ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


СЕНТЯБРЬ  2020


1 сентябрь 2020





1 сентябрь 2020

Бөтә Рәсәй конкурстарының I туры еңеүселәре билдәләнде

2020 йылдың 25 августында «Рәсәйҙең йәш таланттары», «Балалар сәнғәт мәктәбендә иң шәп уҡытыусы», «Иң яҡшы балалар сәнғәт мәктәбе» Бөтә Рәсәй конкурстарының II турында ҡатнашыусыларҙы билдәләү өсөн Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының һайлап алыу комиссияһының ултырышы булды.

Һайлап алыу комиссияһының ултырышында «Рәсәйҙең йәш таланттары» Бөтә Рәсәй конкурсы I турының 37 ҡатнашыусыһының (БСМ һәм УММК-дан 18 уҡыусы, ПДББУ-нән 19 студент), «Иң яҡшы балалар сәнғәт мәктәбе» Бөтә Рәсәй конкурсының I турынан 4 ҡатнашыусының, «Балалар сәнғәт мәктәбендә иң шәп уҡытыусы» Бөтә Рәсәй конкурсының I турынан 4 ҡатнашыусының конкурс материалдары ҡаралды.

Тәҡдим ителгән документтар һәм видеоматериалдарҙы ҡарағандан һуң, комиссия «Рәсәйҙең йәш таланттары» Бөтә Рәсәй конкурсының I турынан 16 еңеүсене билдәләне, шул иҫәптән 7 уҡыусы һәм 9 студент. «Иң яҡшы балалар сәнғәт мәктәбе» Бөтә Рәсәй конкурсының I турынан 2 еңеүсе, «Балалар сәнғәт мәктәбендә иң шәп уҡытыусы» Бөтә Рәсәй конкурсының I турынан 1 еңеүсене билдәләне.

I турҙа еңеүселәрҙең материалдары Бөтә Рәсәй конкурстарының II турында ҡатнашыу өсөн Мәскәү ҡалаһына ебәрелде.

2020 йылда «Рәсәйҙең йәш таланттары», «Балалар сәнғәт мәктәбендә иң шәп уҡытыусы», «Иң яҡшы балалар сәнғәт мәктәбе» Бөтә Рәсәй конкурстарының I туры йомғаҡтарын һәм отчётын Конкурстар, күргәҙмәләр /БР мәҙәниәт Министрлығының планы буйынса үткәрелгән конкурстар тураһында мәғлүмәт битендә ҡарарға була.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!



2 сентябрь 2020

Белем көнө

     

1 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт өлкәһе дәүләт профессиональ белем биреү учреждениеларында ике меңләп студенттар һәм уҡыусылар, балалар сәнғәт мәктәптәренең (сәнғәт төрҙәре буйынса) 40 меңдән ашыу уҡыусы уҡыуҙарын башлап ебәрҙе.

Башҡортостан Республикаһың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үҙенең видео сығышында уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙы изге теләктәре менән сәләмләне. Ул белем биреү учреждениелары коллективтарына уҡытыу һәм профессиональ эшмәкәрлектәрендә уңыштар, яңы үрҙәргә һәм еңеүҙәргә ирешеү теләне.




4 сентябрь 2020

7–17 ноябрьҙә А.М.Хәйҙәрова исемендәге VII Бөтә Рәсәй фортепианолы ансамбльдар конкурсы дистанцион рәүештә үтәсәк

А.М.Хәйҙәрова исемендәге VII Бөтә Рәсәй фортепианолы ансамбльдар конкурсы балалар музыка, сәнғәт мәктәптәре һәм мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларына беркетелгән музыка мәктәптәре уҡыусылары араһында 2020 йылдың 7–17 ноябрендә дистанцион, видеояҙмалар аша бер турҙа үтәсәк. Бүләкләү тантанаһы 2020 йылдың 17 ноябрендә Zoom платформаһында үтәсәк. Бүләкләү тантанаһына саҡырыу һылтанмаһы ҡатнашыусыларҙың электрон почталарының адрестары буйынса ебәреләсәк.

Конкурста ҡатнашыу өсөн 2020 йылдың 6 ноябренә тиклем заявканы бирелгән форма буйынса электрон почтаның адресына: dshi-1@mail.ru хаттың темаһын билдәләп: «А.М.Хәйҙәрова исемендәге VII Бөтә Рәсәй фортепианолы ансамбльдар конкурсы» ебәрергә кәрәк.

Заявкала видеояҙманың һылтанмаһын күрһәтергә кәрәк.

Ентекләп А.М.Хәйҙәрова исемендәге VII Бөтә Рәсәй фортепианолы ансамбльдар конкурсы тураһында Положениены (үҙгәрештәр менән) Конкурстар, күргәҙмәләр /БР мәҙәниәт Министрлығының планы буйынса үткәрелгән конкурстар тураһында мәғлүмәт битендә ҡарарға.



7 сентябрь 2020

А.Д.Франк исемендәге II Халыҡ ара пианистар конкурсының Положениеһына үҙгәрештәр индерелде

Яңы коронавирус инфекцияһының таралыуын киҫектереү сараларын тормошҡа ашырыу сәбәпле БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ Александр Давидович Франк исемендәге II Халыҡ-ара пианистар конкурсын видеояҙмалар буйынса дистанцион, 2020 йылдың 23–28 ноябрендә Өфө ҡалаһында, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты нигеҙендә үткәреү тураһында иғлан итә.

Конкурста балалар музыка мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәре, профессиональ белем биреү ойошмалары уҡыусылары, юғары уҡыу йорттары студенттары һәм аспиранттары һәм шулай уҡ «Фортепиано» и «Камералы ансамбль» номинациялары буйынса башҡарыусылар йәш буйынса сикләүһеҙ ҡатнаша ала.

Конкурста ҡатнашыу өсөн заявканы бирелгән форма буйынса Оргкомитетҡа и 2020 йылдың 10 ноябренә тиклем alsu-badretdinova@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Заявкала видеояҙмаға һылтанма күрһәтергә кәрәк. Видеояҙма менән файлдар һылтанма буйынса асыҡ инеү мөмкинлеге булған (YouTube, Mail, Yandex, Google) мәғлүмәт һаҡлағыста урынлашырға тейеш.

Конкурстың йомғаҡтары https://ufaart.ru/ сайтында урынлаша.



18 сентябрь 2020

Вокалсыларҙың «Алтын тауыш» Республика конкурс-фестивале ноябрьҙә дистанцион форматта үтәсәк

Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында ойошторолған Вокалсыларҙың Республика конкурс-фестивалендә («Мәҙәниәт» Милли проектының «Ижади кешеләр» федераль һәм региональ проекттары сиктәрендә) Башҡортостан Республикаһының балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары һәм шулай уҡ сәләмәтлеге яғынан мөмкинселектәре сикләнгән балалар, колледждарҙың педагогик практикалы музыка мәктәптәре уҡыусылары, профессиональ белем биреү учреждениелары һәм юғары белем биреү учреждениелары студенттары ҡатнаша ала.

Конкурс-фестиваль 2020 йылдың ноябрендә дистанцион форматта видеояҙмалар буйынса яңғыҙ башҡарыусылар һәм дуэттар өсөн номинациялар буйынса үткәрелә: «Академик йырлау», «Халыҡ йырҙарын башҡарыу», «Эстрада йырҙарын башҡарыу».

Сара йомғаҡтары буйынса видеофильм сығарыу планлаштырыла.

Конкурс-фестивалдә ҡатнашыу өсөн 2020 йылдың 20 октябренә тиклем БР Мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ электрон почтаһы адресына rumc110@mail.ru бирелгән форма буйынса заявка һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ ебәрергә кәрәк.

Вокалсыларҙың «Алтын тауыш» Республика конкурс-фестивале Башҡортостан Республикаһының белем биреү учреждениелары уҡыусыларының «Алтын тауыш» вокалсылар конкурсының («Мәҙәниәт» Милли проектының «Ижади кешеләр» федераль һәм региональ проекттары сиктәрендә) Положениеһы Конкурстар, күргәҙмәләр /«Мәҙәниәт» Милли проекты. «Ижади кешеләр» федераль һәм региональ проекты битендә урынлашҡан.



18 сентябрь 2020

«Балалар – балаларға» Халыҡ-ара классик музыка фестивален үткәреү тураһында

«Мәҙәниәт» Милли проектының федераль һәм региональ «Ижади кешеләр» проекттары сиктәрендә 2020 йылдың октябрь-ноябрендә «Балалар – балаларға» Халыҡ- ара классик музыка фестивале үтәсәк. Башҡортостандың һәләтле балалары өсөн донъяның алдынғы педагогтарының мастер-класстары ойоштороласаҡ. Һәләтле балаларҙы музыкаль белем биреү учреждениелары тәғәйенләй һәм улар алты музыкаль йүнәлеш буйынса конкурс һайлау үтә: вокал, фортепиано, скрипка, виолончель, альт, саксофон. Төрлө илдәрҙең алты педагогы ике аҙна буйы йәш таланттарҙың оҫталыҡтарын үҫтереү өҫтөндә эшләйәсәк. Фестивалдең һуңғы этабында мастер-кластар үткән ҡатнашыусыларҙың һәм саҡырылған музыканттарҙың һәм йәштәр өсөн Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттарының Башҡортостан Республикаһының балалар музыка мәктәптәре уҡыусылары һәм шулай уҡ балалар йорттары һәм интернаттарында тәрбиәләнеүселәр өсөн, дауаханаларҙың кескәй пациенттары һәм холоҡ төҙәтеү учреждениелары үҫмерҙәре өсөн хәйриә концерттарын онлайн-трансляцияла буласаҡ.

Эпидемия шарттарынан сығып, онлайн йәки «Башкортостан» ДКЗ Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры һәм фестивалдең иң сағыу ҡатнашыусылары менән Гала-концерт буласаҡ.

Фестивалдә ҡатнашыу өсөн 2020 йылдың 28 сентябренә тиклем nsorb-detyam@mail.ru электрон почтаһы адресына бирелгән форма буйынса анкета-заявка һәм фестивальдә ҡатнашыу өсөн белем биреү учреждениеһының тәҡдиме күсермәһен ебәрергә кәрәк.

«Балалар – балаларға» Халыҡ-ара классик музыка фестивале тураһында Положение һәм фестивалдә ҡатнашыусыны теркәү өсөн анкета-заявка Конкурстар, күргәҙмәләр /«Мәҙәниәт» Милли проекты. «Ижади кешеләр» федераль һәм региональ проекты битендә урынлашҡан.



23 сентябрь 2020

«Заман социокультуралы мөхиттә музейҙың эшмәкәрлеген булдырыу» уҡыуҙарын үткәреү тураһында

2020 йылдың 16–18 сентябрендә БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ Башҡортостан Республикаһының Милли музейы менән берлектә музей хеҙмәткәрҙәре өсөн квалификация үҫтереүсе өҫтәмә программа буйынса «Заман социокультуралы мөхиттә музейҙың эшмәкәрлеген булдырыу» темалы уҡыуҙар үткәрҙе. Сара дистанцион форматта Zoom платформаһында үтте.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының социокультура бүлеге начальнигы – Ирек Иманғәлиндең сығышы менән башланды. Ул квалификация үҫтереү программаһын үткәреүсе уҡытыусыларҙы һәм тыңлаусыларҙы сәләмләп, сығышын башланы.

Сара музей эштәре буйынса Рәсәйҙең алдынғы белгестәренең береһе, Тотьма музейы берекмәһенең ғалим сәркәтибе (Волгоград өлкәһе), культурология кандидаты – Мария Борисовна Правдина, һәм шулай уҡ, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығы менән үтте.

Мария Правдина музейҙарҙың проект эшмәкәрлегенә һәм музей эшмәкәрлеге өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының ҡануниәтендә яңылыҡтарға арналған ике күп сәғәтле сығыш яһаны. Беренсе дәресендә уҡытыусы Тотьма музейы берекмәһенең һәм Волгоград өлкәһе Тотьма ҡалаһының музей үҫтереү Мәктәбенең эш тәжрибәләре менән, нисек Тотьма районы музейҙарына Рәсәйҙең музейҙар эштәре буйынса үҙәге һәм муниципаль белем биреүсенең визит карточкаһы булып китеү серҙәре менән уртаҡлашты. Икенсе дәрестә Рәсәй Федерацияһы Музей фондының Дәүләт каталогы системаһында музей эштәре менән бәйле, музейҙарҙың мәҙәни ҡиммәттәргә экспертизалар үткәреү һәм музей эшмәкәрлегендә интеллектуаль милек хоҡуғы, музейҙар тураһында ҡануниәт нормалары һәм музей фонды тураһында һорауҙар ентекләп ҡаралды.

Башҡортостан Республикаһың Милли музейы үткәргән дәрестәрҙә түбәнгеләр ҡаралды: Интернет киңлектәрендә Башҡортостан Республикаһы музейҙарының эше, музейҙың инновацион үҫешендә кеше капиталының роле, тарихи-крайҙы өйрәнеү музейҙары экспозицияларында тарихты интерпретациялау проблемалары, Интернет селтәрендә тарихи-мәҙәни мираҫты презентациялау, музей фондын автоматизация лы иҫәп системаһы эше һәм Рәсәй Федерацияһы Музей фондының Дәүләт каталогында килешеү Реестры мәсьәләләре.

Квалификация үҫтереүҙә 40 тыңлаусы ҡатнашты – дәүләт һыу муниципаль музейҙары һәм, шулай уҡ, Башҡортостан Республикаһының мәҙәни-ял итеү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре.

     
     



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru