ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ИЮНЬ  2023


6 июнь 2023

«Театрлаштырылған һәм мәҙәни-күмәк тамашаларҙы ойоштороу һәм ҡуйыу» уҡыуҙарының йомғаҡтары тураһында

2023 йылдың 5–6 июнендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт бюджет профессиональ белем биреү учреждениеһы «К.А.Вәлиев исемендәге Сибай колледжы нигеҙендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ белем биреү программаһы буйынса «Театрлаштырылған һәм мәҙәни-күмәк тамашаларҙы ойоштороу һәм ҡуйыу» уҡыуҙары үтте.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, «К.А.Вәлиев исемендәге Сибай колледжының сәхнә телмәре уҡытыусыһы Ярмухаметова Римма Лукмановна, Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған артискаһы театраль бүлеге уҡытыусыһы Ғиззәтуллина Нәсимә Әхмәтхалимовна ҡатнашлығында үтте.

Сара сиктәрендә теоретик һәм семинар дәрестәр, асыҡ дәрестәр һәм мастер-кластар түбәндәге темалар буйынса үтте: «Сәхнә телмәре һәм художестволы һүҙ сәнғәтенең нигеҙе. Теория һәм практика», «Һөйләүсе-художестволы һүҙ оҫтаһы», «Сәхнә телмәре буйынса тренинг».

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының раҫланған пландарына ярашлы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте. Мәҙәниәт өлкәһенән 8 хеҙмәткәр белем алды.

     



9 июнь 2023

«Музыкаль белем биреүҙә электрон-цифрлы технологиялар: аранжировка, инструментовка һәм композиция»

2023 йылдың 6–8 июнендә Башҡортостан республикаһы Өфө ҡалаһы ҠО 10-сы һанлы Балалар музыкаль мәктәбенең етәксе һәм педагогик хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ белем биреү программаһы буйынса «Музыкаль белем биреүҙә электрон-цифрлы технологиялар: аранжировка, инструментовка һәм композиция» уҡыуҙары үтте.

Сара сиктәрендә түбәндәге темалар ҡаралды:

  • SIBELIUS программаһы буйынса практика. Нота партитураларын йыйыу, коректировалау һәм нота партияларын биҙәү буйынса рациональ алымдар.
  • Компьютер инструментовка класы уҡыусыларының SIBELIUS программаһын ҡулланыуы. Ҡушма инструменттар ансамбле өсөн яңғыҙ башҡарыусы әҫәрҙәрен тыуҙырыу процессы. Сығанаҡ тексты алдан анализлау.
  • CUBASE программаһында аранжировка барлыҡҡа килтереү. Музыкаль-компьютер терминологияһы. VST-плагиндары һәм улар менән практик эштәр. Аранжировка партияларын төҙөү һәм тректар яҙҙырыу. Тауышты эшкәртеү буйынса VST-плагиндар, улар менән практик эштәр. Проект буйынса эште тамамлау.
  • CUBASE программаһы буйынса аранжировка барлыҡҡа килтереү. Проектты тамамлау этабында эшкәртеү плагиндары.
  • Уҡыуҙар БР мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте. Мәҙәниәт өлкәһенең 6 педагогик хеҙмәткәрҙәре квалификацияһын үҫтерҙе.

         



    20 июнь 2023

    Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

    Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2023 йылдың 16 июненән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 19.06.2023 №1504 приказы менән раҫланған.



    23 июнь 2023

    Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

    2023 йылдың 19–21 июнендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт бюджет профессиональ белем биреү учреждениеһы «К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы» нигеҙендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Художестволы әҫәрҙәр ижад итеү өсөн профессиональ һәләттәр булдырыу һәм уларҙы камиллаштырыу» темалы уҡыуҙар үтте.

    Уҡыуҙар РФ рәссамдары Союзы ағзаһы Хисамитдинов Червон Насретдинович, К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусылары Хисаметдинова Разида Фиргатовна, Буляканова Гүзәл Радиковна ҡатнашлығы менән үтте.

    Сара сиктәрендә «Художестволы әҫәрҙең эскизын плэнерлы һүрәттәр һәм этюдтар буйынса башҡарыу», «Тәбиғәт торошон гуашь ярҙамында еткереү», «Акрил буяуҙар менән эш технологиялары» темаларына лекциялар һәм практик дәрестәр үтте.

    Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ раҫланған пландарына ярашлы үтте. Мәҙәниәт өлкәһенән 15 хеҙмәткәр белем алды.

         


    ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
    сәғәт 9:00–18:00
    тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
    БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
    Ладыгин урамы, 21 й.
    тел. 8 (347) 235-78-15 факс
    235-78-15; 233-59-00
    e-mail: rumcrb@mail.ru