ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


СЕНТЯБРЬ  2021


1 сентябрь 2021





7 сентябрь 2021

«Заман социаль мәҙәни арауығында музей эшмәкәрлеген тәьмин итеү»

Мәҙәниәт министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2021 йылдың 28–30 сентябрендә музей белгестәре, етәкселәре һәм ғилми хеҙмәткәрҙәренең квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ белем биреү буйынса «Заман социаль мәҙәни арауығында музей эшмәкәрлеген тәьмин итеү» темалы уҡыуҙарын ойоштора.

Уҡыуҙар Федераль дәүләт бюджет мәҙәни учреждениеһы «Дәүләт тарихи музейы» (Мәскәү ҡалаһы) хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы һәм башҡа музейҙарының алдынғы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында үтәсәк. Уҡыуҙар барышында түбәнге темалар ҡараласаҡ: музей әйберҙәрен һәм коллекцияларын иҫәпләү, һаҡлау һәм тотоноу, Рәсәй Федерацияһының Музей фонды Дәүләт каталогының килешеүҙәр Реестры тураһында, төрлө категория тамашасылар өсөн экскурсиялар үткәреү методикалары, махсус фонд һаҡлау эше принциптары, мультимедиа технологияларын ҡулланып заман музей экспозицияһы, мемориаль музей үҙенсәлектәре, музей әйберҙәрен күсереү буйынса килешәләр төҙөү буйынса эштәр, балалар өсөн мәҙәни-белем биреү саралар үткәреү буйынса ойоштороу методикаһы һәм башҡа һорауҙар.

Уҡыуҙар Башҡортостан Милли музейы, М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы, В.И.Альбанов исемендәге полярниктар музейы һәм С.Т.Аксаковтың Мемориаль йорт-музейы нигеҙендә үтәсәк.

Тыңлаусыларҙы регистрациялау – 28 сентябрҙә сәғәт 9.30–10.00 Башҡортостан Республикаһының Милли музейы фойеһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14).

Заявкалар 2021 йылдың 21 сентябренә тиклем электрон формала беҙҙең сайттың КВАЛИФИКАЦИЯ ҮҪТЕРЕҮ /ПЛАНЛАШТЫРЫЛҒАН САРАЛАР битендә ҡабул ителә.



20 сентябрь 2021

«Иң шәп БХМ» һәм «БХМ иң яҡшы уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй конкурсының I туры йомғаҡтары

2021 йылдың 7 сентябрендә «Иң шәп БХМ» һәм «БХМ иң яҡшы уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй конкурсының I турының һайлау комиссияһы ултырышы үтте. Был абруйлы конкурстарының ойоштороусыһы – Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт Министрлығы. Конкурс Рәсәй Федерацияһында художество белем биреү системаһын үҫтереү һәм һаҡлауға, иң яҡшы балалар сәнғәт мәктәптәрен, уларҙың уҡытыусыларын, йәш таланттарын асыҡлауға һәм ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Һайлап алыу комиссияһы ултырышын Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары, комиссия рәйесе урынбаҫары Рәнис Рәйес улы Алтынбаев алып барҙы. Ултырыш барышында «Иң шәп БХМ» Бөтә Рәсәй конкурсының I турының ике ҡатнашыусыһының һәм «БХМ иң яҡшы уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй конкурсының I турының ике ҡатнашыусыһың конкурс эштәре ҡаралды.

Региональ этапҡа ебәрелгән документтарҙы ҡарағандан һуң, Һайлап алыу комиссияһы Бөтә Рәсәй конкурстарының I туры еңеүселәрен билдәләне:

«Иң шәп балалар сәнғәт мәктәбе»Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы муниципаль районының М.З.Баширов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе;

«Балалар сәнғәт мәктәбенең иң яҡшы уҡытыусыһы»Янгирова Эльза Фәнил ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы муниципаль районының балалар музыкаль мәктәбе уҡытыусыһы, «музыкаль сәнғәт (фортепиано)».

I тур еңеүселәренең эштәре конкурстарҙың II турында ҡатнашыу өсөн Мәскәү ҡалаһына ебәрәләсәк.

Быйыл конкурс шарттары ныҡ ҡына ауырлашты. Конкурс өс турҙан тора: I тур – региональ этап; II тур – өлкәләр этабы; III тур – федераль этап (финал). Этаптар балалар сәнғәт мәктәптәренең, уҡытыусыларының һәм уҡыусыларының эшмәкәрлеге тураһында йөкмәткеле информацион мәғлүмәт, фото- һәм видеоматериалдар, шул иҫәптән, мәктәптең видеопрезентацияһын, асыҡ дәрестәрҙең һәм иң яҡшы уҡыусыларҙың сығыштары видеояҙмаларын сағылдырырға тейеш. 2-се һәм 3-сө турҙарҙа мәктәптең үҫеш программаһын һәм проект презентацияһы менән мәктәп етәкселәренең сығыштары күҙаллана; үҙ презентациялары менән уҡытыусыларҙың сығыштары, асыҡ дәрестәр күрһәтеү, түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыу, һәм дискуссиялар, һәм, шулай уҡ, ижади, белем биреү, йәки методик проекттарҙы презентациялау һәм жюри һорауҙарына яуап биреү. 3 турҙа конкурсанттарҙың Ҙур жюри баһалай. Уның составына илдең күренекле сәнәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре инә.

2022 йылда конкурста ҡатнашырға теләүсе балалар сәнғәт мәктәптәренә һәм уҡытыусыларына, конкурс материалдарын 2021–2022 уҡыу йылы башынан уҡ әҙерләй башларға тәҡдим ителә.

     



24 сентябрь 2021

Х Бөтә Рәсәй «Цифрҙар музыкаһы» электромузыка ижады конкурсы тураһында

Х Бөтә Рәсәй «Цифрҙар музыкаһы» электромузыка ижады конкурсында ижад-белем биреү практикаһында электорн музыкаль инструменттар һәм цифрлы технологиялар ҡулланған уҡыусылар, студенттар, аспиранттар һәм уҡытыусылар ҡатнаша ала.

Конкурс ике турҙан уҙғарыла:

  • I тур (һайлап алыу) ситтән тороп 2022 йылдың 1–17 февралендә үтә, MP3, AVI, ноты – *sib, *final, PDF, JPG, TIFF форматлы цифрлы йөрөтөүселәрҙә ебәрелгән эштәрҙе ситтән тороп тыңлау (ҡарау) ысулы менән.
  • II тур 2022 йылдың 18–19 февралендә очно-ситтән тороп 10-сы Балалар музыка мәктәбендә үтәсәк. I тур һөҙөмтәләре буйынса һайлап алыуҙы үткән ҡатнашыусылар үҙҙәренең ижади эштәрен күрһәтәләр.

Педагогик «түңәрәк өҫтәл» 2022 йылдың 19 февралендә үтәсәк. (Музыкаль-компьютер технологиялары нигеҙле ижади ҡаҙаныштар күрһәтеү мөмкин).

Х Бөтә Рәсәй «Цифрҙар музыкаһы» электромузыка ижады конкурсы тураһында Положениены КОНКУРСТАР, КҮРГӘҘМӘЛӘР/БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ ПЛАНЫ БУЙЫНСА ҮТКӘРЕЛГӘН КОНКУРСАР тураһында мәғлүмәт битендә ҡарағыҙ.



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru