ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


АВГУСТ  2019


13 август 2019

«Пленэрлы һынлы сәнғәт» уҡыуҙарын йомғаҡтары тураһында

Июль айында Рәсәй Федерацияһында театр Йылына арналған 2019 йылғы пленэр сиктәрендә, балалар художество мәктәптәренең, балалар сәнғәт мәктәптәренең һәм балалар музыка мәктәптәренең художество бүлектәре етәкселәре һәм уҡытыусылары өсөн квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Пленэрлы һынлы сәнғәт» уҡыуҙары үтте.

Был юлы сара Мәсетле районы, Большеустьикинское ауылында уҙҙы. Рәссамдар республикабыҙҙың хозур тәбиғәтле «Ҡарағай» шифаханаһы биләмәһендә урынлаштылар.

Пленэр программаһында мастер-кластар, райондың тирә-яғын ҡарап танышыу, ижади һәм педагогик тәжрибә менән уртаҡлашыу булды. Был ваҡыт эсендә ҡатнашыусылар биш ауылда булып, унда йәшәүсе халыҡтың көнкуреше, йолалары менән таныштылар.

Мастер-кластар төрлөлөгө менән пленэр практикаһын тулыландырҙылар. Ырымбур өлкәһе (Новотроицк ҡалаһынан) Рәсәсйҙең рәссамдар Союзы ағзаһы Виктор Шапочкин ҡоро пастель техникаһында авторлыҡ алымдарын күрһәтте, Свердлов өлкәһенән (Каменск-Уральский ҡалаһынан) Рәсәй рәссамдарының Ижади союзы ағзаһы Наталья Петренко акрил менән яҙыу техникаһы буйынса эш алымдары менән уртаҡлашты. БР рәссамдарының Ижади союзы ағзалары Георгий Карпов (Өфө ҡалаһы) һәм Елена Шабанова (Магнитогорск ҡалаһы) май менән һынлы сәнғәт алымдарын һәм еүеш акварель техникаһы үҙенсәлектәрен күрһәттеләр. Декоратив-ғәмәли сөнғәт өлкәһендә яңылыҡ менән Удмурд өлкәһенән (Воткинск ҡалаһы) Ольга Аленина уртаҡлашты. Ул «Зернушка» удмурд халыҡ закрутка-ҡурсағын эшләү техникаһы менән бүлеште. Пленэрҙың етәксеһе - традиция булараҡ, ун етенсе тапҡыр, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР рәссамдар Союзы ағзаһы, Халыҡ-ара педагог-рәссамдар союзы ағзаһы, Өфө ҡалаһы ҡала округының А.Кузнецов исемендәге 1-се һанлы БХМ уҡытыусыһы Григорьев Юрий Николаевич булды.

Пленэр йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларҙың эштәре буйынса район Мәҙәниәт йортонда кәргәҙмә ойошторолдо. Сарала Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы муниципаль районының Администрация Башлығы Анис Касимович Асадуллин ҡатнашты. Пленэрҙың Һәр ҡатнашыусыһы район Балалар сәнғәт мәктәбенә берәр эшен бүләк итте.

Был сарала республиканың художество һәм сәнғәт мәктәптәренән һәм, Ырымбур өлкәһенең Новотроицк, Орск ҡалаларынан, Свердлов өлкәһенең Каменск-Уральский ҡалаһынын, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынын 30 уҡытыусы ҡатнашты.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте.

     
     



30 август 2019





ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru