ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫБАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ БЕЛЕМ БИРЕҮ БУЙЫНСА РЕСПУБЛИКА УҠЫТЫУ-МЕТОДИК ҮҘӘГЕ |
ОКТЯБРЬ 2023
6 октябрь 2023
Октябрь айында Сибай ҡалаһында БММ, БСМ, УББМ музыка укытыусылры өсөн уҡыуҙар үтәсәк
БР мәҙәниәт Министрлығы хәбәр итеүенсә 2023 йылдың 23–24 октябрендә Сибай ҡалаһында БММ, БСМ, УББМ музыка укытыусылры өсөн «Балалар музыка мәктәбе Һәм Балалар сәнғәт мәктәбе концертмейстерының ижади һәм педагогик эшмәкәрлеге аспекттары» темалы өҫтәмә профессиональ белем биреү программаһы буйынса уҡыуҙар үтәсәк.
Программала: «Балалар музыка мәктәбе Һәм Балалар сәнғәт мәктәбе концертмейстерының ижади һәм педагогик эшмәкәрлеге аспекттары», «Вокал класы концертмейстерының эш үҙенсәлектәре», «Әҫәрҙең художестволы образы өҫтөндә эш», «Инструменталь юл ашҡарыу класы концертмейстерының эш үҙенсәлектәре», «Ҡурай класы концертмейстерының эше», «Биттән уҡыу, транспориролау» темаларына лекцион, семинар һәм практик дәрестәр, мастер-кластар.
Дәрестәрҙе Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы укытыусылры Колесникова Мария Яковлевна, концертмейстер Стец Юлия Гимрановна алып барасаҡ.
Тыңлаусыларҙың урынлашыуы һәм теркәү – 2023 йылдың 23 октябрендә сәғәт 9.00–9.30 Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы фойеһында.
Уҡыуҙар аҙағында түләүҙән һуң квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ биреләсәк. Заявкалар 2023 йылдың 21 октябренә тиклем электрон формала беҙҙең сайтта ҡабул ителә.
9 октябрь 2023
2024 йылдың апрелендә Октябрьский ҡалаһына фортепианолы оркестрҙарҙың А.М.Хәйҙәрова исемендәге IX Бөтә Рәсәй конкурсы үтәсәк
Фортепианолы оркестрҙарҙың А.М.Хәйҙәрова исемендәге IX Бөтә Рәсәй конкурсы балалалар музыкаль һәм сәнғәт мәктәптәре һәм мәҙәниәт өлкәһендәге белем биреү учреждениеларының музыкаль мәктәптәре уҡыусылары араһында үткәреләсәк. Конкурс тыңлауҙар 2024 йылдың 20 апрелендә үтәсәк.
Башҡортостан Республикаһы ҡатнашыусыларының конкурс тыңлауҙары өсөн форматта Октябрьский ҡалаһында үткәреләсәк (үткәреү урыны тураһында өҫтәмә иғлан буласаҡ). Рәсәйҙең башҡа региндарынан ҡатнашыусылар өсөн очно һәм ситтән тороп ҡатнашыу мөмкинлеге ҡарала (ҡатнашыусыларҙың теләге буйынса).
Жюри рәйесе – А.Шнитке исемендәге Мәскәү дәүләт музыка институтының фортепианолы сәнғәт кафедраһы мөдире, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, искусствоведение кандидаты Рөстәм Рәжәп улы Шәйхетдинов (Мәскәү ҡалаһы).
Конкурста ҡатнашыу өсөн (2024 йылдың 1 апреленә тиклем) doс/.docx һәм pdf форматарҙа бирелгән форма буйынса заявка, ойоштороу түләү тураһында квитанцияны dshi-1@mail.ru электрон почта адресы буйынса «Фортепианолы оркестрҙарҙың А.М.Хәйҙәрова исемендәге IX Бөтә Рәсәй конкурсы» темаһы менән ебәрергә кәрәк.
12 октябрь 2023
2024 йылда «Цифрзар музыкаһы» XII Бөтә Рәсәй электромузыкаль ижад конкурсы үтәсәк
«Цифрзар музыкаһы» XII Бөтә Рәсәй электромузыкаль ижад конкурсында балалар музыкаль мәктәптәре һәм балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары,урта һәм юғары профессиональ белем биреү уҡыу йорттары студенттары (6–25 йәшкә тиклем), шул иҫәптән сәләмәтлеге буйынса мөмкинселектәре сикләнгән, ижади-белем биреү практиаһында цифрзар технологияһын, электрон музыкаль инструменттар ҡулланған укытыусылар ҡатнаша ала.
Конкурс ике турҙан үтәсәк:
I тур (һайлап алыу) ситтән тороп 2023 йылдың 27 ноябренән 2024 йылдың 31 ғинуарына тиклем конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙе ситтән тороп тыңлау йәки ҡарау формаһында.
II тур 2024 йылдың 16–17 февралендә очно/заочно 10-сы һанлы Балалар музыкаль мәктәбе нигеҙендә.
Конкурс номинациялары: «Синтезаторҙа яңғыҙ башҡарыу»; «Компьютерҙа аранжировкалау(эшкәртеү, переложение)», «Композиция (компьютерҙа йәки синтезаторҙа)», «Синтезатор +…» (составында синтезатор булған төрлө ансамблдәр өсөн номинация), «Методик ҡулланма» – укытыусылар өсөн номинация.
Конкурста ҡатнашыу өсөн электрон заявкала һылтанмалар буйынса Положениеның VI п. тултырырға кәрәк. Заявкалар 2024 йылдың 25.01. 24.00 тиклем ҡабул ителә.
17 октябрь 2023
Өфө ҡалаһында «Уникум» Бөтә Рәсәй йәш рәссамдар фестиваленең региональ этабы тамамнды
Өфө ҡалаһында һәләтле балалар өсөн «Уникум» Бөтә Рәсәй йәш рәссамдар фестиваленең региональ этабы тамамнды.
Сара һынлы сәнғәт, декоратив-ғәмәли һәм фотосәнғәт өлкәһендә Башҡортостан һәләтле балалапын асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү маҡсатында үтте.
Конкурстың региональ этабына Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү учреждениелары уҡыусылары эштәре тәҡдим ителде.
Ҡатнашыусыларҙың конкурс эштәре региональ һайлау үткәндән һуң Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт Министрлығына фестивалдең Положениеһына ярашлы ситтән тороп үткәреләсәк финаль этапта ҡатнашыу өсөн ебәреләсәк. Финаль этап Санкт-Петербург ҡалаһында ноябрь айында үтәсәк.
Мәғлүмәт беҙҙең сайтта КОНКУРСТАР ТУРАҺЫНДА, КҮРГӘҘМӘЛӘР /ХАЛЫҠ-АРА ҺӘМ РӘСӘЙ САРАЛАР ТУРАҺЫНДА МӘҒЛҮМӘТ/2023 ЙЫЛ битендә ҡарарға.
30 октябрь 2023
Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында
Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2023 йылдың 30 октябренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 30.10.2023 №2626 приказы менән раҫланған.
ЭШ ВАҠЫТЫ: | дүшәмбе – йома сәғәт 9:00–18:00 тәнәфес сәғәт 13:00–14:00 |
БЕЛЕШМӘ МӘҒЛҮМӘТТӘР: | 450055, Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21 й. тел. 8 (347) 235-78-15 факс 235-78-15; 233-59-00 e-mail: rumcrb@mail.ru |
---|