ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


НОЯБРЬ  2018


8 ноябрь 2018

Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары уҡытыусыларының квалификацияһын үҫтереү тураһында

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге (РУМҮ) Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) менән берлектә 2018 йылдың 20–21 ноябрендә өҫтәмә программа буйынса Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе учрежденияларының уҡытыусылары өсөн «Музыкант-башҡарыусыларҙа компетенция булдырыусы мәсьәләләр (башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары)» темаға квалификация үҫтереү уҡыуҙары ойоштора.

Программала: Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы), башҡа профессиональ мәғариф учрежденияларяның һәм Башҡортостандың мәҙәниәт өлкәһенән өҫтәмә белем биреүсе учрежденияларының алдынғы уҡытыусыларының сығышы. Уҡыу барышында электрон-һанлы технологияларҙы ҡулланыуҙа һорауҙар; башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары класы буйынса асыҡ дәрестәр (баян, думбыра, ҡурай, ҡыл-ҡумыҙ, оркестр).

Уҡыуҙар Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә үткәрелә (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 103А, «Сәнғәт училищеһы» туҡталышы). Тыңлаусыларҙы регистрациялау – 20 ноябрҙә сәғәт 10.00–11.30.

Заявкалар ҡушылған формала 2018 йылдың 14 ноябренә тиклем ҡабул ителә – факс:(347) 235-78-15, йәғни электрон почта буйынса: rumckpk3@mail.ru.



12 ноябрь 2018

Бөтә Рәсәй «Йәш таланттар»–2019 АРТ-проекты тураһында

Бөтә Рәсәй «Йәш таланттар»–2019 АРТ-проекты (Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған) Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа региондарының балалар музыка мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре, колледждарға беркетелгән педагогик практикалы музыка мәктәптәре, урта махсус музыка мәктәп-колледждары уҡыусылары, һәм шул иҫәптән, сәләмәтлек яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында үткәрелә.

Бөтә Рәсәй АРТ-проекты сиктәрендә үткәреләсәк конкурстар:

  • Йәш башҡарыусылаҙың башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау бөтә Рәсәй конкурсы: «Ҡурай», «Думбыра, ҡыл-ҡумыҙ» – 20–21 мартта БР ҠО Өфө ҡалаһының Н. Сабитов исемендәге 1-се һанлы музыка мәктәбе нигеҙендә.
  • Йәш башҡарыусылаҙың ҡыллы инструменттарҙа уйнау бөтә Рәсәй конкурсы – 20–22 мартта БР ДБПУУ Салауат музыка колледжында.
  • Йәш башҡарыусылаҙың халыҡ инструменттарында уйнау: «Баян, аккордеон», «Домра, балалайка» бөтә Рәсәй конкурсы – 20–22 мартта БР ДБПУУ Октябрьский музыка колледжында.
  • Йәш театраль жанрҙар башҡарыусылар бөтә Рәсәй конкурсы – 20–22 мартта ФДБУУ З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында.
  • Йәш гитарасыларҙың «Гитара – минең утрауым» бөтә Рәсәй конкурсы – 26–28 мартта БР ДБПУУ Өфө сәнғәт училищеһында (колледжында).
  • Бөтә Рәсәй йәш пианистар конкурсы – 26–28 мартта БР ДБПУУ Урта махсус музыка колледжында.
  • Йәш башҡарыусылаҙың тынлы һәм һуҡма инструменттарҙа бөтә Рәсәй конкурсы – 26–28 мартта БР ДБПУУ Өфө сәнғәт училищеһында (колледжында).
  • Йәш вокалсыларҙың бөтә Рәсәй конкурсы – 26–29 мартта БР ДБПУУ Өфө сәнғәт училищеһында (колледжында).

Бөтә Рәсәй «Йәш таланттар»–2019 АРТ-проекты (Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған) тураһында Положение Конкурстар, күргәҙмәләр/БР Мәҙәниәт Министрлығы үткәргән конкурстар тураһында мәғлүмәт битендә ентекләберәк ҡарағыҙ.

Иғтибар, Йәш театраль жанрҙар башҡарыусылар бөтә Рәсәй конкурсы (Бөтә Рәсәй «Йәш таланттар»–2019 АРТ-проекты сиктәрендә) тураһында Положение һәм Персональ мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә рөхсәт өлгөһө (Положениеға 3-сө ҡушымта) БР Мәҙәниәт министрлығының РУМҮ сайтында һуңыраҡ буласаҡ.



13 ноябрь 2018

IV Республика «Таланттар тажы» фестиваль-конкурсы тураһында

Мәҙәниәт өлкәһе профессиональ уҡытыу учреждениеларының IV Республика «Таланттар тажы» фестиваль-конкурсы (Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған) ике этаптан тора:

  • I этап – 2019 йылдың ғинуар–март айҙарында профессиональ уҡыу учреждениеларында.
  • II этап (республика этабы) – 2019 йылдың апрель–май айҙарында график буйынса Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Учалы ҡалаларында.

Фестиваль-конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә:

  • Фортепианалы ансамбльдәр (2 кеше һәм күберәк);
  • Ҡыллы ансамбльдәр һәм оркестрҙар;
  • Тынлы ансамбльдәр һәм оркестрҙар;
  • Рус халыҡ музыка ҡоралдары ансамбльдәре һәм оркестрҙары;
  • Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары ансамбльдәре һәм оркестрҙары;
  • Хор коллективтары (академик);
  • Хор коллективтары (халыҡ);
  • Вокаль ансамбльдәр (3 тауыштан кәм булмаған, русса группа);
  • Вокаль ансамбльдәр (3 тауыштан кәм булмаған, башҡортса группа);
  • Эстрада коллективтары (инструменталь, вокаль);
  • Хореография коллективтары (2 кеше һәм күберәк);
  • Яңғыҙ эстрада башҡарыусылары (инструменталь, шулай уҡ электрон баҫмаҡлы(клавишлы) ҡоралда; вокаль);
  • Яңғыҙ хореографик башҡарыусылар (классик, халыҡ, заман һ.б.);
  • Һынлы сәнғәт (рәсем сәнғәте, графика, декоратив-ғәмәли сәнғәт);
  • Художестволы уҡыу (Театр йылына арналған).

Фестиваль-конкурстың республика этабында ҡатнашыу өсөн профессиональ уҡытыу учреждениеһынаң етәксе ҡултамғаһы һәм мөһөр менән раҫланған йыйылма заявка биреү мотлаҡ; бирелгән форма буйынса һәр бер ҡатнашыусыға раҫланған айырым заявка һәм банк түләү документының күсермәһе, йәки БР Мәҙәниәт министрлығының Република уҡытыу-методик үҙәгенә гарантиялы хат 2019 йылдың 1 мартына тиклем электрон почтаға: aura_x@mail.ru.

IV Республика «Таланттар тажы» фестиваль-конкурсы тураһында (Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған) Положение Конкурстар, күргәҙмәләр/БР Мәҙәниәт Министрлығы үткәргән конкурстар тураһында мәғлүмәт битендә ентекләберәк ҡарағыҙ.



21 ноябрь 2018

«Республика хөрмәтенә!» Фестиваль-конкурсы йомғаҡтары

2018 йылдың 15 ноябрендә «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында «Республика хөрмәтенә!» Фестиваль-конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Номинанттар араһында музыка һәм хореография өлкәһендә «Иң яҡшы башҡарыусы» һәм Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт өлкәһендә һынлы сәнғәт учреждениелары уҡыусылары араһынан «Һынлы сәнғәт өлкәһендә иң яҡшы эш» – төрлө кимәлдә ижади сараларҙың лауреаттары һәм призерҙары.

Фестиваль-конкурстың еңеүселәрен Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Фаил улы Абдраҡов рәйесе етәкләгән жюри билдәләне. Жюри составында З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт институты профессорҙары, урта профессиональ һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары етәкселәре һәм уҡытыусылары булды.

Жюри ағзаларына 160-тан артыҡ төрлө йүнәлешле конкурс сығышлы видеоматериал ҡарарға тура килде: фортепиано, ҡыллы оркестр, тынлы, халыҡ инструменттары, башҡорт халыҡ инструменттары, академик, халыҡ, эстрада вокал, классик, халыҡ һәм заман хореографияһы; шулай уҡ 60-тан артыҡ йәнле һүрәт һәм графика художество эштәренең төҫлө фотографияла электрон фотоматериалдары.

Конкурс йомғаҡтары буйынса жюри 54 ҡатнашыусыны билдәләне, шул иҫәптән 12 Еңеүсе, 11 Дипломант, 31 конкурсант ҡатнашыусы Сертификаты.

Шулай уҡ:

  • «Республика хөрмәтенә!» Фестиваль-конкурсының «Музыка һәм хореграфия өлкәһенән иң яҡшы башҡарыусы» номинацияһында 35 ҡатнашыусы ССМК, Р.Нуриев ис. БХК, ӨСУ(К), Н. Сабитов ис. БММ һәм Өфө ҡ. 3-сө БСМ, ӨБСМ, З.Исмәғилев ис. ӨДСИ, Ф. Ғәскәров ис. ХБАДАнең Балалар студияһынан: Еңеүселәр – 7, Дипломанттар – 11, ҡатнашыусы Сертификаты – 17;
  • «Республика хөрмәтенә!» Фестиваль-конкурсының «Һынлы сәнғәт өлкәһендә иң яҡшы эш» номинацияһында 19 ҡатнашыусы 7 уҡытыу учреждениеһынан – балалар художество мәктәптәренән һәм Башҡортостан Республикаһының Нефтекама, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө ҡалаларының сәнғәт мәктәптәренең художество бүлектәрененән: Еңеүселәр – 5, ҡатнашыусы Сертификаты – 14.

Иң яҡшы художество эштәре «Башҡортостан» Дәүләт концерт залының фойеһында урын алды.

Был сара Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге менән «Быуындар йөрәгендә иҫтәлек һәм ғорурлыҡ» региональ проект сиктәрендә «2016–2020 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү» программаһын үтәү бурысы менән, һәм шулай уҡ, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Ҡоролтай-Йыйылышының 05.06.2018 й. №298-ГС хатына ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының социокультура араыуығында рухи-әхләки үҫеш һәм гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреүҙең иң шәп моделен билдәләүсе йыл һайын үткәрелә торған «Республика хөрмәтенә!» Фестиваль-конкурс Положениеһына ярашлы үтте.



23 ноябрь 2018

Конференция үткәреү һәм вокал-хор дисциплиналары буйынса уҡытыусыларҙы уҡытыу тураһында

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2018 йылғы пландарына ярашлы Октябрьский ҡалаһында Октябрьский музыка колледжының нигеҙендә 2018 йылдың 13–14 декабрендә «Рәсәй халыҡтарының хор культураһы: музыкаль белем биреү һәм заманса башҡарыу буйынса актуаль һорауҙар» Региональ асыҡ фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк (Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған) (мәҙәниәт өлкәһе уҡытыу учреждениеларының уҡытыусылары һәм студенттары өсөн, ижад, вокал-хор коллективтарының етәкселәре өсөн).

Конференцияла А.В. Свешников исемендәге Дәүләт академик рус хоры етәксеһе Евгений Кириллович Волков (Мәскәү ҡалаһы), Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре, Екатеринбург, Октябрьский, Өфө ҡалалары уҡытыу учреждениеларының алдынғы уҡытыусылары һәм хор коллективтарының етәкселәре ҡатнашасаҡ.

Конференция программаһында түбәндәге һорауҙур ҡараласаҡ:

  • Заманса хор башҡарыуҙың уҡытыу һәм практика методикаһы һорауҙары
  • Хәҙерге заман авторҙарының хор ижадында традициялар һәм новаторлыҡ
  • Хәҙерге заман алдынғы хормейстерҙарының ижады
  • Башҡортостандың хор культураһы тарихы
  • Балалар хоры ижадының проблемалары һәм үҫеш перспективалары
  • Волга буйы халыҡтарының хор культураһы (һ.б.).

Мастер-класстар, практик дәрестәр, концерт сығыштары планлаштырыла.

Конференция сиктәрендә «Хор дисциплиналары уҡытыусыларының компетенция формалашыуы буйынса һорауҙар» өҫтәмә профессиональ программа буйынса квалификация үҫтереү уҡыуҙары ойошторола.

Регистрация – 13 декабрҙә сәғәт 9-ҙан Октябрьский музыка колледжының беренсе ҡат фойеһында.

Конференцияла ҡатнашыусыларға сертификат, тыңлаусыларға – квалификация үҫтереү танытмаһы бирелә.

2018 йылдың 5 декабренә тиклем бирелгән форма буйынса заявкалар биреү мотлаҡ:

  • конференцияла ҡатнашыусылар – 1-се Ҡушымтаға ярашлы электрон почта адресына: rumc110@mail.ru;
  • уҡыуҙарҙы тыңлаусыларға – 2-се Ҡушымтаға ярашлы электрон почта адресына: rumckpk3@mail.ru.

БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ информацион хаты, заявка-анкеталарҙың формалары, алдан түләү өсөн документтар (аҡсалы һәм ҡулаҡсаһыҙ хисап) Квалификация үҫтереү/Планлаштырылған саралар битендә.



26 ноябрь 2018

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2018 йылдың 15 ноябренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығының 19.11.2018 №1394 приказы менән раҫланған.



26 ноябрь 2018

Республика фәнни-ғәмәли конференция-семинары йомғаҡтары

Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһында Сибай сәнғәт колледжы һәм Сибай балалар сәнғәт мәктәбе нигеҙендә 2018 йылдың 20–21 ноябрендә уҡытыу учреждениелары етәкселәренең, педагогика хеҙмәткәрҙәренең «Инклюзив уҡытыу: “мәктәп-училище-юуй” өҙлөкһөҙ художестволы белемен биреү системаһында эффектив методикалар һәм уларҙы практик ҡулланыу» Республика фәнни-ғәмәли конференция-семинары үтте.

Конференция-семинар уҡытыу учреждениеларында хәҙергә заман инклюзив белем биреүҙең эффектив методтарын практик ҡулланыуҙа педагогик тәжрибәне трансляциялау маҡсаты менән, 2015 йылдан бирле үткәрелеп килгән инклюзив белем биреү һорауҙары буйынса саралар серияһын дауам итеп үткәрелде.

Конференция-семинар программаһында – өҫтәмә белем биреү, профессиональ һәм юғары белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының һәм шулай уҡ был өлкәнең башҡа белгестәренең лекциялары, практик дәрестәре, шул иҫәптән, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар менән онлайн режимда асыҡ дәрестәр; Сибай инвалид-балалар дистанцион белем биреү үҙәгенең робототехникаһын демонстрациялау; Сибай сәнғәт колледжының Халыҡ художество ижады бүлеге студенттарының эштәре күргәҙмәһен, Сибай балалар художество мәктәбенең Республика көнөнә арналған экспозицияларын, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың «Таланттар йәйғоро» зональ конкурс-фестивале эштәрен ҡарау; Сибай тарих–яҡты өйрәнеү музейына барыу; Сибай балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының, шул иҫәптән, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың концерт сығыштары һәм бик күп башҡа саралар.

Был сарала Белорет, Күмертау, Нефтекама, Сибай, Стәрлитамаҡ, Туймазы, Өфө, шулай уҡ республиканы Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Иглин, Краснокама, Күгәрсен, Мәләүез, Мәсетле, Өфө, Учалы райондарынының уҡытыу учруждениеларынан 100-ҙән артыҡ уҡытыусы ҡатнашты.

Конференция-семинар материалдары буйынса ҡатнашыусыларҙың методик эшләнмәләр йыйынтығы баҫмаға әҙерләнә.

Был проект БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ, Сибай балалар сәнғәт мәктәбе һәм Сибай сәнғәт колледжы менән Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһы ҡала округы Администрацияһы ярҙамында Рәсәй Федерацияһының 2011–2020 йылдарына тәғәйенләнгән «Асыҡ мөхит» программаһының Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының 2018 йылда үткәреләсәк саралар Планының «Инвалидтар һәм инвалид булмаған кешеләр өсөн интеграциялы саралар ойоштороу һәм үткәреү» саралары сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы раҫлаған 27.09.2018 №247 приказына ярашлы үткәрелде.



29 ноябрь 2018

Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары уҡытыусыларын уҡытыу йомғаҡтары тураһында

2018 йылдың 20–21 ноябрендә Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусылары өсөн «Музыкант-башҡарыусыларҙа компетенция тыуҙырыусы һорауҙар (башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары)» квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡыуҙар үтте.

Уҡыуҙар барышында Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) һәм башҡа профессиональ белем биреү учреждениеларының һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһенән өҫтәмә белем биреү учреждениеларының алдынғы уҡытыусылары сығыш яһаны.

Был сара барышында башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында өйрәтеүҙең заман аспекттары тураһында фекер алышыу булды, шул иҫәптән республиканың «мәктәп-училище-юуй» уҡытыу системаһында белем биреү, музыкант-башҡарыусыларҙың артист оҫталыҡтарын үҫтереү һорауҙары, башҡорт халыҡ инструменттары бүлегендә концертмейстерҙың эш үҙенсәлектәре, уҡытыу барышында электрон-цифрлы технологиялар ҡулланыу һәм бик күп башҡа актуаль һорауҙар ҡаралды. Шулай уҡ башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары класы буйынса мастер-кластар, асыҡ дәрестәр уҙғарылды.

Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте. Был сарала мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларынан 60-тан артыҡ уҡытыусы ҡатнашты.



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru