ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


СЕНТЯБРЬ  2022


1 сентябрь 2022

А.А.Кузнецов исемендәге Халыҡ-ара балалар художество ижады конкурсына йомғаҡ яһалды

Рәсәй халыҡтары мәҙәниәте мираҫы Йылына арналған А.А.Кузнецов исемендәге Халыҡ-ара балалар художество ижады конкурсына йомғаҡ яһалды.

Сара халыҡ сәнғәтен һаҡлау һәм популярлаштырыуға, мәҙәни традицияларҙы, тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәрен, этнокультура төрҙәрен, һаҡлауға, һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм ярҙам итеүгә, тыуған илгә, төбәккә, ҡалаға һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

18 июндә Өфө ҡалаһының А.Кузнецов исемендәге 1-се һанлы БХМ нигеҙендә Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй Федерацияһының рәссамдар Союзы ағзаһы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, рәссам Риф Мөдәрис улы Абдуллин етәкселегендәге конкурстың (күргәҙмә) жюри ултырышы үтте. Конкурста Ҡаҙағстан, Беларусь Республикалары, Рәсәй Федерацияһы субъекттары: Башҡортостан, Татарстан, Ҡырым, Ҡалмыҡ, Удмурт Республикаларынан, Забайкалье, Краснодар, Красноярск яҡтарынан, Белгород, Брянск, Владимир, Иваново, Иркутск, Кемерово, Липецк, Мурманск, Мәскәү, Омск, Пенза, Һамар, Һарытау, Силәбе, Свердловск өлкәләренән «Искусствоведение» номинацияһы буйынса 3000 артыҡ һынлы сәнғәт, график, скульптура, декоратив-ғәмәли эштәр һәм эссе тәҡдим ителде.

Конкурс йомғаҡтары буйынса жюри 600-лап ҡатнашыусыны бүләкләне. Гран-при Фирсова Саянаға (16 йәш, линогравюра, Борзя ҡалаһы, уҡытыусыһы – Шульц Э.С.) «Птичий переполох» исемле эше өсөн бирелде. 64 конкурсант 1-се дәрәжә лауреаты, 107 кеше – 2-се дәрәжә, 176 – 3-сө дәрәжә лауреаты, 234 конкурсант дипломант исемен яуланы. 3 ҡатнашыусы Башҡортостан Республикаһы рәссамдары Союзынан, Башҡортостан Республикаһында педагог-рәссамдарҙың Халыҡ-ара союзынан һәм «Рампа. Культура Башкортостана» журналынан махсус приздар һәм дипломдар аласак.

А.А.Кузнецов исемендәге балалар художество ижады Конкурсының «Балалар художество ижадын үҫтереүгә шәхси өлөш индергән өсөн» Лауреаты дипломын 2022 йылда Фоминкова Ольга Александровна, Өфө ҡалаһының 2-се һанлы БХМ уҡытыусыһы яуланы.

Конкусанттарҙың иң яҡшы эштәре иллюстрацияланган каталогҡа итәсәк. Конкурстың Гран-при яҡлаусыһы аҡсалата премия менән бүләкләнәсәк, призерҙар һәм дипломанттар дипломдар, белем биреү ойошмалары – рәхмәт хаттары һәм конкусанттар эштәре менән каталог аласаҡ.

     



15 сентябрь 2022

«Иң шәп БСМ» һәм «Иң шәп БСМ уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй конкурстарының I тур йомғаҡтары тураһында

2022 йылдың 7 сентябрендә «Иң шәп БСМ» һәм «Иң шәп БСМ уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй конкурстарының I тур Һайлап алыу туры комиссияһының ултырышы булды. Был абруйлы конкурстарҙың ойоштороусыһы - Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт Министрлығы.

Конкурстар Рәсәй Федерацияһының художестволы белем биреү системаһын һаҡлау һәм үҫтереүгә, иң яҡшы сәнғәт мәктәптәрен, уларҙың уҡытыусыларын һәм йәш талантлы уҡыусыларын асыҡлау һәм ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Ултырышта «Иң шәп БСМ» Бөтә Рәсәй конкурстарының I турының 8 ҡатнашыусыһының һәм «Иң шәп БСМ уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй конкурстарының I турының 9 ҡатнашыусыһының конкурс эштәре ҡаралды.

«Иң шәп балалар сәнғәт мәктәбе» Бөтә Рәсәй конкурсы

Комиссия ҡарамағына Башҡортостан Республикаһының һигеҙ балалар сәнғәт мәктәбенең материалдары тәҡдим ителде.

Һайлап алыу комиссияһы I турҙың Иң шәп ауыл балалар сәнғәт мәктәбе номинацияһында ике еңеүсене билдәләне: Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы муниципаль районының Муниципаль автоном өҫтәмә белем биреү учреждениеһы «Ҡуян ауылы балалар сәнғәт мәктәбе».

Иң шәп балалар сәнғәт мәктәбе. Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округының муниципаль бюджет учреждениеһы 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәбе.

«Иң яҡшы балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй конкурсы

Комиссия ҡарамағына Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондарынан 9 уҡытыусыһының кандидатураһы тәҡдим ителде.

Һайлап алыу комиссияһы бер еңеүсене билдәләне – конкурстың II тур ҡатнашыусыһы: Хайрисламов Рөстәм Зульфатович – Н.Сабитов исемендәге 1-се һанлы Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы.

Конкурстар өс турҙан тора: I тур – региональ этап; II тур – округ этап; III тур – федераль этап (финал). Улар йөкмәткеле информацион, фото һәм видеоматериалдарҙан тора: балалар сәнғәт мәктәптәренең, уларҙың уҡытыусылары һәм уҡыусыларының эшмәкәрлеге тураһында, мәктәп тураһында видеопрезентациянан, асыҡ дәрестәр һәм иң яҡшы уҡыусыларҙың видеояҙмаларынан.

2-се һәм 3-сө турҙарҙа мәктәп етәкселәренең мәктәп презентациялары менән сығыштары; уҡытыусыларҙың үҙ презентациялары менән сығыштары,сит уҡыусылар менән асыҡ дәрестәр, түңәрәк өҫтәлдә һәм дискуссияларҙа ҡатнашыу һәм жюри һорауҙарына яуап биреү.

3-сө этапта конкурсанттарҙы Ҙур жюри баһалаясак. Ҙур жюри составы илдең сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә күренекле эшмәкәрҙәрҙән тора.



27 сентябрь 2022

«Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеһы менән идара итеү» уҡыуҙары

Мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ 2022 йылдың 6–7 октябрендә мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениеларының етәкселәре, етәксе урынбаҫарҙары, методистары, бүлектәр (комиссиялар) мөдирҙәре өсөн квалификация үҫтереү өҫтәмә профессиональ белем биреү «Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеһы менән идара итеү» уҡыуҙары үткәрә.

Сарала Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Лапшина Наталья Михайловна, Свердловск өлкәһенең Серов ҡалаһы ДББУ ДО ДШИ ойоштороу-уҡытыу эшмәкәрлеге буйынса директор урынбаҫары Смоленцева Ксения Александровна, Һәм шулай уҡ министерстволар, ведомстволар һәм ойошмалар белгестәре ҡатнашасаҡ.

Уҡыуҙар дистанцион форматта үтәсәк. Һылтанма заявка биргән ҡатнашыусыларҙың электрон адрестарына ебәреләсәк.

Уҡыуҙар башлана – 6 октябрь, сәғәт 11.00. Техник бәйләнеш – 10.45.

Уҡыуҙар йомғаҡтары буйынса һәр ҡатнашыусыға квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ әҙерләнә, уның оригиналын мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ алырға була.


ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru