ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


АВГУСТ  2023


11 август 2023

«Йәш Рәсәй һәләтәре» Бөтә Рәсәй конкурсының финал турына йомғаҡтар яһау

«Йәш Рәсәй һәләтәре» Бөтә Рәсәй конкурсының финал турына – Бөтә Рәсәй йәштәр олимпиадаһына йомғаҡтар яһалды. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының һайлап алыу комиссияһы үткәргән 26 кешенән 15 кеше Конкурстың Федераль этабында ҡатнашыуға үтте, шул иҫәптән 2-се урынды 5 кеше, 3-сө урынды – 10 кеше яуланы.

2023 йылдың конкурсы призерҙарын һәм уларҙың уҡытыусыларын яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡотлайбыҙ! Беҙҙең уҡыусылар һәм студенттар иң шәптәр иҫәбендә булыуы менән ғорурланабыҙ һәм уларға ижади уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ.

«Йәш Рәсәй һәләтәре» Бөтә Рәсәй конкурсының III турының һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының Академия музыкаль училищеһының официаль сайтында урынлаштырылған.



15 август 2023

Өфө ҡалаһы мәктәбе уҡыусыһы Арсений Ғәйнуллин «Волга буйында эшләнергә тейешле 100 эш» тревел-шоуын федераль кимәлдә презнтацияланы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә Өфө мәктәп уҡыусыһы, «Волга буйында эшләнергә тейешле 100 эш» тревел-шоу авторы тураһында һөйләне. 2022 йылда Арсений Ғәйнуллин беренсе Бөтә Донъя форумында еңеү яулай. Уның проектын 1млн. һумға баһаланылар.

ВК: https://vk.com/wall413272232_1075347

ОК: https://ok.ru/radiyhabirov/statuses/156790233504558

ТГ: https://t.me/radiyhabirov/5123



22 август 2023

Александр Эрастович Тюлькин исемендәге XVI Халыҡ-ара балалар художество ижады конкурсына йомғаҡтар яһалды

Беларусь Республикаһынынан, Израиль, Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан: Архангельск, Ленинград, Липецк, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Омск, Пенза, Ростов, Һамар, Смоленск, Томск, Силәбе өлкәләренән, Алтай, Красноярск, Краснодар яҡтарынан, Донец Халыҡ, Карачаево-Черкесск, Удмурт, Ҡырым республикаларынан һәм башҡа яҡтаҙан конкурсҡа 3500 артыҡ эштәр тәҡдим ителде.

Жюри рәйесе график, живописец, декоратив-ғәмәли сәнғәт рәссамы Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ Художество-график факультеты профессоры, «Рәсәй рәссамдары Союзы «Бөтә Рәсәй ижади йәмғиәт ойошмаһы ағзаһы Масалимов Тәлғәт Хасанович һәм жюри ағзалары еңеүсене билдәләне. Гран-при яулаусы – «Ирекле тема» категорияһында Ғәрифуллина Диананың «Келья», «Мастерская иконописи», «Зарождение храма» триптихы (гуашь, 17 йәш, ДХШ №2 Өфө ҡалаһы, уҡытыусыһы Сухова Анастасия Анатольевна). Гран-При яулаусы диплом һәм аҡсалата премия менән бүләкләнәсәк.

Һәр номинацияла һәм йәш төркөмөндә лауреаттар билдәләнде – «Иң шәп эш» исемен – 90-дан ашыу конкурсант, һәм дипломанттар – 620-нән артыҡ. Лауреаттар һәм дипломанттар дипломдар менән бүләкләнәсәк. 8 ҡатнашыусы РО ВТОО Башҡортостан Республикаһының «Рәсәй рәссамдары Союзы», «Рампа. Культура Башкортостана» журналынан махсус бүләктәр һәм дипломдар аласак. Гран-при әҙерләү өсөн диплом менән Өфө ҡалаһының 2-се һанлы БХМ уҡытыусыһы Сухова Анастасия Анатольевна бүләкләнәсәк. Белем биреү ойошмалары рәхмәт хаттары һәм иң шәп эштәр кергән иллюстрацияланған каталог менән бүләкләнәсәк.

Конкурстың иң шәп эштәре экспозицияһы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү 2023 йылдың 30 августында 16:00 сәғәттә Өфө художество галереяһында үтәсәк.

   
 



23 август 2023

Сентябрь айында «Минең яратҡан уйынсығым» исемле Республика балалар художество ижады конкурсы үтәсәк

«Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә 2023 йылдың сентябрендә «Минең яратҡан уйынсығым» исемле Республика балалар художество ижады конкурсы үтәсәк.

Конкурс Башҡортостан Республикаһының балалар художество мәктәптәре, музыка һәм сәнғәт мәктәптәренең художество бүлектәре, профессиональ белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында очно-заочном форматта үтәсәк. Ойоштороу иғәнәһе билдәләнмәй. Конкурста ҡатнашыу бушлай.

Конкурсҡа БХМ уҡыусыларының «Минең яратҡан уйынсығым» темаһына һәм колледждар студенттарының «Уйынсыҡ – фестиваль символы» темаһына төрлө башҡарыу техникаһында «Живопись» и «Декоратив-ғәмәли ижад» номинацияларында эштәре ҡабул ителә.

Бөтә төркөмдәр өсөн өҫтәмә темалар:

  • Минең тәүге уйынсығым (иртә йәш уйындары)
  • Рәсәйҙең уйынсыҡ символдары (персонаждар, әкиәт батырҙары, регионды күрһәтеүсе символдар һәм башҡа уйынсыҡтар
  • Рәсәйҙең уйынсыҡ символдары (персонаждар, әкиәт батырҙары, регионды күрһәтеүсе символдар һәм башҡа уйынсыҡтар)
  • Башҡорт бөҙрә аты (Ат-бәстүк, таяҡсыҡтағы ат, ат фигураһы, пазл-ат (фестиваль логотибы)
  • Һуҫар (һуҫар балаһы уйынсығы)
  • Конкурстың иң шәп эштәре экспозицияһы 2023 йылдың 14-17 сентябрендә «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә үтәсәк.


    ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
    сәғәт 9:00–18:00
    тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
    БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
    Ладыгин урамы, 21 й.
    тел. 8 (347) 235-78-15 факс
    235-78-15; 233-59-00
    e-mail: rumcrb@mail.ru