уҡыуҙарын үткәрә.
Уҡыуҙарҙы композитор, продюсер, тауыш режиссеры, уйын, документаль, теле- һәм анимацион фильмдар, спектакльдәр һәм арт проекттар көйҙәре авторы, «Cinemusic» Студияһын, «AERA RECORDS» лейблы һәм музыкаль нәшриәтен ойоштороусо һәм етәксеһе, РФ кинематографистары Союзы ағзаһы (2020й.), РФ композиторҙар Союзының Йәштәр секцияһы ағзаһы (2012й.), А.Г.Небольсин исемендәге премия лауреаты һәм халыҡ-ара музыкаль конкурстар һәм кинофестивалдәр лауреаты, С.Морозов исемендәге II Халыҡ-ара кинофестиваленең «Иң шәп музыка өсөн» Призын, Беренсе Рәсәй йәштәр Дельфий уйындарының Көмөш медален яулаусы, «Посвящение Чайковскому» III Халыҡ-ара йәш композиторҙар конкурсы лауреаты Файзуллин Марат Раисович, композитор, М.Кәрим исемендәге БР ГБУКИ НМТ, «БИШБАРМАК» оркестры лидеры Гафаров Василь Сибагатович алып барасаҡ.
Программала концерт залдарының тауыш ҡорамалдары, концерт залында заукозапись, концерт материалдарын яҙҙырыу, спектакльдәрҙең музыкаль биҙәү темалар буйынса практик дәрестәр планлаштырыла.
Уҡыуҙар «Cinemusic» һәм БР М.Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры студияларында үтәсәк.
21 июнь 2022
Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында
Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2022 йылдың 16 июненән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 21.06.2022 №1403 приказы менән раҫланған.
ЭШ ВАҠЫТЫ: | дүшәмбе – йома сәғәт 9:00–18:00 тәнәфес сәғәт 13:00–14:00 |
БЕЛЕШМӘ МӘҒЛҮМӘТТӘР: | 450055, Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21 й. тел. 8 (347) 235-78-15 факс 235-78-15; 233-59-00 e-mail: rumcrb@mail.ru |
---|