ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ОКТЯБРЬ  2022


7 октябрь 2022

11 ноябрҙә «Фольклор: инештән хәҙергә тиклем» Региональ асыҡ фәнни-ғәмәли онлайн конференция-семинар үтәсәк

2022 йылдың 11 ноябрендә К.А.Вәлиев исемендәге «Фольклор: инештән хәҙергә тиклем» фольклор ижадты һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләренә арналған Региональ асыҡ фәнни-ғәмәли онлайн конференция-семинар үтәсәк. (Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы Йылына арнала).

Конференцияла ҡатнашыу өсөн мәҙәниәт өлкәһендә профессиональ белем биреү учреждениелары уҡытыусылары, уҡыусылары, фольклорсылар, этномузыканттар, халыҡ һөнәрҙәре оҫталары саҡырыла.

Бәйләнеш өсөн һылтанма ҡатнашыусыларҙың электрон почталарына ебәреләсәк. Теркәлгән ваҡытта фамилия, исемен заявкаға ярашлы яҙырға кәрәк, юғиһә ҡатнашыусыға конференцияла ҡатнашыу рөхсәт ителмәй.

Конференцияла ҡатнашыу бушлай.

Конференция-семинар материалдары буйынса йыйынтыҡ сығарыу планлаштырыла.



12 октябрь 2022

«Мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениелары менән идара итеү буйынса актуаль һорауҙар» темалы семинар йомғаҡтары тураһында

2022 йылдың 6–7 октябрендә мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениеларҙың етәкселәре өсөн «Мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениелары менән идара итеү буйынса актуаль һорауҙар» темалы уҡытыу семинары үтте. Сара «Мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениеһы менән идара итеү» квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡыуҙар сиктәрендә үтте.

Уҡытыу семинарында мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениелары етәкселәре, етәксе урынбаҫарҙары, методистары, һәм бүлек мөдирҙәре (предмет-цикл комиссиялары менән) ҡатнашты.

Етәкселәр алдында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Лапшина Наталья Михайловна ҡаршылау һүҙе менән сығыш яһаны. Ул хәҙерге үҫеш этабында балалар сәнғәт мәктәптәре һәм колледждарының эшмәкәрлегендә актуаль һорауҙарҙы билдәләне. Программа сиктәрендә «IP» Халыҡ -ара компетенция үҙәгенең директор урынбаҫары, интеллектуаль милек Рәсәй дәүләт академияһы уҡытыусыһы, «Мәҙәниәт» милли проектының белем биреү программалары спикеры Иван Станиславович Шрамков (Мәскәү ҡалаһы), һәм шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Роспотребнадзор идаралығының балалар һәм үҫмерҙәр гигиенаһы буйынса белгестәре, Башҡортостан Республикаһының Роспотребнадзор идаралығының хеҙмәт күрһәтеү һәм аҙыҡ -түлек булмаған тауарҙар баҙарында ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм башҡа төрлө һорауҙар ҡаралды.

Сара Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте.


ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru