ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ОКТЯБРЬ  2019


1 октябрь 2019





1 октябрь 2019





1 октябрь 2019

Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының етәксе хеҙмәткәрҙәренең конференция-семинары йомғаҡтары тураһында

2019 йылдың 23–25 сентябрендә Өфө ҡалаһында мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының етәксе хеҙмәткәрҙәренең «Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының төп эшмәкәрлек йүнәлеше һәм үҫеш перспективалары» исеме Фәнни-ғәмәли конференция-семинары үтте. Сара З.Исмәғилев иселе Өфө дәүләт сәнғәт институты һәм Өфө ҡалаһы ҡала округының 7-се һанлы Балалар музыка мәктәбе нигеҙендә уҙҙы. Конференция-семинар сиктәрендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеһы менән идара итеү» исемле уҡыуҙар үтте.

Конференция-семинарҙа һәм уҡыуҙарҙа Башҡортостан Республикаһының 43 муниципаль районынан һәм 8 ҡала округынан мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының етәкселәре, етәксе урынбаҫарҙары, балалар сәнғәт мәктәптәренең методик берекмәләренең эшмәкәрлеге өсөн яуаплы методистар (сәнғәт төрҙәре буйынса) ҡатнашты.

Етәкселәрҙе Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Лапшина Наталья Михайловна хәҙерге заман үҫешҫендә балалар сәнғәт мәктәптәренең һәм сәнғәт колледждарының эшмәкәрлеге буйынса актуаль мәсьәләләрен билдәләп сәләмләне. Программа сиктәрендә 23 сентябрҙә мәғариф өлкәһендә контроль (надзор), белем биреү эшмәкәрлеген лицензиялау һәм дәүләт аккредитациялау, янғын хәүефһеҙлеге, хоҡуҡ боҙоуҙо киҫектереү, Башҡортостан Республикаһында волонтәрҙар хәрәкәтенең үҫеше буйынса, эшлекле һөйләшеүҙәр алып барыуҙың нигеҙҙәре тураһында, мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларында профессияны яңартыусы программаларҙы башҡарыу тураһында етәкселәр һәм белгестәр сығыш яһаны. Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү Буйынса республика уҡытыу-методик үҙәге директоры Марешова Лариса Алексеевна Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса республика уҡытыу-методик үҙәге 2020 йылға һәм 2019 йылдың IV кварталына планлаштырған төп саралар тураһында һөйләне.

24–25 сентябрҙә Мәскәү ҡалаһының БСМ «Кусково» берекмәһенең генераль директоры, «Рәсәй балалары» Президент программаһының лауреаты, педагогика фәндәре кандидаты Домогацкая Ирина Ефимовнаның түбәндәге темалар буйынса сығышы булды:

  • 2019 йылда балалар сәнғәт мәктәптәренең региональ системаһы: үҫеш факторҙары, проблемалар, тәжрибә.
  • Балалар сәнғәт мәктәптәре менән идара итеү стратегияһы. Үҫеш траекторияһын һайлау.
  • Балалар сәнғәт мәктәптәренең эшмәкәрлеген заман этабында хоҡуҡи яҡтан тәьмин итеү. Хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибә өлкәһендә етәксенең компетенциялары.
  • Балалар сәнғәт мәктәптәре үҫешендә «Юл картаһы»: проектлау һәм ысынбарлыҡ.
  • Дәүләт (муниципаль) эште финанс яҡтан тәьмин итеү. Норматив сығымдарҙы иҫәпләүҙең 2 моделе.
  • Профессиональ стандарттарҙы ҡулланыу проблемаһы.
  • Сара Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге пландарына ярашлы үтте.

         
       



    3 октябрь 2019

    «Заман социокультура мөхитендә музейҙарҙың эшмәкәрлеген тәьмин итеү» исемле уҡыуҙарҙың йомғаҡтары тураһында

    Сентябрь айында Өфө ҡалаһында квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Заман социокультура мөхитендә музейҙарҙың эшмәкәрлеген тәьмин итеү» исемле уҡыуҙар үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһының 31 муниципаль районынан һәм 7 ҡала округынан дәүләт һәм муниципаль музейҙарҙың етәкселәре, белгестәре һәм фәнни хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Уҡыуҙар Өфө музейҙары нигеҙендә, айырым теманы билдәләүсе өс төрлө программалар буйынса булды. Уҡыуҙарҙа ҡатнашыусыларҙың билдәләүенсә, бындай бүленеү һәр кемдең эшенең профиле буйынса актуаль мәсьәләләрҙе төплөрәк өйрәнеүгә мөмкинселек бирҙе.

    Башҡортостан Республикаһының Милли музейында заман комплекслы музейының перспективалары өйрәнелде: Башҡортостан Республикаһында музей эшмәкәрлегенең төп тенденцияларының дәүләт мәҙәни сәйәсәте менән тап килеүе, фәнни-фонд эшенең актуаль һорауҙары, музей эшмәкәрлегендә мультимедиа технологиялары, экспозицияларҙы проекциялау, музейҙа археология предметтарын иҫәпкә ҡуйыу буйынса һорауҙар, гранттарҙы рәсмиләштереү буйынса тәҡдимдәр ҡаралды.

    Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейында заман шарттарында әҙәбиәт музейының эшмәкәрлеге буйынса мәсьәләләр тикшерелде, шул иҫәптән әҙәби профилле музейҙарҙы комплектлауҙың үҙенсәлектәре, төрлө музей ъшмәкәрлектәре аша фольклор һәм әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү мәсьәләләре, мәҙәни-белеү туризмын үҫтереү факторы булараҡ йәйәү әҙәби экскурсиялар ҡаралды.

    Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының Республика Хәрби Дан музейында тыңлаусылар заман музейының һәм уның аудиторияһының үҙенсәлектәрен өйрәнделәр: музей аудиторияһын йәлеп итеү мәсьәләләре, музейҙа асыҡ мөхит ойоштороу, төрлө типтағы аудиториялар менән эшләү, музей күргәҙмәләренең концепцияһы һәм художестволы проектлауы.

    Сараны музейҙарҙың һәм башҡа ойошмаларҙың етәксе хеҙмәткәрҙәре һәм алдынғы белгестәре үткәрҙе. Уҡыуҙар сиктәрендә ҡатнашыусылар С.Т.Аксаковтың Мемориаль йорт-музейына барҙылар, Дан Паркына һәм ВДНХ-ЭКСПОла «Рәсәй – Минең тарихым» исемле мультимедиа тарих паркының залдарына экскурсия яһанылар.

    Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте.

         
     



    8 октябрь 2019

    Башҡортостан Республикаһының китапхана системаһы белгестәренең квалификацияһын үҫтереү тураһында

    БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2019 йылдың 29–31 октябрендә Башҡортостан Республикаһының китапхана системаһы белгестәренең квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Информацион ресурстар буйынса белгестәрҙең компетенцияһы формалашыуы мәсьәләләре» исемле уҡыуҙарын үткәрә.

    Сарала Рәсәй дәүләт китапханаһының дәүләт һәм приоритетлы Департаменты директоры, педагогия фәндәре кандидаты Гусева Евгения Николаевна һәм Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ.

    Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының 2-се корпусы нигеҙендә үтәсәк (Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы ур., 10).

    Программала:

    29-30 октябрҙә – Гусева Евгения Николаевнаның сығышы:

  • «Заман китапханалары эшмәкәрлегенең норматив һәм стратегик яҡтан тәьмин итеү.
  • «Мәҙәниәт» Милли проекты – тармаҡ үҫтереү программаһы.
  • «Заман китапханаларының үҫеш проблемалары».
  • «Үҙгәрештәр менән идара итеү».
  • «Иң шәп практиктар тураһында әңгәмәләшеү».
  • 31 октябрҙә – Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәренең сығыштары: ««Мәҙәниәт» Милли проекты» сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының дөйөм ҡулланышлы китапханалары; «Китапханалар-ара абонименттар һәм докуметтарҙы электрон еткереү нигеҙендә китапхананы оператив хеҙмәтләндереү системаһы».

    Бирелгән форма буйынса заявкалар 2019 йылдың 23 октябренә тиклем электрон почта: rumckpk3@mail.ru буйынса ҡабул ителә.



    14 октябрь 2019

    «Ижади кешеләр» проекты – хореография уҡытыусыларын уҡытыу

    «Мәҙәниәт» Милли проектының «Ижади кешеләр» федераль һәм региональ проекттарының сиктәрендә үткән Башҡортостан Республикаһы хореография уҡытыусыларының квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡыуҙары тамамланды. Сара А.Я.Ваганова исемендәге Рус балеты Академияһы нигеҙендә үтте.

    Рудольф Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжынан ике төркөм уҡытыусы Санкт-Петербург ҡалаһына «А.Я.Ваганова исемендәге Рус балеты Академияһында 1-се йыл уҡытыу программаһы буйынса классик бейеүҙең хәрәкәт башҡарыу ҡағиҙәләре» (16–21 сентябрь) Һәм «Урта һәм өлкән кластарҙа характерлы бейеү башҡарыуҙың өйрәтеү методикаһы» (7–12 октябрь) программалары буйынса уҡырға йүнәлтелде.

    Саралар программаһы асыҡ дәрестәр, мастер-кластар һәм видеояҙмалар менән лекция дәрестәрен үҙ эсенә алды. Уҡыуҙар барышында ҡатнашыусылар характерлы һәм классик бейеүҙәргә өйрәтеү методикаһы, тарихи бейеүҙең спецификаһы, балет мәғлүмәттәрен үҫтереү, тын алыш системаһының үҙенсәлектәре, һәм, шулай уҡ, классик бейеү дәрестәре өсөн музыка һайлау кеүек һорауҙарҙы тикшерҙеләр.

    Федераль квотаға яраҡлы Рудольф Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжынан 10 уҡытыусы белем алды. Уҡыуҙарҙы ойоштороусо – А.Я.Ваганова исемендәге Рус балеты Академияһының мәҙәниәт өлкәһенең ижади һәм идара итеү кадрҙарына өҙлөкһөҙ белем биреү һәм квалификация үҫтереү Үҙәге һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ.

    Быға тиклем проект сиктәрендә музыкаль йүнәлеш буйынса 341 уҡытыусы белем алды. Ноябрь айында Гнесин исемендәге Рәсәй музыка академияһына «Ижади кешеләр» региональ проекты сиктәрендә «Мәҙәниәт тармағанда муниципаль белем биреү системаһында эффектив идара итеү мәктәбе» исемле өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡыуҙарға 19 кешенән торған тағы бер төркөм уҡытыусы ебәреләсәк. Тимәк, 2019 йылда проект сиктәрендә мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының 370 уҡытыусыһы белем аласаҡ.

         
       



    22 октябрь 2019

    Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының квалификацияһын үҫтереү тураһында

    БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2019 йылдың 6–8 ноябрендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусылары өсөн (шул иҫәптән махсус, музыкаль - теоретик һәм башҡа дисциплинар буйынса уҡытыусыларҙың), белем биреү процесында компьютер технологияларын ҡулланыусы, музыкаль әҫәрҙәрҙе инструментовкалау һәм аранжировкалау менән шөғөлләнгән уҡытыусылар өсөн «Музыкаль яҡтан белем биреүҙә электрон-цифрлы технологиялар: аранжировка, инструментовка һәм композиция» темаһына уҡыуҙар ойоштора.

    Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округының 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәбенең етәксе һәм педагогик хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығы менән үтәсәк. Был мәктәп нигеҙендә" Балалар сәнғәт мәктәбендә электрон белем биреү мөхитен булдырыу" темалы республика инновацион майҙансығы эшләй. Сара Sibelius, Cubase программалары менән эшләү буйынса лекциялар һәм практик дәрестәр формаһында үтәсәк. Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларында 2014–2020 йылдарҙа электрон белем биреү Концепцияһын тормошҡа ашырыу буйынса 2016–2020 йылдарҙағы саралар Планы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы 2015 йылдың 24 декабренән №419 раҫланған приказы буйынса үтәсәк.

    Уҡыуҙар 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәбе нигеҙендә үтәсәк (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 109/1 йорт).

    Уҡыуҙарға килеүселәр үҙҙәре менән ноутбук, мышь, блок питания, флеш-накопитель алып килергә тейеш.

    Бирелгән форма буйынса заявкалар 2019 йылдың 31 октябренә тиклем факс: (347) 235-78-15 йәки электрон почта: rumckpk3@mail.ru буйынса ҡабул ителә.



    22 октябрь 2019

    Балалар өсөн «Театр – балалар» мәҙәни-белем биреү проекты тураһында

    2019 йылда Балалар өсөн «Театр – балалар» мәҙәни-белем биреү проекты сиктәрендә театрға арналған Балалар бөтә Рәсәй һүрәттәр конкурсы һәм «Театр тураһында яҙабыҙ!» исеме Балалар бөтә Рәсәй театраль рецензиялар конкурсы үтте.

    2019 йылдың 5 октябрендә Мәскәү ҡалаһында Н.И.Сац исемендәге Балалар музыка театрында Бөтә Рәсәй театр тураһындағы һүрәттәр конкурсының региональ һәм федераль этаптарының еңеүселәрен ҡотлау сараһы үтте. Был тантанала Н.И.Сац исемендәге Театрҙың художество етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Георгий Исаакян һәм, шулай уҡ, конкурстың федераль этабының жюри ағзалары: МХАТ Мәктәп-студияһы ректоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Игорь Золотовицкий һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Н.И.Сац исемендәге Театрҙың әҙәби – педагогик бүлеге мөдире Роксана Николаевна Сац ҡатнаштылар. Һигеҙ федераль округтан 57 ҡатнашыусы конкурстың региональ этабында еңеүсе булды.

    2019 йылдың 12 октябренә «Артекта» Суук-Су һарайында (пос.Гурзуф, Крым) Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт Министрлығының ағзаһы, Рәсәй театраль сәнғәте институтының ректоры Григорий Заславский, «Русские сезоны» АНО директоры Алексей Лебедев ҡатнашлығында тағы ла бер еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булды. Һигеҙ федераль округтан 82 бала региональ этапта еңеү өсөн, ете бала-федераль этапта еңеү өсөн бүләкләнде. Суук-Су һарайында көн буйына Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәрҙең театрға арналған картиналар күргәҙмәһе эшләне. Еңеүселәр конкурс дирекцияһынан грамоталар, РФ мәҙәниәт Министрлығынан рәхмәт хаттары, иҫтәлекле сувенирҙар алдылар.

    Бүләкләү тантанаһынан һуң йәш таланттар «театраль алышта» иң шәп булған спектаклде ҡаранылар. Был ижади ярыш «Артекта» көҙгө смена ваҡытында ХАБҮ балалар лагерҙарының театраль профилле отрядтары ҡатнашлығында үтте.
     

    «Театр – балалар» – Рәсәйҙе Театр йылына арналған ҙур мәҙәни-социаль проект. Конкурстарҙың региональ этаптары 2019 йылдың апрель-сентябрь айҙарында үтте. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе өҫтәмә белем биреү учреждениеларының уҡыусыларының 100 ашыу һүрәте һәм 10 рецензияһы тәҡдим ителде.

    Өфө ҡалаһының 2-се һанлы Балалар художество мәктәбе уҡыусыһы Яковлева Глафира (8 йәш) «Прекрасный дуэт» художество эше өсөн (М.С.Кинцель уҡытыусы класы) һәм Өфө БСМ уҡыусыһы Кузьмин Тимур (14 йәш) театраль рецензия өсөн (Е.Ю.Корниенко уҡытыусы класы) конкурстарҙың региональ этабында еңеүселәр булдылар. Еңеүселәр «Артек» Халыҡ-ара балалар үҙәгенә путёвка менән бүләкләнде: Кузьмин Тимур – «Art-театр» яңы махсус программаһы буйынса театраль сменаға, 23 сентябрҙән 13 октябргә тиклем, Яковлева Глафира – 2020 йылда йәйге сменаға.

         
         



    22 октябрь 2019

    Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

    Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2019 йылдың 17 октябренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығының 21.10.2019 №1201 приказы менән раҫланған.



    ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
    сәғәт 9:00–18:00
    тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
    БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
    Ладыгин урамы, 21 й.
    тел. 8 (347) 235-78-15 факс
    235-78-15; 233-59-00
    e-mail: rumcrb@mail.ru