ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫБАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ БЕЛЕМ БИРЕҮ БУЙЫНСА РЕСПУБЛИКА УҠЫТЫУ-МЕТОДИК ҮҘӘГЕ |
НОЯБРЬ 2019
1 ноябрь 2019
Өфөлә китапхана системалары белгестәрен уҡытыу үтте
Был аҙнала Өфөлә китапхана системалары белгестәренең «Информацион ресурстар буйынса белгестәрҙең компетенцияһын формалаштырыу» исемле квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡыуҙар үтте. Сара Урта махсус музыкаль колледж нигеҙендә уҙғарылды.
29–30 октябрҙә Рәсәй дәүләт китапханаһының (Мәскәү ҡалаһы) дәүләт һәм приоритетлы проекттар Департаменты директоры, педагогия фәндәре кандидаты Гусева Евгения Николаевна лектор булып сығыш яһаны. Уҡыуҙарҙың төп темаһы модель муниципаль китапханаларын булдырыу өлөшөндә «Мәҙәниәт» Милли проекты булды. Уның структураһы, методологияһы, составы, маҡсаты һәм мәсьәләләре, проектта ҡатнашыусыларға талаптар, төп ҡыйынлыҡтар һәм милли проектты финанс һәм методик яҡтан тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. Бынан тыш сарала заман китапханаларының эшмәкәрлеген норматив һәм стратегик яҡтан тәьмин итеү һорауҙары, заман китапханаларының үҫеш проблемалары ҡаралды.
31 октябрҙә лекция дәрестәрен Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре тамамланы. Улар «Мәҙәниәт» Милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының дөйөм ҡулланышлы китапханаларының эшмәкәрлегенең үҙенсәлеклектәрен һәм китапхана-ара абонемент һәм документтарҙы электрон еткереү нигеҙле китапханаларҙы оператив хеҙмәтләндереү системаһын тикшерҙеләр.
Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге пландарына ярашлы Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана булышлығында үтте. Барыһы Башҡортостан Республикаһының 33 муниципаль районынан һәм 5 ҡала округынан 120 кеше уҡыуҙарҙа ҡатнашты.
7 ноябрь 2019
Бөтә Рәсәй конкурстарының региональ этаптары йомғаҡтары
Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар художество ижады конкурсының региональ этабы тамамланды: һәләтле балалар өсөн мәҙәни-мәғрифәт акция «Йәш рәссамдарҙың "Уникум" Бөтә Рәсәй йәш рәссамдар фестивале» һәм балалар һәм үҫмерҙәрҙең «Олатайға еңеү өсөн рәхмәт!» ижади эштәре Күргәҙмәһе. Сара Башҡортостандың һынлы сәнғәт өлкәһендә һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм ярҙам итеү, тыуған яҡтың тарихи-мәҙәни мираҫына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ойошторолдо.
Конкурстарҙың региональ этабына Башҡортостан Республикаһың мәҙәниәт өлкәһе өҫтәмә белем биреү учреждениелары учреждениеларының 237 ҡатнашыусыһының эштәре тәҡдим ителде.
Региональ этап йомғаҡтары буйынса жюри түбәндәге еңеүселәрҙе билдәләне:
Балалар һәм үҫмерҙәрҙең «Олатайға еңеү өсөн рәхмәт!» ижади эштәр Күргәҙмәһенең региональ этабы
1 дәрәжә лауреаты:
Ғарипова Камила, 13 йәш, «Затишье», соус. Өфө ҡалаһы, А. А. Кузнецов исемендәге 1-се һанлы БХМ, уҡытыусыһы – Григорьев Юрий Николаевич.
2 дәрәжә лауреаты:
Дибаева Айһылыу, 14 йәш. «Госпиталь», ҡағыҙ, акварель. 2-се һанлы БХМ, Өфө ҡалаһы, уҡытыусыһы – Боцьковская Марина Борисовна.
Каримова Алина, 15 йәш. «Оҙон, оҙаҡ бала саҡ», граттаж, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 1-се һанлы БХМ, уҡытыусыһы – Зайнутдинова Роза Ривенеровна.
Һәләтле балалар өсөн мәҙәни-мәғрифәт акция «Йәш рәссамдарҙың "Уникум" Бөтә Рәсәй йәш рәссамдар фестивале» региональ этабы
3 дәрәжә лауреаттары:
Арсланбекова Элина, 10 йәш. «Йәйләүҙә», гуашь. Дәүләкән районының БХМ, уҡытыусыһы – Хуззятова Фидания Фидаевна.
Динисламова Алһыу, 10 йәш. «Ваҡыттар бәйләнеше», кейеҙ, Стәрлетамаҡ районы, Наумовка ауылы БСМ, уҡытыусыһы – Хисамова Гульнара Рауфовна.
Шафеева Милана, 10 йәш. «Табын әҙер, ҡунаҡ көтәбеҙ», пастель. Благовещен районы БСМ, уҡытыусыһы – Попова Наталья Николаевна.
Конкурстарҙың Положениеһына ярашлы, региональ һайлауҙы үткән конкурс эштәре Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт Министрлығына ситтән тороп һәм финал этаптарҙа ҡатнашыу өсөн ебәрелә. Финал этаптары Санкт-Петербург ҡалаһында 2019 йылдың 10–16 ноябрендә үтәсәк.
Конкурстарҙың региональ этабын Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт Министрлығы, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге үткәрҙе.
7 ноябрь 2019
Башҡорт теле көнө тураһында
Башҡортостан Республикаһының дәүләт телен Республикаһының дөйөм милли ҡаҙанышы булараҡ, башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи мираҫының айырылғыһыҙ өлөшө булараҡ һаҡлау, ярҙам итеү һәм үҫтереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһың башлығы йыл һайын 14 декабрҙә билдәле мәғрифәтсе, башҡорт шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә башҡорт теле Көнө тип иғлан ителгән ҡарар билдәләне.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының 29.10.2019 й. №УГ-386 «Башҡорт теле Көнө тураһында» Указын ҡарарға.
8 ноябрь 2019
БХМ, БСМ һәм БММ-нең художество бүлектәре уҡытыусыларының квалификацияһын үҫтереү тураһында
БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ 2019 йылдың 21–22 ноябрендә балалар художество мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәре һәм балалар балалар музыка мәктәптәренең художество бүлектәре уҡытыусылары өсөн өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Сәнғәт тарихы уҡытыусыларының компетенция формалаштырыу һорауҙары» темалы уҡыуҙарын үткәрә.
Уҡыуҙар Өфө ҡалаһы ҡала округының 2-се һанлы Балалар художество мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Севастьянова Ирина Асхатовна һәм М.Н.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының экскурсоводы Боттичелли Вероника Александровна ҡатнашлығында үтәсәк.
Уҡыуҙар 2-се һанлы Балалар художество мәктәбе (Өфө ҡалаһы, Бабушкина урамы, 25) нигеҙендә һәм М.Н.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы (Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 27) нигеҙендә үтәсәк.
Программала «Сәнғәт тарихы», «Һынлы сәнғәттә Иван Сусанин батырлығы», «"Сәнәғәт донъяһы" мәҙәни ойошмаһы вәкиле, К.А.Сомовтың 150 йыллығына арналған» темаларға лекциялар һәм, шулай уҡ, М.Н.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының төп экспозициялары буйынса экскурсия планлаштырыла.
Тыңлаусыларҙы регистрациялау – 21 ноябрҙә, сәғәт 9.30–11.00 тиклем 2-се һанлы БХМ (Өфө ҡалаһы, Бабушкина урамы, 25, «Фирма Мир» транспорт туҡталышы).
Бирелгән форма буйынса заявкалар 2019 йылдың 15 ноябренә тиклем электрон почта: rumckpk3@mail.ru буйынса ҡабул ителә.
11 ноябрь 2019
Өфөлә уҡытыусыларҙы музыкаль белем биреүҙә электрон-цифрлы технологиялар буйынса уҡытыу үтте
8 ноябрҙә Өфө ҡалаһында мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының квалификация үҫтереүсе программа буйынса «Музыкаль белем биреүҙә электрон-цифрлы технологиялар: аранжировка, инструментовка һәм композиция» исемле уҡыуҙары үтте. Был сара 2016–2020 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларында электрон белем биреү Концепцияһын тормошҡа ашырыу буйынса 2016–2020 йылдарға саралар Планы сиктәрендә үткәрелде. Сара традиция буйынса Өфө ҡалаһы ҡала округының 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәбендә үтте. Бында «Балалар сәнғәт мәктәбендә электрон белем биреү мөхитен булдырыу» темалы республика инновацион майҙансығы эшләп килә.
Уҡыуҙар барышында мәктәптең алдынғы педагогик хеҙмәткәрҙәре етәкселегендә Sibelius һәм Cubase программалары буйынса эштәрҙе үҙләштерҙеләр. Сара йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусылар был программаларҙа башҡарылған проекттарын күрһәттеләр. Тыңлаусылар әйтеүенсә, был уҡыуҙар айырыуса актуаль һәм үҙ ваҡытлы, сөнки мультимедиа технологиялары уҡыусылар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм уҡытыусы был технологияларҙы белергә тейеш.
Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының Республика уҡытыу-методик үҙәге пландарына ярашлы үтте. Башҡортостан Республикаһың 12 муниципаль районынан һәм 4 ҡала округынан 30 кеше белемдәрен арттырҙы.
12 ноябрь 2019
19 ноябрҙә «Сал Урал риүәйәттәре» конкурс-фестивале еңеүселәре эштәренең күргәҙмәһе һәм Гала-концерт була
Башҡортостан Республикаһың 100 йыллығына һәм Рәсәйҙә театр Йылына арналған «Сал Урал риүәйәттәре» Асыҡ конкурс-фестиваленең йомғаҡтары билдәләнде (сәләмәтлеге яғынан мөмкинселектәре сикләнгән балалар ҡатнашлығында). Был сара «Мәҙәниәт» Милли проектының «Ижади кешеләр» федераль һәм региональ проекттары сиктәрендә ойошторолған.
Проект һәләтле балаларҙы һәм талантлы йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеүгә, үҫеп килгән быуында патриотик тойғо тәрбиәләүгә, тыуған илдең мәҙәниәтенә һәм тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуға, йәштәрҙә халыҡ йолаларын ҡабул итеү һәм һаҡлау булдырыуға, белем биреү учреждениеларын республиканың һәм илдең киң мәҙәни тормошона йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
2019 йылдың 19 ноябрендә 15:00 сәғәттә А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында конкурс-фестивалдә еңеүселәрҙең эштәре күргәҙмәһе һәм Гала-концерт буласаҡ.
Сараны Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы, Башҡортостан Республикаһың белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте, Сибай ҡалаһының Балалар художество мәктәбе һәм Балалар сәнғәт мәктәбе үткәрә.
12 ноябрь 2019
21 ноябрҙә мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениелары студенттарының художество эштәренең күргәҙмәһе һәм Гала-концерт буласаҡ
2019 йылдың 21 ноябрендә сәғәт 15:00 Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениелары студенттарының художество эштәренең күргәҙмәһе һәм Гала-концерты буласаҡ.
Сараны «Мәҙәниәт» Милли проектының «Ижади кешеләр» федераль һәм региональ проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы, Башҡортостан Республикаһының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге үткәрә.
Сәхнәлә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениеларының «Таланттар тажы» IV Республика фестиваль-конкурсы еңеүселәре һәм призёрҙары сығыш яһаясаҡ. Был сара 2019 йылда республика ҡалаларында мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары студенттары араһында талантлы һәм профессиональ-перспективалы башҡарыусыларҙы табыу һәм ярҙам итеү маҡсатында, мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының белгестәренең әҙерлек кимәлен демонстрациялау, белем биреү учреждениеларын Башҡортостандың киң мәҙәни тормошона йәлеп итеү маҡсатында үткәрелде.
Гала-концертта, шулай уҡ, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының Республика уҡытыу-методик үҙәге һәләтле балалар һәм талантлы йәштәр өсөн үткәргән башҡа ижади сараларҙың иң сағыу еңеүселәре ҡатнашасаҡ.
14 ноябрь 2019
Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының квалификацияһын үҫтереү тураһында
2019 йылдың 29–30 ноябрендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының «Халыҡ оркестры инструменттары уҡытыусыларының компетенция формалаштырыу һорауҙары» темалы уҡыуҙарын үткәрә.
Уҡыуҙар Мәскәү ҡалаһының ижади коллективы солистары – И.Ф.Стравинский исемендәге БСМ рус халыҡ инструменттары оркестры (етәксеһе Д.Макушееко): Рәсәйҙең атҡаҙанған артискаһы, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Валентина Алешина, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары Андрей Пыпин һәм Юлия Антонова; һәм, шулай уҡ халыҡ инструменттары ансамблдәре һәм оркестрҙарының алдынғы уҡытыусылары һәм етәкселәре: Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы Василий Слягузов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Минивали Сафин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Виктор Ярцев, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, Ш.Бабич исемендәге республика Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Линар Дәүләтбаев, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй, вуз-ара конкурстар лауреаты Оксана Буланкина ҡатнашлығы менән үтәсәк.
Халыҡ инструменттары ансамблдәре һәм оркестрҙары менән эшләгәндә ижади һәм педагогик процесты ойоштороу мәсьәләләре ҡараласаҡ.
Уҡыуҙар Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә үтәсәк (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 103 а, «Сәнғәт училищеһы» транспорт туҡталышы).
18 ноябрь 2019
29 ноябрҙә «Башҡортостан халыҡтарының ҡанатлы легендалары» исемле Күргәҙмә асыла
2019 йылдың 29 ноябрендә 14.00 сәғәттә Стәрлетамаҡ картина галереяһында – М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы филиалында – Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған «Башҡортостан халыҡтарының ҡанатлы легендалары» исемле балалар һынлы сәнғәтенең республика һәм Бөтә Рәсәй конкурс-күргәҙмәләре эштәренең Күргәҙмәһе асыла (халыҡ әкиәттәре, эпостары, риүәйәт һәм легендалары буйынса) һәм художество эштәре альбомының презентацияһы була.
Проект һәләтле балаларҙы һәм талантлы йәштәрҙе асыҡлау һәм ярҙам итеү, балалар художество ижадын үҫтереү һәм популяризациялау, донъя халыҡтарының тарихи мираҫын өйрәнеү (риүәйәттәр, әкиәттәр, эпостар), һынлы сәнғәт уҡытыуҙа инновацион йүнәлештәрҙе асыу һәм таратыу, рәссамдар ижадын үҙаллы өйрәнгәндә уҡыусыларҙың белемдәрен арттырыуға йүнәлтелгән.
«Башҡортостан халыҡтарының ҡанатлы легендалары» исемле Конкурс-күргәҙмәгә ете йыл һәм ул Башҡортостан балалар художество мәктәптәренең, балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәренең художество бүлектәренең, балалар һынлы сәнғәте ижадының ысын торошоноң һәм үҫешен сағылдыра. Художество эштәре альбомында ете конкурс төрҙәре буйынса (һынлы сәнғәт, графика, декоратив-ғәмәли сәнғәт) Башҡортостан Республикаһынан меңләп еңеүселәрҙең һәм призерҙарҙың эштәре тупланған. Уларҙың ике йөҙҙән ашыуы күргәҙмәгә сығарыласаҡ.
Сараны «Мәҙәниәт» Милли проектының «Ижади кешеләр» федераль һәм региональ проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы, Башҡортостан Республикаһың белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы ярҙамында Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се һанлы Балалар художество мәктәбе үткәрә.
25 ноябрь 2019
А.А.Кузнецов исемендәге Халыҡ-ара балалар художество ижады конкурсын үткәреү тураһында
Рәсәйҙә дан һәм хәтер Йылына арналған А.А.Кузнецов исемендәге Халыҡ-ара балалар художество ижады конкурсы балалар художество мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәре һәм музыка мәктәбенең художество бүлектәре, изостудиялар, дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн түбәндәге номинациялар буйынса үтә:
- Живопись (акварель, гуашь, акрил, май)
- Графика (ҡәләм, тушь, йомшаҡ материалдар, линогравюра, офорт, компьютер графикаһы һәр башҡалар)
- Скульптура (гипс ҡойоу, балсыҡ, ағас, керамика, папье-маше, заман материалдары)
- Декоратив-ғәмәли сәнғәт (гобелен, туҡыусылыҡ, ҡораманан тегеү, кейеҙ баҫыу, автор ҡурсағы, туҙ һәм башҡалар)
- Искусствоведение
Эштәр 2020 йылдың 15 майына тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Нежинская урамы, 5, А.Кузнецов исемендәге 1-се һанлы БХМ.
Конкурстың иң яҡшы эштәрен асыу экспозицияһы, еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы 2020 йылдың 3 ноябрендә 12.00 сәғәттә М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында – «Ижад» күргәҙмә залында түбәндәге адрес буйынса үтәсәк: Өфө ҡалаһы, Космонавтар урамы, 22 («С. Орджоникидзе һарайы» транспорт туҡталышы).
Рәсәйҙә дан һәм хәтер Йылына арналған А.А.Кузнецов исемендәге Халыҡ-ара балалар художество ижады конкурсын үткәреү тураһында Положениены ҡарарға.
25 ноябрь 2019
Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының квалификацияһын үҫтереү тураһында
БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ 2019 йылдың 2–7 декабрендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Аккордеон класы буйынса компетенция формалаштырыу һорауҙары» темалы уҡыуҙарын үткәрә.
Уҡыуҙар «Аккордеониссимо» клавишалы аккордеонда башҡарыусыларҙың VII Халыҡ-ара фестиваль-конкурсы сиктәрендә үтәсәк.
Программала:
- номинациялар буйынса конкурс Тыңлаусыларҙы: «Солистар. Академик йүнәлеш», «Солистар. Эстрада йүнәлеше», «Солистар. Электрон аккордеон», «Ансамблдәр»;
- «Аккордеон һәм хәҙерге заман» фәнни-ғәмәли конференция;
- фестиваль-конкурс жюри ағзаларының мастер-кластары;
- мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының «Магия аккордеона» исемле концерты (Башҡортостан Республикаһы рус халыҡ инструменттары Йәштәр оркестры ҡатнашлығы менән, инеү ирекле);
- аккордеонистар дуэты, «Трофей мира» исемле халыҡ-ара конкурс еңеүселәре Артём Малхасьян һәм Евгения Чиркова концерты (билет хаҡы – 200 һум).
Уҡыуҙар Урта махсус музыкаль колледж нигеҙендә үтәсәк (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 104, «Гостиный двор»/Совет майҙаны транспорт туҡталышы).
Заявкалар бирелгән форма буйынса 2019 йылдың 2 декабренә тиклем электрон почта буйынса ҡабул ителә: rumckpk3@mail.ru.
26 ноябрь 2019
Бөтә Рәсәй йәш композиторҙар конкурсын үткәреү тураһында
2020 йылда балалар музыка мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре, колледждарға беркетелгән педагогик практикалы балалар музыка мәктәптәре, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениелары уҡыусылары, һәм шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәре өсөн XXII Бөтә Рәсәй йәш композиторҙар конкурсы үткәрелә. Конкурста, шулай уҡ, Өфө ҡалаһының Ғ.Әлмөхәмәт исемендәге гимназия-интернат уҡыусылары ҡатнаша ала.
Конкурс ситтән тороп тыңлау (электрон йөрөтөүселәрҙәге иншаларҙы тыңлау һәм уларҙың ноталы яҙыуҙарын ҡарау) формаһында үтәсәк.
Конкурс эштәре заявка менән бергә бирелгән форма буйынса 2020 йылдың 15 ғинуарына тиклем БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ түбәнге адрес буйынса ҡабул ителә: 450055, Өфө ҡалаһы, ул.Ладыгин урамы, 21, тел./факс 235-78-15, тел. 235-78-16, 233-59-00 или по адресу электронной почты: rumc110@mail.ru.
XXII Бөтә Рәсәй йәш композиторҙар конкурсы тамамланды Положениены ҡарарға.
ЭШ ВАҠЫТЫ: | дүшәмбе – йома сәғәт 9:00–18:00 тәнәфес сәғәт 13:00–14:00 |
БЕЛЕШМӘ МӘҒЛҮМӘТТӘР: | 450055, Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21 й. тел. 8 (347) 235-78-15 факс 235-78-15; 233-59-00 e-mail: rumcrb@mail.ru |
---|