ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


СЕНТЯБРЬ  2023


4 сентябрь 2023

2024 йылда «Ижади кешеләр» федераль проектының «Мәҙәниәт» Милли проекты сиктәрендә уҡыуҙар үткәреү тураһында

БР мәҙәниәт Министрлығының хәбәр итә. «Ижади кешеләр» федераль проектының «Мәҙәниәт» Милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында мәҙәниәт өлкәһендә өҙлөкһөҙ белем биреү һәм квалификация үҫтереү Үҙәге менән берлектә квалификация үҫтереү буйынса өҫтәмә профессиональ программалар буйынса мәҙәниәт өлкәһендәге ижади һәм идара итеү кадрҙары өсөн Рәсәй Федерацияһының юғары белем биреүсе алдынғы уҡыу йорттары нигеҙендә ойошторолған уҡыуҙар үтәсәк. Белем биреү программалары 2024 йылда дистанцион форматта тормошҡа ашырыласаҡ.

Заявкалар 2023 йылдың 20 сентябренә тиклем электрон формала ҡабул ителә.

Заявкалар ҡабул ителеү тамамланғас белем биреү ойошмаларынан, концерт ойошмаларынан, ижади коллективтар, театрҙар, кинематография ойошмаларынан квалификация үҫтереү программалары буйынса уҡыуҙарға ҡабул итеү өсөн тыңлаусыларҙы һайлау буласаҡ. Өҫтөнлөк быға тиклем милли проектта ҡатнашмаған хеҙмәткәрҙәргә биреләсәк. Китапханалар, музейҙар, мәҙәни-ял итеү учреждениеларынан заявкаларҙы З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы Республика халыҡ ижады үҙәге заявкалар ҡабул итәсәк.

Уҡыуҙар аҙағында, йомғаҡлау аттестацияһын уңышлы тамамлаған тыңлаусыларға квалификация үҫтереү тураһында танытма биреләсәк.

Уҡыуҙар федераль бюджет аҡсаһына үткәреләсәк.



4 сентябрь 2023

Сентябрь айында Сибай ҡалаһында «Акварель һәм майлы буяу техникаһы нигеҙендә академик һынлы сәнғәттең барлыҡҡа килеүе һәм камиллашыуы» темаһына уҡыуҙар үтәсәк»

БР мәҙәниәт Министрлығының хәбәр итеүенсә, 2023 йылдың 25–27 сентябрендә БХМ, БСМ. Педагогик хеҙмәткәрҙәре өсөн, Изостудиялар етәкселәре өсөн квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ белем биреү программаһы буйынса «Акварель һәм майлы буяу техникаһы нигеҙендә академик һынлы сәнғәттең барлыҡҡа килеүе һәм камиллашыуы» темалы уҡыуҙар үтәсәк.

Программала: «төс-акварель менән эш», «Художестволы эскизды акварель һәм майлы буяуҙар менән башҡарыу», «Акварель буяуҙар менән эшләү технологияһы», «Көҙгө натюрморттар башҡарыу» темаларына лекцион һәм практик дәрестәр, мастер-кластар, асыҡ дәрестәр һәм студенттарҙың 2022–2023 йылдағы йомғаҡлау күргәҙмәһен ҡарау. Дәрестәрҙе К.А.Валиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусылары Арғынбаева Миләүшә Фасхетдиновна, Хисаметдинова Разида Фирғәтовна алып барасаҡ.

Тыңлаусыларҙың урынлашыуы һәм теркәү ваҡыты – 2023 йылдың 25 сентябрендә сәғәт 9.00–9.30 сәғәттә К.А.Валиев исемендәге Сибай сәнғәт колледж фойеһында.

Уҡыу йомғаҡтары буйынса квалификация үҫтереү тураһында танытма биреләсәк.



13 сентябрь 2023

Йәш рәссамдарҙың «Уникум» Бөтә Рәсәй фестиваленең региональ этабына заявкалар һәм эштәр ҡабул ителә башлай

Һәләтле балалар өсөн Йәш рәссамдарҙың «Уникум» Бөтә Рәсәй фестивалене Рәсәй Федерацияһының патронатлығы аҫтында үтәсәк.

Фестивалдең темаһы: «Рәсәй тарихының бөйөк исемдәре (Пётр I, Александр Невский, Ф.М.Достоевский).

Фестивалдә 10-дан 14 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша аласаҡ.

Фестивалдең номинациялары: һынлы сәнғәт, декоратив-ғәмәли сәнғәт, фотосәнғәт.

Фестиваль өс этапта үтәсәк:

1-се этап – региональ;

2-се этап – ситтән тороп, 2023 йылдың 20 октябрҙән – 5 ноябргә тиклем);

3-сө этап – финаль (2023 йылдың 16–19 ноябрендә).

Үткәреү урыны: Санкт-Петербург ҡалаһы.

Финал программаһында: эштәр күргәҙмәһе, мастер-кластар, һынлы сәнғәт, декоратив-ғәмәли сәнғәт һәм фотосәнғәт өлкәһендәге алдынғы белгестәр менән ижади осрашыуҙар, тантаналы бүләкләү церемонияһы, мәҙәни-күңел асыу, экскурсион программалар.

Финалистар дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнәсәк.

Фестиваль йомғаҡтары буйынса финалистарҙың эштәре менән Ойоштороу комитеты иллюстрацияланған каталог сығара.



18 сентябрь 2023

Өфөлә «Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендә белем биреүсе иң шәп уҡытыусы» Республика конкурсы үтәсәк

2023 йылдың декабрендә Өфө ҡалаһында педагог һәм остаз Йылына арналған «Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендә белем биреүсе иң шәп уҡытыусы» Республика конкурсы үтәсәк. Конкурс талантлы укытыусыларҙы асыҡлауға, профессиональ үҫеште мотивациялауға, укытыусыларҙың ижади инициативаһынактивлаштырыуға һәм стимуллауға, профессиональ аралашыу диапазонын киңәйтеүгә, алдынғы педагогик тәжрибә амыуға йүнәлтелгән.

Конкурс ике төркөмдә үткәрелә: «БСМ уҡытыусылары», «ПББО уҡытыусылары» «Индивидуаль дәрестәр биреүсе уҡытыусылар», «Төркөмдәрҙә дәрестәр биреүсе уҡытыусылар» номинациялары буйынса дистанцион форматта документтар һәм 2021–2023 йылдарҙа үткәргән асыҡ дәрестәрҙең видеояҙмалары буйынса.

Заявкалар 2023 йылдың 10 октябренә тиклем ҡабул ителә.

Педагог һәм остаз Йылына арналған «Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендә белем биреүсе иң шәп уҡытыусы» Республика конкурсы Положениеһын беҙҙең сайтта КОНКУРСТАР, КҮРГӘҘМӘЛӘР /БР МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ ПЛАНЫ БУЙЫНСА ҮТКӘРЕЛГӘН КОНКУРСТАР ТУРАҺЫНДА МӘҒЛҮМӘТ битендә урынлаштырылған.



20 сентябрь 2023

Октябрь айында Сибай ҡалаһында «Хореография дисциплиналары уҡытыусыларның компетенция формалаштырыусы мәсьәләләре» уҡыуҙары үтәсәк

БР мәҙәниәт Министрлығы хәбәр итеүенсә, 2023 йылдың 9–10 октябрендә «Хореография дисциплиналары уҡытыусыларның компетенция формалаштырыусы мәсьәләләре» квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса БММ, БСМ педагогик хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар үтәсәк.

Программала: «Хореография дисциплиналары уҡытыусыларның компетенция формалаштырыу нигеҙҙәре», «Халыҡ бейеүҙәре буйынса башҡарыу методикаһы һәм лексик материал (рус характеры)», «Комбинацияла хәрәкәттәрҙе берләштереү», «Этюд уйлау», «Хәрәкәттәрҙе башҡарыу методикаһы» темаларына лекцион, семинар һәм практик дәрестәр, «Ҡатын-ҡыҙҙар башҡарыулығында башҡорт бейеүенең төп элементтары» темаларына мастер-кластар, һәм шулай уҡ, «Хореографик постановка: теория, практика һәм хаталар» темаһына түңәрәк өҫтәл, «Сибай» бейеү ансамбленең репетицияһын ҡарау. Дәрестәрҙе К.А.Валиев исемендәге Сибай колледжы уҡытыусылары – Бүләкәнова Рәйсә Хажиахметовна, Янтурина Юлиә Хасановна алып барасаҡ.

Тыңлаусыларҙы ҡаршылау һәм теркәү – 2023 йылдың 9 октябрендә сәғәт 08.00 дан 09.00 тиклем К.А.Валиев исемендәге Сибай колледжы фойеһында үтәсәк.

Уҡыуҙар йомғаҡтары буйынса һәм түләүҙән һуң квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ биреләсәк.


ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru