ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫБАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ БЕЛЕМ БИРЕҮ БУЙЫНСА РЕСПУБЛИКА УҠЫТЫУ-МЕТОДИК ҮҘӘГЕ |
ОКТЯБРЬ 2021
1 октябрь 2021
1 октябрь 2021
7 октябрь 2021
«Халыҡ музыка ҡоралдары» һөнәри III Бөтә Рәсәй музыкаль конкурсы сиктәрендә 17–22 октябрҙә уҡыуҙар үтәсәк
Сараны БР мәҙәниәт министрлығының РУМҮ «домра», «балалайка», «гитара» номинациялары буйынса «Халыҡ музыка ҡоралдары» һөнәри III Бөтә Рәсәй музыкаль конкурсы сиктәрендә ойоштора. Уҡыуҙар билдәле музыканттар ҡатнашлығында (Гнесин исемендәге РМА, Н.А.Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһы) үтәсәк. Сара барышында жюри ағзаларының һәр номинация буйынса мастер-кластары, конкурс тыңлауҙар; Л.Зыкина исемендәге «Россия» Дәүләт академия рус халыҡ ансамбле художество етәксеһе Дмитриенко Дмитрия Сергеевичтың «Хәҙерге мәҙәни мөхиттә рус халыҡ инструменттары» темалы лекцияһы; музыкант, журналист, классик музыка тураһында лекциялар алып барыусы, colta.ru, Arzamas. «Сноб» Esquire, GQ авторы Лилиә Кандаурованың «Фольклор һәм бөйөк классиктар» темалы лекциялары; ижади осрашыу «Александр Чайковский – композитор, педагог һәм музыкаль-йәмәғәт эшмәкәр»; «балалайка» һөнәре буйынса Балалайкала уйнау оҫталығының башҡарыу һәм уҡытыу проблемалары темалы жюри ағзалары ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл; ФГБУК «Росконцерт» архивтарынан БМК лауреаттары концерттарын күрһәтеү.
Уҡыуҙар дауамы – 24 сәғәт, уҡыу форма – барып уҡыу.
Сара аҙағында тыңлаусыларға квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ биреләсәк.
Заявкалар 2021 йылдың 15 октябренә тиклем электрон формала беҙҙең сайттың КВАЛИФИКАЦИЯ ҮҪТЕРЕҮ /ПЛАНЛАШТЫРЫЛҒАН САРАЛАР битендә ҡабул ителә.
13 октябрь 2021
Музей хеҙмәткәрҙәре уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында
2021 йылдың 28–30 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ Башҡортостан Республикаһының Милли музейы менән берлектә «Заман социаль мәҙәни мөхиттә музей эшмәкәрлеген булдырыу» темалы квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ белем биреү программа буйынса Музей хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар үткәрҙе.
Сараны Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының социаль мәҙәниәт эшмәкәрлеге бүлеге етәксеһе – Ирек Имәнғәлин квалификация үҫтереү программаһы уҡытыусыларын һәм тыңлаусыларын сәләмләү һүҙҙәре менән асып ебәрҙе.
Лекторҙар булып Дәүләт тарих музейының (Мәскәү ҡалаһы) күргәҙмә эшмәкәрлеген тәъмин итеү бүлеге мөдире, Мәскәү рәссамдәре Союзы ағзаһы – Ксения Алексеевня Коловершина, һәм, шулай уҡ, Башҡортостан Республикаһы Милли музейының һәм Өфө ҡалаһының башҡа музейҙарының етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны. Ксения Коловершина видеоконференция бәйләнеше ярҙамында консультацион дәрес бирҙе.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейы вәкилдәре үткәргән дәрестәр барышында ҡала мәҙәни планында музейҙар, музей предметтарын һәм коллекцияларын комплектлау, иҫәпләү, һаҡлау һәм файҙаланыу, төрлө категориялы кешеләр өсөн экскурсиялар үткәреү, «Пушкин картаһы» проектында музейҙарҙың ҡатнашыуы, балалар өсөн музей мәҙәни-белем биреү саралар ойоштороу һәм үткәреү методтары һәм башҡа төрлө һорауҙар ҡаралды.
Шулай уҡ программа барышында тыңлаусылар Өфө ҡалаһының бер-нисә музейында булды. Республика Хәрби Дан музейы хеҙмәткәрҙәре хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Федерацияһы Музей фондының Дәүләт каталогының эштәр Реестры менән эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында тыңлаусылар һынлы сәнғәт предметтарына музейҙарҙа һаҡлау талаптары тураһында лекция тыңланы һәм экспозициялар менән танышты. С.Т.Аксаковтың Мемориаль йорт-музейында уҡыусылар өсөн мемориаль музейҙар үҙенсәлектәре тураһында лекция һәм күргәҙмә экскурсия үткәрелде.
Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте. Дәүләт һыу муниципаль музейҙарҙың һәм Башҡортостан Республикаһының муниципаль мәҙәни-ял учреждениялары ның музей хеҙмәткәре-бөтәһе 56 кеше ҡатнашты.
22 октябрь 2021
11 ноябрҙә Фольклор ижадын үҫтереү һәм һаҡлау буйынса конференция-семинар үтәсәк
Фольклор ижадын һаҡлау һәм үҫтереүгә арналған «Фольклор :инешенән хәҙергегә тиклем» исемле Региональ асыҡ ғилми-практик конференция-семинарҙа ҡатнашыуға мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениелары уҡытыусылары һәм уҡыусылары, фольклорсылар, этномузыкологтар, халыҡ һөнәрҙе оҫталары саҡыра.
Конференция 2021 йылдың 11 ноябрендә Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә дистанцион форматта ZOOM платформаһында үткәреү планлаштырыла. Бәйләнеш өсөн һылтанма ҡатнашыусыларҙың электрон адрестарына ебәреләсәк. ZOOM платформаһына инеү өсөн регистрация ваҡытында ҡатнашыусы заявкалагы фамилияһын, исемен, отчествоһын яҙып инергә тейеш, йәиһә ул конференцияға индерелмәйәсәк.
Конференцияға инеү өсөн һылтанма алдан ебәреләсәк, ҡатнашыу бушлай.
Конференция 2021 йылдың 11 ноябрендә 11.00 сәғәттә башлана.
Ентекләбенрәк КОНФЕРЕНЦИЯЛАР, СЕМИНАРҘАР битендә ҡарарға.
26 октябрь 2021
Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында
Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2021 йылдың 21 октябренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 25.10.2021 №2117 приказы менән раҫланған.
ЭШ ВАҠЫТЫ: | дүшәмбе – йома сәғәт 9:00–18:00 тәнәфес сәғәт 13:00–14:00 |
БЕЛЕШМӘ МӘҒЛҮМӘТТӘР: | 450055, Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21 й. тел. 8 (347) 235-78-15 факс 235-78-15; 233-59-00 e-mail: rumcrb@mail.ru |
---|