ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


СЕНТЯБРЬ  2019


2 сентябрь 2019

А.Э.Тюлькин исемендәге Халыҡ-ара конкурста еңеүселәрҙе ҡотлау церемонияһы тураһында

29 августа Өфө художество галереяһында А.Э.Тюлькин исемендәге балалар художество ижады Халыҡ-ара конкурсында еңеүселәрҙе ҡотлау церемонияһы уҙҙы.

Һан буйынса 14-се А.Э.Тюлькин исемендәге балалар художество ижады конкурсы 2019 йылда халыҡ-ара статусын алды һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилеена арналды. Проект һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм ярҙам итеүгә, балалар һәм үҫмерҙәр араһында халыҡтар дуҫлығын пропагандалауға, хәҙерге заман донъя киңлегендә күп милләтле культуралар ижадында яңы һынлы сәнғәт формаларын эҙләүгә йүнәлтелде.

Конкурсҡа Рәсәй, Франция, Канада, Израиль белем биреү учреждениеларынан 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге ҡатнашыусыларҙың, шул иҫәптән, сәләмәтлеге яғынан мөмкинлектәре сикләнгән, барлығы 1500-ҙән ашыу һынлы сәнғәт, графика, скульптура, декоратив-ғәмәли эштәре һәм эсселары ҡабул ителгәйне. Күргәҙмә экспозицияһында 400-ләп йәш рәссамдең – конкурс еңеүселәренең эштәре күрһәтелде.

Эштәр тәҡдим ителгән темаларҙың береһенә тап килделәр: «Башҡортостан тарихы риүәйәт, әкиәт, легенда, эпоста»; «Бөйөк һәм дөрөҫ театр сәнғәте»; «Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса»; ирекле тема. Эссе билдәле рәссамдар А.Э.Тюлькин, К.С.Девлеткильдеев, Р.М.Нурмухаметов әҫәрҙәре буйынса яҙылды.

Жюри һәм уның рәйесе – М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры, Рәсәй Федерацияһының рәссамдар Союзы вәкиле, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Башҡортостанда сәнғәт өлкәһендә Ғ.Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, М.В.Нестеров исемендәге премия лауреаты Тереғолов Айрат Рауф улы бер тауыштан балаларҙың профессиональ кимәленең үҫешен билдәләне: художество материал һәм техника менән оҫта эш итеү, ҡыҙыҡлы ижади асыштар. Күп ҡатнашыусылар үҙҙәренең ижадында «тюлькин мәктәбенең», һәләтле рәссам һәм педагог мәктәбенең, иң һәйбәт традицияларын күрһәтте.

Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүсе – Гран-при яулаусы – Өфө ҡалаһының 2-се һанлы Балалар художество мәктәбе уҡыусыһы Буторина Евгения (16 йәш) (уҡытыусы Г.Н.Скворцова класы) (уникаль графика). 27 конкурсант «Иң шәп эш» дипломы яулаусы, 300 – дипломант булды. Өс ҡатнашыусы, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилеена арналған һәм Мостай Кәримдең 100 йәшенә арналған эссе өсөн белем биреү буйынса РУМҮ махсус призын яуланы, 1 ҡатнашыусы Театр йылына бағышланған эше өсөн Башҡортостан Республикаһында Халыҡ-ара педагог–рәссамдар союзы вәкиллегенең махсус призын яуланы, 2 конкурсант «Рампа. Культура Башкортостана» журналының махсус дипломына лайыҡ булды.

Иң яҡшы конкурс эштәре иллюстрацияланған каталог эсенә инде.

Церемонияла ҡатнашыусыларҙы Н.Сабитов исемендәге 1-се һанлы Балалар музыка мәктәбе уҡыусылары сығышы менән ҡаршыланы.

Сара Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы, БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге, Өфө ҡалаһының 2-се һанлы Балалар художество мәктәбе пландарына ярашлы үтте.

     
     



4 сентябрь 2019

Белем көнө

2019 йылдың 2 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының бөтә мәҙәниәт өлкәһе дәүләт бюджет профессиональ белем биреү учреждениеларында тантаналы саралар үтте: линейкалар, класс сәғәттәре, Белем көнөнә арналған концерт сығыштары. Йәйге каникулдарҙан һуң колледждар яңынан уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы ҡабул итте. Улар араһында, әлбиттә, беренсе курс студенттары. Быйыл 514 уҡыусы беренсе курсҡа уҡырға килде.

Яңы уҡыу йылында уҡыусыларға яҡшы теләктәр менән Башҡортостан Республикаһының етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың сәнғәт һәм мәҙәниәт буйынса кәңәшсеһе А.А.Абдразаков, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты, милләттәр эше буйынса комитет ағзаһы З.Я.Рахматуллина, БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Н.М.Лапшина, БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Р.Р.Алтынбаев, БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ директоры Л.А.Марешова сығыш яһаны. Улар колледж коллективтарына уҡыу һәм профессиональ эшмәкәрлектәрендә уңыштар теләнеләр. Уҡыусыларҙың үҙҙәренең юғары ҡаҙаныштары һәм еңеүҙәре менән белем биреү учреждениеларың данлы йолаларын дауам итеүҙәренә ышаныстарын белдерҙеләр.

     
     
 



6 сентябрь 2019

Музей етәкселәренең, белгестәренең һәм фәнни хеҙмәкәрҙәренең квалификацияһын үҫтереү тураһында

БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2019 йылдың 17–19 сентябрендә музей етәкселәре, белгестәре һәм фәнни хеҙмәкәрҙәре өсөн квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Заман социокультура мөхитендә музейҙарҙың эшмәкәрлеген тәьмин итеү» исемле уҡыуҙарын үткәрә.

Тыңлаусылар Башҡортостан Республикаһының алдынғы музейҙары нигеҙендә түбәндәге прграммалар буйынса белемдәрен камиллаштыра аласаҡ:

  • Башҡортостан Республикаһының Милли музейы (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14, «Советская площадь» транспорт туҡталышы): музей эшмәкәрлегендә төп тенденциялар, фәнни-фонд эшендә актуаль һорауҙар, музей фондтарын һаҡлау, өйрәнеү һәм попуризациялауҙа яңы ысулдар, һәм, шулай уҡ, музей эшмәкәрлегендә мультимедиа технологиялары һ.б.
  • БР Милли әҙәби музейы (Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 160, «Киров» транспорт туҡталышы): Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәби музейының проблемалары һәм үҫеш перспективалары ҡараласаҡ, Рәсәйҙең әҙәби музейҙары, әҙәби проффилле музейҙарҙы комплектлау мәсьәләләре, музей эшмәкәрлегенең төрлө формалары аша фольклор һәм әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбәиәләү һ.б.
  • Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының Хәрби Дан музейы (Өфө ҡалаһы, Камаров ур., 7, «Парк Победы» транспорт туҡталышы): музей эшмәкәрлегендә хоҡуҡи аспекттар, материаль-техник аспекттар, норматив база, төрлө аудитория менән эш үҙенсәлектәре, музей аудиторияһын киңәйтеү һәм йәлеп итеү юлдары һ.б.


12 сентябрь 2019

«Аккордеониссимо» VII Халыҡ-ара фестиваль-конкурсын үткәреү тураһында

2019 йылдың 5–7 декабрендә Өфө ҡалаһында Урта махсус музыка колледжы нигеҙендә «Аккордеониссимо» клавишалы аккордеонында уйнаусыларҙың «Солисты. Академическое направление», «Солисты. Эстрадное направление», «Солисты. Электронный аккордеон», «Ансамбли» номинациялары буйынса VII Халыҡ-ара фестиваль-конкурсы үтәсәк.

Конкурста ҡатнашыу өсөн тыңлауҙарҙа БММ, БХМ, профессиональ белем биреү учреждениелары, юғары белем биреү учреждениелары, башҡа музыкаль белем биреү учреждениелары студенттары, һәм шулай уҡ, йәш буйынса сикләнмәгән башҡарыусылар саҡырыла.

2017 йылдан башлап «Аккордеониссимо» фестиваль-конкурс аккордеонистарҙың «Донъя кубогы» исемле Бөтә донъя һайлап алыу системаһына индерелгән. «Аккордеониссимо-2019» еңеүселәре Рәсәҙе 2020 йылда «Донъя кубогында» күрһәтергә хоҡуҡ яулаясаҡ.

Фестиваль-конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар бирелгән форма буйынса WORD (формат *doc) текст редакторында БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ-нә 2019 йылдың 1 ноябренә тиклем «Аккордеониссимо–2019» билдәһе менән rumc110@mail.ru электрон почта буйынса ҡабул ителә.

«Аккордеониссимо» VII Халыҡ-ара «Аккордеониссимо» клавишалы аккордеонында уйнаусыларҙың фестиваль-конкурсын үткәреү тураһында Положение ҡарарға.



12 сентябрь 2019

(«Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары менән идара итеү») квалификацияһын үҫтереү тураһында

БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2019 йылдың 23–25 сентябрендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары етәкселәре, етәксе урынбаҫарҙары, балалар сәнғәт мәктәптәренең эшмәкәрлегенә яуаплы методистары өсөн «Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары менән идара итеү» уҡыуҙарын үткәрә.

Сарала «Кусково» Мәскәү ҡала берҙәмләшкән БСМ генераль директоры, «Рәсәй балалары» Президент программаһы лауреаты, педагогика фәндәре кандидаты Домогацкая Ирина Ефимовна, һәм, шулай уҡ, министерство, ведомстволар һәм башҡа ойошмалар белгестәре ҡатнашасаҡ.

Уҡыуҙар Өфө ҡалаһы ҡала округының 7-се һанлы Балалар музыка мәктәбе һәм З.Исмәғилев исемендәге сәнғәт институты нигеҙендә үтәсәк.

Программала:

23 сентябрь – белем биреү һәм лицензиялау өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлегендә контроль (надзор), ут хәүефһеҙлеге, хоҡуҡ боҙоу профилактикаһы, Башҡортостан Республикаһында волонтәрлыҡ хәрәкәтен үҫтереү, эшлекле һөйләшеү алып барыу нигеҙҙәре һорауҙары буйынса белгестәрҙең сығышы.

24–25 сентябрь – «Кусково» Мәскәү ҡала берҙәмләшкән БСМ генераль директоры, «Рәсәй балалары» Президент программаһы лауреаты – Домогацкая Ирина Ефимовнаның сығышы:

  • 2019 йылда балалар сәнғәт мәктәптәренең региональ системаһы: үҫеш факторы, проблемалар, тәжрибә.
  • Балалар сәнғәт мәктәптәре менән идара итеү стратегияһы. Үҫеш траекторияһын һайлау.
  • Заманса этапта сәнғәт мәктәптәре эшмәкәрлеген хоҡуҡи яҡтан тәьмин итеү. Хоҡуҡтар ҡулланыу практикаһы өлкәһендә етәксенеү компетенцияһы.
  • Балалар сәнғәт мәктәптәренең үҫеш «Юл картаһы».
  • Дәүләт (муниципаль) эшен финанс яғынан тәьмин итеү. Норматив сығымдарҙың 2 хисап моделе.
  • Профессиональ стандарттар ҡулланыу проблемаһы.


13 сентябрь 2019

«Ижади кешеләр» проекты – «Гнесин мәктәбенең бөйөк музыкант-педагогтары. А.А.Горбачевтың балалайка мәктәбе»

4 сентябрҙән «Мәҙәниәт» Милли проектының «Ижади кешеләр» федераль һәм региональ проекты сиктәрендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программалар буйынса уҡыуҙар башланды. 4 сентябрҙән 7 сентябргә тиклем Урта махсус музыкаль колледж нигеҙендә тәүге белем биреү программаһы үтте – «Гнесин мәктәбенең бөйөк музыкант-педагогтары. А.А.Горбачевтың балалайка мәктәбе». Уҡыуҙарҙы профессор, Гнесин исемендәге РМА ҡыллы инструменттар кафедраһының мөдире Горбачев Андрей Александрович үткәрҙе.

Программа лекция дәрестәрен һәм мастер-кластарҙы үҙ эсенә алды. Лекция дәрестәре барышында Андрей Александрович тыңлаусыларға ҡыллы инструменттарҙа уйнарға өйрәтеүҙең методикаһынын булдырыу тарихы тураһында һөйләне, Мәскәү, Урал, Санкт-Петербург уҡытыу системаларының сағыштырма анализын үткәрҙе, ҡыллы инструменттар репертуарында заман тенденциялары, уҡыусыларҙы конкурстарға әҙерләү һәм инновацион белем биреү алымдары тураһында һөйләне.

Дәрестәрҙең практик өлөшөн Урта махсус музыкаль колледжының, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) һәм Өфө ҡалаһы ҠО Н.Сабитов исемендәге 1-се һанлы БММ-нең балалайка һәм домра класы уҡыусылары менән мастер-кластар тәшкил итте. Андрей Александрович баҫыу һәм ултырыу, фразировка һәм артистизм үҫтереү буйынса эш алымдарын күрһәтте, һәм, шулай уҡ, башҡарыу аппаратын үҫтереүгә булышлыҡ иткән кәңәштәр менән бүлеште. Унан тыш, бөтә уҡыуҙар барышында ла теләүселәр менән төркөмләп дәрестәр алып барҙы. Был дәрестәрҙә ул бармаҡтар техникаһын үҫтереү өсөн төрлө күнекмәләр күрһәтте.

Федераль квотаға ярашлы был программа сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениеларының, балалар музыка мәктәптәре һәм сәнғәт мәктәптәренең 24 уҡытыусыһы белмдәрен яңартты. Уҡыуҙарҙы ойоштороусо - Гнесин исемендәге РМА һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ мәҙәниәт өлкәһенең ижади һәм идара итеү кадрҙарына өҙлөкһөҙ белем биреү һәм квалификация үҫтереү Үҙәге.

     



13 сентябрь 2019

«Ижади кешеләр» проекты – «Профессиональ йырсыларҙә тәрбиәләүҙә комплекслы ҡараш»

9–12 сентябрҙә З.Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтының Ф.И.Шаляпин исемендәге Концерт залында «Профессиональ йырсыларҙә тәрбиәләүҙә комплекслы ҡараш» программаһы буйынса яңғыҙ йырлау буйынса уҡытыусыларҙың уҡыуҙары үтте. Сара «Мәҙәниәт» Милли проектының «Ижади кешеләр» федераль һәм региональ проекты сиктәрендә үтте. Профессор, Гнесин исемендәге РМА яңғыҙ башҡарыусылар кафедраһының мөдире, музыкаль сәнғәт буйынса федераль һәм уҡыу-методик берекмәһенең ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, педагогика фәндәре кандидаты Агин Михаил Суренович лектор булып сығыш яһаны.

Уҡыуҙар барышында тауыш аппаратының анатомик үҙенсәлектәре, рус вокалы мәктәбенең үҙенсәлектәре, балалар тауышы үҫешенең спецификаһы, экзамендарҙа, концерттарҙа һәм конкурстарҙа уңышлы сығыш яһау өсөн әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды. Шулай уҡ Н.Сабитов исемендәге 1-се һанлы БММ, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) уҡыусылары һәм З.Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтының студенттары менән мастер-кластар булды.

Был сара сиктәрендә Федераль квотаға ярашлы Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениеларының 60 уҡытыусыһы уҡыны. Уҡыуҙарҙың ойоштороусоһо - Гнесин исемендәге РМА һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ мәҙәниәт өлкәһенең ижади һәм идара итеү кадрҙарына өҙлөкһөҙ белем биреү һәм квалификация үҫтереү Үҙәге.

     



23 сентябрь 2019

«Музыкаль-теоретик дисциплиналары курстарында мультимедиа уҡыу әсбаптары» – «Ижади кешеләр» проекты

16–19 сентябрҙә «Мәҙәниәт» Милли проектының федераль һәм региональ «Ижади кешеләр» проекты сиктәрендә квалификация үҫтереүсе программа буйынса «Музыкаль-теоретик дисциплиналары курстарында мультимедиа уҡыу әсбаптары» уҡыуҙары үтте. Уҡыуҙар Урта махсус музыкаль колледж һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының колледжы нигеҙендә уҙғарылды. Лектор булып Гнесин исемендәге РМА музыкаль–теоретик дисциплиналар бүлегенең юғары квалификациялы уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гуменюк Зоя Викторовна сығыш яһаны.

Уҡыуҙар барышында мультимедиа уҡыу әсбаптары, уларҙың актуаллеге, педагогик процеста урыны һәм әһәмиәте, иллюстратив-музыкаль, тарихи-аналитик типтағы мультимедиа уҡыу әсбаптары ҡаралды. Техник – прогресс сараларының, электорон ҡоролоштарының белем биреүҙең психологик яҡтан формалашыуына йоғонтоһо мәсьәләләре, уҡыу пландарының һәм программаларының модификацияһы буйынса һорауҙар ҡаралды. Шулай уҡ тыңлаусылар белем биреү процессы һәм уҡытыу методикалары буйынса ҡыҙыҡһынған һорауҙарын бирә алдылар.

Был сара сиктәрендә билдәләгән квота буйынса Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларынан 110 уҡытыусы уҡыуҙарҙа ҡатнашты. Уҡыуҙарҙың ойоштороусоһо – Гнесин исемендәге РМА һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ.

   



23 сентябрь 2019

«Ижади кешеләр» проекты – «Гнесин мәктәбенең бөйөк музыкант-педагогтары. В.М.Тропп фортепиано мәктәбе»

16–19 сентябрҙә З.Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтының Ф.И.Шаляпин исемендәге Концерт залында фортепиано уҡытыусыларының квалификация үҫтереүсе программа буйынса «Гнесин мәктәбенең бөйөк музыкант-педагогтары. В.М.Тропп фортепиано мәктәбе» уҡыуҙары үтте. Сара «Мәҙәниәт» Милли проектының «Ижади кешеләр» федераль һәм региональ проекты сиктәрендә уҙғарылды. Лектор булып Гнесин исемендәге РМА һәм П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының профессоры, Гнесин исемендәге РМА махсус фортепиано кафедраһы мөдире, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Тропп Владимир Мануилович сығыш яһаны.

Уҡыуҙар барышында музыкаль әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса һорауҙар, ишетеү тәрбиәләү үҙенсәлектәре, музыкаль фекерләү һәм интеллект, техника һәм ритм өҫтөндә эш спецификаһы,асыҡ дәрестәр һәм гнесин фортепиано мәктәбенең күренекле шәхестәренең комментариялары яҙылған архив аудиоматериалдар тыңлау булды. Шулай уҡ профессор Урта махсус музыкаль колледж, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының уҡыусылары һәм студенттары менән мастер-кластар үткәрҙе.

Был сара сиктәрендә билдәләгән квота буйынса Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларынан 110 уҡытыусы уҡыуҙарҙа ҡатнашты. Уҡыуҙарҙың ойоштороусоһо – Гнесин исемендәге РМА һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ мәҙәниәт өлкәһенең ижади һәм идара итеү кадрҙарына өҙлөкһөҙ белем биреү һәм квалификация үҫтереү Үҙәге.

     



27 сентябрь 2019

«Ижади кешеләр» проекты – «Гнесин мәктәбенең бөйөк музыкант-педагогтары. А.А.Цыганков домра мәктәбе»

23–26 сентябрҙә «Мәҙәниәт» Милли проектының федераль һәм региональ «Ижади кешеләр» проекты сиктәрендә домра уҡытыусыларының квалификация үҫтереүсе программа буйынса «Ижади кешеләр» проекты – «Гнесин мәктәбенең бөйөк музыкант-педагогтары. А.А.Цыганков домра мәктәбе» уҡыуҙары үтте. Уҡыуҙар Урта махсус музыкаль колледжы нигеҙендә Гнесин исемендәге РМА-ның ҡыллы инструменттар кафедраһы профессоры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Цыганков Александр Андреевич етәкселегендә үтте.

Программаға лекция дәрестәре һәм мастер-кластар инде. Уҡыуҙар барышында уйнау аппаратының формалашыуы мәсьәләләре, тауыш сығарыу өҫтөндә, техник проблемалар өҫтөндә эш мәсьәләләре ҡаралды. Шулай уҡ, лекция дәрестәре сиктәрендә М.И.Имханицкийҙың Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә проффессиональ һәм һәүәҫкәр домрасыларҙың музицирование үҫеше тураһында тарихи очерк контекстында яңы хеҙмәте тәҡдим ителде, «Александр Цыганков – башҡарыусы, композитор, педагог…» монографияһы, А.А.Цыганковтың домра һәм фортепиано өсөн «Этно-фьюжн концертино» исемле яңы иншалары тәҡдим ителде.

Дәрестәрҙең практик өлөшөн В.Т.Спиваков исемендәге йәш таланттар Музыкаль мәктәбенең домра класы буйынса уҡыусылары, Н.Сабитов исемендәге 1-се һанлы БММ, Урта махсус музыка колледжы һәм Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) уҡыусылары, З.Исмәғилев исемендәге ӨДСИ студенттары менән мастер-кластар һәм Гнесин исемендәге РМА-ның 4 курс студенткаһы Софья Бабкина менән асыҡ дәрес тәшкил итте.

Был сара сиктәрендә билдәләгән квота буйынса Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларынан 37 уҡытыусы уҡыуҙарҙа ҡатнашты. Уҡыуҙарҙың ойоштороусоһо – Гнесин исемендәге РМА мәҙәниәт өлкәһенең ижади һәм идара итеү кадрҙарына өҙлөкһөҙ белем биреү һәм квалификация үҫтереү Үҙәге һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ.

   
   



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru